Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Сәлихйән Әфләтүнов ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләй. Түңәрәк датаһы алдынан беҙ уның менән йома сәйе артында осрашып ошо әңгәмәне ҡорҙоҡ.
—Сәлихйән ағай, Башҡор-тостандың атҡаҙанған артисы исемен алып, сәхнә түренән төшмәй уйнап йөрөгән артист ни өсөн режиссер булырға дәрт-ләнеп китте әле?
—Эйе, мин егерме йылдан ашыу артист булып эшләнем. Актер һөнәре бер яҡтан ҡы-ҙыҡлы, икенсе яҡтан үҙенә күрә сикләнгәнлеге күңелгә ятмай. Сөнки һинең режиссер тарафынан ҡуйылған рамкаларҙы емерергә хаҡың юҡ. Һин уға буйһонорға мәжбүрһең. Минең режиссер булып китеүем Рафаэль Әйүповтың пенсияға сығыуы менән бәйле булды. Театрға режиссер кәрәк ине. Дамир Мәзит улы Fәлимовтың бер үҙенә баш режиссер һәм директор дилбегәһен тартыу ауыр булғанлыҡтан, минең дә үҙ өлөшөмдө индерәһем килде.
Бәхетемә, Наил Fәйетбайҙың «Тойғолар ниңә һүнә?» исемле пьесаһы ҡулыма килеп эләкте. Күңелгә кереп эйәләне ул әҫәр. Ҡайһы театрҙа ҡуйырға? Теге театрға барҙым, быныһына индем. Иң ҡыйыны: минең режиссер була алыуыма бер кем ышанмай. Хатта курсташтар ҙа. Үҙ театрыбыҙ артистары Рәдиф Яныбаев, Әсғәт Йәнбәков, Рәмзиә Ҡудашева янына өмөтләнеп килдем. Мин уйлаған спектаклдә уйнарға тәҡдим иттем. Улар баш тарттылар. Фәтих Хөснөтдинов директор булып эшләгән риүәйәттәр театрына барғайным, ул: «Тәүҙә үҙегеҙҙә ҡуйып ҡара әле, һуңынан беҙгә килеп ҡуйырһың»,—тине.
Юнир Fәйнуллин, Марс Итбаев, Нурзиә Әбдрәшитова, яңы ғына институт бөтөп, эшкә һыуһап ҡайтҡан йәштәр миңә ышанды. Улар менән әҫәрҙе сәхнәләштерҙек. Өфөнән Һөйөндөк Сәитов килеп ҡараны. Спек- такль театрҙың репертуарына инде. Шул 1992 йылда мин Мәскәүгә юғары режиссерҙар курсына уҡырға киттем. Әйткәндәй, минән режиссер яһаған егеттәргә әле лә рәхмәтем сикһеҙ.
—Һеҙгә ниндәй жанрҙа эшләү оҡшай? Ә ниндәйе ауыр бирелә?
—Режиссер жанрҙы һайламай, ә кешенең күңелен, уй-фекерен солғап алырҙай әҫәрҙе һайлай. Сәхнәгә күберәк драма әҫәрҙәре ҡу- йырға яратам. Ижадташтарым фекеренсә, мин хатта комедияларҙан да драма килтереп сығарам, имеш. Нисек кенә булмаһын, драма һәм трагедия әҫәрҙәре рухыма яҡыныраҡ һымаҡ. Режиссура өлкәһендә эшләү дәүеремдә егерменән ашыу драма һәм трагедия, ундан ашыу комедия сәхнәләштерҙем. Әгәр ҙә әҫәр мине арбап ала икән, тимәк, күңелдә ижади ҡомар үҫә, арта һәм эш башлана.
Әйтәйек, Рафаэль Әйүповты беҙ бөйөк комедия ҡуйыусы тип иҫәпләйбеҙ, әммә ул комедия жанрын да, трагедияны ла берҙәй кимәлдә сәхнәләштерҙе. Был бөйөк режиссер ҙа алдына жанр һайлауҙы маҡсат итеп ҡуймағандыр, ә бәлки әҫәрҙәге проблемаларҙы хәл итеү һәм асыҡлау төп бурысы булғандыр.
—Айырыуса яратып сәх-нәләштергән пьесаларығыҙ хаҡында ла әйтеп китегеҙ әле?
—Бына ҡулыңдағы бармаҡтартарыңа ҡара әле—ҡайһыһы ҡәҙерлерәк? Әлбиттә, һәр береһе ҡәҙерле. Шуның шикелле, уйнаған ролдәремдең дә, сәхнәгә сығарған спектаклдәремдең дә һәр детале йөрәгем аша үткән. Fөмүмән, күңелгә иң яҡыны—ул һуңғы әҫәр. Сөнки мин уны яңы ғына тыуҙырҙым, уның менән яңы ғына әрненем.
—Ҡуйыр пьесаны нисек һайлайһығыҙ?
—Ҡуйыр пьесам һәр ваҡыт башымда йөрөй. Бөгөн йөрәкте өйкәп йөрөгән һорауҙар, проблемалар күңелдә шытып ята. Шуға күрә ҡулға килеп эләккән пьесаны ҡуйыу һәм ҡуймау мәсьәләһе тап шул күңел торошона бәйле була.
Мәҫәлән, мин ҡуйған пьеса-ларҙы барлағанда, Наил Fәйетбаевтың «Аҡмулланың аҡ төндәре», Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Абыстай» әҫәрҙәрендә мине генә түгел, ә бөтә халыҡты уйланырға мәжбүр итеүсе көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән. Тормошта килеп тыуған проблемалар бөтәбеҙҙе лә борсоуға һала, уны хәл итеү юлдарын эҙләй башлайһың. Ана шул барлыҡҡа килгән мәсьәләләр һәм уларға яуап бирерҙәй әҫәр-ҙәр табыу режиссерҙың төп бурысы булып тора ла инде. Бер осор беҙ Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө» исемле пьесаһын сәхнәләштерҙек. Әсә үҙенең дезертир булып ҡайтҡан улын хөкөм итә аламы? Fөмүмән, кеше кешене хөкүм итергә хоҡуҡлымы, тигән һорау килеп тыуҙы. Бик сетерекле мәсьәләләр ҡалҡып сыҡты. Ә һин режиссер булараҡ шуларҙы нисек итеп хәл итер инең?
Бер йылы Туфан Миңнуллиндың «Һөйәркә» исемле әҫәрен сәхнәләштереп «Яратыу гонаһмы?» тигән спектакль әҙерләнек. Ауылдарҙа уйнағандан һуң Сибайға килеп ошо спектаклде өс-дүрт мәртәбә ҡараған кешеләр булды. Һуңынан миңә инеп: «Яратыу ғәйепме ни?»—тип һорай торғайнылар. Өсөнсө кешене бәхет-һеҙ итмәһәң, икенсе кешенең бәхетенә ҡаршы ҡоролмаһа— гонаһ түгел. Шулай итеп, драматургтар ҙа режиссерҙар алдына ауыр һорау ҡуя. Ә беҙ иһә шуларҙы асыҡларға һәм хәл итеп ҡуйырға тейеш булабыҙ.
—Ә һеҙ режиссерлыҡ эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек таба инегеҙме?
—Кеше бер ваҡытта ла үҙе менән ҡәнәғәт булмай икән. Ҡуйған һайын тағы ла матурыраҡ әйбер ҡуйғы килә. Сөнки үҙ-үҙеңде үҫтереү, камиллаштырыу тигән төшөнсә бар. Ана шуға ярашлы ижадсылар һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла торғандыр.
—Ә бына Сибай театры режиссураһы, актерҙары, спек-таклдәре менән башҡа театҙарҙан айырылып торамы?
—Айырыла. Сәм, заң, ерлек көслө булыуы менәндер. Беҙҙең театр коллективының телгә, халыҡҡа ҡарата һөйөүө көслө. Республиканың бер нисә театрында спектакль ҡуйырға тура килде, әммә сибайҙар һымаҡ матур һөйләгән театрҙы осратманым. Был—башҡорт театры, шуның менән дә улар көслө. Театрҙа эшләүселәр ерле халыҡ булыуы менән дә башҡаларҙан айырылып тора. Ҡыҫҡаһы, Сибай театры үҙенең халыҡсанлығы менән көслө.
—Режиссерҙарҙы, ғәҙәттә, үҙ һүҙен бирмәҫ, ҡысҡырырға яратҡан, үткер кеше итеп күҙ алдына килтерергә күнеккәнбеҙ. Режиссер һөнәре ысынлап та ҡаты холоҡ талап итәме?
—Үҙеңә баһа биреүҙән дә ауыр нәмә юҡ. Мин репетиция ваҡытында—режиссер-кәңәшсе, педагог. Артистарҙы тыңлайым. Ипләп кенә улар ҡуяһы спектаклдең бурысына төшөндөрәм. Шул ваҡытта энәһенән-ебенә тиклем тикшерергә, асыҡларға тырышам. Шул һөйләшеүҙә спектакль ҡоролоп, асыҡланып, үҙ урынына ултырып бөтә. Артабан бер генә артистың да һорауы ҡалырға тейеш түгел. Ә сәхнәгә төшкәс, режиссер-диктатормын, сөнки сәхнә ҡаты ҡул талап итә.
—Атайым Fиниәт Талха улы Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында 1905 йылда мулла ғаиләһендә тыуған. Ҡартатайым Талха Ырымбурҙа мәҙрәсә бөтөп, указной мулла булып ҡайта. Ул бик хәлле, бай кеше була. Уның улын, йәғни атайымды, 14 йәшендә Блюхер армияһына алып китәләр. Ҡартатайҙың ике атын ектереп, атайымды ултыртып, Ҡыҙыл армияға хеҙмәткә алалар. Белоретҡа етәрәк атай аттан төшөп ҡалып, ҡасып ҡайта. Ҡартатайымдың бөтә туғандарын репрессиялап алып китеп бөтәләр, ә атайға ниңәлер теймәйҙәр. Ата-йым беренселәрҙән булып тракторсылар курсын тамамлай. Артабан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, 1945 йылда имен-аман тыуған ауылына ҡайтып төшә. Әсәйем—Иҙелбаева Хәмиҙә Харис ҡыҙы, бик данлыҡлы Иҙелбаевтар нәҫеленән. Билдәле шағир Нәжиб Иҙелбаев—әсәйемдең бер туған ҡустыһы. Уларҙың алты балаһы була. Мин—бишенсеһе.
—Fаиләгеҙҙә сәнғәткә яҡын кеше бармы?
—Fаиләбеҙҙә бөтәһе лә иҫ киткес йырлай. Шәмсинур апайым да, Fилминур апайым да—ғәжәйеп моңло кешеләр. Үҙемдең сәнғәт юлынан китеүемә мин ике кешегә бурыслымын: йыр уҡытыусым Фәрит ағай Солтановҡа һәм Миҙхәт ағай Байрамғоловҡа. Улар икеһе лә: «Сәлих, һин әртис кенә булырға тейешһең»,—ти торғайнылар.
—Нисек артист булып киттегеҙ?
—Бишенсе класта уҡығанда йыр дәресендә Фәрит ағай: «Әйҙә, кем халыҡ йырын йырлап күрһәтә»,—тигәс, мин «Азамат»ты йырланым. Фәрит ағай эй шатланды, ҡабат-ҡабат: «Сәлихйән, һин йырсы бул!»—тине. Ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай тойҙом үҙемдә. Өйгә осоп тигәндәй ҡайтып индем дә: «Атай, мин йырсы булам»,—тинем. Атайым бик йомшаҡ күңелле кеше була торғайны: «Ярай, улым, булырһың. Йырсы булырһың!»—тине. Һигеҙенсене тамамлағас, Өфөгә музыка училищеһына уҡырға барҙым.
—Ҡатынығыҙ менән нисек таныштығыҙ?
—Өфөлә Ибраһим Абдуллиндың «Яратам, яратам» тигән пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә барғайныҡ. Ниңәлер бер урынға ике билет һатҡандар. Дәғүәселәр менән урындың кемдеке икәнлеген асыҡлаған мәлдә артҡы рәттән ике ҡыҙ беҙҙе: «Егеттәр, бирешмәгеҙ!»—тип сәмләндереп ултырҙы. Береһе—һары, икенсеһе—ҡара. Быларға ҡараным да эстән генә: «Ҡара сәслеһе—минеке!»—тип уйлап ҡуйҙым. Спектаклдән һуң ҡыҙҙарҙы оҙата киттек. Медицина институты студенттары икән. Шулай оҙатышып йөрөнөк тә, Fәлиә менән өйләнештек тә ҡуйҙыҡ.
—Өсәү. Сулпан ҡыҙым ¤фөлә йәшәй, тормошта. Ике ул үҫтерә. Кейәү ҙә, ҡыҙым да юрист. Улым Илнур Сибай институтының иҡтисад бүлегендә уҡыны. Өйләнгән. Тамерлан һәм Искәндәр исемле улдары, Илнара һәм Нурия исемле ҡыҙҙары бар. Бәләкәй улым Тимербулат Сибай институтын тамамланы. Инженер, таш эшкәртеү менән булыша.
Ҡатыным Fәлиә педиатр-эндокринолог. Ул минең иң ҙур ярҙамсым. Спектаклдәр ҡуйыр алдынан иң беренсе кәңәшсем һәм юл күрһәтеүсем. Әйткәндәй, режиссер булып китеүемдә уның роле әйтеп бөткөһөҙ. Һөйөндөк Сәйетов менән Наил Fәйетбаев: «Һин, Сәлихйән, режиссерлыҡҡа уҡырға бар»,—тигәс, мин ҡаушап ҡалдым. Ныҡ ҡурҡтым. Барғым да килмәй. Ҡайтып Fәлиәгә һөйләнем. Ул: «Һин булдыра алаһың»,—тип өгөтләп, яңы донъяға ауаз һалған Тимербулат улымдың балалар аҡсаһын тоттороп уҡырға ҡыуып ебәрҙе.
—Сәлихйән ағай, һеҙ ниндәй уҡыу йорттарын тамамланығыҙ?
—Мәктәптән һуң ауыл хужалығы техникумының зоотехниктар бүлегендә уҡыным. Шунан, автомәктәп бөтөп, шофер булып эшләнем. Армиянан һуң Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамланым. Артабан юғары режиссерҙар курсында уҡыным.
—Уҡытыусыларығыҙ тураһында ла әйтеп китегеҙ әле.
—Мине актер иткән дә, режиссер иткән дә кеше—Рафаэль Әйүпов. Сибай театрына килгәс тә Әйүпов ҡулында эшләп, унан өйрәндем. Институтта унан тыш Хәмит Яруллин, Гөлли Мөбәрәкова, Роза Кәримовалар уҡытты. Fабдулла Fиләжев кафедра мөдире булды. Мин үҙем дә Сибай сәнғәт училищеһында (хәҙер—колледж) актер оҫталығы һәм режиссура нигеҙҙәре буйынса дәрестәр алып барҙым.
—Режиссер һөнәрен үҙләш-терергә йыйыныусы йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
—Һинең тормошҡа ҡәтғи үҙ ҡарашың булырға тейеш. Ҡуйыр фекерең булмаһа—йөрөмә. Ҡаршыңда ултырған 30 артисты ышандыра алмайһың икән, режиссер булыуҙың кәрәге юҡ. Һин коллективты әйҙәп алып барып халыҡ күңеленә үтерлек спектакль сығарыу өсөн яуаплыһың.
Фәрит Әхмәров әңгәмәләште.