- Абайлаңҡырап йөрөһәң ни була?! - Хәйбулла асыуланғандай итте.
- Ә һин байрам менән, тиген.
Һүҙ ялғарға иҫәбе барлығын белдереп Гөлзифа магазин ишеген тыш яҡтан ныҡлап этте лә күтәрмә рәшәткәһенә һөйәлде.
- Яҡшымы-яманмы нисәмә йылдар арҡа йылытыштыҡ бер түшәктә, инеп сығыр инең, унда-бында булһа ла, хәлде бел-еп…
- Минән башҡа ла байрам менән ҡотлаусылар, хәл белешеүселәр етерлектер.
- Теләһәң табырға була, бер яҡ ауыл осонда ирең була тороп, икенсе оста өҫтө-нән йөрөүе генә оят.
- Биғәйбә, тәүфиҡләнгәнһең.
- Һин минең гел насар яғымды ғына күрҙең. Әйткәндәй, Кәрим һине таптыра, ҡасан ҡайтабыҙ, ти.
Һүҙ өҙөлдө. Гөлзифа шулай ҡыйпаңлай биреңкерәп тороуында булды. Хәйбулла кеҫәһе төбөнән таушалып бөткән һуңғы папиросын сығарып тоҡандырҙы. Һурҙы. Быуылып йүтәлләргә тотондо.
- Ҡараусы булмағас, ана, һалҡын да тигеҙгәнһең.
Был юлы ир һүҙҙе әрепләшеүгә борғоһо килмәне. Атлыҡҡан йәштәрен фуфайка еңенә һөрттө лә ҡатынына асыла бирең-керәп ҡараны:
- Һин теге, ни, әллә тағы тулыланып киткәнһең инде?
- Йонсотоусы булмағас… Килеп сыҡ исмаһам, байрам хөрмәтенә. Беҙҙекеләр бөгөн Кәримде алып Байғужалағы апайым-дарға китә. Аулаҡ… - Гөлзифа мыймылдата баҫып тупһанан төшөп китте.
- Әсәй, байрам менән! Бына бәләкәй генә булһа ла, бүләк алдым әле. - Хәйбулла ингәндән лауылдап хәбәрен һөйләргә тотондо. Түш кеҫәһенә һалынған ике яулыҡтың береһен алып түшәккә һалды.
- Рәхмәт улым, урынлы-урынһыҙға сарыфланмаһаңсы. - Шулай ҙа әсәнең һар-ғылт йөҙөнән ҡәнәғәтлек, йылмайыу сат-ҡылары йүгерҙе.
Хәйбулла, мал-тыуарын ҡараштырып ингәс, ашығып кейенә башланы.
- Егеттәр менән әҙерәк кәрт һуғып алырға һөйләшкәйнек. - Хәйбулланың һүҙ-ҙәре ышанысһыҙ, аҡланырға теләгән һы-мағыраҡ килеп сыҡты.
- Бар улым, һиңә лә әҙерәк ял кәрәк, миңә генә текәлеп ултырырға тимәгән бит. Тик донъяңды онотоп йөрөмә. - Әсәһе-нең тауышы хәстәрлекле лә, яғымлы ла. Әйтерһең дә быуынға ултырған иргә түгел, уйнарға атлығып торған шуҡ малайға өндәшә.
- Рәхмәт әсәй, оҙаҡламам… - Хәйбулла үҙ яуабына уңайһыҙланып ҡыҙарынып китте һәм сығыу яғына ашыҡты.
Гөлзифа көтөп, әҙерләнеп торған. Өйҙән аш еҫе килә, үҙе кейенеп-яһанған. Хәйбулла инеүгә кәстрүлдәге итен һоҫто, са-мауырын шаулатып ебәрҙе, өҫтәлгә «аҡбаш» сығарып ултыртты. Ҡунаҡ уңайһыҙланған ҡиәфәттә алып килгән бүләген сы-ғарып өҫтәл ситенә һалды. Хужабикә яулыҡты яурынына һала һалды, көҙгө алдында әйләнгеләгәс килеп иренең битенән «әп» итеп алды. Урынһыҙыраҡ килеп сыҡты шикелле, көсөргәнешлек кәмемәне.
Телдәр сиселмәһә лә, табын аҙағында инде икеһенең дә йөҙҙәре алһыуланды, ҡараштар сафланды, ултырған аралары ла һиҙелерлек яҡынайҙы. Оҙаҡ итеп сәй һемерҙеләр. Хәйбулла ябыуын асып мейес ауыҙына тәмәке төтәтергә сүгәләне, ҡый-ыуланған ҡарашын ҡатынына ҡаҙаны. Уныһы ла беше кәүҙәһен уйнаҡлатып ҡабаланмай ғына ҡашығаяҡ йыуырға керешеп китте. Эшен бөтөргәс мендәрҙәрҙе гөпөлдәтеп ҡабартып урын йәйҙе, ҡабарынҡы ерҙәрен ымһындырғыс тирбәлдереп өҫтөн-дәге атлас халатын тартыныуһыҙ һалды ла түшәккә сумды.
- Йә, утты һүндер ҙә ят, нишләп ултыраһың? - Аҡҡош ҡанатылай аҡ, нәфис, тулы ҡулын һоноп эргәһендәге буш урынды һыйпаны, шунан юрған эсен тирбәлтеп эске кейемдәренән ҡотолдо. Түшәк эргәһендә ятҡан шул нәмәләрҙән тәнде зымбырлатҡан, кәрҙе ҡуҙғытҡан таныш еҫ килә. Ҡатын-ҡыҙ танһыҡлаған ирҙең башҡаса сыҙап ултырыр әмәле ҡалманы. Арзанлы пи-нжәгенән, күлдәгенән, һырма салбарынан нисек етте шулай ҡотолғандан һуң арыҡ, кәлберләк кәүҙәһен Гөлзифаға һыйын-дырҙы.
Ярты төн ауғас ҡатын ләззәтләнеп арыған дымлы яланғас кәүҙәһен иренә һылаштырып йыбанып ҡына өндәште:
-Хәйбулла, бер кем дә ҡамасауламағанда ҡайһылай һәйбәт, рәхәт, ә?
- Ҡәйнәм менән килешә алманыҡ шул, бөтә талаштың сәбәпсеһе ул ғына. Ус аяһылай ғына өйҙә аҙым һайын күҙгә төшкән сүп һымаҡ ҡаҙалды ла торҙо.
- Әйҙә әбейҙе аласыҡҡа күсереп һалайыҡ, ә? Унда мейес тә бар, урындыҡ та. Нигеҙен нығытып стеналарын һылап ағар-тып ебәрһәң, үҙе бер торлаҡ булырлыҡ. Ҡәйнәмде ситкә типмәйбеҙ ҙә инде, үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Шул турала урамда һеҙҙең эргәләге күрше Фәриғә әбейгә лә әйтеп торҙом әле.
Хәйбулла арҡаһын биреп боролоп ятты.
- Хәйбулла, ә, Хәйбулла… - Гөлзифа көсләп тиерлек иренең йөҙөн үҙенә борҙо, шырт биттәрҙе иркәләне, эҫе тыны мен-ән тәнен бешерҙе. Әле шауҡымы ла сығып бөтмәгән араҡы ҡеүәте, ҡайнар тын, ҡуҙғытҡыс еҫле, йомшаҡ, яланғас тән бөтәһе бергә буталды…