Калининград өлкәһенең Озерск ҡалаһында майор, частың замполиты Слуквин ҡатын-ын өс ай барышында, тәүлек әйләнәһендә күтәрмәләгән (дауалаған өсөн түгел, бары һыҙланыуҙы баҫыусы уколдар ҡаҙаған өсөн) мине йыназа табынына саҡырҙы. Әйткәндәй, ошо сырхау ваҡиғаны, ауырыуҙың түшәктәге ауыр, аһ-зарлы яҙмышын, һыҙланыуҙарын, бәргеләнеүҙәрен нигеҙ итеп алып “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” повесын да яҙҙым һуңынан. Табын, тинем, ул беҙҙеңсә күҙ алдына баҫтырғанда иң яҡындарҙы йыйып алып мәрхүмәне иҫкә алып аят уҡытыу. Ә бында инде ҡытай сиреүеләй, ер аяғы, ер башынан әллә күпме халыҡ йыйылған, өҫтәл затлы һый-ниғмәттәрҙән һығылып тора. Кеселәре хаҡында һүҙ ҙә юҡ, өлкән офицерҙер бик күп, ә мин бары старшина ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан йорт хужаһы ихтирам йөҙөнән мине янына, уң ҡулы яғына ултыртып ҡуйҙы. Беҙҙәге ише түгел, бындағы ҡатын-ҡыҙ күңелле тамашаға йыйылғандай бар байлыҡтарын тышҡа былтайтҡан асыҡ иҙеүле, ҡыҫҡа итәкле тар күлдәк кейеп алған, рәбәғәтһеҙ нишаналай буянған-төҙәнгән. Дәрәжәм түбән булһа ла үҙемде Советтар Союзы маршалынан былайыраҡ эре, текә тоторға тырышам; юғарынан түбәнгә йүнәлтелгән һаулы ҡараш, уҡлау йотҡандай тура һын, бер һүҙ менән әйткәндә килештерәм, саманан аштырам инде. Ҙур мәжлестәрҙең нескә этикет ҡағиҙәләрен белеп етмәү сәбәпле ҡаш аҫтынан тирә-яғыма күҙ һирпеп алам да башҡалар ни эшләй, ҡайһы бысаҡҡа, сәнске-ҡалаҡҡа тотона шуны ҡабатлайым. Дөрөҫөн әйткәндә ашау ҡайғыһы китте. Тулҡынланыуҙан, көсөргәнеүҙән арҡа буйым еүешләнеп киткән, башты бер генә һорау өҙлөкһөҙ сүкей: “Ҡасан ғына бөтөр икән был, ҡасырға ине тиҙерәк?..”
Мәжлес яртылағас, бик күптәрҙең һыу буйы оҙон сығыштарынан һуң Слуквин минең яҡҡа ҡайырылып шыбырҙаны: “Хайдар, ты говорить будешь, тебе слово предоставить?” “Спасибо, не надо, товарищ майор, тут одни полковники да генералы, а я выше их по зва-нию!” Слуквин минең әсе телгә, төртмәле төрттөрөүҙәргә күптән күнегеп бөткәйне инде, шуға йылмайып ҡуйыу менән генә сикләнде: “Ну ладно, тебе виднее...” Бер аҙҙан ул аяғөҫтө баҫты:
- Уважаемые гости, я от всего сердца благодарю этого молодого человека за то, что он долгое время поддерживал мою жену, тем самым постоянно отодвигал беду от нашего дома. Доктор наш, мы все любезно его так величаем, очень терпеливый, исполнительный, честный, обязательный солдат, ему желаю дальнейших успехов в службе! – Шулай тине лә минең алдыма ваҡ киҫәктәргә теленгән ананас һалынған тәрилкәне шылдырҙы. – Попробуй, Хайдар, очень вкусный фрукт, ты наверное, его никогда не ел!
Ошо һүҙҙәр сәмемә тейҙеләр, түбәнһеттеләр бит! Сыҙап ҡала алманым, ҡапыл тоҡан-ып киттем дә тотош залға ишеттерерлек итеп:
- А эти самые ананасы, у нас, в Башкортостане растут! – тинем.
Минең әрһеҙ ҡыйыулығымдан баҙап, юғалып ҡалдылар шикелле, ауыр тынлыҡ ур-ынлашты, бер кем дә көлмәне. Ә майор Слуквин үҙенең ебәргән хатаһын төҙәтергә ашыҡты:
- Да, действительно, ваша республика очень богата, красива, и она считается золотой кладовой Советского Союза!
Тыуған еремә һис ҡасан һүҙ тейҙермәнем, тейҙермәйәсәкмен дә! Әгәр бөгөн ерҙәге ожмах ҡайҙа, һәм ожмах емештәре ҡайҙа үҫә, тип һораһалар күҙ ҙә йоммай сатнатып әйтәсәкмен:
- Ожмах ул - минең Башҡортостаным, бер ҡайҙа ла ерһенә, тамыр ебәрә алмаған аҫыл ағастар беҙҙә генә үҫә һәм емеш бирә!