Хыялында йөрөткән, тик уның ҡайһылайыраҡ булырын күҙ алдына ла килтер-мәгән беренсе төнө ҡара мунсала үтте. Төн түгел, тәжрибәле сарсаулау ҡатын-кәнтәйҙең нәфсе һыуһынын ҡандырыусы ярым төш, ярым өнгә тартым һаташыулы мәл генә. Гөлзифа баҙнатһыҙ ҡыланған Хәйбулланың ҡулдарын үҙе тотоп кәрәкле урындарға йүнәлтте, тегеһе ары ла килбәтһеҙ маташҡас ҡыйыу ҡыланып үҙе тотондо; аҫта ҡалды, әйләнеп өҫкә ҡалҡты, ағасҡа уралған быуар йыландай борғаланды-һыр-ғаланды, ыңғырашты, наҙлы иңрәне, һыуһынын ҡандырып ярһып, ҡойондай бәүелеп бушанған мәлдә буҫлығып иларға тот-ондо. Мунсанан Хәйбулла ир булыуын тойоп ҡанатланып сыҡманы, бите-ҡулы ҡоромға буялып килеп сыҡты.
Хәйбулланың артабанғы яҙмышы еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Ҡайнар ҡосаҡ уны тотошлайға үҙенә тартып алды. Гөл-зифа ла оҙаҡҡа һуҙманы, бер нисә тапҡыр шул мунсала ҡунып сыҡҡандан һуң бүлексәнән арбалы «Белорусь» һорап алып, кейем-һалымын, һыйырын тейәп ҡайтып төштө һәм… йөктө тура Хәйбуллаларға бушатты. Үҙенең был ҡылығын ябай ғына аңлатты:
- Ҡабат-ҡабат тейәнеп йөрөгәнсе… Теге әрпештән яйлап, судлашып айырылышам әле. - Алдында тәүге ире торғандай итеп янап та алды. - Минән еңел генә ҡотолормон тиһеңме, килеп сыҡмаҫ, алиментыңды ҡайыртып алырмын!
Яҙылмаған ҡанундарҙы, йолаларҙы һанлаған, шуларҙы еренә еткереп атҡарып, шартына килтереп йәшәргә күнеккән ауыл халҡы аптырашты. Ғәйбәтләргә әүәҫ ауыл ҡатындары телдән яҙҙы. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа арттырып, ҡабартып бышылдарлығы ҡалманы, бөтәһе лә асыҡ, күренеп тора. Хәбәр сурытырға оҫтараҡтары ғына бот сапты:
- Китсе, яусылау, кәләш әйттереү, туйлап алыу заманалары һағынып һөйләргә генә ҡалды микән ни инде! Ахрызаман бисәләре, ҡарыулы үгеҙ танһыҡлаған күпҡасар тана ише, ирҙән иргә күсенеп йөрөй ҙә ҡуялар.
Хәйбулла Гөлзифаларҙан сығышмай башлағас әсәһе үпкәләп әйтеп тә алғайны:
- Улым, һиңә балалы ҡатындан башҡа ҡыҙҙар бөткәнме? Ҡылый булһа ла, ҡыҙ яҡшы, тигәндәр боронғолар. Алам тигәнең дә иренән закунлы айырылмаған, уныһы килеп тауыш ҡуптарып йөрөр тағы. Һылыулыҡты бит баҙарға сығарып һатып булмай. Һиңә йәшәргә…
Өгөтләүҙән уҙғайны шул Хәйбулла, күҙҙәре тонғайны.
Гөлзифа көпә-көндөҙ күсенеп килеп төшкәс, Бибиәсмә бөтөнләй эсенә йомолдо.
Килен төшкән көндө үк ҡазаланып та ҡуйҙылар: күсенеп килгән мал кәртәгә инеүгә тарбыҡ мөгөҙҙәре менән хужа һыйыр-ҙың эсенән үтә алды.
Ә йәштәр арыу ғына йәшәп китте һымаҡ башта. Гөлзифа фермаға кире һау-ынсы булып урынлашты. Бәләкәй Кәрим ике өй араһында йөрөй шунда. Бибиә-смәнең шомланыуы ла бушҡа булды. Күрше ауылдағы ир килеп даулашып, тауыш сыға-рып йөрөмәне, Гөлзифа вәғәҙәләгәненсә, шартына килтереп айырыл-ышты, ә бына Хәйбулла менән законлы нихаҡҡа инер-гә ашыҡманы. « Ҡағыҙҙа яҙылышмаһаҡ та йәшәрбеҙ әле, буштан килгән аҡсанан, алименттан, баш тартайыммы инде?», - тине лә ҡуйҙы.
Ҡәйнә менән килен араһы бер ҡыйыҡ аҫтына ингәндә үк һалҡын ҡалғайны, артабан да шул килеш үҙгәрешһеҙ дауам итте. Ирәбеләнеп көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, ултырған саҡтары ла булманы.
Тағы Гөлзифа нишләптер башҡаса ауырға ҡалманы. Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп ике-өс йыл йәшәп тә ташланылар, ул ни ҡылъяймай ҙа, төйөрөм кәүҙә-һен ымһындырғыс уйнаҡлатып йөрөй бирә. Хәйбулла һүҙ ҡуҙғатырға самала-ғайны ла ҡатынының яуабы ҡыҫҡа булды:
- Күреп йөрөйһөң, мин бит үтә лә дәртлемен, сәләмәтмен дә. Ғәйеп, бәлки, һиндәлер…
Ир тертләп китте. Ошо көндән ҡатынының түбәнһетеп, кинәйәләп әйткән иҫкәр-мәһе күңеле төбөнә юшҡын булып ултырҙы, үҙенә ышанмау тойғоһон, шикләнеүен көсәйтте. Былай ҙа ҡайнарлығы кәмей барған араларынан һалҡынлыҡ йүгереп үтте. Ир кеше көн дә эштә һин дә мин йөрөй, әммә кис етһә быуындарын хәлһеҙлек ҡоршай, булмышын икеләнеү биләй. «Гөлзифа теләп тә риза итә алмаһам?.. Түбәнһетеп берәй һүҙ ысҡындыра ғына күрмәһен инде…» Ана шул эстән һыҙыу дәр-тен һүндерә, кәрен тотанаҡһыҙлай. Хәйбулла үҙенә лә аңлашылып бөтмәгән шул шомланыуын йыуып ташларға теләгәндәй, ныҡлап эсеп ҡайтҡан осраҡтары йышайҙы. Ҡатыны уны тыйырға уйламаны ла, хатта иҫерек ирен, ҡәйнәһенән ҡурсалап, яҡ-лашты. Яҡлашыуының сәбәбе - ире төшөрөп алһа ҡыйыулана, йәненә шайтан инеп оялаймы ни, түшәктә таң һыҙылғансы ыҙалатырға әҙер. Ҡушарлап эйәртенешеп йөрөп эстеләр. Ныҡлап байрам итһәләр, Бибиәсмәнең артыҡ һүҙенән ҡасып түбән-ге оста ҡунып ҡалалар. Иртәгәһен ҡатын иренең башын төҙәртеү сараһын таба, үҙе лә ҡоро ҡалмай. Араҡы ғаиләлә булған ҡытыршылыҡтарҙы яйға һалыу сараһына әүерелде.
Башлаған портретын барыбер бөтөрә, ослай алманы Хәйбулла. Бер нисә тапҡыр өйҙәгеләр йоҡлап киткәндән һуң, ут ҡа-быҙып өҫтәл артында уйланып һүрәткә текәлеп ултырҙы. Портрет тамамланған тиерлек, тик әлеге шул уны йәнләндерер һы-ҙат табылмай ҙа ҡуя. Ҡағыҙҙан һылыу йөҙөн йылмайтып йәш ҡатын ҡарай. Ҡара сәс бөҙрәләре аҡ маңлайға шәлкемләнеп һи-белгән, нимәлер һорарға йыйынғандай ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлгән, бәләкәй, ослайыңҡыраған танау, тумалап уймаҡла-нған бит алмалары, ҡабарынҡы ирендәр бергә ҡушылып шың-ғырҙатып көлөп ебәрерҙәр төҫлө. Күҙҙәр… Уларҙа аңлата алм-аҫлыҡ бушлыҡ, ула-рҙан һалҡынлыҡ һибелә. Тимәк, ул, күҙҙәрҙе килештерә алмаған. Әллә уның оҫталығы ла шул кимәлдә генәме? Күҙҙәрҙе еренә еткереп ҡағыҙға төшөрөү ябай эш түгел. Портретты портрет иткән төп нәмә бит ул күҙҙәр. Килеште-рҙеңме, ярты уңышҡа өлгәштең тигән һүҙ. Гөлзифаға һиҙҙермәҫкә тырышып уның күҙҙәренә төбәлеңкерәп ултырғаны ла бар. Тегеһе һиҙеп ҡалһа, «нимә үгеҙҙәй тексәйҙең, мине күргәнең юҡмы әллә?» тиһә, ҡабаланып ҡарашын ситкә бора. Бәй, ҡатынының күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә түгел, ҡарағусҡыл һоро ла баһа! Төнгө ижад эшендә кәрәкле төҫтө ҡулына алғайны ғы-на… Ах, харап итте - буяу һауыты төшөп китеп тиҫтәләгән ваҡ тамсылыр ҡағыҙға һибелде. Уны юйып ҡына бөтөрөрләк түгел, бөтә йөҙгә сәсрәгән. Хәйбулла ватманды йомарлап йәшерҙе лә утты һүндерҙе…