- Балам, бар сыға һал, ана, тегеләрең килде. Йә килен инеп тауыш ҡуптарыр.
- Әсәй, мин инермен, оҙаҡламам, көт.
- Көтөп ятам шул, эргәмдәге шәмде лә һүндермәйем.
Хәйбулла тапанып торҙо ла сығыу яғына йүнәлде. Ул өйгә ингәндә өҫтәлгә ике шешә ҡунаҡлаған, Зөфәр, өҫ кейемен ишек төбөнә өйөп, түргә үтеп ҡайҡайғайны.
Хужаны күреүгә сибек тауышланып ғыжылдап та ебәрҙе:
- Икебеҙҙең дә малдарҙы ҡарап ҡайтып киленә әле. Юлда Гөлзифа осраны, баш шаңҡығанын әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Һинең әй, бисә шәп, эсһәң башыңды төҙәтеү хәстәрлеген күрә, минең убыр ише мыжыҡ түгел!
Түрбаш яғында мыштырҙаған Гөлзифаның күңеленә маҡтау май булып яғылды күрәһең, көн дә дауайлап, әрләп иренең өй йомоштарын эшләүҙе талап иткән ҡа-тын, еңелсә шелтәләүҙе генә кәрәкле һананы:
- Кәрим мәктәпкә киттеме? Исмаһам, мейес яғып аш ултыртһаңсы, өҫтәлдә ҡабыр ризыҡ ҡалмаған, йә икмәге йомшаҡ түгел. Мин ни почта бүлексәһендә аҡсаға сиратҡа тороп ярты ғүмеремде үткәрҙем. - Ләкин ниндәй аҡсаға икәнлеген сит кеше барҙа сурытып тороуҙы кәрәкле тапманы. - Ҡайтышлай магазинға боро-лдом, юғиһә ах та ух килеп көнө буйы ята торғанһың.
Шулай ҙа эҙләнеп йөрөп ҡатҡан икмәк һыныҡтарын табып өҫтәлгә ҡуйҙы, һуған ҡырҡты, соландан унан-бынан тырнап ашалған бер тәрилкә һары май индерҙе.
- Һо-о-о-о, бындай хан һыйы барҙа башҡа бер нәмәң дә кәрәкмәй. - Ҡасып-боҫоп ризыҡһыҙ эсергә ғәҙәтләнгән Зөфәргә ҡуйылғаны ла баштан ашҡайны. Өҫтәлдәге араҡыларға ҡағылырға ҡыйманы, әҙәплелек күрһәтеп Хәйбуллаға өндә-ште. - Йә, ҡорҙаш, ҡой әле, һый һинеке, юғиһә ҡорһаҡта Баныу ҡарсыҡтың артаған балы даулаша, баҫайыҡ шуны.
Хәйбулла килтерелгән һауыттарға араҡы ҡойҙо, ингәндән бер һүҙ ҙә сыҡмаған ҡымтыҡ ирендәрен яҙып өлөшөн ауыҙына түңкәрҙе. Сытырайҙы, ләкин тәғәм еймәне, ҡарашын ситкә борҙо. Күренеп тора, үҙе бында ултырһа ла уйҙары ситтә ине уның. Ләкин бер аҙҙан таш ятҡандай ауыр ашҡаҙанын йылы семетте, кикереп ебәрҙе, томанлы ҡараштары сафланды, йөрәген көйҙөрөп ятҡан юшҡын ирегән-дәй итте.
Зөфәр икенсегә ҡойолғанды эсергә ашыҡманы, йәшкәҙәк күҙҙәрен майлан-дырып Гөлзифаға ҡараны, күңелендә ҡайнашҡан хистәрен тәртипкә килтереп, белгән яғымлы һүҙҙәрен көскә бәйләп тост әйтте:
- Быны мин…теге ни… Гөлзифа өсөн йотам. Ошондай, абышҡаларын риза итеп йәшәрлек бисәләр күберәк булһын донъяла… Ызнамы шулай, шуны ҡеүәтләп тотайыҡ ошо нәмәне…
- Һырпаланма, йәме, минең үҙ айғырым үҙемә еткән. - Гөлзифа һаһылдап ебәрҙе.
Ире эргәһенә шылып ултырҙы, уның муйынынан ҡосаҡлап яурынына башын те-рәне.
«Ниңә насар йәшәмәй ҙә һуң Хәйбулла, өйө, мал-тыуары бар, ҡатыны янында… Ә ул юҡ-барға көйәләнеп йөрөгән була, әсәһе ҡазаланғас ни хәл итәһең, башты ташҡа бәреп булмай… Әсәһе хаҡлы, ҡартайғас бөтәбеҙ ҙә шунда юлланаб-ыҙ…» Хәйбулланың араҡы менән томаланған мейеһен өҙөк-йыртыҡ уйҙар йыбырлатты, ләкин улар айыҡ саҡтағылай үткер ҙә, әрнеткес тә түгелдәр ине.
Оҙаҡ ултырҙылар. Өҫтәлдәге ризыҡ башҡа ҡабыр нәмә булмағас бик үтемле кит-те, ҡаты-ҡотолар ҙа ашалып бөттө, тәрилкәнең ситендәге керҙәренә тиклем ҡыр-ып ҡабып ҡуйҙылар.
Икенсе шешәне төпләүгә әле айнып та етмәгән Зөфәр бөтөнләй бәлйерәп төштө, тоноҡ күҙҙәре үҙҙәренән-үҙҙәре йомолдо. Ул ялбыр башын услап өҫтәл ситенә терһәкләнде, көнгә ярылған ҡутырлы ирендәре ситенән ялтыр шайыҡ һыҙылып сыҡты ла түбәнгә һарыҡты. Ҡунаҡ бер аҙҙан һиҫкәнгәндәй итте, мәғәнәһеҙ ҡара-шын түшәмгә терәп йыр башланы:
- Етте! Ошо эскелек йыры теңкәгә тейеп бөттө, башҡа йыр бөткәнме әллә? -Ошоғаса шымтайыңҡырап ултырған Хәйбулла аяғүрә баҫты. Уға ла йөгө еткәйне. -Кисә радионан өр-яңы йыр ишеттем. Нисегерәк әле…- Ул йырҙың көйөн, һүҙҙә-рен хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй йоҙроҡлап сикәләрен ҡыҫты. - Ә бына былай. - Ул сыбыҡланған майлы сәстәрен бармаҡтарына аралап тарап алды, өҫкө төймәләре төшкәнлектән шалбайған иҙеүен төҙәтештерҙе лә артистарса ҡоласын йәйеп йырлап ебәрҙе:
Сорнап ҡына алды һары һағыш
Яҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш…
Ҡарлыҡҡан, тамаҡ төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан көслө тауышта моң әҫәре булмаһа ла, әйтелмәгән һағыш сатҡыларын тойомларға мөмкин булыр ине. Йыр ауыр осоп ҡойто өй эсенән ураны ла сығыр ер тапмай тәҙрәләргә барып бәрлегеп уның быялаларын зыңлатты.
Йырсыны тыңлаусы булманы. Зөфәрҙең башы өҫтәлгә бөтөнләй терәлде. Гөлзифа урындыҡҡа барып тарбайып салҡан ятты. Өкәлтәктәге быҙау баҡырырға тотондо. Хәйбулланың да күҙ алдары ҡараңғыланды, ул, тигеҙлеген юғалтҡандай сайҡалып торғандан һуң бисәһе эргәһенә барып тәгәрәне.
Был мәлдә күптән эңер төшкәйне. Һәүетемсә тыныс ҡына башланған көн төштән һуңға ҡырҡа боҙолдо ла китте. Күҙ бәйләнеүгә дауыллы ғәрәсәт ҡупты. Тотош ауыл ҡара ҡойон эсендә ҡалды. Әсе ел йыландай борғаланып туң ер өҫтө-нән унда-бында күсеп йөрөп тотанаҡһыҙ боҙло бөртөктәргә әүерелгән ваҡ ҡыр-сынташтарҙы ҡыуаланы, туҙан-ҡомдо асманға ашырып елгәрҙе, юлында осраған бесән, һалам өйөмдәрен йолҡҡолап туҙҙырҙы, ҡалай-ҡыйыҡтарҙы ҡайырып ырғытырға теләп хәтәр даңғырҙатты, мөрйәләргә инеп илай-һыҡтай сеңләне. Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡарынында ятҡан, етлеккән ҡар бөртөктәрен тыуҙыра алмай тулғаҡ тотоп ғазаплана ине.
Аласыҡтағы көндөҙ үк ҡабыҙылған май шәм ирей барып, бармаҡ башындай ғына булып ҡалһа ла, һүнер-һүнмәҫ елпелдәп дөм ҡараңғыла янды ла янды…