Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2020, 15:05

Мәҙәни тормош гөрләй

Сибай—Урал аръяғының мәҙәни үҙәге. Ҡалала мәҙәни тормош гөрләй, саралар бер-береһен алмаштырып, халыҡтың йәшәйешен сағыуыраҡ, күңеллерәк итә. Шулай булырға тейеш тә, сөнки урында республика ҡарамағындағы 4 учреждение—А.Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театры, концерт-театр берекмәһе, сәнғәт колледжы, махсус урта музыка колледжы филиалы эшләй. Бынан тыш, муниципаль ҡарамаҡтағы Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге, 10 филиалдан торған үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, тарих-крайҙы өйрәнеү музейы, балалар сәнғәт, музыка мәктәптәре, мәҙәниәт һәм ял паркы бөтә эшмәкәрлектәрен берҙәм мәҙәни киңлек булдырыуға йүнәлтә.

Сибай—Урал аръяғының мәҙәни үҙәге. Ҡалала мәҙәни тормош гөрләй, саралар бер-береһен алмаштырып, халыҡтың йәшәйешен сағыуыраҡ, күңеллерәк итә. Шулай булырға тейеш тә, сөнки урында республика ҡарамағындағы 4 учреждение—А.Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театры, концерт-театр берекмәһе, сәнғәт колледжы, махсус урта музыка колледжы филиалы эшләй. Бынан тыш, муниципаль ҡарамаҡтағы Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге, 10 филиалдан торған үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, тарих-крайҙы өйрәнеү музейы, балалар сәнғәт, музыка мәктәптәре, мәҙәниәт һәм ял паркы бөтә эшмәкәрлектәрен берҙәм мәҙәни киңлек булдырыуға йүнәлтә.
Уҙып киткән йылдың ниндәй мәҙәни саралары иҫтә ҡалды? Уңыштар, эш һөҙөмтәләре нисек? Быйыл нимәләр көтөлә? Ошондайыраҡ һорауҙар менән Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Рәшит улы Солтангәрәевҡа мөрәжәғәт иттек.
—2019 йыл иҫ киткес сараларға бик бай булды. Шуларҙың иң эре 25-е араһынан иң-иңдәрен атағанда I Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы—2019” инвестицион һабантуй сиктәрендә Голливуд актеры, Сит илдәр министрлығының Рәсәй һәм Америка Ҡушма штаттары араһында гуманитар бәйләнештәр буйынса вәкил Стивен Сигалдың килеүе булды. Ҡаланың брендлы сараһы—“Урал аръяғы тауышы”, “Урал аръяғы тауышы. Балалар” вокаль проекттары старт алды. Быйыл уны икенсегә үткәрергә торабыҙ. “Сәсмәүерем-селтәрем” милли кейем фестивале, мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы, “Самауыр-фест” үтте. Ҡаланың үҙәк майҙанында Рәсәйҙең билдәле артистары—“Пицца” төркөмө, Ирина Дубцова сығыш яһаны. Бынан тыш, башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙарының марафонында Элвин Грей лейблы артистарының һәр концерт номеры алҡыштарға күмелде. Тағы ла “Рәсәй йырҙары” Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонының художество етәксеһе Надежда Бабкинаның Сибайға килеүе оло ваҡиға булды.
“Сибай йыйыны” халыҡ байрамына Рәсәй йондоҙҙары Авраам Руссо һәм Виктория Дайнеко килде. Бер йыл эсендә генә күпме ваҡиғалар уртаһында ҡайнаныҡ. Бер ҡасан да күрмәгән артистарҙы күрҙек!
—Мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлегенә байҡау яһап үтһәгеҙ ине?
—Иң беренсе сиратта матди-техник базаны нығытыуға күп көс һалдыҡ. Былтыр был тәңгәлгә 11 миллион 473 мең һумдан ашыу аҡса түктек. Китапханаларҙың китап фондын комплектлауға 1 миллион 532 мең һум аҡса бүленде. Балалар музыка мәктәбен капиталь ремонтлауға 8 миллион 172 мең һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенә, китапханаларға проекторҙар, компьютер, оргтехника һатып алдыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: мәҙәниәт учреждениелары өсөнсө йыл рәттән Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итә. Былтыр 6 проект тормошҡа ашырылды.
Янғын һағы, террорға, эскелек, наркомания кеүек замана афәттәренә ҡаршы хәүефһеҙлек саралары ойоштороуға ла сығымдар бүленде.
—Күреүебеҙсә, хеҙмәт шарттары тыуҙырыла, ә һөҙөмтәләр бармы?
—Әлбиттә. Эшебеҙгә төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу һәм уларҙа еңеү яулау оло баһа. 2019 йылда ҡала коллективтары 53 конкурста ҡатнашты. Шуларҙың 30-ы—Төбәк-ара һәм Халыҡ-ара кимәлдә булды. Конкурстарҙа 58 призлы урын яуланылды. Быларҙың барыһы ла художество үҙешмәкәр коллективтарҙың, уҡыусыларҙың үҫешен һәм хеҙмәттәре сифатын күрһәтә.
—Мәҙәниәт бүлеге ҡарамағындағы учреждение-ларҙың эшмәкәрлегенә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?
—Ыңғай баһалайым. Һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй. Үҙәк китапхана селтәре 40-тан ашыу сара үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға—100, Бөйөк шәхесебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Йөрәктән-йөрәккә” I асыҡ ҡала шиғыр һөйләүселәр конкурсы юғары кимәлдә уҙҙы. Музейҙа тормош ҡайнай. Төрлө күргәҙмәләр килеп тора. Архивҡа бағышланғаны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үтте.
Мәжит Ғафури исемендәге парктың сәхнәһе тө-ҙөкләндерелде. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров хәстәре менән балалар өсөн авто ҡаласыҡ булдырылды.
Һынлы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә тик уңыштары менән һөйөндөрҙө. Музыка мәктәбе 60 йыллыҡ юбилейын концерт, хореография залдарын, хор класын ремонтлап лайыҡлы ҡаршы алды. Сәнғәт мәктәбе инклюзив белем биреүгә айырым иғтибар бүлә. Бында сәләмәтлеге торошо сикләнгән 29 бала шөғөлләнә. Мәктәп тәрбиәләнеүсеһе Илина Аҡбулатова Республика Башлығының стипендиаты булып танылды.
“Мир” йәштәр йорто “Башҡортостан” киностудияһы менән хеҙмәттәшлектәрен нығытты. Бик күп башҡортса һәм үҙебеҙ-ҙең республикала төшөрөлгән кинолар күрһәтелде.
Сибай махсус урта музыка колледжы филиалы 25 йыллыҡ түңәрәк датаһын билдәләне.
—“Мәҙәниәт” милли проекты нисек тормошҡа ашырыла?
—Балалар сәнғәт һәм музыка мәктәбенә ошо проектҡа ярашлы 1 миллион һумдан ашыу суммаға музыка ҡоралдары—фортепиано, думбыра, ҡурай ҡайтарылды.
Музыка мәктәбе директоры И.Й.Хоҙайғолова “Мәҙәниәт” тармағының музыкаль белем биреү системаһы менән эффектлы идара итеү мәктәбе” темаһына Мәскәүҙә махсус уҡыу курсы үтте. Киләсәктә ошо юҫыҡта тағы 12 белгестең квалификацияһын күтәреү курсында ҡатнашыуы көтөлә. 2023 йылға ҡәҙәр милли проект буйынса халыҡ мәҙәниәте һәм ялы, тарих-крайҙы өйрәнеү музейын камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
2020 йылда иһә “Мир” йәштәр йортонда виртуаль концерт залы асыласаҡ. Залды ҡорамалдар менән йыһазландырыуға федераль бюджеттан 1 миллион һум аҡса бүленәсәк. Киләсәктә унда донъяның иң яҡшы симфоник коллективтарының филармония музыкаһын тыңлау мөмкинлеге булдырыла.
—Ниндәй проблемалар өҫтөндә эшләйһегеҙ?
—Хәл итәһе мәсьәләләр бик күп. Тамашасылар залдары етешмәй. Ижади коллективтарға репертуарҙарын яңыртыу өҫтөндә эшләйһе бар. Шулай уҡ костюмдар мәсьәләһе киҫкен тора. Дөйөм алғанда, һәр кешенең мәнфәғәтен тормошҡа ашырырлыҡ йәмәғәт урыны булдырыу зарур.
—2020 йыл—төрлө сараларға бай йыл. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы киң билдәләнә. Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килеүгә 65 йыл тула. Республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. Июнь айы урталарында Сибайҙа "Урал аръяғы" инвест һабантуйы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моң-дары" XV төбәк-ара йыр конкурсы ойошторола. Мөһим сараларға әҙерлек нисек бара?
—Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Хәтер һәм дан йылының икенсе айы башланды. Бөтә саралар ҙа ошо нарыҡланған йыл сиктәрендә үтә. “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙанын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһен уҙғарыу буйынса тәүге кәңәшмә үтте. Унда ҡала әүҙемселәре, уҡытыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Сараны йөкмәткеле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарыу өсөн һәр кем үҙ тәҡдимен индерҙе. Ил, республика, ҡала кимәлендәге барлыҡ мәҙәни сараларҙы ла тейешле кимәлдә ойоштороуға бөтә тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ. Алдан шуны хәбәр итәбеҙ: “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһендә еңеүсене елле бүләк—супер приз көтә.
—Башта әйтелгәнгә кире урап ҡайтып ошо арала үтәсәк “Урал аръяғы тауышы” шоу-проекты хаҡында ентекләберәк һөйләп үтегеҙ әле...
—Вокалистарҙың был шоу-проекты ҡалала икенсе тапҡыр үткәрелә. Башта 18 йәштән 45 йәшкәсә йырсыларҙы конкурсҡа саҡырһаҡ, күптәрҙең теләге буйынса положениены 16 йәштән тип үҙәрттек. Йырға һәләте булған һәр кемде көтөп ҡалабыҙ. Ғинуар айында старт алған проект март уртаһына тиклем дауам итә. Супер йыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн ваҡыт бик аҙ ҡалды, заявкалар 10 февралгә ҡәҙәр генә ҡабул ителә. 11 февралдә “Мир” йәштәр йортонда I һайлап алыу туры ойошторола. Шоуҙы Сибай телевидениеһы тура эфирҙа алып барасаҡ. Тағы шуны әйтәм: остаздар бик шәп. Йырлап ярышыусыларҙың һәләттәрен билдәле шәхестәр—Заһир Зәйнетдин, Рәил Өмөтбаев, Светлана Үтәева, Надежда Комагорова баһалай. Шоу-проектҡа Урал аръяғынан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә йырсылар килеүе көтөлә. Әгәр тауышығыҙ бар икән, саранан ситтә ҡалмаҫҡа, һәләтеңә ваҡытында баһа алырға һәм төп приз—50 мең һум артынан тап Сибайға юлланырға саҡырам. Шоу-проект хаҡында бөтә мәғлүмәт менән “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Тауыш” төркөмөнә инеп танышырға мөмкин.
Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: