Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
6 Февраль 2023, 09:54

Ялалетдин (Мөхәррир һүҙе)

      Борон, бик борон беҙҙең ауылда Ялалетдин тигән кешенең йәшәүен белеүсе берәйһе бармы икән бөгөн?! Икеле. Ә мин иҫкә төшөрәм, онотҡанда бер булһа ла. Бер нимә лә эҙһеҙ үтмәй, юғалмай ҙа, әхирәткә күскән әҙәм балаһын, яҡшы икән матур һүҙ менән, яман булһа өндәшмәй ҡалып, кем дә булһа хәтерләргә, иҫкә алырға тей-ештер бит?..

Ялалетдин (Мөхәррир һүҙе)
Ялалетдин (Мөхәррир һүҙе)

    Беҙҙең ауылда Ялалетдин исемле кеше йәшәне. Зимагор тип тә йөрөттөләр уны, бәғзе-ләр Берәҙәк Ялал, ти ҙә ҡуялар ине. Баш осонда ҡыйығы ла, ғаиләһе лә, тәғәйен төпләнер төйәге лә юҡ ине уның. Һанһыҙ күп кешеләр араһында япа-яңғыҙы көн итте, хас та тамырынан айырылып дала буйлап ел иҫкән тарафҡа, билдәһеҙлеккә маҡсатһыҙ тәгәрәгән ҡамғаҡ. Һөйәлләнгән ике ҡулына балта ла бысҡы, бар байлығы, бар мөлкәте шул. Тирә-яҡ-тағы ауылдарҙы теүәлләп ҡыҙырып, көнлөктә йөрөгән ялсылай ялланып, оҫталыҡ эштәре менән шөғөлләнеп тамаҡ туйҙырҙы, дөрөҫөрәге йән аҫраны. Ауылға ҡайтһа ла һеңле тей-еш кешеһенең ишек төбөндәге ҡаҡ һәндерәһендә аҙна самаһы ҡунып йөрөй ҙә йәүкәләп саҡыра ҡалһалар йәнә күҙ уңынан юғала, биниһая ваҡытҡа юғала. Ҡышын да йәйен дә өҫтөндә йылтырап кергә йышылған фуфайка ла аяҡтарында ҡобарып ҡатҡан кирза итектәр. Миңә ҡалһа ул яҡты донъяға тәненә һыҙырып алғыһыҙ булып һылашып йәбешкән ҡойто кейемдәрен кейеп тыуған да һаман да үҙгәрешһеҙ-ниһеҙ йөрөп ятҡан һымаҡ, һәр хәлдә уны айҙар, йылдар буйы үҙгәрмәгән ошо ҡиәфәтендә күреп ҡабул иттем. Ауылға ҡайтҡанында ла кеше менән аралаша һалып барманы, кибеткә махорка, йә шырпы артынан һуғыла, шунан эргәләге урман аҡландарына сығып әйләнә, Аҡтау ҡаяһынан тирә-йүнде күҙәтә лә күләгәләй ҡымғырлап һеңлеһенең өйө яғына ҡарай йүнәлә. Бәлки дуҫ-ише, аралашыр яҡыны ла булмағандыр, кем белә.

      Бер көн Һаҡмарҙан, балыҡтан ҡайтып килгәндә ул йылға һуҡмағының ҡырында ҡарасҡылай суҡайып һерәйгән ине. Мине күргәс теремекләнгәндәй итте лә янына саҡырҙы:

        - Эй, малай, кил әле бында!

     Янына сүгәләнем.

        - Минең кемлекте беләһеңдер?

        - Белмәгән ҡайҙа!

        - Йә?!

        - Зимагор Ялал!

        - Дөрөҫ әйттең, зимагор, берәҙәк... Ә бит заманында, белә-белһәң, мин бик шәп, үтә шәп кеше инем, тирә-яҡҡа һыймай йөрөлдө, көнитмештең артына тибеп йәшәлде. Мәрхәмәтһеҙлек, фәхшәтлек йәһәтенән яманаты сыҡҡан Йылайыр төрмәһендә надзиратель булып эшләнем. Ғәйепләнеүселәрҙе камераға бикләп тотоуҙан, уларҙы рәнйетеүҙән, түб-әнһетеүҙән ҡырағай ләззәт ала, кисерә торғайным. Аҡсаны ла күп тапҡас иркен көн иттем, тормошомдо күңелле байрамдай, мауыҡтырғыс тамашалай күрҙем, ғаилә ҡороу хаҡында уйлап та ҡараманым. Гел шулай дауам итер һымаҡ ине лә бит, яҙмыш тигәнең бер алдын, бер артын күрһәтә, ҡәһәрең, "тормош ҡуласа, әйләндереп килтереп бер баҫа", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, күрәһең. Хәҙер ғәйепләнеүсе, йәберләнеүсе, хөкөм ителеүсе сифатында, үҙ донъяма бикләндем. Ғүмерлеккә. Һәр кем ҡасандыр, ҡайҙалыр үҙ ҡулдары менән ҡылған гөнаһының тотҡоно ул!  Быларҙы нишләп һиңә һөйләйемме, эс серемде бушатыр башҡа кеше булмағанға! Шуны хәтереңә һеңдереп ҡуй, малай, һис ҡасан, һис кемгә насарлыҡ эшләмә, ул һиңә иртәме-һуңмы бер әйләнеп ҡайта, һис һүҙһеҙ ҡайта, унан ялтанып, йәшеренеп ҡалыу, ҡотолоу мөмкин түгел! Тағы һиңә бер үтенесем дә бар, һин кескәйһең әлегә, көнитмеш ҡатмарлыҡтарын аңлар йәштә түгелһең, шулай ҙа ер йө-ҙөндә минең булғанлыҡты, йәшәгәнлекте иҫеңә төшөрөргә тырыш, онотҡанда бер булһа ла... – Сандыр кәүҙәле ир ҡалҡты ла һуҡыр кешеләй төртәңләп ауыл яғына ҡарай йүнәлде.

      Борон, бик борон беҙҙең ауылда Ялалетдин тигән кешенең йәшәүен белеүсе берәйһе бармы икән бөгөн?! Икеле. Ә мин иҫкә төшөрәм, онотҡанда бер булһа ла. Бер нимә лә эҙһеҙ үтмәй, юғалмай ҙа, әхирәткә күскән әҙәм балаһын, яҡшы икән матур һүҙ менән, яман булһа өндәшмәй ҡалып, кем дә булһа хәтерләргә, иҫкә алырға тейештер бит?..

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: