Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Апрель 2022, 16:30

СӘЛӘХТЕҢ ҮҘ САМОЛЕТЫ БАР

Бәләкәй генә Сәләх ауылында самолетҡа һәйкәл бар. Уны ауылдаштары - подполковник Фәиз Фәйзуллин ҡуйҙыра.

СӘЛӘХТЕҢ ҮҘ САМОЛЕТЫ БАР
СӘЛӘХТЕҢ ҮҘ САМОЛЕТЫ БАР

Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө

Фәйзуллин Фәиз Фәйзулла улы Башҡортостандың Йылайыр районы Сәләх ауылында Байсурин Файзуллаларҙың ғаиләһендә тәүге бала булып доньяға килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, 1967 йылда армия хеҙмәтенә алына, танкист булып хеҙмәт итә. Армия хеҙмәте тулғандан һуң,тағы ла хеҙмәтен дауам итә. Тормош юлын хәрби хеҙмәткә бағышларға ниәтләп, ул 1970 йылда Ҡурған ҡалаһындағы юғары хәрби-сәйәси училещеһына уҡырға инә. 1974 йылда уҡыуын уңышлы тамамлап, офицер дәрәжәһе ала. Хәрби училещенан һуң Фәиз Фәйзулла улын Советтар Союзының көньяк рубеждары хәүефһеҙлеген тәьмин иткән Ҡыҙыл байраҡлы Урта Азия хәрби округында урынлашҡан авиацияға хеҙмәтен дауам итергә ебәрәләр. 1980-1982 йылдарҙа Афғанстан демократик республикаһында һуғышта ҡатнаша. Ф.Ф.Фййзуллин 1984-1986 йылдарҙа В.И.Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияла уҡый. 1986-1990 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында механиктарҙың Хәрби авиация мәктәбендә командир урынбаҫары була. 1990 йылдан Өфө ҡалаһында Кесе авиация специалистары мәктәбенең 55120-се хәрби часында сәйәси бүлек начальнигы дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 1994 йылда подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Фәйзуллин Фәиз Фәйзулла улы Афғанстанда интернационал бурысын үтәгән өсөн һәм шулай уҡ башҡа бик күп наградаларға эйә. Әйткәндәй, тыуған ауылына самолет һәйкәлен дә Фәиз Фәйзулла улы ҡуйҙыра. 2008 йылдын майында вафат була.

А. Ғәҙелшина.

Автор:Резеда Валиева