Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2018, 07:38

Дәртлеләр, һәләтлеләр, сәмлеләр

Бөртөкләп йыйыла алтын, тигәндәй меңдәр араһында ысын талант эйәләрен табыуы бик ҡыйын. Халыҡ телендә һәләтле кешеләрҙе юҡҡа ғына «бөртөклө тауар» тип йөрөтмәйҙәр. Сибай сәнғәт колледжында быны яҡшы аңлайҙар һәм үҙҙәрендә белем алыусы ҡыҙ-егеттәрҙең тәбиғәттән бирелгән һәләтен артабан үҫтереп, камиллаштырыу өҫтөндә эшләйҙәр.

Бөртөкләп йыйыла алтын, тигәндәй меңдәр араһында ысын талант эйәләрен табыуы бик ҡыйын. Халыҡ телендә һәләтле кешеләрҙе юҡҡа ғына «бөртөклө тауар» тип йөрөтмәйҙәр. Сибай сәнғәт колледжында быны яҡшы аңлайҙар һәм үҙҙәрендә белем алыусы ҡыҙ-егеттәрҙең тәбиғәттән бирелгән һәләтен артабан үҫтереп, камиллаштырыу өҫтөндә эшләйҙәр.
Колледждың үҙ «йондоҙҙары» бар. «Инструменталь башҡарыу» специальносының «Домра» класында (уҡытыусыһы—Фатима Мөхәмәтйән ҡыҙы Карнилова) белем алыусы 4-се курс студенты Руфь Юхноның тырышлығына хайран ҡалырлыҡ. Руфь—Сибай ҡыҙы. 12 балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килгән ҡыҙ ете йыл Балалар музыка мәктәбенең «Домра» класында шөғөлләнгән. 12-се мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә. Ул бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Тамбов ҡалаһына һәм Себер тарафтарына барып һәләтен камиллаштырыу курстары алған, интернет-конкурста, Октябрскийҙа уҙғарылған республика йәш башҡарыусылар конкурсында үҙенең һәләтен күрһәтеүгә өлгәшкән. 1-4 ноябрҙә улар Замир Йәнтүрин етәкләгән халыҡ инструменттары оркестры составында Өфөлә уҙғарылған IX Халыҡ-ара «Илһам» конкурсында ҡатнашып, 2-се урынға лайыҡ булған. Яңғыҙ сығыш яһаусылар араһында Руфь Юхно 3-сө урын яулаған.
«Вокал сәнғәте» бүлегенең «Вокал» класында һабаҡ алыусы 4-се курс студенты Заһир Аҡҡоловты иптәштәре күп яҡлы талант эйәһе тип белә. Ул баянда, гитарала уйнай, брейк-данс бейей, йырлай.
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында тыуып үҫкән егеткә музыка донъяһына һөйөү төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы атаһы Ринаттан һәм халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Сәлимйән ҡартатаһынан бирелгәндер, моғайын. Заһир тәүҙә 2 йыл буйына Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый. 2014 йылда Сибайҙа уҙғарылған «Студент яҙы» фестиваленда баһалама комиссияһында ултырыусы Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары Заһирҙың сағыу сығышын күреп, үҙҙәренә уҡырға саҡыра. Күңеле гел сәнғәткә тартылып торған егеткә етә ҡала, ул шул йылдың көҙөндә Динар Мират улы Ласынов етәкләгән «Вокал» класында белем ала башлай. Бар нәмәгә өлгөр Заһир 1-се курста уҡығанында әрмегә барып ҡайта. Һәләтле егет колледжда һәм ҡалала ойошторолған мә-ҙәни сараларҙы оҫта итеп алып ба-ра, буш ваҡытында «Тиҫтер» үҫ-мерҙәр клубында эшләй. Өс йыл рәттән йәйге балалар лагерында йөҙөү буйынса инструктор, тәрбиәсе ролен үтәй. Балалар ижады үҙәгендә брейк-данс түңәрәген алып бара, КВН-да ҡатнаша, студсовет ағзаһы, ҡала, республика һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Яңыраҡ Өфөлә уҙғарылған IX Халыҡ-ара «Илһам» конкурсында йырлап 2-се урын яулаған. Әле был шәп егет F.Әлмөхәмәтов исемендәге вокал конкурсына барырға әҙерләнә.
«Вокал» класының 3-сө курсы студенты Айгиз Ишмырҙин уҡыуҙа ла, студент тормошонда ла алдынғылыҡты бирмәй. Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән егет 4-се мәктәптә уҡыған йылдарында сәнғәт донъяһы менән таныша. Ул халыҡ йырҙарын өйрәтеүсе уҡытыусыһы Рәйлә Әкрәм ҡыҙы Кейекбирҙинаға рәхмәтле. Айгиздең хәҙер бер генә минуты ла буш түгел. Ул бергә уҡыған иптәштәре Заһир Аҡҡолов һәм Fәзиз Мөхәмәтов менән аҙна һайын ҡаланың «Мир» йәштәр йортонда башҡорт, рус телдәрендә дискотекалар үткәрә. Рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы С.F.Бураншина ойошторған Студент филармонияһы менән Урал аръяғы ауылдары буйлап концерттар ҡуйырға ла ваҡыты етә уның. Студенттар үҙҙәре эшләгән аҡсаға костюмдар тектерә. Айгиз колледждың «Арт и Шок» ирекмәндәр хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаһы һанала.
Мирас Үҙәнбаев—Баймаҡ районының Fүмәр ауылынан. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ егет «Ҡурай» класында (етәксеһе—Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.М.Кейекбирҙин) белем ала. Ул—3-сө курс студенты. Сәнғәткә һөйөүҙе уға Fүмәр балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм музыка етәксеһе булып эшләүсе әсәһе Миңзәлә Мират ҡыҙы һеңдергән. Колледжға уҡырға килгән сәсән телле егетте «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбен етәкләүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Fәйнуллина шәйләп ҡала һәм уның менән шөғөлләнә башлай. Сәсәниәнең тырышлығы бушҡа китмәй, 1-се курста уҡ Мирас Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсында 1-се урын яулай. Артабан Күмертау ҡалаһында уҙғарылған «Аҡ толпар» сәсәндәр конкурсында 1-се урынға лайыҡ була. Быйыл октябрь аҙағында Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашып, 1-се урын ала һәм Алтын билдәһе менән бүләкләнә. Мирас та үҙен күп яҡлы талант эйәһе итеп танытҡан. Ул йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡурайҙа ла уйнай, оҫта итеп көләмәстәр ҙә һөйләй.
Айгиз, Мирас һәм Заһир төрлө йылдарҙа «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында сығыш яһап призлы урындар яулаған. Сибай сәнғәт колледжының был шәп егеттәре һәм Руфь исемле һылыу ҡыҙ киләсәктә уҡыуҙарын сәнғәт институты һәм академияһы менән бәйләргә ниәтләй. Матур уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, йәштәр!