Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Апрель 2022, 05:50

Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн

Сибайҙа быйылғы тәүге күмәк өмә үтте. Ҡалабыҙ урамдарын таҙартыуға, төҙөкләндереүгә барлыҡ предприятие, ойошма һәм учреждение коллективтары тос өлөш индерҙе. Сибайҙар йорттары янындағы биләмәләрҙе, балалар, спорт майҙансыҡтарын сүп-сарҙан таҙартты. Кешеләрҙе эшкә дәртләндереп музыка яңғыраны, коммуналь техника туҡтауһыҙ эшләп ҡый өйөмдәрен сүплеккә ташыны, урыны-урыны менән ятҡан ҡар таратылды.

Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн
Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн

Дөйөм ҡала өмәһендә 1700 –ҙән ашыу кеше ҡатнашһа, йәмғеһе 10 берәмек техника эшләне. Был көндө сүплеккә 124 тонна ҡый түгелде. Күмәк йыйыштырыу саралары апрель, май айҙарында ла дауам итәсәк. Сираттағы өмә 23 апрелдә уҙғарыла.

Автор:Гульдар Кадаева