Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2020, 14:25

КҮҢЕЛЕМДӘН МОҢДАР УРҒЫЛА

—Эйе, ике улым да йырсы һөнәрен алып, Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләй. Уларҙың репертуарын байытыу, төрлө йырҙар менән тулыландырыу маҡсатында йыр яҙыу теләге уянды. Хаҡлы ялда булғас, ижадҡа ла ваҡыт бар тигәндәй. Балаларым сәнғәт юлынан киткәс, уларҙың һөйләүе буйынса үҙеңә оҡшаған йырҙы табыуы ауыр ҙа, ҡиммәт тә булыуына төшөндөм, - ти Рәхимә Ғәйетбаева.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Уның йырҙарын Сибай һәм Нефтекама филармониялары йырсылары башҡара. Ул көйҙәр генә түгел, йырҙарҙың һүҙҙәрен дә яҙа. Ә үҙе һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ябай ауыл мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытып, әле хаҡлы ялда ижад менән шөғөлләнә. Кем һуң ул? Таныштырырға ашығабыҙ: Рәхимә Вәкил ҡыҙы Ғәйетбаева республикабыҙға күп таланттар бүләк иткән Баймаҡ районы Буранбай
ауылында йәшәй. Моңға ғашиҡ ханымдың нәҫел-нәсәбе бер яҡтан һәләтле Ғәйетбаевтарға барып тоташһа, әсәһе яғынан Туйсиндар тоҡомонан. Тимәк, уҡытыусының күңеленән юҡтан ғына йыр урғылмай. Әйҙәгеҙ, уның менән әңгәмә ҡороп алайыҡ.
—Рәхимә Вәкил ҡыҙы, ҡыҫҡаса үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
—1958 йылдың 5 апрелендә тәүге бала булып тыуғанмын. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булдым, сәхнәлә йырлай торғайным. Бала саҡ тиһәләр, иң беренсе күҙ алдыма бармаҡтарын шартлатып, һары ботинкаһын тыпырҙығы сығарып, шат тауыш менән йырлап-бейеп йөрөгән зәңгәр күҙле ҡыҙ килеп баҫа. Күрше Сыңғыҙ ауылы мәктәбенең 7-се класында уҡып йөрөгәндә район күләмендә үткәрелгән художество смотр конурсында «Әсәйемә» тигән йыр менән йомғаҡлау этабына үткәнемде яҡшы хәтерләйем. Мәктәп линейкаһында директор Абдуллин Рәфҡәт Фәтҡулла улы мине маҡтап, рәхмәт әйткәйне, бүләк тапшырғайны.
—Шулай ҙа бер ҙә сәнғәт юлынан китмәгәнһегеҙ...
—Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыял-
ланғайным һәм ошо хыялыма тоғро ҡал-дым. 1977 йылда Сибай педучилищеһын тамамлағас, Ишмырҙа урта мәктәбендә—2 йыл, унан һуң Ишей 8 йыллыҡ мәктәбендә 21 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләнем. Һәр ваҡыт йыр-моң миңә юлдаш булды, ауыл сәхнәләрендә йырлай торғайным. 1980 йылда Ишей егете Ҡарасурин Заһир Ҡаһарман улына тор-мошҡа сыҡтым. Ҡарасуриндар ғаиләһе лә
бик музыкаль ғаилә булды. Бигерәк тә ҡәйнәм мәрхүмә боронғо йырҙарҙы башҡа-рыуға маһир ине. Шуғалырмы, беҙҙең ғаиләбеҙҙә моңло балалар тыуҙы. Балаларымдың өсөһө лә йырларға яратты, күңелдәре сәхнәгә тартылды.
2000 йылда ғаиләбеҙ менән тыуған ауылыма—Буранбайға, атай нигеҙенә күсеп ҡайттыҡ. Мин Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә эшләй башланым. Йәшем арыу ғына булһа ла ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланым. Унда 13 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым.
—Улдарығыҙ республикала билдәле йәш йырсылар...
—Эйе, ике улым да йырсы һөнәрен алып, Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләй. Уларҙың репертуарын байытыу, төр-лө йырҙар менән тулыландырыу маҡсатында йыр яҙыу теләге уянды. Хаҡлы ялда булғас, ижадҡа ла ваҡыт бар тигәндәй. Балаларым сәнғәт юлынан киткәс, уларҙың һөйләүе буйынса үҙеңә оҡшаған йырҙы табыуы ауыр ҙа, ҡиммәт тә булыуына төшөндөм.
—Тәүге йырҙар нисек яҙылды? Нимә хаҡында?
—Тәүге йырҙарым үҙебеҙҙең Буранбай ауылында саф һауала йөрөгән саҡта тыуҙы. Моң тигәнең үҙенән үҙе күңелгә килә һәм көйгә әйләнә. Унан ошо көйгә дауамдар өҫтәлә, ул көндән-көн оҙоная, уға яңы биҙәктәр өҫтәлә бара, матур һүҙҙәр талап итә башлай. Артабан һүҙҙәрен уйлайым инде. Шулай итеп, тәбиғәт, тыуған яҡ, әсәй, мөхәббәт тураһында йырҙарым тыуҙы.
—Тимәк, шиғырын да үҙегеҙ ижад итәһегеҙ?
—Мин үҙемдә әҙ-мәҙ шиғыр яҙыу һәләте барлығын электән белә инем, сөнки дәрестәр үткәргән ваҡыттарҙа тиҙ генә шиғырҙар уйлай һалып, ул-был темаларға ҡушып ебәрә торғайным. Пенсияға сыҡҡас, буш ваҡыттарым күбәйеп һәм бар күңелем менән эҙләнә башлағас, шул һәләттәрем үҫә башлағандыр тип уйлайым. Азат улым йыр-моңға маһир Хәсәновтар ғаиләһендә үҫкән Розалияға өйләнгәс, ошо ике бала өсөн дуэттар ижад итә башланым. Улар башҡарыуында «Йылмай, йәнем», «Һин», «Минең бәхетем» йырҙары тамашасылар араһында киң танылыу алды. Ә «Һаумыһығыҙ!» йырым менән Азат улым 2019 йылда хит-парадта ҡатнашты һәм 15000 тауыш йыйып, 1-се урын алды, «Юлдаш-хит 2019» сараһының йомғаҡлау концертында ҡатнашып, гәлсәр статуэткаға эйә булды. Ә инде «Йылмай, йәнем!» менән йәш пар, йәғни Ҡарасуриндәр ғаиләһе республика кимәлендә үткәрелгән «Етегән» конкурсында ҡатнашып, 1-се урынға сыҡты. «Һин» тигән йырыма улым менән киленем бик матур клип төшөрҙө. Ул БСТ, «Ҡурай» каналдарында даими күрһәтелеп тора.
Йырҙарымды Нефтекама филармония-һының башҡа йырсылары ла теләп башҡара. Мәҫәлән, өлкән улым Иршат Ҡарасурин «Әсәйемә» тигән йырымды «Беҙ Баймаҡтар бит әле-2» концертында йырланы. Илнур Муфтахов «Юғалтыуҙар ғына булмаһын ерҙә» тигән йырымды, минең көйөмә яҙылған «Атайыма» (клибы «Майҙан», «Матур» каналдарында күрһәтелеп тора), «Һабантуй» йырҙарын ихлас башҡара. Йәш йырсы Алина Вәхитова «Ҡайтам, әсәй» исемле йырымды гастролдәрҙә йырлап, халыҡҡа ишеттерҙе. Раян Алтыншин «Урман» һәм минең көйөмә яҙылған «Тимер—тыуған ауылым» йырҙарын йырлай. Әйткәндәй, «Урман» исемле йырым апрель айында хит-парадта ҡатнаша, бик әүҙем генә итеп тауыш йыйыуын дауам итә.
—Сибайҙар ҙа башҡара шикелле йыр-ҙарығыҙҙы?
—Эйе, «Әйтсе, ҡурай», «Буҙа» тигән йырҙарымды «Тархан» төркөмө башҡарһа, «Бауырһаҡ»ты Сөмбөл Моратова бик матур итеп йырлай, ә «Ҡорот»то трио ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле башҡара.
—Конкурстарҙа үҙегеҙҙе һынап ҡарайһығыҙмы?
—2019 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгән Юлай Моратов исемендәге һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында ҡатнаштым, «Өмөт» номинацияһына һәм «Йәшлек» гәзитенең махсус призына эйә булдым.
Һуңғы ваҡытта шиғырҙар ижад итеүгә әүәҫләнеп киттем. Шиғырҙарымды интернет селтәренә һалып, дуҫтарыма тәҡдим итеп барам, уларҙан ыңғай баһалар алып дәртләнәм.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Артабан да арымай-талмай ижад итергә, уның емештәрен күреп һөйөнөргә яҙһын!
Резеда Вәлиева.