Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2019, 10:25

Яҙмыш биргән һөнәренә тоғро

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры үҙенең сағыу йондоҙҙары менән дан тота. Урта быуын актерҙарынан Юнир Шәкүр улы Fәйнуллинды билдәлдәп үтер инек. Ниндәй генә ролдә уйнамаһын, киреме, ыңғаймы, ябай кешеме, интеллигентмы, бар булмышын һәм күңелен һалғанғалыр, был геройҙар тамашасыны шунда уҡ әсир итә, үҙенә ылыҡтыра, яраттыра. Ләкин бөгөн беҙ Юнир Шәкүр улын артист итеп түгел, ә кеше булараҡ күрһәтергә тырышасаҡбыҙ. Сәғәт буйына һуҙылған әңгәмәлә актерҙың тыуған төйәге, балалыҡ һәм йәшлек йылдары, ғаилә хәле, яратҡан аш-һыуы, шөғөлдәре менән таныштыҡ.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры үҙенең сағыу йондоҙҙары менән дан тота. Урта быуын актерҙарынан Юнир Шәкүр улы Fәйнуллинды билдәлдәп үтер инек. Ниндәй генә ролдә уйнамаһын, киреме, ыңғаймы, ябай кешеме, интеллигентмы, бар булмышын һәм күңелен һалғанғалыр, был геройҙар тамашасыны шунда уҡ әсир итә, үҙенә ылыҡтыра, яраттыра. Ләкин бөгөн беҙ Юнир Шәкүр улын артист итеп түгел, ә кеше булараҡ күрһәтергә тырышасаҡбыҙ. Сәғәт буйына һуҙылған әңгәмәлә актерҙың тыуған төйәге, балалыҡ һәм йәшлек йылдары, ғаилә хәле, яратҡан аш-һыуы, шөғөлдәре менән таныштыҡ.
Юнир Fәйнуллин 1963 йылдың 4 апрелендә Fафури районының Үзбәк ауылында донъяға килгән. Ағиҙел йылғаһынан 3 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был ауыл Архангель, Белорет, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш. Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын урынлашҡан. «Тыуған ауылымдың тәбиғә-те шул тиклем матур. Ҡояш уның төнъяҡ-көнсығышында урынлашҡан Мағаш тауы артынан ҡалҡа. Тауҙың итәгендә Юлыҡ ауылы ултыра. Белеүебеҙсә, Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы эргәһенән дә Мағаш йылғаһы аға. Минең уйлауымса, ошо ике ауыл араһында берәй бәйләнеш бар. Ауылымдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы тарафына ҡараһаң Ҡормантау күренә. Тарих һөйләүенсә, Салауат Юлаев яуҙары шунан үткән. Ҡормантауҙа табылған Салауаттың ҡылысы әлеге мәлдә Малаяҙҙағы музейҙа һаҡлана. Беҙҙең ауыл Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәтенә ҡарай. Унда беренсе башҡорт халыҡ шағиры М.Fафури тыуған. Бәләкәй саҡта уның ағас йорт-музейына экскурсияға алып бара торғайнылар. 80-се йылдарҙа был йорт-музейҙы Өфөгә күсереп ултырттылар»,—тип ҡыҫҡаса тыуған төйәге менән таныштырҙы әңгәмәсем.
Юнир Fәйнуллиндың атаһы Шәкүр Риза улы 47 йыл буйына башта «Маяҡ» тип аталған, һуңынан «Чапаев», ахыр сиктә «Ағиҙел»гә әйләнгән колхозда тракторҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Әсәһе Зәкирә Мәғәсүм ҡыҙы тәүҙә колхозда төрлө эштәр башҡарған, һуңынан фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булып эшләгән. Мейене урынына ултыртыу, өшкөрөү, имләү кеүек һәләттәре булған ханымдың өйөнән кеше өҙөлмәгән. «Әсәйем иҫән, уға 85 йәш тулды. Үкенескә күрә, атайыбыҙ 82 йәшендә гүр эйәһе булды. Ауылда улар иң оҙаҡ, йәғни 60 йыл бергә йәшәгән ғаилә һаналды. Әсәйем ун бала тапҡан, әммә өсәүһе бәләкәй саҡтарында ауырып үлгән. Өлкән апайым Роза—Силәбелә, икенсеһе—Венера Өфөлә йәшәй. Ҡыҙҙарҙан һуң көттөрөп кенә мин тыуғас, атайымдың шатлығы эсенә һыймаған. Шул тиклем ныҡ «йыуған», хатта бер нисә өйҙөң ҡапҡаһын тракторы менән эләктереп үткән, тиҙәр. Эй, илаҡ булғанмын бала саҡта. Атайым, оҙон, нәҙек бармаҡтарыма ҡарап: «Был малай гармунсы булыр»,—тип юраған. Юрағаны юш килде, тигәндәй, тора-бара гармунда ла уйнарға өйрәндем, артисҡа ла уҡыным. Ярай был турала һуңыраҡ»,—тип дауам иттте Юнир Шәкүр улы.
Мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү уға ата-әсәһенән бирелгәндер, моғайын. Йорт хужаһы мәжлестәрҙә халыҡ йырҙарын йырлаһа, әсәһе оҫта бейеүсе булараҡ танылған. Юнир уҡыусы сағында драма түңәрәгендә шөғөлләнә. Урам аша йәшәгән Fим-рановтар ғаиләһендә бөтәһе лә гармунда уйнаған. Уларға эйәреп Юнир ҙа уйнарға өйрәнеп ала. Билдәле композитор Рәмил Fимрани—ауылдашы. Юнирҙың иң тәүге өйрәнгән көйө—«Йәш ғүмер». 5-се класты гел «4» һәм «5» билдәләренә тамамлаған малайға ата-әсәһе гармун һатып алып бирә. Шатлыҡтан түбәһе күккә тейгән Юнир бер айҙа 52 көйҙө уйнарға өйрәнә. Кискеһен кеше көтөүҙән малын алып ҡайтҡанда ул ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә ултырып ошо көйҙәрҙе һуҙыр булған. «Минең тағы ла бер сәйер ғәҙәтем булды. Мәктәптә өйрәнгән йырҙарҙы йоҡлап киткәнсе карауатымда йырлап ята торғайным. Был ҡылығыма туғандарым да өйрәнеп бөткәйне инде. Трактор санаһында бесән, һалам өҫтөндә лә йырлап ятып ҡайтҡан саҡтар күп булды. 8-се класта уҡығанда клуб мөдире булып эшләүсе Рәмил Fимрани мине концертта ҡатнашырға саҡырҙы. Халыҡ алдына сығып уның тәүге яҙған «Елдәр» йырын башҡарҙым. Шунан алып сәхнәнән төшкәнем юҡ»,—ти актер.
Юнирҙың ҡул арты еңел булғандыр, унан һуң тағы ла өс ҡустыһы донъяға ауаз һалған. Илшат, Илфат, Илһам, үҫеп ир еткәс, аталарының юлын дауам итеп төрлө техникаға уҡып алалар. Үкенескә ҡаршы, Илфаттарының ғүмере бик иртә өҙөлгән. Fаиләлә иң кесеһе булып тыуған Айгөл Зөбәйҙуллина әлеге көндә Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында актриса булып эшләй.
Юнир Шәкүр улы бала саҡта бигерәк шуҡ, шаян малай була. Ҡустыларын йомошап эшләтеп, үҙе еңел-елпе генә эштәрҙе башҡарырға күнеккән малайға юҡҡа ғына «Американский аҡһөйәк» ҡушаматын таҡмағандарҙыр инде. Ауыл малайҙары менән Чапай уйынын уйнағанда ул гел Чапай була. «Чапаев» ҡушаматы ла уға оҙаҡ ҡына йәбешеп йөрөй. Үҫмер саҡта ул үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Атаһына эйәреп һунарсылыҡ итә. Әммә тоҙаҡҡа эләккән кейектәрҙе йәлләп был шөғөлөнән баш тарта. Шунан «Смена-8» фотоаппараты алдырып, фото төшөрөү һәм эшләү менән мауығып китә. Был шөғөлөнә ул әле лә тоғро, һанлы «Кодак» фотоаппараты менән тәбиғәт матурлыҡтарын төшөрөргә ярата.
Мәктәпте тамамлағас, дуҫы Дамир ме-нән Өфөгә медицина институтына инергә баралар. Педиатр булырға хыялланған Юнир имтихандарҙы уңышлы бирә, әммә дуҫы уҡырға инә алмағас, улар икәүләп документтарын авиация институтына тапшыралар. Бында киреһенсә, Дамир уҡырға инә, ә Юнирҙың балдары етмәй тороп ҡала. Әммә егет быға бер ҙә үкенмәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 21-се һөнәрселек училищеһына юллана. Аяҡ-кейемдәре эшләү оҫтаһы һөнәрен үҙләштереп, ҡулына ҡы-ҙыл диплом алған егеткә Ленинград ҡалаһының еңел сәнәғәт институтына уҡырға йүнәлтмә бирәләр. «Атай менән әсәй ҡаршы төшөп ебәрмәнеләр. Былай булһа, әлеге көндә билдәле аяҡ-кейемдәре модельеры булып, үҙемдең фабрикамды асып ебәргән булыр инем»,—тип көлә әңгәмәсем.
Юнирҙың бәхетенә күрә, тап шул мәлдә ауылдың мәҙәниәт йортона директор талап ителә һәм ул, оҙаҡ уйлап тормай, башкөллө яратҡан эшенә сума. Яңы аппаратура һатып ала, йәнле концерттар, дискотекалар үткәрә. 6 йылға яҡын эшләү дә-үерендә Юнир Fәйнуллин үҙҙәренең мәҙәниәт йортон районда алдынғылар рәте-нә сығарыуға ирешә. Артабан республика гәзиттәренең береһендә Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә өҫтәлмә рәүештә студенттар ҡабул итеү тураһында иғлан күреп ҡала. Мәҙәниәт өлкәһендә йыйған эш тәжрибәһенә таянып Юнир еңел генә институтҡа инеп китә. 24 йәшлек студентҡа курсташтары шундуҡ «Ломоносов» ҡушаматын тағалар. Ул курс етәксеһе Рифҡәт Исрафиловҡа, актерлыҡ һөнәре дәрестәре буйынса уҡытҡан Булат Хәйбуллинға, Таңсулпан Бабичеваға, Нурия Ирсаеваға, сәхнә телен өйрәткән Илшат Йомағоловҡа, бейеү уҡытыусыһы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаға әле лә рәхмәтле. Студент саҡта дөйөм ятаҡтарға йөрөп, өҙҙөрөп гармун уйнаған егеткә кәләш тә тиҙ табыла. Мәжлестәрҙең береһендә ул Баҡалы һылыуы Фәүнәгә ғашиҡ була. Һөйгән ҡыҙын үҙе яҙған йыр менән арбай һәм өйләнешеү тураһында тәҡдим яһай. Шулай итеп 1989 йылдың ноябрендә йәштәр ғаилә ҡора. Бер йылдан Fәйнуллиндарҙың Лилиә исемле ҡыҙҙары тыуа. 1991 йылда дипломлы актер Юнир Fәйнуллин курсташы Марс Итбаев менән А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә урынлаша. Йәштәргә фатир бирәләр. Яңы ерҙә Fәйнуллиндарҙың улдары Fәзинур тыуа. Юнир Шәкүр улының ҡатыны Фәүнә лә театрҙа костюмдар цехының төп белгесе булып эшләй. Гастролдәргә лә бергә йөрөй улар. Хәҙер инде балалары ла үҫеп етеп, ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡан. Ҡыҙҙары Лилиә Мәскәү иҡтисад институтының Өфөләге филиалын тамамлаған. Хәҙер улар ире Радмир менән Себерҙә йәшәй, Ранэль исемле ул үҫтерәләр. Fәзинур БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Юнир Шәкүр улы әйтеүенсә, улар балалар менән бергәләп йыйылғанда Fафури һәм Баҡалы райондарына сәфәр ҡылалар. Fаилә башлығы—бик оҫта автоһәүәҫкәр. Техниканы яратҡанға, 2-3 йылға бер «ҡорос ат»ын алмаштырып тора. Әммә төп шөғөлөнән, актерлыҡ эшенән бер ҙә ситкә тайпылмай. Әле лә уларҙың бригадаһы Учалы тарафтарында гас-тролдәрҙә йөрөп ҡайтҡан. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Fәйнуллин «Тере тупраҡ» спектаклендә илсе Ҡәнә-фер, Л.Яҡшыбаеваның «Әүлиә»һендә тәфтишсе, Д.Салиховтың «Парлы яңғыҙҙар» драмаһында Һәүбән, С.Әбүзәровтың «Fүмерлек ғазап» спектаклендә Сәлмән, Н.Fәйетбаевтың «Хазина» спектаклендә гармунсы Фәтих ролдәрен башҡара. «Гармунсы Фәтих—ул мин. Әйтерһең дә, мин үҙемдең тормошомдо уйнайым. Ролдәргә килгәндә, эскесе Вәлиҙе лә уйнарға тура килде. Йәш саҡта мин дә ул «мәктәп»те үттем. Әммә үҙемде ваҡытында ҡулға алып, сәләмәт тормош рәүеше менән йәшәүҙе һайланым. Ата-әсәйем өйрәткән һабаҡтарҙы ғүмерлек юлдаш итеп, уларҙың алдашма, урлашма, һүҙ көрәштермә, кешегә ярҙамсыл бул тигән өгөт-нәсихәттәрен тотоп йәшәйем»,—ти Юнир Шәкүр улы. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған ир-уҙаманы 6 йыл театр коллективының профсоюз комитетын етәкләгән, гастролдәргә сыҡҡанда администратор-ойоштороусы эштәрен алып бара.
Яратҡан артисыбыҙ тураһында тағы ла күберәк белергә тырышып, ниндәй аш-һыуға өҫтөнлөк биреүен һораным. «Бала саҡта тәмле-татлыны яраттым, хәлүәне биҙрәләп ашай торғайныҡ. Иҫләйһегеҙҙер, ул ҙур ғына ҡалай һауыттарҙа һатылды. Үҙенә күрә мыжыҡ ирмен мин, ҡоймаҡтың майһыҙын ғына, ҡаймаҡтың яңы сепараттан үткәрелгән шыйығын ғына, иттең ҡара, һум ерен генә ашайым. Ҡоймаҡ тигәс, шуға бәйле ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Фәүнәнең ата-әсәһе менән танышырға барғанда, буласаҡ ҡәйнәм «кейәү ҡоймағы» ҡойоп, майлап тәрилкәгә бейек итеп өйөп ултыртҡан ине. Тегеләр, ҡыҫтап-ҡыҫтап мине һыйларға тотондо. «Мин майлы ҡоймаҡ ашамайым»,—тигәс, яңынан майһыҙын ҡойоп бирҙеләр. Шулай, көйлө кейәү булып сыҡтым һәм ҡәйнәмдең иң яратҡан кейәүенә әүерелдем. Һыйыр майы, сусҡа майы, сыр, бәшмәк ашамайым, ҡымыҙ, буҙа эсмәйем. Төйөлгән картуф, макарон яратам, сәйхурмын. Ҡатынымдан уңдым, ул бешергән аштар бигерәк тәмле була. Ял көндәрендә диванда ятып телевизорҙан сәйәси тапшырыуҙар, яңылыҡтар ҡарайым. Йәйгеһен баҡсабыҙҙа йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ, ҡайнатма, һуттар әҙерләйбеҙ. Киләсәктә ғаиләбеҙ менән Шүлгән-Таш мәмерйәһенә барырға, Ирәмәл тауына менергә хыялланабыҙ»,—ти ул.
А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының иң популяр актерҙарының береһе Юнир Шәкүр улы 38 йыл ғүмерен республикабыҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә арнаһа, шуның 28-ҙен туған театрына бағышлаған. Ошо йылдар дауамында тиҫтәләгән мең тамашасының һөйөүен яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, беҙҙең яратҡан актерыбыҙ Юнир Fәйнуллин күптән инде халыҡ артисы исеменә лайыҡ. Онотолмаҫ образдар тыуҙырыусы сәхнә оҫтаһын халыҡ ихтирам итә, ихлас ярата.