АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Сентябрь 2022, 11:55

ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ: ВАСЯ!

Социаль селтәрҙә Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында ишәк йөрөүен белдереп видеояҙма таралды. Ишәктең хужаһын беҙ эҙләп таптыҡ. Ул—Ғәлим Яуымбаев. Ғәлим аттар ярата, үҙенең 20-ләгән йылҡыһы бар. Йыш ҡына «Ылаҡ» уйындарында ҡатнаша, ат өҫтөндәге көрәш буйынса Донъя чемпионы ла. Ә уның йылҡыһы араһына ишәк нисек килеп сыҡҡан һуң?

ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ: ВАСЯ!
ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ: ВАСЯ!

Социаль селтәрҙә Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында ишәк йөрөүен белдереп видеояҙма таралды. Ишәктең хужаһын беҙ эҙләп таптыҡ. Ул—Ғәлим Яуымбаев. Ғәлим аттар ярата, үҙенең 20-ләгән йылҡыһы бар. Йыш ҡына «Ылаҡ» уйындарында ҡатнаша, ат өҫтөндәге көрәш буйынса Донъя чемпионы ла.

Ә уның йылҡыһы араһына ишәк нисек килеп сыҡҡан һуң?

Бынан бер нисә йыл элек аттары янына Иҫке Сибайҙан Алмас Шөғөровтан пони алған була. Ә 3-4 йыл элек ошо пониһын ишәккә алмаштырырға булып китә. Баймаҡ районынан Иҫәнов Арыҫландан ошо ишәкте алып ҡайта ул. Әйткәндәй, ишәктең ҡушаматы —Вася.

Вася аттар менән бергә тибенгә лә сыға икән. Ғинуарға тиклем тибендә йөрөй, аҙаҡ ҡураға алып ҡайталар. Әлмөхәмәт һәм күрше ауыл малайҙары ҡыҙыҡ күреп Вася янына йыш киләләр, уны кәнфит-печенье менән һыйлайҙар, һыбай йөрөйҙәр.

Автор:Резеда Валиева