Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Май 2022, 09:05

ПАРКТЫ КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

12 июнь - Ҡала һәм Рәсәй көнөнә парк асыла. Рәхим итегеҙ!

ПАРКТЫ КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!
ПАРКТЫ КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

21 майҙа Өфөнөң Октябрь районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Кашкадан” паркында булды. Паркты быйыл 12 июнендә — ҡала һәм Рәсәй көнөндә асырға планлаштыралар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайығыуы һәм һыуының сәскә атыуы арҡаһында Кашкадан күлен төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеү күп көс талап итте. Хәлде төҙәтеү өсөн күлде тулыһынса киптерҙеләр, төбөн таҙарттылар һәм тәрәнәйттеләр. 40 меңгә яҡын йөк машинаһы ләм, бысраҡ һәм көнкүреш сүп-сары сығарылған. Хәҙер күл төбөндә махсус балсыҡ йоҙағы урынлаштырылған, ул һыуҙы грунттың түбән ҡатламдарына китеүен тотҡарлай.

Төҙөкләндереүҙең беренсе этабында шулай уҡ инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелгән, яр быйы формалаштырылған, яңы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Шулай уҡ дүрт амфитеатр, ят итеү зоналары өсөн биш навес, тағандар ҡаралған.

Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн паркта шәхси сектор яғынан да инеү ҡаралған.

- Форсаттан файҙаланып, Өфө һәм республика халҡын 12 июндә, ҡала һәм Рәсәй көнөндә, «Кашкадан» паркы асылыу сараһына саҡырам. Был көндө балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡыҙыҡлы саралар күп буласаҡ. Бында һыу сифатлы, һыу инергә була,--ти Радий Хәбиров.--Күлдәге эштәрҙе тамамлайбыҙ, бында барыһы ла яҡтыртыласаҡ, үҙәктә - музыкаль фонтан. Катамарандар сығарырға тырышырбыҙ. Ресторандан асылыуын көтәбеҙ. Бәлки, ятхтклубҡа килергә теләүсе булыр. Һөйөнәм һәм ғорурланам! 


Автор:Резеда Валиева