Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Май 2022, 12:05

ҺӘЛӘТЛЕ БАЛАЛАР ЙЫЙЫЛА

1 июнь--Балаларҙы яҡлау көнөндә «Торатау» Конгресс-холыда «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» форумы үтә. Ул Башҡортостандың «АРТ-Ҡоролтай» хәрәкәтенең бер проекты булып тора. Уның маҡсаты—һәләтле балаларҙы хуплау, ярҙам итеү, һөнәр һайларға булышлыҡ биреү.

Тәүге балалар ҡоролтайы 2021 йылда Өфөлә уҙғарылды. Уның девизы: «Традицияларҙы һаҡлап киләсәкте булдырабыҙ». Унда 3 айлыҡ сабыйҙарҙан башлап 16 йәшлек үҫмерҙәргә тиклемгеләр ҡатнашты.

Быйыл үтәсәк форумда «Башҡортостан--Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш» ижад проекты ҡарала, оҫталыҡ дәрестәре, тренингылар, интерактив тематик эштәр майҙансыҡтары, ижади лабораториялар эшләй. Ижади конкурстар еңеүселәре тәбрикләнә. Шулай уҡ

мәктәптәрҙең, урта махсус уҡыу йорттарының креатив индустриялағы презентациялары үтә. Байрам концерты ла планлаштырылған.

Автор:Резеда Валиева