АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Ғинуар 2023, 18:45

ЙОТЛОҠ ХАҠЫНДА

 Хәйбулла районының Әбделнасир ауылында тыуып үҫкән Аҫылбикә апай Мәжитованың атаһы һөйләгәндәре лә ошо фильмға индерелгән.   

ЙОТЛОҠ ХАҠЫНДА
ЙОТЛОҠ ХАҠЫНДА

1921-1922 йылдарҙағы йотлоҡ йылы тураһында төшөрөлгән "Хәйбулла" ҡыҫҡа метражлы фильмы донъя күрҙе

Тарихи триллер жанрындағы был кинокартина Нуриман, Белорет, Иглин райондарында төшөрөлгән. Төп ролде - Хәйбулла ролен - эшҡыуар һәм йәмәғәт эшмәкәре Динис Өмөтбаев башҡара. Буян ҡушаматлы атын эҙләп юлға сыҡҡанда йотлоҡ осоро менән бәйле башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәргә юлыға.  Йәш режиссер Рөстәм Шәйетдинов Башҡортостанда йәшәгән халыҡтың ниндәй ауыр һынауҙарға дусар булыуын тәрән йөкмәткеле фильм аша асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әйткәндәй, "Хәйбулла"  йотлоҡ йылдарын күргән шаһиттарҙың балаларының һөйләгәндәренә нигеҙләнеп төшөрөлгән.  Хәйбулла районының Әбделнасир ауылында тыуып үҫкән Аҫылбикә апай Мәжитованың атаһы һөйләгәндәре лә ошо фильмға индерелгән.   

- 1920 йыл ҡоро килгәнлектән, уңыш йыйып ала алмағандар. Халыҡтың 22 проценты аслыҡтан ҡырылған, ти тарихсылар. Күпләп мал тотоп өйрәнгән башҡорт халҡы, булмаған уңыштан ғына шул хәтлем ҡырылмаҫ ине шул.

Нисә йыл барған Граждандар һуғышы ваҡытында уҡ малы таланып бөткән булған халыҡтың. Бигерәк тә, ҡыҙылдар тарафынан. Бигерәк тә, башҡорттар күп йәшәгән райондарҙа. Етәкселәр булып ситтән кигән әптерәгәләйләр "продразвёртка", "продналог" тип ашлыҡтың орлоҡҡа тигәненә тиклем һыпырып алып торғандар. Ә урмандарҙы "национализировать"  иткәс, ағас менән кәсеп иткәндәр ҙә бер ниһеҙ тороп ҡалған. Мал ғына түгел, күп ғаилә йорт- ҡураһыҙ тороп ҡала. Таулы райондарҙа халыҡтың 52% ты аслыҡтан ҡырылып бөткән. 1922 йылғы Американың ярҙамға ебәрелгән аҙыҡ - түлеге лә, тимер юл бумағанлыҡтан, төпкөл ерләргә барып етмәй. Башҡа өлкәләрҙә 10% халыҡ асыҡһа, Башҡортостанда 90% ты аслыҡтан интеккән. 1921 йылдың авгусына тиклем, хөкумәт тарафынан халыҡҡа бер ниндәйҙә ярҙам күрһәтелмәй.

Шулай итеп, 1920 - 1922 се йылдарҙа башҡорт халҡы, ғүмерҙә бумаған аслыҡҡа дусар ителә.
Әлбиттә, тарихта ул "ГОЛОД В ПОВОЛЖЬЕ" тип кереп ҡалған. Ә бына шул ваҡытта сыҡҡан гәзиттәге мәҡәләнән өҙөк:

"БАШКИРСКИЕ НАСЕЛЕНИЕ ПЕРЕЖИВАЕТ ТАКИЕ МУКИ ГОЛОДА, ПЕРЕД КОТОРЫМИ БЛЕДНЕЕТ ВСЕ УЖАСЫ ПОВОЛЖЬЯ".

Нимәгә кәрәк был ҡурҡыныс тарихты иҫкә алыу тиеүселәр булыр. Кәрәктер.

Беренсенән, күп исраф итәбеҙ...
Яңыраҡ икмәк телемдәренән стенаға, үтек менән ҡыҙҙырып ҙур панно эшләп ҡуйған хатта бер рәссам... Ҡайҙа ҡарама, нисек ябығырға өйрәтеп рекламалар сыға. Ябығыу өсөн күп аҡса сарыф итер заман килер тип әйтһәләр, ни тигән булырҙар ине икән астан интегеүселәр?..

Икенсенән, беҙ үҙебеҙҙең тарихты белергә тейеш.
Балаларының аслыҡтан интеккәнен күреүҙән дә ҡурҡынысы юҡтыр ул ата - әсәгә был донъяла.

Өсөнсөнән, аслыҡ әллә ҡайҙа тороп ҡалмаған шул. Статистика буйынса, әлеге ваҡытта йылына 6 миллион бала астан үлә.
Халҡыбыҙҙың ауыр үткәненә хөрмәт йөҙөнән, атайымдың һөйләгәндәрен бәйән итәм.

Атайым, Ишмурзин Абдулла Исмәғил улы, 1914 йылда Баймаҡ районы Түбәнге Мәмбәт ауылында тыуған. Биш йәшендә атайһыҙ ҡала. Ҡәрсәйем 1920  йылда Хайбулла районы  Әбделнәсер ауылына, беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡан Әхмәткәрим тигән кешегә, кейәүгә сыға. Атайым, эйәреп кигән бала була, яңы ғаиләлә.
Йот йылы Әбделнәсер ауылында халыҡ ныҡ ҡырылды тип һөйләй торғайны ул. Үлгән кешеләрҙе ерләргә хәле етмәй ас кешеләрҙең. Ауылдың ҡалҡыу урынында торған мәгәзейгә һалып баралар уларҙы. Ҡыш аҙағына мәйеттәр унда ла һыймай башлағас, ауыл халҡы уларҙы тығыҙлап һалырға ҡарар итә. Атайымдың үгәй атаһы, Әхмәткәрим ҡартатай, уларҙы сығарып, яңынан утын кеүек йышлап һала. Ауыл халҡы килеп ҡарап торҙо, ти торғайны.  Шәл бөркәнгән ике әбей: "Был Әхмәткәрим, һуғышта булғас ҡурҡмайҙыр инде "- тип һөйләшеп торҙолар ти.

Тағы ла бер хәл. Баймаҡ районы шахтаһында эшләгән ғаиләләр араһында ла ныҡ аслыҡ була. Яҙ, йылға ташҡан мәл, үлән әле үҫмәгән саҡ. Бер ҡатын, (атайым уны еңгәм тине) бәләкәй ҡыҙының астан интеккәненә түҙә алмай, уны йылға буйына алып бара. Сәсен тарап, үреп ултырған булып, ҡыҙын ярҙан этеп төшөрөп ебәрә. Ҡыҙы "Әсәәәй" тип ҡысҡырып, ташҡын һыуға төшөп күҙҙәндә юғала. "Мына бит, Абдулла, күгүләнгә баҫып, тамаҡ туйҙыла китте, ҡыҙым ғына юҡ бит",- тип илап һөйләр булған ҡатын.

Ауылыбыҙҙан алыҫ түгел, Суҡташ янында , бейек кенә итеп таш менән буралған ҡәбер бар. Аслыҡтан, ҡайҙа ятҡан, Ейәнсура районынан килеп сыҡҡан бер кеше ерләнгән унда.
Һәр ҡапҡан ризғыбыҙға шөкөр итеп , исраф итмәй, зарланмай, йәшәй торған заман беҙгә насип булған. Әлхәмдүлилләһ, - ти Аҫылбикә апай атаһы һөйләгәндәрен бәйән итеп. 

 
Автор:Резеда Валиева