Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель 2019, 17:12

«Йыр—йән рәхәтлеге»

Быйылғы йыл Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов өсөн юбилейҙарға бай булмаҡсы. 3 апрелдә үҙенең күркәм юбилейын билдәләүсе йырсыбыҙҙың ижадына 25 йыл тулған. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙ менән ҡорған ҡыҙыҡлы әңгәмәне гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итергә булдыҡ.

Быйылғы йыл Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов өсөн юбилейҙарға бай булмаҡсы. 3 апрелдә үҙенең күркәм юбилейын билдәләүсе йырсыбыҙҙың ижадына 25 йыл тулған. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙ менән ҡорған ҡыҙыҡлы әңгәмәне гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итергә булдыҡ.
—Сәғиҙулла, һин йыл да тамашасыларыңды матур концерт программаһы менән һөйөндөрөп тораһың. Ниңә былтыр Сибайға ҡайтманың? Яҡташтарың бик ныҡ көткәйне.
—Былтыр, ысынлап та, килә алманым, дөрөҫөрәге бер аҙ атты туҡтатып ижад ҡомарын байытып, яңы йырҙар туплап һәм, әлбиттә, хәл йыйып алырға булдым. Ниһайәт, быйыл мотлаҡ концерт менән ҡайтасаҡмын!
—Һин актермы, әллә йырсымы? Тағы ла ниндай һөнәрең, шөғөлдәрең бар?
—Икеһе лә. 1997 йылда Әлмирә Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова ҡоҙалап мине М.Fафури исемендәге театрға алып барҙы. Шунан алып театрҙа хеҙмәт итәм. Башта ныҡ ауыр булды, әммә был ҡоймаларҙың ҡайһыһын һикереп, ҡайһыһының аҫтынан үтеп бөгөн театрҙы ныҡ ҡына итеп яратып та өлгөрҙөм. Йыр—минең өсөн йән рәхәтлеге. Унда мин йөҙәм, үҙемде һыуҙағы балыҡ кеүек тоям, миңә унда э-рәхәт, ләззәт табып дауаланып йәшәйем.
Башҡа һөнәрҙәрҙән әлеге көндә тимерҙе иретеп йәбештерә белмәйем, ә ҡалғандарын берәр тапҡыр булһа ла эш итеп ҡараным. Мәҫәлән, бер йыл хатта тракторҙа ла аҙна буйы йөрөнөм.
—Fаиләң менән таныштырып үтһәң ине? Кәләшең дә сәнғәт кешеһеме? Ҡыҙың, улың йырлаймы?
—Кәләшбикәм сәнғәт кешеһе түгел. Бухгалтерия системаһынан. Улыбыҙ Арыҫлан 9-сы класта, Рәми Fарипов исемендәге башҡорт гимназияһында белем туплай. Ҡыҙыбыҙ әлегә 6-сы класс уҡыусыһы.
Улыбыҙ сәнғәт юлын һайламаҫ ахырыһы. Әммә бына ҡыҙыбыҙҙан артистка сығыуы бик тә ихтимал.
—Артист булыуы енелме? Күңелеңде, ҡиәфәтеңде нисек йәш тотаһың? Йәш булыуҙың сере нимәлә?
—Әгәр һин руль артында йөрөгән машинаңды ҡараулы һәм уны яратып тотһаң ул да һиңә шундай уҡ яуап ҡайтара. Шуның кеүек үҙеңде саҡ ҡына булһа ла яратырға, ихтирам итергә кәрәк. Беҙ тимерҙән яралмаған. Мәҫәлән, һәр көн иртәнсәк бутҡа ашайым. Еңел аш. Магазиндағы теләһә нәмәне ашамаҫҡа кәңәш итер инем. Шул сағында һәр ваҡыт үҙегеҙҙе саф, йәш, дәртле тоясаҡһығыҙ.
Әртис булыуы еңел түгел. Әгәр һеҙгә Аллаһы Тәғәлә талант бирмәгән икән, биргәне менән шөкөр итеп, ҡәнәғәт булып йәшәргә кәрәк, ә тырышып-тырмашып үҙеңде өҙгөләмәҫкә.
—Кем һине ижадҡа илһамландыра? Кем көс бирә?
—Әртис—ул тәбиғәт балаһы. Бигерәк тә яҙын ул ныҡ дыуамал була. Тәбиғәт уянған һайын артистың дәрте арта, дарманы көсәйә. Яҡын кешеләрең дә быға булышлыҡ итә. Уларҙың һау-сәләмәт булыуы үҙе бер рәхәтлек.
—Киләсәктә артист булырға хыялланған йаштәргә ни әйтерһең?
—Тырышмаһаң бер нәмә лә килеп сыҡмай. Тиҙ генә билдәле булып китеп, тиҙ арала шығрым тулы залдар йыйыуы бик ауыр хәҙер. Мөмкинселектәр күп, әммә барыбер тырышлыҡһыҙ булдыра алмаясаҡһың. Түҙемлек менән теште ҡыҫып алға табан атлаған йәш башҡарыусы маҡсатына ирешә аласаҡ.
—2018 йыл һинең өсөн ниндәй булды? Ижадыңа, шәхси тормошоңа йомғаҡ яһап китһәң ине? Фатирҙа йәшәйһегеҙме, әллә өй һалып индегеҙме?
—2018 йыл минең өсөн шулай уҡ ижадҡа бай, емешле булды. Үткән йылда береһенән-береһе дәртлерәк яңы йырҙар тупланым. Ҡайһыныһына клиптар ҙа төшөрҙөк. Йәғни үҙемдең ижадыма өр-яңынан иғтибар бүлгән йыл булды. Театрҙа ике фәһемле роль сығарҙым. «Урал батыр» спектаклендә Сәсән роле булһа, «Иң бәхетле төн»дә Пасторҙы уйнаным. Унан тыш, хәҙер модаға әйләнгән тамада ролен дә бик отошло башҡарҙым. Үткән йәй мәз килеп туйҙар, юбилейҙар үткәрҙек команда ме-нән. Өйгә килгәндә, Аллаға шөкөр, тәүгеһен, ғаилә туғандарыбыҙ менән бергәләп 1995 йылда һалып сыҡһаҡ, үҙем, шәхсән, 2011 йылда өр-яңынан тағы бер йорт һалып индем, Бөрйән ағасынан! Хәҙер инде ғаиләм менән имен-аман, бәлә-ҡазаһыҙ һау-сәләмәт тормошта йәшәргә Аллаһ Тәғәлә насип әйләһен.
—Артабан «Сәғиҙуллаға—50, 60, 70, 80, 90» тип аталган концерт программаларын күрергә насип булһын. Тамашасыларга әйтер һүҙең, теләктәрең бармы?
—Аллаһ Тәғәлә һаулыҡ бирһен. Сәләмәт булһаҡ 50, 60, 70, 80-дә уҙғарырбыҙ әле. Халыҡ бит өйрәнеп тә бөттө хәҙер. Йыл да көтөп ала Сәғиҙулланың тыуған көнөнә арналған концерт программаһын.
Сибай халҡына тәү сиратта сабырлыҡ теләйем. Сөнки һуңғы ваҡытта булған хәл-ваҡиғаларҙан һуң кешеләрҙең кәйефтәре лә төрлөсә. Төшөнкөлөккә бирелмәйек, туғандар. Аллаһ ярҙам бирһен һәммәбеҙгә лә.
—Телең бик бай һәм ҡөҙрәтле икән. Үҙенсәлекле әңгәмәң өсөн рәхмәт. Беҙ һине һәр ваҡыт һағынып көтөп алабыҙ.
19 апрелдә йырсы, ҡурайсы, актер Сәғиҙулла Байегет Сибай ҡалаһының «Ирәндек» боҙ һарайында «Сәғиҙуллаға—45!» концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. 20 апрелдә уның дәртле концерты тыуған ауылы—Иҫке Сибайҙа үтәсәк. Утлы шоу 19.00 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Әңгәмәне Альбина Таһирова ҡорҙо.