Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2017, 12:58

ЙЫРЛАП ЙӘШӘЙЕК ӘЛЕ...

Билдәле һәүәҫкәр композитор, уҡытыусы, күп балалы ғаилә башлығы... Тап шундай тип беләләр Юлай Хәким улы Моратовты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан ике йыл элек ул беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы. Үҙе булмаһа ла, халыҡсан йырҙары ҡалды. Былтыр Юлай Хәким улының хәтер кисәһендә уның исемендәге конкурс булдырыу тураһында тәҡдим индерелде. Һәм ул һүҙҙә ҡалманы! Сибай ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге тарафынан Юлай Моратов исемендәге асыҡ һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы үткәрелде.

Билдәле һәүәҫкәр композитор, уҡытыусы, күп балалы ғаилә башлығы... Тап шундай тип беләләр Юлай Хәким улы Моратовты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан ике йыл элек ул беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы. Үҙе булмаһа ла, халыҡсан йырҙары ҡалды. Былтыр Юлай Хәким улының хәтер кисәһендә уның исемендәге конкурс булдырыу тураһында тәҡдим индерелде. Һәм ул һүҙҙә ҡалманы! Сибай ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге тарафынан Юлай Моратов исемендәге асыҡ һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы үткәрелде.
Беренсе тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, был ярышта ҡатнашыусылар һаны һәм географик киңлеге менән хайран ҡалдырҙы. Бөтәһе 24 кеше үҙ һәләтен һынап ҡарарға теләк белдерҙе. Улар Урал аръяғы ҡала-райондарынан, Белорет, Учалы, Өфө ҡалаларынан булды. Хатта Ҡазан һәм Сорғоттан да заявкалар ҡабул ителгән. Конкурсанттар араһында билдәле композиторҙар Флүрә Үҙәнбаева, Флера Шәрипованың булыуы уға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
Һәүәҫкәр композиторҙарҙың ижади эшен абруйлы жюри ағзалары—композитор, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты, сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Гөлсинә Ҡоҙашева, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Элиза Кирәйева баһаланы. Уларға һайлап алыуы еңелдән булманы. Һәр кем үҙенсәлекле, яңы, күңелгә үтеп инерҙәй йырҙар тәҡдим итте. Кискеһен ҡала халҡы өсөн матур Гала-концерт ойошторолдо. Уның беренсе өлөшө Юлай Моратовтың иҫтәлегенә бағышланды. Ул ижад иткән йырҙар яңғыраны, Сибай филармонияһының «Сибай» бейеү ансамбле сығыштары менән үрелеп барҙы. Юлай Хәким улының йырҙарын балалары һәм ейәндәре лә башҡарҙы. Концерт композиторҙың шәхси архивынан алынған фото һәм видеояҙмалар менән оҙатылып барҙы.
Сараның икенсе яртыһында конкурсанттарға һүҙ бирелде. Иң яҡшы тип табылған йырҙарҙы халыҡ хөкөмөнә сығарҙылар. Һәүәҫкәр композиторҙарҙың ижады ла тамашасы күңеленә хуш килде. Билдәле, ярыш булғас еңеүсеһеҙ булмай. Шулай итеп, беренсе конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Әлфиә Балхина (Сибай), Илнур Сирбаев (Баймаҡ), Флүрә Үҙәнбаева (Өфө), Илгиз Йомағужин (Учалы) өсөнсө урынға, Дамир Солтанов (Йылайыр), Азат Исҡужин (Сибай) икенсе урынға сыҡты. Тәүге тапҡыр үткәрелгән конкурстың беренсе урынын Мәләүез һылыуы Лиана Бикбаева яуланы.
Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Әйтәйек, «Халыҡсанлыҡ һәм традицияларға тоғролоҡ» номинацияһы иң оло конкурсант Әминә Бикташеваға бирелде. Ҡыҫҡаһы, сара юғары кимәлдә үтте. Ул артабан ике йылға бер ойошторолоп торасаҡ. Гала-концерт Ю. Моратовтың иң билдәле йыры «Баймаҡ-Сибай юлдары» менән тамамланды.
Фекерҙәр
Илгиз Йомағужин, конкурсант Учалы ҡалаһы.
—Конкурс үҙемде һынау өсөн ҙур баҫҡыс булды. Юлай ағай Моратовтың ижадын юғары баһалап, уны күтәреп бындай матур сараны ойоштороусыларға тик рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Киләсәктә лә ул дауам ителеп, яңынан-яңы композиторҙарҙың исемен асыуға булышлыҡ итһен тигән теләктә ҡалам.
Юлай Үҙәнбаев, баһалау комиссияһы рәйесе.
—Был төбәктә йәшәгән, хеҙмәт иткән, үҙ йырҙарында уны данлаған күренекле Юлай Моратовҡа, композитор ижадына ҡарата иғтибар, ихтирам йөҙөнән үткәрелгән сара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай эштәрҙе кеше иҫән саҡта эшләмәйбеҙ шул. Бөгөнгө конкурста күрҙек: ул күпме яҡшы эҙ ҡалдырған. Халыҡҡа киң таралған йырҙар, рәхмәтле уҡыусылар, тәрбиәле балалар... Беҙ Юлай Хәким улына йәнә бер ҡат һоҡландыҡ. Был—бер. Икенсенән, конкурста һәүәҫкәр композиторҙарҙы күрҙек. Бындай саралар уларға дәртләнеп ижад итегә этәргес бирә, халыҡ араһына сығыуға булышлыҡ итә. Конкурсанттарҙың һәр береһе үҙенсәлекле, үҙҙәренә генә хас жанрҙар менән эшләй. Ҡайһы берәүҙәренең йырҙарын хатта хайран ҡалып тыңлап ултырҙым. Уйлап ҡараһаң ни бары ете генә нота, нисек әйләндерһәң дә шул ете нота инде. Ә бына уны белеп әйләндерһәң шундай матур көйҙәр сығарып була икән. Уларҙы тыңлап үҙем дә илһамланып ултырҙым. Бындай композиторҙар булғанда беҙҙең сәнғәтебеҙ алға барасаҡ, сәскә атасаҡ.
Һүрәттә: саранан күренеш.