Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
12 Июль 2021, 15:44

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Беренсе киҫәк.)

“Уф, ни тиклем дә ялҡытҡыс күренеш… Әллә күпме ҡабатланған һәм ҡаб­ат­ла­на­с­аҡ та­бын. Уға тамсы ла йәм, яңылыҡ та өҫ-тәлмәйәсәк.”

Дөйөм ятаҡта шәмбе һайын ойошторолған, ғәҙәткә ингән мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ҡушарлап теҙелгән өҫтәлдәр ҡабыр ризыҡтан һығылып бармаһа ла, ун­ың ҡа­р­ауы табында арзанлы иҫерткес эсемлектәр мул, етерлек. Шул суррогат тул­ты­р­ы­л­ған ше­шә­ләр, бушап, кар­а­уат аҫтына тәгәрәгән һайын йөҙҙәр ҡыҙарҙы, заводта көн оҙоно эшләп талсыҡ­ҡан егеттәрҙең маңлайҙарына тир бәреп сыҡты, кемуҙарҙан, ярышып, береһе икенсеһен бүлдереп шаулашҡан йәштәр тауышына күмелгән мәжлес ҡуҙғыған күстәй тоноҡ геүләне.
Тәүҙә саманы белеп, сикте ашырмай һөйләнелгән көләмәстәр, тора-бара бөтөнләй тоҙ­­һоҙланып, мәжлес уртаһында мә-ғәнәһеҙ лөғәт һатыу дәрәжәһенә төш-тө. Ҡыҙ­ыҡ­мы­лыр - юҡмылыр, ҡарап, абайлап тормайҙар, көләмәс көлдөрөр өсөн тәғә-йенләнгәс, ауыҙҙарын тү­ш­­әм­гә терәп иләмһеҙ һа­һ­ылдай бирәләр.
Егеттәрҙең әрһеҙ, йылғыр ҡулдары эргәһендәге ҡыҙ­ҙар­ҙың һығылмалы йомшаҡ би­л­­дәрен, унан түбәнерәк урындарын матҡып үҙҙәренә ҡым­т­ый. Ҡытыҡтары күптән ал­ынғанға күрә дәртле, ажарлы һәрмәүҙәргә тегеләре лә күн­гән, күнеү генә түгел хатта ҡайһылыр ким­әлдә ош­ондай ҡомһоҙ ҡыҫыуҙарҙы үҙҙәре лә тел­әй­ҙәр шикелле, шуға күрмәмеш тә һиҙмәмеш ҡиә-фәтендә ултыралар. Йәшерен, ҡы­р­ағай те­л­әк, ар­аҡы ҡе­ү­әте бергә ҡушылып, ым-ишара ау­лау­сыларҙың күҙҙәрен хәтәр ос­ҡон­ла­н­ды­ра.
“Уф, ни тиклем дә ялҡытҡыс күренеш… Әллә күпме ҡабатланған һәм ҡаб­ат­ла­на­с­аҡ та­бын. Уға тамсы ла йәм, яңылыҡ та өҫтәлмәйәсәк.”
Оҙаҡламай эскегә әүәҫтәре иҫ­­е­р­­еп тәгәрәйәсәк, ләззәт көҫәгәндәре парланышып аулаҡ бүлмәләргә тараласаҡ. Ир­тә­ге-һен тө­ш­кә тиклем йоҡо һимертеү, унан һуң ҡалған-боҫҡанға әҙерәк өҫтәп баш тө­ҙәтеү. Ки­­сәге иҫерек башҡа ҡылынған маж-араларҙы, мәҙәктәрҙе иҫтәренә төшөрөп көлөшөп тә алған бу­лырҙар. Шунан ҡыҙ-ҡырҡын кер йыуырға, бүлмәләрен йыйыш-тырырға, ал­дағы хеҙмәт аҙнаһына әҙер­ләнергә ке­р­е­шеп китә, егет-ел­ән миңрәүләнгән зиһененә аныҡ ҡына маҡсат төйнәй алмай, ди­х­лофосҡа яртылаш ағыуланып ни үле, ни тере тү­гел хәлдә туҙғышҡан себен өйөрөләй, ҡала урамдарына һиб­е­­лә. Көн кискә ау­ы­шып, эңер төшкәс, башҡасараҡ ял итергә ва­ҡ­ыт ҡалмай. Ятаҡта әҙәби китаптар күренмәй тиер­лек, йыйыштыр-ыулы, еренә еткереп йы­һаз­л­а­­ндырылған ял бү­лмәһе һәр ва­ҡ­ыттағыса бикле. Тикшереүселәр килһә, бына беҙ­ҙең эшселәр ни­се­ге­рәк мә­ҙ­ә­ниәтле ша­р­т­­тарҙа ял итә, тип ялған хәбәр һалалар ҙа тегеләр күҙҙән юғалыу менән бү­л­мә­не ҡа­баттан йоҙ­аҡ­­­лай­ҙар. Комендантты ла аңла­рға мөмкин, сөнки бүлмә күп ос­раҡ­та тәм­әке тартыу мө­й­өшө ит­еп файҙаланыла, йә төнөн унда ғашиҡтар инеп бикләнергә әүәҫ, иркен зал­да шау-шыу ҡуптарып һуғ­ы­шып алған саҡтар ҙа булманы түгел бул­ды.
Дүшәмбе - шәмбе көндәре, иртәнән алып кискә тиклем, ыҫлы торбаларын сыс­айт­ҡан завод ҡоромло булмышына меңәр-ләгән эшсене һеңдерә, йота. Ә аҙнаның һуңғы көнө, буй­ҙаҡ­тар өсөн көтөлгән ял - ошо мә­ж­лес. Эш хаҡы алған осорға тура килһә, та­бын бигерәк тә йомарт ойошторола, дө­р­өҫөрәге, завод торбаларын хәтерләтеп һерәйгән төрлө ҙурлыҡтағы шешә-ләр менән өҫтәл өҫтө тула. Бигерәк үҙгә-реп китте шул заманалар, эш хаҡын да һуңлатып, йә онотҡанда бер бирә башла-нылар. Тоҙ яламаған һыйыр ише ошо көнгә хә­стәрләп са­­б­ыулағастары әмәле табыла, шәмбене йыйылмай үткәр-гәндәре юҡ. Ар­ыт­ты, ялҡыт­ты… Күргем килмәй… Сығып һыҙырға ине бынан!..
Әсғәт үҙе лә һиҙмәҫтән уға ындым, тартыныуһыҙ һыйынып ултырған, йыб-анып ҡына көй­шәгән Зарифаны эргәһенән эт-әргәндәй итте. Тегеһе тыңлаулы тартылып шы­­­лды, фиғеле үҙгәрмәне лә. Хәйер, уның саманан тыш буяҡ яғылған йөҙөн-дәге уйҙы, ки­с­е­рештәрҙе тойомлау мөм­кин дә түгел. Йығылмай торған йомро төплө ҡур­саҡ һымаҡ ауышыусан йән инде За­р­ифа, ишарала ғына, йәбеш-кәк дегәнәктәй хәҙер ҡабат килеп һылашасаҡ.
Егет артыҡ ихласламай, ваҡыт үткәрер өсөн генә йөрөй башлағайны, ҡыҙ, би­г­е­р­әк тә һуңғы осорҙа, бөтөнләй эҫенде лә китте, уны үҙенең хәләл кейәүе итеп иҫ-әп­ләй. Туғандарына алып барып таныштырыу теләген дә асыҡтан-асыҡ ярҙы ла һа-лды. Әс­ғәт кенә, мәшәҡәттәре күплеккә һылтанып, ҡыҙҙың ауылында күренеүҙе кисек­тереп ки­лә. Муйынына ташланған ҡо-роҡтоң яйлап ҡыҫыла барыуын шәйләгән йәш ай­ғы­р­ҙай тоя-һиҙенә, мәле еткәс уға ла сигенер урын ҡалмаясаҡ, яҙмыш-ына буй­һо­н­оп ғаилә тәр­тәһенә керәсәк, кәләшенең ҡыҫҡа “теҙгене” артынан эйәрәсәк. Яратамы һуң ул уны? Ан­ыҡ ҡына әйтә ал-май. Үҙе уйлап сығарған аҡланыу ҡануны өҙлөкһөҙ мейе­һен игәй: “Бө­тәһе лә яратып, ғашиҡ утында янып өйләнмәй әле, өй-рәнермен, һәү­етемсә йә­шәр ҙә ки­т­ер­беҙ… Әкиәт­тәрҙә һөйләнгән, китаптарҙа данланған мөхәб­бәткә ымһы­н­ып былай ҙа ут­ыҙ йәш­те ашатланым…”
Уғаса кемеһелер магнитофон төймәһенә баҫты. Бүлмә эсен йөрәк түре­н­ән урғыл­ған моңло йыр сорнап алды. Ят та, шул уҡ ваҡытта күңел хистәрен тир­бәтерлек яғ­ы­м­­лы ла был көйҙө тәүләп ишетеүе Әсғәттең. Ғәжәп тә түгел - һәр быуын­дың үҙ мо­ңо, үҙ көйө. Улар осорондағы йырҙар артыҡлап йырланмай шул хәҙер. “ Һе, ҡайһылай ҙа мо­­ңло, йөрәктең иң нескә ҡыл-дарына ҡағыла бит. Бө­гөнгө бәғ­ер­һеҙ, моңһоҙ заманда ун­дай көйҙәр яҙыусылар ҙа бар икән әле!»
Ярышып һөйләшкән, ҡысҡырышҡан, көлгән, сәрелдәгән, үкергән тауыштар араһынан йырҙың һүҙҙәрен асығыраҡ ишет-ергә теләп, ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
Йылмай әле, тынысландыр мине,
Онотоп тор борсоу уйыңды.
Мин бит һиңә йылынырға керҙем-
Туҡталышы һиндә юлымдың…
– Етте, моңайып йәшәр саҡ үтте, типтерә, ҡолас киреп гулять итә торғаны килде! - Кем­дер маг­­ни­то­фонды һүндерҙе лә, сыйылдап һамаҡлап та ебәрҙе:
Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,
Нужа күрмә никакуй.
Тәҙрәңдән елдәр өрһә,
Фуфайкаңды тыҡ та ҡу-у-у-у-й!
Был тынсыу бүлмәлә ары ултырырлыҡ тәҡәте ҡалманы Әсғәттең, тәмәке тартып инергә сыҡҡанын күрһәтергә теләгәндәй, костюм кеҫәһенән алған сигаретты бар­маҡ­тарында әүәләй-әүәләй урынынан торҙо, юл ыңғайы бүлмә ишеге төбөнә эленгән кей­ем­дәр өйөмөнән күн курткаһын эләктерҙе.
Көрәгәсе Шамил лауылдап ҡалды:
– Һин, егет, табынды ташлап ҡасыуҙы ғәҙәт итеп алдың һуңғы осорҙа, әллә аҫыл ҡошто ситтән тибергә инде яйың? Ҡара уны, Зарифа судҡа бирһә, беҙ уны яҡлаясаҡбыҙ!
(Дауамы бар)
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: