Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2017, 12:14

ЕГЕТ БУЛҒАС ШУҠ БУЛҺЫН, ИКЕ КҮҘЕ УТ БУЛҺЫН

Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы арала туған телебеҙгә иғтибар көсәйеү менән бергә йәштәребеҙ милли колоритҡа ныҡлап тартыла башланы. Ҡыҙҙар биҙәүестәргә, милли кейемгә өҫтөнлөк бирһә, егеттәребеҙ төрлө этнотөркөмдәр төҙөп сәхнәгә сыға. Шундай йәштәрҙең береһе—республикала көндән-көн киң билдәлелек яулаған йәш, һәләтле музыкант Заһир Зәйнетдинов.

Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы арала туған телебеҙгә иғтибар көсәйеү менән бергә йәштәребеҙ милли колоритҡа ныҡлап тартыла башланы. Ҡыҙҙар биҙәүестәргә, милли кейемгә өҫтөнлөк бирһә, егеттәребеҙ төрлө этнотөркөмдәр төҙөп сәхнәгә сыға. Шундай йәштәрҙең береһе—республикала көндән-көн киң билдәлелек яулаған йәш, һәләтле музыкант Заһир Зәйнетдинов.
Тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә үҙ юлын табып, йөрәге ҡушҡан эшкә бар булмышы менән бирелгән егеттең ижады маҡтауға лайыҡ. Заһир «ZAINETDIN» этнопроекты менән эш башларҙан алда үҙен бейеү театрында, Айҙар Fәлимовтың театр студияһында, Баш лиганың «Шаяндар һәм Тапҡырҙар» клубында, сәнғәттең башҡа өлкәһендә һынап ҡарарға ла өлгөргән.
Баҫҡан урынында ут сәсрәтеп торған егет республикала ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын танытыуға ынтыла. Әйткәндәй, уның фамилияһы уҡ билдәле ҡумыҙсылар, ҡурайсылар затынан булыуын әйтеп тора. Эйе, эйе, Заһир сығышы менән Башҡортостандағы иң музыкаль ғаиләнән тиһәк, һис арттырыу булмаҫ, моғайын.
Заһир ижади сәфәр менән Сибайға килгәндә, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Белеүебеҙсә, сәхнәгә ынтылыуың ғаиләнән килә...
—Эйе, атайым яғынан Зәйнетдиновтар—бик музыкаль ғаилә. Fаилә ансамбленә 1991 йылда нигеҙ һалынды, унда 74 кенә кеше сығыш яһай (көлә). Шуны билдәләп үтергә кәрәк: был ансамблдә ике туғандар тупланған, йәғни атайымдың атаһы Миңләхмәт олатайымдың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре. Ә олатайымдың 11 балаһы бар. Атайым Зөфәр, уның ҡустыһы ағайым Миңлеғәфүр Зәйнетдинов—донъяла билдәле виртуоз ҡумыҙсы. Атайым мине бишектә үк ҡурай уйнап, бәүелтеп йоҡлатыр булған. Ә ҙур сәхнәгә беренсе тапҡыр бейеү менән 4 йәшемдә сыҡтым. Шул ваҡыттан алып хәҙерге көнгәсә сәхнәнән төшмәнем дә тиерлек: Өфөләге Fәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназияһын тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актер-режиссерлыҡ бүлегенә уҡырға индем.
—Сәхнәлә үҙеңде бик иркен тотаһың, ҡулыңа ниндәй музыка ҡоралы алһаң да, моң сығараһың, афарин! Дәртле бейеүҙәреңде әйтеп тораһы ла түгел...
—Мин үҙ-үҙемде белгәндән алып даими эҙләнеү өҫтөндәмен. Академияға уҡырға ингәс тә күңел барыбер тынысланманы. Шәхсән үҙемдең юлымды табыу теләге баштан сыҡмай. Бейеү өлкәһендә эшләп ҡарау теләге мине үҙҙәренең оҫталығы менән һоҡландырған Стәрлетамаҡ бейеү театрына алып китте. Үҙ-үҙемде аямай көнө-төнө ошо һөнәрҙе камиллаштырҙым, бейеү театры менән ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманым. Сәхнәгә сығып бейеп йөрөйөм, әммә күңел һаман ниҙер көҫәй. Үҙемде йырсы булараҡ һынап ҡарарға булдым. Рөстәм Fиззәтуллин ярҙамында йыр яҙылды, уға клип та сыҡты, барыһы ла яҡшы ғына барҙы. Әммә йырсы булып ҡына Башҡортостандан алыҫ китеү мөмкин түгеллеген аңланым. Ә минең бит сиктәрҙе алып ташлағы, һаман да юғарыраҡ кимәлгә сығыу теләге бик ҙур. Сикһеҙ уйҙарымда барыһын да бизмәнгә һалып үлсәй башланым: тап ниндәй сәнғәт юҫығы тел барьерын, бар сиктәрҙе алып ташлай ала һәм минең үҙемдең нимә ҡулымдан килә? Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнайым, өзләйем, бейейем... Тап шул ваҡыт масштаблы проект төҙөү идеяһы килде лә инде башыма. Һәм уның башҡорт милләтенә генә түгел, башҡа халыҡтар күңеленә лә хуш килеүе, бер ниндәй ҙә тел барьеры булмауы төп маҡсат ине. Шулай итеп, оҙаҡ эҙләнеүҙәр һәм уйланыуҙарҙан һуң, «Зәйнетдин» этнопроекты барлыҡҡа килде.
Баштан уҡ үҙ проектымдан шоу, тамаша эшләү теләге көслө ине. Йәштәр бейерлек, күңел асырлыҡ булһын. Шулай уҡ музыка ҡоралдары теҙмәһенә мотлаҡ үҙебеҙҙекеләр генә түгел, ә башҡа халыҡтарҙыҡы ла инә: варган, жалейка, дудук, дурна һәм башҡа ҡоралдарҙа уйнайым.
—Башҡортостандан тыш тағы ҡайҙарҙа сығыш яһағаның бар?
—Ҡырғыҙстанда, Ысыҡкүл буйында үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында, «Эл ойын» Алтай халҡы байрамдарында, Мәскәү ҡалаһында тамашасылар йыйҙым. Мәскәү тигәндәй, Беренсе каналда барған «Дан минуты» тапшырыуында үҙемде һынап ҡарарға йөрьәт иттем. Ике минут эсендә бейеп тә, тәкмәс атып та, ҡурай, ҡумыҙҙа уйнап, өзләп тә сығыш яһарға өлгөрөүемде баһалама ағзалары юғары баһаланы.
Ижадымды «Ҡағиҙәһеҙ һуғыш»тарҙа ҡатнашыусы спортсы егеттәр үҙ итә. Сит ил рингтарында үҙебеҙҙең милли музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡарылған көйҙәр теҙмәһе егеттәрҙе сәмләндерә, еңеүҙәргә этәрә. Күптән түгел модельер Эльвира Ишморатованың Мәскәүҙең ВДНХ Экспо күргәҙмә залында үткән мода коллекциялары минең музыка менән оҙатылды. Бәлки, киләсәктә донъя кимәлендәге коллекцияларҙы үҙ моңом менән биҙәрмен.
—Башҡа төрки халыҡтар сығышыңды нисек ҡабул итә?
—Алтайҙа сәхнәгә сығып дәртле көйҙәр уйнай башлауым булды, майҙанда йөрөгән халыҡ тиҙ арала мине уратып та алды, телефондарынан фотоға, видеоға төшөрә башланы. Сығышым һуңында көтмәгәндә яныма килеп бергә фотоға төшөргә теләк белдереүҙәре, айырыуса ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуҙары хәтерҙә ҡалды. Шул саҡ, тимәк, үҙ юлымды—дөрөҫ юлды тапҡанмындыр тинем. Сит яҡтарҙа һәр сығыштан һуң хәҙер шулай күп кенә кеше янға йыйыла, ҡурайға ҡарата «Был ниндәй халыҡтың музыка ҡоралы?», «Һин ҡайһы яҡтан, егет?» тигән һорауҙы бик йыш бирәләр.
—Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Заһир! Һиңә уңыштар, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.