АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Март 2020, 17:12

“Урал батыр” эпосы йәшәйәсәк!

Сарала эпосты 100 юлдан 650 юлға тиклем яттан һөйләүселәр булды.Жюриға береһенән-береһе тасуири, эпосты профессиональ кимәлдә башҡарған йәш сәсәндәр араһынан еңеүселәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы.

Талантлы, тырыш балалар йыйылған сараны күргәнегеҙ бармы? Сибай ҡалаһында Башҡорт теле йылын уҙғарыу сиктәрендә сәсәнлек йолаларын дауам итеү, уҡыусыларҙың һөйләү оҫталығын арттырыу, башҡорт халҡының тарихын һәм сәнғәтен һаҡлау маҡсатында «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы.
Милләтебеҙҙең боронғо эпик ҡомартҡыларының береһе булған “Урал батыр” эпосы тәбиғәт һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлай. Кешелек хаҡына башҡарылған изгелектең бөйөклөгөн, йәшәүҙең мәңгелеген сағылдырған–классик эпостар рәтендә торорлоҡ бай йөкмәткеле әҫәр. Ул Башҡортостандың ете мөғжизәһенә индерелгән. Бөгөнгө көндә эпос 13 телгә тәржемә ителгән.
Эпостың барлыҡҡа килеү тарихын, йөкмәтке асылын, уның геройҙарының уй-кисерештәрен белмәй тороп, яттан һөйләү мөмкин түгел.
Йәш сәсәндәрҙе ҡала мәғариф бүлеге методисты Р.Ө.Ғәлиәхмәтов сәләмләне:
—Эпосты яттан һөйләү конкурсына ныҡлы әҙерләндек, быйыл ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Һиндостан халҡының “Махабхарата һәм Рамаяна”, Ҡалмыҡ халҡының «Джангар» эпостары кеүек үк “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһенә күпме фәлсәфә һалынған. Эпос—халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы ул. Шуға күрә, уның тарихын, йөкмәткеһен өйрәнгән балаларға, был әҙәби мираҫты ышанып тапшырырға мөмкин. Урал батырҙы белеүселәрҙә халҡыбыҙ тарихы һаҡланасаҡ, тигән өмөттәбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: эпосты 100 юлдан 650 юлға тиклем яттан һөйләүселәр бар. Был, әлбиттә, конкурсанттарға бирелгән ҙур талант. Бөгөнгө сәхнә түренә күтәрелгән һәр ҡатнашыусы үҙен мотлаҡ еңеүсе тип һанарға тейеш,—тине Рәфил Өлфәт улы.
Конкурс кескәй башҡарыусылар һәм йәш сәсәндәр төркөмдәренә бүлеп уҙғарылды. Баһалар эпосты башҡарыу, ятланған өҙөктөң күләменә, костюм һайлау, музыкаль инструменттарҙы ҡуллана белеү оҫталығына ҡарап ҡуйылды. Жюриға береһенән-береһе тасуири, эпосты профессиональ кимәлдә башҡарған сәсәндәр араһынан еңеүселәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Ярыш булғас, еңеүсеһеҙ булмай. Шулай итеп, 1-се һәм 4-се кластар араһында Гран-приға 1-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Лилиә Яҡшыбаева лайыҡ булды. Беренсе урынды шул уҡ мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Азалия Яҡшыбаева яуланы.
5-8-се кластар араһында ла нәфис һүҙ ярышы ҡыҙыу барҙы. Унда “Ирәндек” лицейының 7-се класс уҡыусыһы Камилла Абдуллина Гран-при яулаһа, ҡаланың 12-се мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Исламғолов Рәил беренселеккә сыҡты. 9-11 класс уҡыусылары араһында «Ирәндек» лицейының 11-се класс уҡыусыһы Танғатарова Сулпан да беренсе урынға лайыҡ булды. Конкурсанттар шулай уҡ «Тамашасы һөйөүе», «Йәш сәсән», «Оҫта башҡарыусы» номинацияларында билдәләнде.
“Урал батыр” эпосы балаларҙы яҡшынан яманды айырырға, ата-әсә һүҙен йыҡмай, ололарҙы хөрмәт итергә, тыуған төйәгең менән ғорурланып, уны һаҡлап-яҡлап йәшәргә өйрәтә. Башҡорт тарихына, әҙәбиәтенә битараф булмаған мәктәп уҡыусыларын, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы ҡала кимәлендә уҙған сәсәндәр бәйгеһендә еңеүҙәре менән ихлас күңедән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ҙур уңыштар юлдаш булһын!