Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ноябрь 2018, 15:40

Тормошҡа ғашиҡ

Берәүҙәр—эше, икенселәр—төҫө, ә өсөнсөләр татлы теле менән үҙенә арбай. Мин яҙасаҡ ханым быларҙың барыһына ла эйә тип әйтер инем. Уның эшләгән эше барыһын хайран ҡалдырһа, төҫө, буй-һыны һоҡланырға мәжбүр итә, ә һөйләгән һүҙе йәнде иретә.

Берәүҙәр—эше, икенселәр—төҫө, ә өсөнсөләр татлы теле менән үҙенә арбай. Мин яҙасаҡ ханым быларҙың барыһына ла эйә тип әйтер инем. Уның эшләгән эше барыһын хайран ҡалдырһа, төҫө, буй-һыны һоҡланырға мәжбүр итә, ә һөйләгән һүҙе йәнде иретә.
Яңылбикә Fарифуллинаны оло һәм кесе әсәй бағып үҫтерә. Нисек тиһегеҙме? Уның атаһының ике ҡатыны була. Яңылбикә кесе әсәйҙең баш балаһы булып, 1948 йылдың 29 авгусында Баймаҡ районы Ҡаҡтуғай (хәҙерге Һаҡмар) ауылында тыуған. Ата-һы—һуғыш, әсәһе—тыл ветераны. Икеһе лә аслыҡтың да, етемлектең дә әселеген күреп үҫкән. Улар балаларына хеҙмәт тәр-биәһе бирә. Һуғыштан ҡаты яралар менән ҡайтып, аяғына йүнләп баҫа алмаған ғаилә башлығының балалары бәләкәйҙән эшкә әрһеҙ була. Яңылбикә лә бик иртә ҡул араһына инә. 1956 йылда Һаҡмар башланғыс мәктәбенә уҡырға бара, был ваҡытта байтаҡ нәмәләргә өйрәнгән оло кешеләй итеп хис итә ул үҙен. Артабан 5-се класҡа Ниғәмәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға килә. Унан Түбә урта мәктәбенә юллана. Ләкин оҙаҡ уҡыу эләкмәй, ул Темәскә барып, «Һәүәнәк» совхозының Һаҡмар бүлексәһенә эшкә урынлаша. Күп тә тормай яңы 16 йәшен тултырған ҡыҙға яусы килә. Бер-береһен күрмәгән-белмәгән йәштәр тәү күреүҙән ғашиҡ була. Шулай итеп, Сәфәрғәле Fәрифуллин менән Яңылбикә Юламанова донъя көтә башлай. Әле бына 53 йыл бергә йәшәйҙәр.
Яңылбикә хаҡлы ялға сыҡҡансы сауҙа өлкәһендә маҡтаулы эшләне. Fаиләһе лә өлгөлө булды. Ул тормош иптәше Сәфәрғәле менән дүрт улдары янына туғандарының етем ҡалған ҡыҙын алды. Һәр береһенә ғаилә ҡорорға, йорт төҙөргә, балалар үҫтерергә ярҙам иттеләр. Ире Сәфәрғәле совхоздың иң алдынғы механизаторы булды.
Яңылбикә ҡәҙерле әсәй, һөйөклө ҡатын булыуҙан тыш, әүҙем йәмәғәтсе лә. Ра-йонда уҙғарылған һабантуйҙарҙа Темәс ауыл тирмәһе бер нисә тапҡыр беренсе урын яулауға өлгәшкән булһа, унда Яңылбикә үҙенең ҡул эштәре һәм моңло йырҙары менән тирмәнең төп күрһәткесенә әйләнде. Ул өс тапҡыр Республиканың Науруз байрамында ҡатнашып оло ҡыуаныс кисерҙе. Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡурган, Ырымбур өлкәләрендә уҙғарылған һабантуйҙарҙа ҡатнашты. Республика буйынса уҙғарылған ҡумыҙсылар бәйгеһендә лауреат булды. Ул районда иң оҫта таҡмаҡсы булып та танылды. 2017 йылда ул республиканың йәштәр форумында ҡатнашып, оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе. Әүҙемлеге, тормошто яратыуы, бер нәмәгә битараф булмауы менән һоҡландыра. Әлеге көндә Темәс ауылының ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй. Коллектив шундай етәксеһе булыуына ла бик ҡыуана, уны бөтәһе лә ярата.
Һүҙемдең аҙағында шуны әйтер инем: һәр ғаиләлә ошондай ҡот уйнатыр хәстәрле ҡатын, наҙлы әсә кеше булһа, балалар тәрбиәле, ир кеше йүнсел, арҡа терәрлек алтын бағана булыр ине. Яңылбикәнең йәшәлгән ғүмере бушҡа булмаған, киләсәктә лә кәрәк һәм терәк булып оҙаҡ йәшәүен теләйем!
Рәйсә Иҫәнбаева.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.
Читайте нас: