Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
13 Июль 2021, 13:54

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Икенсе киҫәк.)

Бөтөнләй ситтә, мөйөшкә һый­ы­н­ы­б­ы­раҡ, күҙгә артыҡ ташл­а­н­ып бармаған кейемдә йәш ҡатын тора. “ Төнгө кәсепкә баҫ­ҡанмы, әл­лә берәйһен кө­т­әме? Улай тиһәң, был ваҡытта яңғыҙы…” Уға иғ­ти­бар­лаңҡырап те­к­әлде. Сөнки ҡа­т­ы­н­ды ресторан эсенән төшкән яҡ­ты­лыҡ­та асыҡ төҫмөрләргә мөмкин.

Урынһыҙ шаяртыуҙың һуңғы һүҙҙәре арттан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар. Ултырғанда һиҙҙертмәһә лә ашамай эс-кәс, араҡы быуындарын алғайны. Егет һалҡын стенаға маңлайын терәп бер аҙ онотолоп торғандан һуң, һуҡыр ке­шеләй, һә-рмәнә-бәүелә, ҡараңғы подъездан түбәнгә тәнтерәкләне.
Аҫҡы ҡатта вахтерша Нәғимә апай, төмөз танауының төбөнә батҡан ҡара тума­лаҡ күҙҙәрен секрәйтеп, эргәһенән үтеп барыусыны һағыҙаҡтай саҡты:
– Бөгөн дә тинтәкләнеп, таң ҡараңғыһында ҡайтһаң, керетмәйем. Һеҙ - йөҙ­әр­ләгән, мин - бер үҙем. Олоғайған көнөмдә миңә лә тыныслыҡ кәрәк. Ишекте өҙлөкһөҙ ас­ып-ябып ултырырға әллә бында!..
“Тыныс йәшәгең килһә, өйөндә генә ултыр, убыр, алған пенсияңа туймай, бында темеҫкенеп йөрөгәнсе!..”
Эсенән зәһәр уҫаллашты Әсғәт, ләкин уйын тышҡа сығарманы. Тәмәке тоҡан­д­ы­р­ған шырпы бөртөгөн әүәләп килә ине, сәйнәгәнен ауыҙында эркелгән шайыҡҡа ҡу­шып, иҙәнгә ласылдата төкөрҙө, ҡайымлашып та мәшәҡәтләнмәне. Уҫал бәйлә-неүгә яһил яуабы шул булды.
Тышта октябрь аҙаҡтарының рашҡылы кисе. Көндәр, көҙ айы булыуға ҡара­м­аҫтан, сәңгеткес һалҡындарҙан һуң ҡапыл йылытып ебәргәнгәме, тирә-йүнде һөттәй томан ҡаплаған, ике-өс аҙымдан бер ни күренмәй. Күктән ҡар ҡатыш ваҡ ямғыр һи­б­ә­ләй. Ҡар бөртөктәре һауала уҡ үҙенең аҡлығын, паклығын юғалта, төҫһөҙләнеп кир­бес стеналарға, тимер бағаналарға һылаша, шунан аҫҡа һырғалай, ергә төш­кән­дәре лә күҙ асып йомған арала һорғолт өйрәгә әүерелә. Юғарыла төпһөҙ ҡараң-ғылыҡ, әй­т­е­рһең дә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡап-ҡара йыһан-биҙрәһенән гонаһлы ерҙе кинәнеп һалҡын һыуҙа ҡойондора. Бар донъя тумбығып өшөй, дерелдәй төҫлө. “Үҙем өш­ө­йөм инде әллә?” Әсғәт, ҡулындағы курткаһын кейеп, замогын күтәрҙе, бу-малалай сәстәре ты­р­пайған ялан башын, йәш­ерергә теләгәндәй, торғоҙолған яға эсенә тартты.
Ғәҙәти көндәрҙә туҡталышта өйкөлөшкән, тротуар тултырып үткән-һүткән халыҡ ағ­ы­мы бөгөн шаҡтай һирәгәйгән. Шул-ай булмай тағы, бындай көндө берәҙәк эт тә урам ҡыҙырмай, ышыҡ урынға боҫа.
Ауыр ыңғырашып, юлда, асфальт уйымдарында эркелгән бысраҡ һыуҙы шап­ты­р­ҙатып троллейбус күренде. Ҡабырға-һындағы номерҙы шәйләне, тимәк был шайтан арбаһы ҡала үҙәгенә бара. Үҙенең барыр ерен аныҡ ҡына тоҫмалламаған егет, ишек асылыуға, эскә һикерҙе.
Троллейбус салоны ла ярым буш. Кәйефһеҙ, күшеккән кешеләр инеүсене шәйлә­мәнеләр ҙә. Кисерештәр сағылмаған битараф йөҙлө әҙәмдәр таш балбалдай һерәйгәндәр, ул­ар­ҙың бер кемдә эше юҡ. Билдәле, ҡалала тәгәрәп ятһаң да ярҙа-мға килеүсе таб­ыл­маҫ. Үҙе ауылдан булғанғамы, ошо йәмһеҙ күренешкә һаман да күнегә алмай, хат­та яңылыш имгәнеп, ярҙам өмөт итеп, ят урамда аунап ятыуҙан ҡурҡа. «Әллә яң­ғыҙ ти­н­терәп йөрөгәнсе Зарифаға өйләнергә лә ҡуйырға инде? Был ҡот-һоҙ, һалҡын ҡа­­ла­ла йылытыусы, уның тураһында хәс­тәр­ләү­се булыр, исмаһам. Ҡайнар һөйөү, ғи­шыҡ тотоу, саф мөхәббәт шағирҙар, яҙыу­сы­лар уйлап сығарған китап фәлсәфәһе!» Ҡайҙа ба­ра һуң әле ул? Аяҡтары, ихтыяр-ынан тыш, ҡала үҙәген-дәге ҙур ресторан май­ҙан­­сы­ғына ҡарай атлай.
Үткәндә лә бөгөнгө һымағыраҡ ойошторолған табындан ҡасып ошонда килде. Аҡ­саға һатылған төнгө “күбәләктәрҙең” береһен эләктереп, уның аулаҡ өйөндә ҡу­н­ып сыҡты. Тик ул саҡта ялған иркәләүҙәрҙән, оятһыҙ ләззәттән һыуһыны ҡан­ма­ға­й­ны. Бәлки, был юлы шул һылыуҡайҙарҙың тәжрибәлерәге күңелен табыр, өшөгән йә­н­­ен йылытыр?.. Әй, сәсрәп китһен донъяһы, ҡайҙа аҙып туҙһа ла уға барыбер!..
Йонсоу һауа торошо ла баҫа алмаған ресторан майҙансығындағы ығы-зығыны, ул көндәгесә гөрләп тора. Бы­н­да ямғыр маҙаһыҙламай, уның еүеш сар­пы­уынан йорттоң тышҡа һалындырып эшләнгән эшләпәгә тартым ялтыр ҡыйығы һаҡлай. Ул ма­йҙансыҡты ла яртылаш тиерлек үҙенең эсенә алған. Саманан тыш яҡтылыҡ алғы йө­ҙө быяланан ғына хасил ресторандың эсен һыуҙай асыҡ итеп күрһәтә. Аллы-гөллө кейенгән ҡунаҡтарҙың һый-хөрмәт һығылған өҫтәлдәр араһынан улай-былай үтке­ләү­е аквариум эсендә ем эҙләп төртәләнгән тәтәй балыҡтарҙы хәтерләтә. Тышта аҙыр­аҡ һыуынырға, һауа һуларға сыҡ-ҡан, еңелсә ярһыған халыҡ мыжғый, эске яҡтан көслө му­з­ыка ағыла. Күптәр айҙар буйы эш хаҡы ала алмай интегә, бында көн дә байрам, көн дә туй. Кемдең шулай аҡсаһы кеҫәһенә һыймай типтерә торғандыр, белмәҫһең. Фә­к­ир­ҙәр, хәйерселәр менән донъя тулған, май кикереүселәр ҙә артты шул бөгөн. Саманан артты.
Ситкәрәк барып баҫты, тәмәке тоҡандырҙы, ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл ҡа­­р-ашын тирә-яғына йүнәлтте, теләгәнен эҙлә-не. Ул эҙләгәндәр бында байтаҡ ҡына кү­­ренә, таный белергә генә кәрәк. Ана, ҡыҫҡа юбка, бөтә ағзаларын былтайтҡан, һы­ҙ­­аттарының тәрәнлеген зерә айырып күрһәткән тар кейем кейгән ҡыҙ цемент стенаға янтайған да, буйондороҡһоҙ ҡиәфәттә тәмәке тарта, шул фиғеле менән ир-атты үҙенә йәлеп итергә тырыша. «Әһлей олатай һымаҡ борхота был, нәзәкәтлерәк ҡы­лан­һасы… Йәнә ул Зарифа ише килешһеҙ биҙәнгән…» Арыраҡ, яңы фасонда тегелгән плащ ит­ә­г­е­нән тулы балтырҙарын кил-ешле күрһәтеп, урта буйлыһы баҫҡан. Иңенә тиклем төшөрөп киҫтергән сәстәре йөҙөн тотошлай тиерлек ҡаплай. “Юрамал боҫа, би­г­е­р­әк йәш күренә шул.” Бөтөнләй ситтә, мөйөшкә һый­ы­н­ы­б­ы­раҡ, күҙгә артыҡ ташл­а­н­ып бармаған кейемдә йәш ҡат-ын тора. “ Төнгө кәсепкә баҫ­ҡанмы, әл­лә берәйһен кө­т­әме? Улай тиһәң, был ваҡытта яңғыҙы…” Уға иғ­ти­бар­лаңҡырап те­к­әл-де. Сөнки ҡа­т­ы­н­ды ресторан эсенән төшкән яҡ­ты­лыҡ­та асыҡ төҫмөрләргә мөмкин.
(Дауамы бар)
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: