АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Апрель 2022, 06:00

Ваҡыт сикле

2022 йылға декларация кампанияһы старт алды. Ошонан сығып Сибай һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡалалаштар өсөн “Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисында декларация тултырыу буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе.

Ваҡыт сикле
Ваҡыт сикле

Ябай халыҡ һалым түләүҙең нескәлектәрен аңлап етмәй. Тормошобоҙға заманса технологиялар һәм интернет-сервистың үтеп инеүе декларация тултырыу процесын һәм һалым түләүҙе күпкә еңелләштерҙе. Ҡаланың һалым хеҙмәте инспекторҙары ла был тәңгәлдә һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Үҙҙәренә йыш мөрәжәғәт итеүселәргә 3-НДФЛ формаһы буйынса физик берәмектәрҙең килеменә һалым түләү буйынса документтарҙы дөрөҫ тултырырға ла өйрәтәләр. Бының өсөн федераль һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинет булдырырға кәрәк. Кемдең шәхси кабинеты юҡ ундайҙарҙы теркәүҙә лә ярҙам күрһәтәләр.

 

-Үрҙә әйтеүебеҙсә, ағымдағы йылдың 1 ғинурынан декларация компанияһы старт алды. Тимәк, физик берәмектәргә 2021 йылда алған килемдәренә 4 майға ҡәҙәр декларация тултырырға кәрәк. Физик шәхестәр уны 3-НДФЛ формаһында тапшырырға тейеш. Мөлкәт транспорт, мираҫҡа милек, транспорт сараһы алыусылар, акциялар, өлөш, пай хужалары, һәр төрлө мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән, лоторея уйнап аҡса отоуҙан һәм башҡа юҫыҡтан килем алыусыларҙың барыһы ла декларация тултырырға бурыслы, -- тине һалым инспекцияһының әйҙәүсе белгесе Рәмил Мәғәфүров

Инспекторҙар шулай уҡ декларация компанияһы сиктәрендә НДФЛ буйынса түләнгән һалымдың бер өлөшөн кире ҡайтарып алырға теләүселәр ҙә 4 майға ҡәҙәр ғариза яҙырға кәрәклеген белдерҙе. Сибайҙар өсөн һалым түләү буйынса оҫталыҡ кластары тағы ла 22-енсе һәм 23-сө апрелдә уҙғарыласаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева