Өйҙәге ике ҡатын араһындағы һалҡын мөнәсәбәт тора-бара дошманлыҡҡа әүерелде. Бибиәсмәгә лә ауыр. Булған йорт мә-шәҡәттәре уның өҫтөндә. Ҡышын -йәйен шишмәнән бөксөңләп һыу ташыған да, кер йыуған да, тамаҡ бешергән дә ул. Кил-ен кеше эшенән ҡайта ла йәш ҡыҙҙар һымаҡ көҙгө ҡаршыһына баҫып бит-йөҙөн һыйпаштырып кейенеп яһана ла урам ҡыҙ-ырырға сығып китә. Өйҙә сағында ла ҡырын ятып көнбағыш сиртә-сиртә китап уҡый. Ҡәйнә үпкәләңкерәп өндәштеме - оло ғауға!
Донъя тотҡаһы булып йәшәп ята ине әле, көтмәгәндә әсәһе ҡазаланды, Үткән көҙ ҡарлы-ямғыр өҙлөкһөҙ һибәләп оҙаҡ ма-ҙаһыҙланы. Шунан шыҡырлатып туңдырып та ҡуйҙы.
Тирә-яҡ әҙәм йөрөй аламаҫлыҡ һырғалаҡҡа әүерелде. Ҡабаланып аяғына һыр-һыҙ кәлүш кенә ҡатып утынлыҡтан тап-топ күтәреп килгән Бибиәсмә, тайып кит-еп, тупһа ауыҙына һалынған яҫы таш өҫтөнә йәнтислимгә ултыра төштө. Район дауа-ханаһына алып барһалар, умыртҡа һөйәгенең бил бүлеге һынған, тип әйттеләр. Кендектән түбән ағзалары кәүҙәгә буйһон-маҫ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Ауырыуҙы урын юҡлыҡҡа һылтанып кире алырға ҡуштылар. Бибиәсмәне өйгә алып ҡайтҡас оло ғауға ҡупты - килен кеше шуны ғына көтөп йөрөгән, тиерһең. Ҡәйнәһен төпкө бүлмәләге диванға индереп һалғас, уратып-суратып тормай тураһын ярҙы:
- Тимәк, һинең әсәйең төпкө яҡты ҫаҫытып ятырға тейеш, беҙ өсәүбеҙ был яҡта!
- Әсәйҙе ял итергә генә ҡайтарҙылар, кире больницаға бара ул.
- Дауалай алғандарҙы унан ҡайтармайҙар!
Әсәнең күҙҙәрендә ҡайнар йәш эркелде лә йонсоу йөҙө буйлап түбәнгә һар-ыҡты. Ул башын ситкә борҙо.
Ҡатын әйберҙәрен йыйып иҙән уртаһына өйөргә кереште.
- Ҡайҙа төйнәлә башланың, һантыйланма әле!
- Етте, түлһеҙ ир менән йәшәү ялҡытты! Эшкинмәгәнлеген йәшереп төнө буйы һүрәт төшөрөп маташҡан була, худож-ник! Ә миңә ир кәрәк, төнө буйына кәрәк! - Гөлзифа тирмәндәй осаһын, мул түштәрен һелкетте.
- Ҡысҡырма, барыбер ҡурҡмайым. Иң тәүҙә һүрәтемде эшләй, шунан рәхәтләнеп- кинәнеп битемә ҡара һибә. Ир булһаң, улайтҡансы тураһын әйт!
Ошо ерҙә Хәйбулланың түҙеме бөттө, йән асыуына туңҡайып әйберҙәрен төйнәп маташҡан бисәһенең артына типте. Уны-һы аш бүлмә яғына һөрлөгөп барып ятты ла әсе сәрелдәп ебәрҙе. Ғүмерҙә ҡул күтәрмәгән иренән быныһын көтмәгәйне. Ул кейенде лә илай-илай сығып йүгерҙе.
Был юлы әйберҙәрен тейәргә техника бирмәгәндәрҙер, егеүле ат алып килде. Ҡатыны күсенгән арала Хәйбулла башын ба-ҫып утынлыҡта өҙлөкһөҙ тәмәке быҫҡытты.
Хәйбулла өсөн ҡара көндәр башланды. Бөтә ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәре, ир хәстәре өҫтөнә ауҙы: фермаһына ла йүгерә, өй-ҙәге малын да ҡарай, икмәген дә былсымлатып йә ҡара көйҙөрөп бешереп алған була, ҡаҡашып киткән күлдәктәрен дә сай-ыштырып элә. Иң ауыры әсәһенең хәжәттәренә булышыу. Больницанан алып ҡайтҡан махсус тасты әсәһенең осаһы аҫтына тығыу ҡыйын түгел уға, тартыныуҙан, зәғифлегенән ғәрләнеп илаған әсәһен күреүе ауыр.
Хәҙер һүрәт төшөрмәй Хәйбулла. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем баш баҫып эшләй-эшләй ҙә ҡайтыу яғына тәнтерәкләй. Малсылар йортон да онотто, әшнәләренә лә берекмәй. Гөлзифа ла эшләп йөрөй, һауымға китешләй йә ҡайтышлай осрашт-ырғылай, тик бушлыҡҡа ҡарағандай бер-береһен шәйләмәй үтәләр. Гөлзифаның әхирәттәренә эйәреп кәйеф-сафа ҡорорға яратыуы тураһында ла хәбәрҙе еткерҙеләр еткереүен. Хәйбулланың ни иҫе лә китмәне, хәҙерге ҡатындар ирҙәрҙән былай-ыраҡ ебәрә. Ул ғынамы, бөгөн ауыл ерендә эсмәгән кеше бармы икән? Тәрбиәле, аңлы халыҡ булып иҫәпләнгән уҡытыусы-ларҙан башлап тештәре төшөп бөткән ҡарттарына тиклем урамда һөйрәлеп йөрөй.
Хәйбуллаға ла эсергә табыуы күпкә еңелләште. Эш хаҡы бирмәгәстәр совхоз магазинынан кейем-һалым, сәй-шәкәр өләшкән булалар. Нимәгә ул Хәйбуллаға сепрәк-сапраҡ?! Араҡылата ала. Ҡайтып инә лә мейеһен игәгән ауыр уйҙарҙан арынырға теләгәндәй сираттағы араҡыны өҫтәлгә тыпылдата.
Оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте. Ҡояш аҡ юрғанын ябынып иҙерәп йоҡлаған ер өҫтөнә иркә нурҙарын йәлләмәйерәк һибә баш-ланы. Яҙ яҙ инде. Март баштары булыуға ҡарамай ҡыйыҡтарҙан тамған тәүге тамсылар иртә ярмалана башлаған ҡарҙы кө-мөш суҡыштары менән сут та сут суҡырға тотондо. Йылы ел урман-ҡырҙарҙы урап яңы тиртә башлаған бөрөләрҙең әскелтем, ҡарағай тубырсыҡтарындағы имшегән сайыр еҫтәрен ауыл урамдарына килтереп тултырған. Ала-солаланып урыны менән асылған ерҙәрҙә ирәүәнләп йөрөп ҡара ҡарғалар тибенә. “Ҡарға килһә ҡар китә”, ти халыҡ мәҡәле, тиҙҙән бар тирә-яҡ ҡыш-ҡы юрғанын һалыр һәм миҙгел тулыһы менән үҙ хаҡимлығына күсер.
Иҫерткес, ярһытҡыс яҙ еҫе. Шуғалырмы бер кем дә өйҙә бикләнеп ултырырға те-ләмәй, һәммәһе тышта. Өлкәндәр ирегән ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сарҙы өйөштөрә, кәртә ҡураға йүнәлгән бәләкәй йырғанаҡтарҙы ситкә бора, ҡыш оҙоно келәт-аҙбар ураталарына тыңҡыслап тултырылған көрттө ситкә ырғыта.Ҡатын-ҡыҙ тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт мәшәкәттәренән әҙ-гә генә булһа ла арынып ик-ешәре-өсәре бергә йыйылып ауылдың һуңғы яңылыҡтарын бүлешә. Көн йылытҡан һайын яйлап уларҙың һаны ла артасаҡ, малдың ҡырға сығыу, көтөү ҡыуыу мәле етеүгә уларҙың өйкөлөшөүе үҙе бер баҙарға әүереләсәк. Бала-сағаның ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Ҡағыҙ елкәнле кәмәләрен йөҙҙөрөргә теләп яңы күренә башлаған йырғанаҡтарҙан быуа быуып ҡарайҙар ҙа, ат тояғы ҡәҙәре генә күләүектәргә риза булмайынса, сыр-сыу килеп еүеш ҡарҙы әүәләп Ҡыш бабай яһарға керешеп китәләр, йә бер-береһенә ҡар бәрешеп уйнай башлайҙар.
Яҙ байрамы яҡынлашты. Яҡындарына бүләк эҙләп ир-ат магазин юлын тапаған була. Ауыл ерендә, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ-ҙарға бирерлек сәскә, гөлләмә-маҙар табып булмай, шулай ҙа кеҫәләренә яулыҡ йә хушбуй тығып сығалар.
Хәйбулла ла тәмәке алырға тип шунда боролдо һәм магазин ишегенең төбөндә Гөлзифа менән саҡ бәрелешмәне.