Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2018, 12:30

«ЙЫР—МОҢДАН АЙЫРЫЛМАҪМЫН»

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында барған «Башҡорт йыры» телевизион проекты йыл һайын яңынан-яңы исемдәр аса. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенты Зөбәйҙә Ҡоломбәтова уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булды. Йәш йырсы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында барған «Башҡорт йыры» телевизион проекты йыл һайын яңынан-яңы исемдәр аса. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенты Зөбәйҙә Ҡоломбәтова уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булды. Йәш йырсы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
—Зөбәйҙә, һине еңеүең менән ҡотлайым. Үҙең менән таныштырып үт әле. Йыр ҡайҙан килә?
—Мин тәбиғәттең матур төбәгенән—Йылайыр районы Йылайыр ауылынан. Беҙҙең ырыуҙа йырламаған кеше юҡтыр. Атайым йырлай, әсәйем данлыҡлы Фәрит Бикбулатов нәҫеленән. Минең әсәйем Гөлсөм Бикбулатова менән бер туған. Шуға ла йыр-моң беҙҙең ҡаныбыҙҙалыр тип уйлайым. Бәләкәйҙән йырлайым, биш йәшемдә «Сулпылар» телевизион конкурсында сығыш яһаным, аҙаҡ «Ирәндек моңдары» бәйгеһендә ҡатнаштым, призлы урын алдым. Үҙемде белә-белгәндән алып йырлайым. Мәктәптә уҡығанда ла бер генә сара ла минең йырҙан башҡа үтмәй торған ине.
—Мәктәптән һуң ҡайҙа белем алдың?
Үҙебеҙҙә урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Сибай сәнғәт колледжында уҡыным, унда Джон Әхмәт улы Мусин, Гөлсәсәк Fәйнислам ҡыҙы Ҡудашева минең остаздарым булды. Бында инде улар мине йырлауҙың бөтә нескәлектәренә өйрәтте. Әйткем килә: Джон Әхмәт улы иҫ киткес оҫта педагог, хәстәрлекле, иғтибарлы кеше. Ул беҙгә йыр донъяһын ғына түгел, тотош тормош мәктәбен үткәрҙе. Һәр уҡыу-сыға шәхес итеп ҡараны, дәрес-тәрен тормоштан миҫалдар менән бәйләп уҙғарҙы. Мин сәнғәт колледжында һәр яҡтан ныҡлы нигеҙ алдым тип әйтергә була.
—Ниндәй йырҙарҙы башҡараһың?
—Күберәге башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡарам. Унда шул тиклегем көслө рух, тормошҡа, йәғни йәшәйешкә булған мөнәсәбәт һалынған. Минең булмышыма талғын, моңло йырҙар яҡын. Ырғып, һикереп, сәхнә буйлап йүгереп йөрөп йырлау миңә хас түгел. Эстрада йырҙарын да үҙ итәм, шулай ҙа миңә башҡорт халыҡ йырҙары нығыраҡ оҡшай.
—«Башҡорт йыры» телевизион конкурсы тураһында һөйләп үт әле?
—«Башҡорт йыры» конкурсы мине күп яҡтан байытты, үҙ өҫтөңдә тағы ла эшләргә кәрәклеген аңлатты. Әлбиттә, республиканың билдәле йырсылары менән бер сәхнәлә сығыш яһау эҙһеҙ үтмәй, ул һинең оҫталығыңды, тәжрибәңде арттыра. Ришат Төхвәтуллин, Гөлназ Асаева, Артур Туҡтағолов, Айҙар Рәҡипов, Алмас Хөснөтдинов күптән инде сәхнә йондоҙҙары. Мин был проектта башҡорт халыҡ йыры «Сәлимәкәй»ҙе, эстрада йырҙарынан «Кил, иркәм» һәм «Мөхәббәт шаяртмай» йырҙарын баш-ҡарҙым. Конкурстан һуң тағы ла бер ҙур сарала ҡатнаштым, ул Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың хәтер кисәһе булды. Унда мин Фәрит олатайымдың иң яратҡан йырҙарының береһе «Йәшлек тауы» йырын йырлап ишеттерҙем. Унда Нәзифә Ҡадырова, Венера Юлгилдина, Гөлсөм Бикбулатова, Иҙел Аралбаевтар менән бер сәхнәлә сығыш яһаным.
—Киләсәктә кем булырға хыялланаһың?
—Әле мин институттың педагогика-психология бүлегендә уҡыйым. Киләсәктә үҙемде балиғ булмаған балалар менән эшләүсе психолог итеп күрәм. Институттан һуң бе-лемемде артабан дауам итеп, хәрби психолог булыу хыялы ла бар. Лә-кин нин-дәй генә һөнәр алһам да, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, йырҙан, моңдан айырылмаясаҡмын. Йыр минең ғүмерлек юлдашым булып ҡалыр тип ышанам.
—Рәхмәт, Зөбәйҙә, бөтә хяылдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Динара Йәрмөхәмәтова, Сибай институты студенты.