Сибай концерт-театр берекмәһенең тәүге хеҙмәткәрҙәренең береһе булған Нәсимә Ғиззәтуллина, сирек быуаттан ашыу сәхнә йәме, күҙ төбәп торған нәфис һүҙ оҫтаһы әле. Уны халыҡ яратып, ҡабул итеп өйрәнгән. Бәрхәт тауышлы, һомғол буйлы был алып барыусыла ошо төбәк халҡына хас булған тәбиғи баҫалҡылыҡ, халыҡсанлыҡ бар һәм тап ошо сифаттары уны тамашасыға үҙ, яҡын итә лә.
5 мартта Нәсимә Ғиззәтуллина “Ҡырҡ сырағым” тип исемләнгән моноспектакль тәҡдим итә. Сибай тамашасыһы өсөн яңылыҡ булған музыкаль тамаша алдынан Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
—Нәсимә, белеүебеҙсә, һин Сибай филармонияһында әле ул филармония булып асылмағанда уҡ эш башлағанһың һәм инде 26 йыл шул сәхнәләһең. Тимәк, был мәҙәни усаҡ менән һинең инде ниндәйҙер рухи бәйләнеш барлыҡҡа килгән, шулай бит?
—Филармонияға эшкә килгәнемдә Сибай институты-ның I курс студенты инем. Тәүге художество етәксеһе Әлмирә Ҡыуатова саҡырҙы. Уның менән мин интернатта 10-сы класта уҡыған сағымда таныштым. Мине “Ирәндек һылыуҡайы” бәйгеһендә алып барыусы итеп һайлағайны. Ул унда режиссёр ине. Шулай тәүге ҙур сәхнәгә сыҡтым. 1994 йылдың ғинуар айында филармония асыу тантаһы булды. Филармонияла ҡатнашҡан беренсе программалырым “Наурыз байрамы”, “Моңдарың күп һинең, йырҙарың күп, әйҙә, йырла, башҡорт балаһы”, “Эх, матур йәш саҡтар!” булды. Сибай институтын тамамлап, ҡулыма диплом алғанда ла алдымда ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау торманы. Сәхнә үҙенә арбап, тамам йөрәгемә үтеп инеп, иң түренә ултырып алған ине инде. Институтта уҡыған сағымда ошолай концерттар менән йөрөүөмдө атайым ниндәйҙер ижади түңәрәккә йөрөгән кеүек ҡабул итте. “Ҡулыңа диплом алдың, эшкә урынлашмайһыңмы ни,”—тип шаярған да, асыуланған һымаҡ та булды.
Ағайҙарым дини кешеләр. Сәхнәлә йөрөүөмде бик үк хупламаһалар ҙа, күнеп бөттөләр инде. Хәтерләйем: Сибай институтының 2-се курсын тамамлағас, Өфөгә сәнғәт академияһының театр факультетына инергә тип документтар алып барҙым. Имтихандар башланып китте һәм бер имтиханға матур сәхнә күлдәге кәрәк ине. Сибайҙан поезд аша күлдәк ебәрҙеләр, шуны ҡаршы алам тип тимер юл вокзалына барҙым. Һәм ҡаршыма ул ваҡытта Ғәрәбстанда уҡып йөрөгән, каникулға ҡайтып килгән Баймөхәмәт ағайым осраны. Нимә эшләп йөрөгәнемде белгәс, хәҙер үк йыйын, ҡайтаһың, тип алып ҡайтып китте. Актрисалыҡ карьерам башланмайса ла юғалып ҡуйҙы.
Институттың икенсе курсында уҡығанда үҙемдең яҙмышымды осраттым. Арғаяш егете Ильяс Сафин филармонияның бейеү ансамбле оркестрына һуҡма инструменттар оҫтаһы булып килде. Әрме хеҙмәтенән һуң институттың музыка бүлегенә уҡырға ингән.
4-се курста уҡығанда ғаилә ҡороп ебәрҙек, улыбыҙ Иҙел тыуҙы. Дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ, февраль айы, бүлмәбеҙ һыуыҡ. Дуҫтарыбыҙ Сулпан менән Илшат Яхиндар бала табыу йортонан тура үҙҙәренең фатирына алып ҡайтты. Улыбыҙға исемде лә улар тәҡдим итте. Унан, күп тә тормай, эшкә лә сыҡтым. Ул ваҡытта, 1997 йылдың апрель айында, билдәле режиссер Байрас Ибраһимов филармонияға “Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм” мюзиклын сәхнәләштерә ине. Мин йәш, заманса Ғәлиәбаныу ролендә. Мюзиклдың башында һәм аҙағында сығам. Шул арала Азамат Тимеровтың велосипедын алып тороп елдереп ҡайтып, баланы имеҙеп киләм. Унан һуң өс айлыҡ улымды күтәреп гастролгә лә сығып киттем. Филармонияның тәүге балалары барыһы ла шулай үҫте. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, ҙурайышып үҙҙәре ғаиләле булып баралар. Беренсеһе менән декретта ултыра алмағас, үҙемә һүҙ биргән инем, әгәр тағы бәпесебеҙ булһа, хөкүмәт биргән ваҡытты файҙаланып, рәхәтланеп, ләззәтен то-йоп өйҙә ултырасаҡмын. Шулай булды ла. Ҡыҙымдың өс йәшенә тиклем декретта ултырҙым.
2006 йылдың башында ул ваҡыттағы директор Вәкил Барый улы Йосопов мине филармонияның художество етәксеһе итеп ҡуйҙы. Ышанып тапшырған эште ихлас, намыҫ менән башҡарырға тырыштым. Күп программалар, төрлө проекттар эшләнде.
—Сәнғәткә булған һөйөү ул бала саҡтанмы? Ошо йылдар ағымында һин Сибай сәхнәһендә алып барыусы ғына түгел, ә күп тамашаларҙың төрлө ролдәге актрисһы ла, йырсыһы ла, бейеүсеһе лә булып киттең...
—Бәләкәйҙә Мөнир, Мөрит ағайҙарым баянда уйнап йырлата торғайны, Әсҡәт ағайым бейетергә, фортепьянола уйнатырға теләне. Бейеү тигәндән, 6 йәшемдә Р.Нуриев исемендәге хореография училищеһына балалар йыйып йөрөгәндә мине лә алып китергә уйлағайнылар. Әсәйем йәлләп ебәрмәне. Унан тағы башланғыс класты тамамлағас, Ғ.Әлмөхәматов исемендәге музыка мәктәбенә фортепьяно класына алырға иткәйнеләр, тағы ла йәлләнеләр. Яҡын тип, Сибай интернатына бирҙеләр.
10 балалы ҙур ғаилә үҫтем. Күршеләребеҙҙең дә күмәк балалар ине. Гөрләп торҙо ауыл беҙҙең уйындарҙан. Ул цирк, олимпиадалар, концерттар... Кискә мал килер алдынан бөтә ауыл менән сығып түбәләс буйында уйнаныҡ: «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Үгеҙ йөҙөк» һәм башҡалар.
Миңә 3-5 йәш тирәһендә, хәтерләйем, атайымдың тыуған ауылы Әбдрәшкә Латиф исемле апаларға (олатай—диалект) ҡунаҡҡа барғанда уларҙың йәтеш кенә, матур ғына пианиноһы янынан китмәй торғайным. Әсәйемдең тыуған ауылы Иҫәнбәткә ат егеп, юл буйына йырлай-йырлай бара торғайныҡ. Ошолар күңелдә иң матур хәтирә булып уйылып ҡалған.
Әсәйем дә, атайым да бик матур йырланы. Апайыбыҙ Мәҙинә лә халыҡ йырҙарын оҫта башҡара.
Сәнғәткә һөйөү ул ысынлап та бәләкәйҙән киләлер ул. Рәсимә һеңлем менән үҙебеҙсә концерт та ойоштороп ташлай торғайныҡ. Интернатта уҡығанымда фольклор түңәрәгендә йөрөнөм. Башҡорт теле уҡытыусыһы Миңлеямал Әшрәф ҡыҙы шиғриәт конкурстарында ҡатнаштырҙы, спектаклдәр ҡуйып ролдәр бирә торғайны. 9-сы класта уҡығанымда өлкән тәрбиәсе Дилә Шәриф ҡыҙы мәктәптәр араһындағы үҙешмәкәр художество конкурсында алып барыусы итеп сығарҙы. Шунан башлап интернаттағы сараларҙың алып барыусыһы булдым. Клас-ташым Борис Мәхмүтов «Ирәндек һылыуҡайы-92» конкурсына алып барыусы эҙләйҙәр тип кастингка ебәрҙе. Үрҙә ул конкурс минең ҙур сәхнәгә сығыуыма сәбәпсе тураһында әйтеп киттем.
Беҙҙең балалар ҙа сәнғәткә ғашиҡ. Улыбыҙ Иҙел махсус музыка колледжының башланғыс класын тамамланы. Артабан Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡығанда ла һәр ваҡыт сәхнәлә йөрөнө. Киленем Алина менән мәктәп сараларында алып барыусы булдылар. Юғары уҡыу йортона инергә лә ана шул сәнғәт ярҙам итте.
Ҡыҙыбыҙ Нәдиә йырларға, бейергә ярата. Аҙнаһына ике булған бейеү түңәрәген һағынып көтөп ала. Минең сәхнәлә һөйләгән әйберҙәрҙе отоп алып, өйҙә ҡабатлай. 4 йәшендә Өфөлә ҙур сәхнәлә йырларға сыҡты.
Атаһы менән бик тулҡынланғайныҡ, сөнки репетиция-ла оялып йырламай ҙа ҡуя. Баҡ тиһәң ул залда халыҡ булмағанға йырламаған икән. Тулы залды күргәс бер ҙә ҡаушап торманы.
—Бөгөнгө тамашасыға ҡыҙыҡлы булыу өсөн артисҡа нимә эшләргә, ниндәйерәк тамашалар сығарырға, ниндәй имидж һайларға һәм башҡалар?
—Тамашасыға ҡыҙыҡ булыу өсөн тигәндә, мотлаҡ “ҡыҙыҡ” нәмәләрҙе генә күҙ уңында тоторға ярамай, минеңсә. Әңгәмәсегә нимә ҡыҙыҡлы? Эйе, уның хаҡында һөйләү. Тимәк, тамашасы менән дә уның тураһында, уның кисерештәре, хистәре, йәшәйеше хаҡында һөйләшергә кәрәктер. Былар ҡыҙыҡ ҡына түгел, ҡыҙғаныс та, һағышлы ла, тетрәндергес тә булырға мөмкин. Концерт, тамаша ҡарап ял итеү ул мотлаҡ һын ҡатҡансы көлөү түгел, ә хистәр солғанышын кисереү. Күңелдәге ойоп ятҡан ҡылдар тирбәлеп китергә, әҙәми булмыш уянып китергә тейеш. Йәғни, эске тетрәнеү булһын һәм шул этәргестән төпкө аң асылып китһен. Минең, мәҫәлән, сәхнәгә сығып баҫыуымдың маҡсаты шундай. “Мин һөйләйем дә, көлдөрәйем дә, быларға ҡыҙыҡ булһын әле”,—тигән уй менән эшләмәйем һәм үҙгәрмәйем дә. Заманалар ниндәй генә булғанда ла, беҙҙе әҙәп, әхлаҡ, мәрхәмәт, изгелек, сауап тигән мәңгелек төшөнсәләр йәшәтә. Һәм ниндәйҙер ваҡытҡа еңел-елпегә әүрәп киткәндәр ҙә ахырҙа ошо асылға ҡайта. Тамашасы ла шулай уҡ. Ул да бит шул уҡ йәмғиәт, беҙ үҙебеҙ. Көлдөрәбеҙ, ҡыҙыҡтырабыҙ, арбайбыҙ тип юҡ-бар тәҡдим итеп беҙ үҙебеҙ боҙабыҙ йәмғитте. Улар беҙҙән ундайҙы талап итмәй, беҙ тәҡдим итәбеҙ шуны. Шунлыҡтан, артист үҙенең тәрбиәүи ролен дә онотмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләйем.
—Афишалар һинең яңы программаң тураһында хәбәр итә. Бер артист башҡарыуындағы моноспектакль беҙҙең өсөн яңылыҡ.
—Был хаҡта мин бик күп йылдар хыялландым. Төрлөсә уйланым, планлаштырҙым, темаһын һайланым... Һәм, бына, йылдар ағымында ошоно үҙемдә етлектереп йөрөй торғас, идеямды Миләүшә Ҡаһарманова менән бүлештем. Ул минең һөйләгәндәремде шиғри юлдар менән ҡағыҙға төшөрөп бирҙе. Нимә хаҡындамы был шиғри тамаша? Ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары хаҡында. Ҡырҡ сыраҡ менән өлпөлдәп яныр ҡатын-ҡыҙ күңеле, ниндәй осраҡта ла йәшәүҙе һайлай белгән көсө, сабырлығы, тоғролоғо һәм, әлбиттә, йомшаҡ яҡтары, хаталары тураһында ла. Йәшәйештең ҡатын-ҡыҙ йөҙөндәге ысын сағылышы буласаҡ әлеге әҙәби сығыш.
Сығышымды Башҡорт теле йылына бағышлайым. Туған телебеҙҙе яҡлай һәм ҡурсалай торған был көндәрҙә, сәхнәнән тотош бер поэмалыҡ, бер сәхнә әҫәрендәй шиғри-музыкаль кисә беҙҙең телебеҙҙең бөтөн ҡөҙрәтен һәм байлығын күрһәтәсәк. Бына шундай кимәлдәге әҫәр ижад итеүсе, телде яҡшы белеүсе яҙыусы-шағирҙарыбыҙ, уны бөтөн нескәлегендә башҡара белеүсе артистарыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ һәм, әлбиттә, башҡортса тыңлай һәм аңлай торған залдарыбыҙ, аудиторияларыбыҙ бар икәнлекте иҫбатлағым килә. Был моноспектакль туған телгә һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙына мәҙхиә булып яңғыраясаҡ. Әйҙәгеҙ, быны бергәләп башҡарайыҡ, дуҫтар, барығыҙҙы ла концертҡа саҡырам!