Рәсәй киноматографтар Союзы ағзаһы, билдәле режиссер Булат Йосоповтың тулы метражлы «Беренсе Республика» нәфис фильмы Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата ҙур бүләк булды. Был тарихи фильмды сибайҙар ҙа бик йылы ҡабул итте. Сценарий авторҙарының береһе—беҙҙең яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлсәсәк Саламатова менән ҡорған әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксебеҙ.
—Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, «Беренсе Республика» фильмын төшөрөү идеяһы ҡасан барлыҡҡа килде?
—2013 йылдың10 июлендә Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабич менән «Көн һәм быуат» тигән диплом спектаклен сығарғайныҡ. Ул йылда З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт академия институтының Театр бүлеген 12 студент тамамланы. Был спектаклде Режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире Таңсулпан Бабич сәхнәгә ҡуйҙы. Беҙ бергәләп сценарий өҫтөндә эшләнек һәм ул бик уңышлы килеп сыҡты. Диплом спектакленең премьераһына режиссер Булат Йосоповты саҡырҙыҡ. Булат Тимербай улы ҡараны ла: «Был кино сценарийы булырға тейеш. Fүмер буйына төшөрөргә уйлаған темамды таптым. Бына бит әҙер сценарий. Диплом спектаклен кино сценарийына әйләндерегеҙ»,—тине. Был минең өсөн көтөлмәгән тәҡдим булды. Быға тиклем бындай эш менән шөғөл-ләнгәнем юҡ ине. Тағы ла шулай тип өҫтәне: «Был икенсе серия булырға тейеш. Ә беренсеһе—«Бабич» фильмы»,—тине. Шулай итеп, бер көндә Булат Тимербай улынан ике тәҡдим алдыҡ. Шунан һуң ул «Бабич» фильмын төшөрөү өсөн аҡса юллау менән шөғөлләнде. Ике-өс мәртәбә тырышып ҡарағандан һуң грантҡа үттек. Булат Йосопов фильмды төшөрәм тип 1 мең квадрат метрлыҡ павильонды ҡуртымға алған ине. «Бабич» фильмының сценарийы әҙер ине. Ниһайәт, 2016 йылда беҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алдыҡ һәм шул аҡсаға «Бабич»ты төшөрҙөк. Премьеранан һуң Булат Йосопов беҙгә: «Ҡыҙҙар, хәҙер икенсе өлөшөн эшләйбеҙ»,—тине. Беҙ уныһын да параллель рәүештә яҙғайныҡ инде. Мин Таңсулпан Даһи ҡыҙына шул тиклем рәхмәтлемен. Ул: «Гөлсәсәк, беҙҙе эш көтә, беҙҙең эшебеҙ бар»,—тип һәр саҡ илһамландырып торҙо. Бынан тыш үҙебеҙҙең төп эшебеҙҙе ле алып барырға кәрәк бит әле. Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән беҙ бер кафедрала уҡытабыҙ.
Фильмдың сценарийын яҙыуға килгәндә, мин күберәк архив документтары менән ултырҙым. Икәүләп уҡыйбыҙ, нимәһендер һыҙабыҙ, өҫтәп яҙабыҙ. Шулай итеп, беҙ өсәүләп 6 йыл дауамында ошо фильм өҫтөндә эшләнек. Әйткәндәй, беҙҙең дүртенсе кешебеҙ ҙә бар. Ул—продюсер Леонид Филинов. Быға тиклем бер ауыҙ башҡортса белмәгән, әммә ғүмер буйына башҡорттарҙы ихтирам итеп йәшәгән Леонид башҡортса фильм төшөрөүгә ихлас тотондо. Шулай итеп, беҙ дүртәү бер команда булып ҙур эште атҡарып сыҡтыҡ. Бер кем дә ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, һәр кем үҙенең тәжрибәһен, мөмкинлеген, талантын һалғанға барыһы ла килеп сыҡты. Бик кәрәкле һәм сауаплы эште атҡарып сыҡҡан ижадташ дуҫтарымдың һәр береһенә айырым рәхмәт әйтер инем. «Беренсе Республика» фильмы бар ерҙә лә ҙур аншлаг менән үтә. Бында үҙебеҙгә коммерциялы маҡсат ҡуймайбыҙ. 10 йыл үткәс тә беҙҙең фильмдарҙы ҡараған уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙен ишетһәк—был эшебеҙгә иң ҙур баһа буласаҡ.
—Башҡорт фильмдарын яратып ҡарайҙармы?
—Прокатка сығарған мәлдә «Бабич» фильмын 60 меңгә яҡын кеше ҡараны. Хәҙер уны интернет селтәренән ҡарарға була. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында уҡытыусылар «Бабич» фильмы өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Мәктәп программаһына ярашлы ошо фильмды күрһәтәләр. Киләсәктә «Беренсе Республика» фильмын да ҡулланырҙар. Уҡыусылар улар арҡылы күренекле шәхестәребеҙ Ш.Бабич, Д.Юлтый, Һ.Дәүләтшина, F.Әл-мөхәмәтов, З.Бикбулатова һәм башҡа зыялыларҙың тормошо һәм ижады менән танышасаҡ. Тарихи материалдарға таянып төшөрөлгән фильмдың патриотик-тәрбиәүи роле ҙур. Булат Тимербай улы: «Мин фильмды белгестәр өсөн төшөрмәйем, ә халыҡ өсөн төшөрәм»,—ти һәм был һүҙҙәр ихтирамға лайыҡ.
—«Беренсе Республика» фильмын ниндәй аҡсаға төшөрҙөгөҙ?
—Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Мәҙәниәт министлығына маҡсатлы субсидия бүлде. Министрлыҡ «Башҡортостан» дәүләт киностудияһына, ә киностудия үҙ сиратында, «Тере таҫма» кинокомпанияһына тапшырҙы.
—Төп ролдә 9 кеше, икенсе пландағы ролдә 6 кеше, йәмғеһе күмәк сәхнәләр менән 130 артист ҡатнашты. Беҙ ил менән төшөрҙөк, һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе.
—Кино төшөрөүгә күпме ваҡыт китте?
—2018 йылдың 15 майында башланыҡ, 7 августа тамамланыҡ. Августың аҙағынан тауыш яҙҙырыуға ултырҙыҡ. Унан һуң монтажлау, графика эштәре атҡарылды. 16 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Беренсе Республика» фильмының премьераһы булды. Бөгөнгө көндә уны 14 меңдән ашыу кеше ҡараны. Республика буйлап йөрөйбеҙ. Баймаҡ, Йылайыр райондарында фильмды йылы ҡабул иттеләр. Ҡазан ҡалаһында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта яратып ҡаранылар. Тиҙҙән Әбйәлил, Хәйбулла райондарында күрһәтәсәкбеҙ. Юлдыбайға айырым килеп китергә иҫәп бар. Силәбегә, айырым Ырымбур өлкәһенә барырға йыйынабыҙ. Теүәл бер йылдан был фильмды «Юлдаш» телеканалында һәм интернет селтәрҙәрендә күрергә мөмкин буласаҡ.
—Сценарий өҫтөндә эшләүе ауыр булдымы?
—Халҡыбыҙ өсөн эшләүҙән ҙур кинәнес алдыҡ. Хәҙер үҙебеҙ әҙерләгән рухи аҙыҡтан һәр кемгә өлөш сығарырға, тәмләтергә кәрәк.
—Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйһегеҙ?
—Беҙҙе тарихи ваҡиғалар ҡыҙыҡһындыра. Шайморатов генералдың тормошон өйрәнергә теләйбеҙ. Fөмүмән, башҡорттың һәр батырына һоҡланабыҙ. Был тарихи фильмдарҙың дауамы булырға тейеш, тип уйлайым.
Альбина Таһирова әңгәмәләште.