Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2017, 12:53

«БАБИЧ»ТЫ ХАЛЫҠ ЯРАТТЫ

Күптән түгел республика ҡалалары кинотеатрҙарында күрһәтелә башлаған «Бабич» фильмы шунда уҡ халыҡ һөйөүен яуланы. Был тулы метражлы тарихи фильм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эйә булып, Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән төшөрөлгән. Уның өҫтөндә билдәле башҡорт кинорежиссеры, Рәсәй кинематографистар Союзы ағзаһы Булат Йосопов, сценарий авторҙары—Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабич һәм доцент Гөлсәсәк Саламатова, тәжрибәле кинооператорҙар һәм тауыш режиссерҙары эшләгән.

Күптән түгел республика ҡалалары кинотеатрҙарында күрһәтелә башлаған «Бабич» фильмы шунда уҡ халыҡ һөйөүен яуланы. Был тулы метражлы тарихи фильм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эйә булып, Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән төшөрөлгән. Уның өҫтөндә билдәле башҡорт кинорежиссеры, Рәсәй кинематографистар Союзы ағзаһы Булат Йосопов, сценарий авторҙары—Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабич һәм доцент Гөлсәсәк Саламатова, тәжрибәле кинооператорҙар һәм тауыш режиссерҙары эшләгән.
Актерҙарҙың оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Төп ролде Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров башҡарһа, Шәйехзаданың атаһын Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай драма театры актеры Риф Сәйфуллин уйнаны. Ә композитор Fәзиз Әлмөхәмәтов образын Сибай егете, Стәрлетамаҡ драма театры актеры Артур Ишмөхәмәтов һынландырҙы. Яҡташтарыбыҙҙы күреп һөйөндөк. Фильмдың тарихи консультанты, Йылайыр егете Азат Йәрмуллиндың эпизодтарҙа уйнауы ла күңелебеҙгә хуш килде.
Үткән аҙнала «Бабич» фильмын ике көн буйына сибайҙар ҡараны. Ул «Мир» йәштәр йортонда ҙур аншлаг менән барҙы. Кино һуңынан сценарий авторҙары Гөлсәсәк Саламатова, Таңсулпан Бабич һәм йәш актер Салауат Юлдашбаев ҡатнашлығында пресс-конференция уҙғарылды.
—Фильмға сценарийҙы 3 йыл элек яҙа башлағайныҡ. Ниһайәт, 2016 йылда—Рәсәй киноһы йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов грант бирҙе һәм беҙ был тарихи нәфис фильмды 2017 йылдың апрелендә тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Арҙаҡлы шәхестәребеҙгә арналған фильмдарҙы киләсәктә лә төшөрөрбөҙ, тигән ниәттә ҡалабыҙ,—тине Таңсулпан Даһи ҡыҙы.
—Был фильмға кеше ҡулы теймәгән, быға тиклем өйрәнелмәгән тарихи документтар инеп китте. Зәки Вәлидиҙең һүҙҙәрен архивтағы оригиналдан алдыҡ. Картинала Ирәндек буйындағы шанлы ваҡиғалар һүрәтләнә. Халыҡ был фильмды ҡарарға һәм тарихыбыҙҙың ысынбарлығын белергә тейеш,—тине үҙ сығышында яҡташыбыҙ, Икенсе Этҡол ҡыҙы Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы.
Сибай ҡалаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе С.В.Ишмөхәмәтов, тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры А.З. Йәрмуллина, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Н.Әбдрәшитова «Бабич» фильмы тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ижади коллективҡа рәхмәт белдерҙе.
Фильмдың сюжеты халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Ш.Бабичтың тормошона һәм ижадына арналған, 1917-1919 йылдарҙа илдә барған милли хәрәкәттәргә ҡоролған. Бына—Шәйехзада Бабичтың тыуған мәле, бына ул—«Fәлиә» мәҙрәсәһе шәкерте, «Ҡармаҡ» сатирик журналы хеҙмәткәре, яҡшы оратор, Башҡорт автономияһы өсөн милли хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, хәрби хәбәрсе… Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә шағир Ҡаҙағстанда, Өфө, Ырымбур, Троицк ҡалаларында йәшәп, ижад итеп өлгөрә.
Үткер телле Ш.Бабич Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. 1917 йылдың икенсе яртыһында Ырымбурҙа һәм Өфөлә беренсе һәм икенсе башҡорт съездары булып үтә. Оҙаҡламай Башҡорт Шураһы ойошторола, уның «Башҡорт» исемле гәзите сыға башлай. Милли-азатлыҡ хәрәкәтенең үҙәге Ырымбурҙа, Ҡарауанһарайҙа туплана. Башҡортостан мөстәҡиллеге иғлан ителеп, башҡорт армияһын төҙөү буйынса эштәр башлана, өсөнсө башҡорт ҡоролтайы үткәрелә. Бабич был тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгендә була. Уға үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә байтаҡ эҙләнеүҙәр һәм һынауҙар юлы үтергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килә.
Һәр ваҡыт ғилемгә, мәғрифәткә ынтылыусы Шәйехзада Бабич билдәле шәхестәр—яҙыусылар Мәжит Fафури, башҡорт драма һәм опера театрҙарына нигеҙ һалыусылар Вәлиулла Мортазин-Иманский менән Fәзиз Әлмөхәмәтовтар, Башҡорт автономияһын даулап Мәскәүгә делегат булып барыусы Муллаян Халиҡов, Мстислав Ҡулаев, Fәбдрәшит Бикбабовтар һәм башҡа зыялылар менән бер сафта халҡыбыҙ азатлығы өсөн көрәшә. Уларҙың барыһы ла фильмда сағылыш таба.
Шағирҙың ғүмере бик иртә өҙөлә. 1919 йылдың 24 мартында Бабич типография ҡорамалдарын тейәп һыбайлылар менән Темәстән Ҡыҙыл Мәсеткә, хәҙерге Мораҡҡа юлға сыҡҡанда, ул ҡулға алынып Преображенский (Йылайыр) төрмәһенә ябыла һәм ҡыҙылдар тарафынан вәхшиҙәрсә язалап үлтерелә. Әммә был фажиғә фильмда күрһәтелмәй. Режиссер һәм сценарий авторҙары азатлыҡ йырсыһын «үлемһеҙ» итергә ынтыла. Ысынлап та, Бабич халыҡ хәтерендә башҡорт ере, теле һәм халҡы өсөн йәнен-тәнен аямайса көрәшеүсе шәхес булып һаҡлана.
Фильм башынан аҙағынса Бабичтың шиғырҙары менән үрелеп бара. «Халҡым өсөн», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!», «Әйҙә, милләт!», «Көтәм», «Кем өсөн?», «Ҡараңғылыҡта», «Ҡурайҡайға», «Күҙеңде ас» шиғырҙары аша башҡорт халҡын яҡтылыҡҡа, азатлыҡҡа өндәгән.
«Бабич» тулы метражлы тарихи нәфис фильмын ҡараһағыҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ.
Һүрәттә: Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабич, доцент Гөлсәсәк Саламатова һәм йәш актер Салауат Юлдашбаев
Сибай тамашасыһы менән.
Читайте нас: