Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
6 Март 2023, 09:47

Ҡатын-ҡыҙҙың көсө уның көсһөҙлөгөндә. (Мөхәррир һүҙе.)

       Мин дә һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем һәм эҙләйем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын! Һағыштарымды баҫырға ярҙам итсе гүзәл зат, донъя ваҡлыҡтарынан арынып, яҡтылыҡҡа ос һәм илаһи ҡабатланмаҫ йәнгә әйлән!            

Ҡатын-ҡыҙҙың көсө уның көсһөҙлөгөндә. (Мөхәррир һүҙе.)
Ҡатын-ҡыҙҙың көсө уның көсһөҙлөгөндә. (Мөхәррир һүҙе.)

       Боронғо грек легендаһында һөйләнелеүенсә, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы бар ҡылыр алдынан бер һауытҡа наҙлы ҡояш нурҙарын, шишмәләр сафлығын, сәскәләр нәфислеген, нәзәкәтлеген, нескәлеген, көҙгө уңыш муллығын, күбәләктең елпелдәклеген, аҡҡош тоғролоғон, хамелеондың тиҙ үҙгәреү һәләтен, болоттарҙың илаҡлығын, һыйыр баҫалҡылығын, ишәк тиҫкәрелеген, сәүкәнең күп һүҙлелеген, төлкө мутлығын, хәйләкәрлеген, бер семтем йылан мәкерлеген, кенәсел-хаслығын һалған,  шунан һауытта йыйылғандарҙы яҡ-шылап бутап, камил Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан...                                                      

   Минең өсөн ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ асылмаҫ йомаҡ булды, ул үҙенә ылыҡтырҙы, әйҙәне, саҡырҙы, шул уҡ ваҡытта мәңге сиселмәҫ һәм асылмаҫ мөғжизәгә туҡылған сер кимәлендә ҡалды. Башҡа ир-егеттәр ҙә күңелем түрендә йөрөткән тойғоларҙы кисергәндәрҙер, кисе-рәләрҙер, моғайын. Гелән ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгөнә, табындым, әммә бер-нисәүһе генә иң-иңдәр иҫәбендә, хыялым бейеклегендә ҡалды. Йәшлек йылдарында улар арҡаһында кисергән күтәренке рух, күңел ҡайтыу, төңөлөүҙәр, ҡәнәғәтһеҙлек, өмөтһөҙлөктәр хәтеремә зебра тиреһеләй аҡ һәм ҡара һыҙат булып уйылды. Барыһын да берәмтәләп бөгөнгөләй иҫләйем, хәтерләйем.

       Миңә ете йәш тирәһе ине шикелле. Өйҙә бер үҙем генә. Утау-күмеү уйы менән баҡсаға сыҡтым, ә унда картуф күкрәп сәскә атып аҡлы-күкле төҫтәргә күмелгән. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, тәпкене бер яҡ ҡырға ырғыттым да, әсәйемә тип, мауығып китеп сәскәләр йыйырға тотондом. Уның тыуған көнө йәйҙең беренсе көнөндә. Баҡсалағы бөтә картуфты тиерлек “утаным”, ул ғына ла түгел, матурлыҡ өсөн тип гөлләмә уртаһына помидорҙың һап-һары шәлкемен дә өҫтәп ебәрҙем.

    Шуҡлығымды күреп ҡалған күрше еңгә: "Ну, малай, бөгөн шыйтыҡ сыбыҡ эләгә, кәрәг-еңә алаһың инде!"- тип күңелде төшөрҙө. Ҡурҡыуым төптө юҡҡа булған, әсәйем, бүләгемде ҡабул иткәс, эскерһеҙ йылмайып ебәреп былай тине: "Рәхмәт, улым, бик матур, үтә күркәм гөлләмә, картуф көндә тәғәмләнер ризыҡ булһа сәскә онотолмаҫ йән аҙығы!" Күп йылдар үткәс, шундай һығымтаға килдем: әсәйем ошо ҡылығы менән миндә ҡатын-ҡыҙ-ҙарға ҡарата иғтибар, хәстәр тәрбиәләргә теләгәндер.

   Беҙҙең өйҙә өс ҡатын-ҡыҙ ине: әсәйем һәм ике апайым. Үҙемде һәр саҡ яҡлаусы-һаҡлаусы итеп тойҙом, көсөмдән килгәнсә уларға ярҙам итергә тырыштым. Бер ваҡыт күрше урамда йәшәгән малай әсәйем хаҡында: "Ул йөк аты кеүек..." – тигән һүҙҙәр ысҡындырҙы, күрәһең, өйҙәрендәге ололарҙың һүҙен ҡабатлағандыр. "Йөк аты?! Тағы бер ҡабатла әле!" "Ат! Ат! Әсәйең эштән башҡа бер ни күрмәй, бер ни белмәй!" Үҙемдән күпкә олораҡ та, көслөрәк тә малайға ташландым. Ул еңел генә һуғып осора торҙо, мин уға ҡаянан ҡаҡлығып кире барып һылашҡан елдәй оса-ҡуна йәбешә торҙом. Ап-аҡ күлдәгем ҡап-ҡараға ҡалып бысранды, маңлайым яраланды, танауҙан ҡан борхоно. Ҡояшлы көн ҡыҙыл төҫкә мансылды. Дошманымды еңеремә ышанмаһам да ҡырталашыуымды дауам иттем. Кәсекләшеүҙе тамаша ҡылған теге малайҙың ағаһы рухи яҡтан һынғандыр, бирешкәндер күр-әһең, ниһайәт беҙҙе ике яҡҡа айырып ҡустыһына асыулы екерҙе: "Етәр! Ысынлап та, уның әсәһе ауылда иң һәйбәте, иң аҡыллыһы, иң сибәре! Хәҙер үк ғәфү үтен! Ғәфү үтенмәһәң, мин уның яғы-на баҫам, ул саҡта һыу эскеһеҙ итеп туҡмаласаҡһың!" Шөрләүгә ҡалған до-шманым теләр-теләмәҫ кенә теш араһынан һығып: "Ғәфү ит, яңылышҡанмын..." - тине. Был һүҙҙәрҙе иш-еткәндән һуң ҡысҡырып илап ебәрҙем...

       Өйләнгәс, ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, әсәйем килене менән бер һүҙле булды. Ул һәр саҡ: "Килен хаҡлы булмаһа ла, ғәфү үтен..."- тип өйрәтте.                                                   

     Армияла хеҙмәт иткәндә Рига ҡалаһының тимер юл вокзалында Калининград яғына ҡарай поезд көтөргә тура килде. Томанлы, һыуыҡ көҙ көнө, ямғыр һибәләй. Ҡапыл вокзал уртаһына баҫҡан ун туғыҙ-егерме йәштәр тирәһендәге йәш ҡыҙға иғтибар иттем. Ул миңә донъя йөҙөндәге иң матур, камил, нәфис, сит планета вәкиле, алиһәгә тиң йән эйәһеләй күренде. Әйтерһең ул гөнаһлы ерҙәге ығы-зығыны күреп китер өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килгән дә, бына-бына ҡайҙалыр осоп күҙҙән юға-лыр төҫлө. Йүгерә-атлай эргәләге сәскә салонына индем. Унда ниндәй генә гөлләмәләр юҡ! Кеҫәләге аҡсам тере ҡуҙҙай ут ҡыҙыл өс ҡәнәфер алырға ғына етте. Тап-шырыласаҡ бүләгемде тотоп, кире вокзалға индем. Ҡыҙ һаман шул урынында. Үткән-һүткәндәргә ғорур, тәкәббер, саҡырыулы ҡараш ташлап та алғылай. Кемделер көткән дә һымаҡ. Сәскәләремде нисегерәк итеп тапшырырға белмәй аңҡы-тиңке киләм, күңелемдә урғылған килешле, наҙлы һүҙҙәремде барлайым. Бына яныма ялтас башлы бер ир килеп баҫты һәм ҡыҙға ымлап: "Һалдат, был фәхишәне алғың киләме? Уның хаҡы үтә ҡиммәт, әммә килешербеҙ..."- тине. Минең өсөн яҡты көн дөм ҡара төнгә әйләнде, баяғы илаһи хистәрем ҡапыл, күҙ менән ҡаш араһында һүрелделәр. Ҡаршымдағы ирҙең оятһыҙ йөҙөнә йән көскә тондорғом килде, ләкин үҙемде көскә тотоп ҡалып, тештәремде ҡыҫып, бер яҡ ситкә китә һалдым. Бер аҙ тыныслана төшкәс, сәскәләрҙе касса яғындағы оҙон сират осона баҫҡан оло йәштәге апайға алып барып тотторҙом. Ул ғәжәпләнеп китте: "Ни өсөн миңә?" "Һеҙ әсәйемә ныҡ оҡшағанһығыҙ", - тип яуапланым. Ҡыуанған апай күҙ алдымда үҙгәреп, йәшә-реп киткәндәй итте. Вокзал майҙансығына сыҡтым. Кеше күп йөрөгән урында шөкәтһеҙ бер ир ҡыҙғаныс тауыш менән хәйер теләнселәп ултыра. Үтеүселәр уның йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышып, эргәһендәге ҡатырға ҡумтаға тәңкә тинлектәр ырғытып, тиҙерәк китеү яғын ҡарай... Ҡыҙ тәнен һатһа, был ғәрип үҙенең бәхетһеҙлеге, ҡотто осорғос тышҡы ҡиәфәте менән һатыу итә. Улар араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ ине. Күп йылдар үтһә лә, тормошомдоң ошо көнөнә әле лә әйләнеп ҡайтам. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, фәрештә һәм шайтан сиам игеҙәктәре кеүек, бер үк кешелә йәшәй. Уларҙы айырып алыу мөмкин түгел. Бигерәк тә бөгөнгө көндә. Донъяла гүзәл ҡыҙҙар, ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр күп. Улар – беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, ғаилә усағын йылытыусы. Н. Некрасов "Есть женщины в русских селениях" тип, уларҙы алиһә бейеклегенә сөйөп һоҡланған. Әммә хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы үҙгәрҙе. Егерме беренсе быуатта ул уҫал, туп-аҫ, хатта өҫтәп әйтер инем, әҙәпһеҙгә әүерелде. Ни өсөн? Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға беренсе сиратта бөгөнгө йәмғиәт кире тәьҫир итә. Хәҙерге баҙар, һатып алыу, һатыу осоро ҡатын-ҡыҙҙы эшсе көсө, матди ҡиммәттәр табыусы, ғаиләне аҫраусы булараҡ ҡабул итә. Ул ир-егет менән бер рәттән, бер ҡатарҙан хеҙмәт итә. Эштән һуң юл ыңғайында кәрәк-яраҡ һатып алып, хәлдән тайып, арып-талып ҡайтып инә. Өйҙә уны булдыҡһыҙ ире, мыжыҡ балалары, аш бүлмәһе, һауыт-һаба көтә. Иртәгәһенә шул уҡ хәл тағы ҡабатлана, тағы... Йылмайыу, наҙлылыҡ өсөн ваҡыт та ҡалмай. Күптән түгел бер журналда Франция ҡатын-ҡыҙҙарының көн итеүе менән таныштым. Мәҡәләне тулыһынса ҡабатламайынса, бер миҫалда ғына туҡталам: француз ҡатыны ике килонан артыҡ йөк күтәрмәй, йәғни көндәлек тотоп йөрөгән ридикюле ауыр-лығы ғына! Беҙҙең ҡатындар шулай йәшәһен ине! Ҡана ла һуң! Ир-егеттәр, ғаиләләге беренселекте ҡатындарға тапшырып, әрәм-тамаҡ рәүешендә ҡалған түгелме? Бер танышым, уға ниндәй генә һорау бирһәң дә, бер төрлө яуап бирә: "Мин бер нәмә лә белмәйем, ҡатынымдан һора, ул белә, ул хәл итә..." Мәктәптә эшләгән саҡта уҡыусыларыма "Өйөгөҙҙә ғаиләне кем аҫрай?" тигән һорауҙы бирҙем. Асыҡланыуынса, ғаиләлә башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләй (бер генә түгел, бер юлы ике-өс урында). Ә ир-егеттәр ҡайҙа? Улар Об-ломов кеүек, бот күтәреп диванда ята, телевизор ҡарай, тәмәке быҫҡыта, ҡырын ятып һыра һемерә. Мәшәҡәтле эш көнө һуңынан ғаиләне киске аш менән һыйлау, ҡашығаяҡты йыйыштырыу, йыйылып киткән күбәләй керҙе йыуыу, иртәнге сәйгә тип нимә лә булһа бешереп, әҙерләп ҡуйыу, балаларҙың дәресен тикшереү кемдең өҫтөндә тиһегеҙ? Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Ошоларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй наҙ, йомшаҡлыҡ талап итергә мөмкин?                                           

    Әлеге мәлдә йәмғиәт рухи көрсөк кисерә, быға күберәк эскелек, баҙар иҡтисадының кире яҡтары тәьҫир итә, йоғонто яһай. Күптән түгел зауыҡһыҙ буянған (бәлки, күңеле лә шулай ала-солалыр) иҫерек йәш ҡыҙҙы күрҙем, ул бысраҡ кейем кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан егет менән ҡултыҡлашып алған. Ҡыҙ үҙ-үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәгәнгә оҡшаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренештәр хәҙер бик йыш осрай. Бөгөнгө көндә бигерәк тә хәмер эсеү, эскелеккә бирелеү хафаға һала, был яман мауығыуҙың гүзәл заттарыбыҙ араһында таралыуы ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, ҡатын-ҡыҙ алкоголизмын дауалап булмай, тип ҡәтғи раҫлайым. Икенсе яртыбыҙға ҡарата хөрмәт, мөхәббәт бөтһә, ул ябай тауарға әйләнһә, рухи бөлөү ошо була инде. Интернет, йәки ниндәй генә "һары" матбуғат баҫмаһын алма, унда тән һатылыу урындары хаҡында мәғлүмәткә юлығаһың. Яҡындарыбыҙҙың ошондай һатлыҡ затҡа әйләнеүендә ир-егеттәр ҙә ғәйепле бит! "Битһеҙ ҡатын" тигән рәсем бар. Бында матур кәүҙә һүрәтләнгән, ә кәүҙәнең бите юҡ. Бит урынына... бушлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ үткән менән киләсәкте бәйләүсе изге зат. Ошо картинаны ҡарағандан һуң шундайыраҡ һығымтаға киләһең – изгелектән яҙғанбыҙ икән, тимәк, беҙ, төпһөҙ упҡынға тәгәреүсе йәмғиәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөйөк, саф, абруйлы, дәрәжәле һылыуҙарыбыҙ, сибәрҙәребеҙ элекке заманда тороп ҡалған төҫлө. Үҙенә иш таба алмаған ир-егеттәр төңөлөп Пушкиндың Татьянаһына, Толстойҙың Наташа Ростоваһына, Тургеневтың Асяһына ғашиҡ булырға мәжбүр. Элек һөйгәндәре, берҙән-берҙәре өсөн алышып, дуэль ойошторһалар, бөгөн, киреһенсә, әрһеҙ ҡыҙҙар ихтыярһыҙ, боламыҡ егеттәрҙе яҡлай. Донъя үҙгәрә... Тормошомда күп төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә тура килде: һоҫҡо көрәк менән асфальт һалыусы, бокс буйынса ярыштарҙа һәм ҡағиҙәһеҙ алыштарҙа ҡатнашыусы, хоккей уйнаусы, көс еткеһеҙ ауыр штанга күтәреүсе... Ләкин минең наҙлы, мәрхәмәтле, хатта көсһөҙ, ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙы күргем килә. Ҡатын-ҡыҙ бит барыбер ҙә көсһөҙлөгө менән көслө. Ул үҙенең тәбиғәте менән илаһи, ҡабатланмаҫ зат, һөйөү сығанағы. Дантены "Божественная комедия", Петрарканы "Книга песен" әҫәрҙ-әрен яҙырға ҡатын-ҡыҙға ҡарата булған мәңгелек мөхәббәт илһамландырған. Уҡыусыларын-шәкерттәрен өйрәткәндә Сократ: "Бер нәмәгә ҡарамай өйләнегеҙ... Һәйбәт кәләш эләкһә - уңырһығыҙ, насары эләкһә - философ булып китерһегеҙ", тигән сағында моғайын да ағас игәүлеге менән танылған ҡатыны Ксантиппаға күҙ ташлап алырға ла онотмағандыр... Боронғо грек яҙыусыһы Диоген көндөҙ шәм яндырып, "Кеше эҙләйем!" тип йөрөгән. Мин дә һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем һәм эҙләйем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын! Һағыштарымды баҫырға ярҙам итсе гүзәл зат, донъя ваҡлыҡтарынан арынып, яҡтылыҡҡа ос һәм илаһи ҡабатланмаҫ йәнгә әйлән!          

 

                                                                                               

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: