Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
6 Июль 2021, 17:38

Яҙылып бөтмәгән портрет (бишенсе киҫәк)

Әҫәрләнеп ярһып ҡайтҡан Хәйбулла илһамланып кисәге башлаған эшенә ултырҙы. Аҡ ҡағыҙҙағы ҡатындың йөҙө, яңы буяу-ҙар өҫтәлгәс, тағы асыҡлана, баҙыҡлана тө­ш­тө. Хәҙер портретҡа эске «йән» өрөүсе, үҙенә саҡырып тороусы һыҙат өҫтәйһе генә ҡалды. Ниндәй һыҙат, уны Хәйбулла әлегә белмәй, әммә тойомлай, мотлаҡ уны та­ба­са­ғына ышана.

Унда гәзит ҡайғыһы түгел ине. Алдашты. Ватман сығарып бөтөнләй икенсе шөғ-өлгә тотоноп китте. Таң әтәстәре ҡысҡырыу-ға унда һылыу ҡатындың асыҡ йөҙө һын­ла­н­ды. Тик портрет томанлы һәм тамамланмаған ине әле.
Иртәгеһен дә дәртләнеп осоп-ҡунып йөрөнө. Бесән-һаламын да иң беренсе булып алып килде, фуражсыны мыжытып сана-һына саманан тыш силос тейәп ташланы. Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып Тәтәй Мәрфуғаға тиҙәктәрҙе транспортерға этеп төшөрөргә ярҙамлаша башланы.Уныһы ғәжәпләнеүенән аңҡы-тиңке килде:
- Күпме генә тырышһаң да араҡым да, көмөшкәм дә, ҡойған балым да юҡ.
- Араҡыңды үҙең эс! - Хәйбулла баш бармағы менән эргәһендәрәк йөрөгән һау­ын­сының бөйөрөнә төрттө лә тегеһенең кинәнеп сырылдауынан ҡыҙыҡ табып ша-ң­ҡы­л­д­ата көлөп сығып йүгерҙе.
Ҡайтҡас әсәһен яңынан аптырауға һалып ҡуҫтарланырға тотондо. Булған күр-мәлекле кейемен кейҙе, оҙаҡ итеп ҡырынды, битен мул ғына итеп «Тройной» одеколон менән сылатырға ла онотманы. Сығыр саҡта көҙгөгә күҙ атты. «Кәләш алһаң ни була, бил­ем тота ла ҡуя. Йорт тирәһенә шыпа ярамайым». Күптән шул-айтып мыжыған Биб­и­ә­с­мәнең йөҙөнә серле өмөт ҡун-ды.
Гөлзифалар тәңгәлендә оҙаҡ тапанды егет. Үткә-һүткәндәрҙең күҙенә салынмаҫҡа тырыша үҙе. Тәҙрәләрендә ут күренһә лә мөгөҙһөҙ һыйырҙай барып инеп булмай ҙа.
«Һирәкләп булһа ла килгеләп йөрө, тине бит», - тип үҙен-үҙе дәртләндергәс ҡыйыуланып ишек тот­ҡ­а­­һын тартты.
- Шаҡып инһәң ни була, һөмһөҙ, төн ҡарағы һымаҡ йөрөп ята тағы! - Ҡурҡып киткән булды Гөлзифа. Үҙе өҫтөндәге ҡыҫҡа халатының итәктәрен тартыштырҙы, иҙеүен ҡулдары менән бөрҙө. Шулай ҙа йөҙөндә шелтә, асыу күренмәне.
Аш өйҙөң урындығында уйынсыҡтарын йәйеп ташлап уйнап ултырған өс-дүрт йәштәр самаһындағы ир бала инеүсегә сәйерһенеп текәлеп ултырҙы ла, ҡулына эл­әк­кән уйынсығын тотоп төпкө бүлмәгә атланы.
Ишек төбөндә торған Хәйбулла ла, ниһайәт, телгә килеп, инеү сәбәбен аңлатты:
- Ней, ярма кәрәкмәйме, тип боролғайным да.
- Шул тиклем ярмаң мулмы ни?
- Табырға була.
- Ни хаҡ?
- Һиңә тигәндә бушлай.
- Рәхмәт инде, ирһеҙ бисә тураһында улайтып ҡайғыртып йөрөгәс. Заманалар үҙ­гә­рә, совхоз мөлкәтен дә кейенеп-яһанып ҡына йөрөп һаталар. - Гөлзифа хәйләнең нигеҙһеҙ икәнлегенә ишараланы. - Әйҙә үт, атайымдар күршеләргә һуғым итенә сыҡ­ты­­лар.
Инеүсе, кәпәсен сатына йомарлап, ишек төбөнәрәк ултырҙы. Гөлзифа сәй әҙерләргә тотондо: электр сәйнүген тоҡандырҙы, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп булған һыйын теҙ­ҙе. Шул арала хәбәрен һөйләп йөрөй:
- Күршеләр миңә лә өндәшкәйне, барманым. Яңғыҙ үҙем күҙгә төшкән сүп һымаҡ ултырғым килмәне. Тағы ҡарт-ҡороноң килделе-киттеле хәбәрен тыңлап ултырайыммы?
Хәйбулла Гөлзифанан күҙен ала алманы. Уның сәләмәт, таушалмаған һылыу йө-ҙө, һо­м­ғол буй-һыны албырғатты. Ымһын-дырғыс тығыҙ балтырҙарҙы, тумалаҡ янбашы халатҡа саҡ һыйып бытлығып тора, эйелгәндә мул түштәре иҙеүҙән тот-ошлайы менән тейер­лек күренеп ҡала. Әллә халатты шыр яланғас тәненә кейгән инде?..
Ашарҙай булып таһырайған ҡарашты ла һиҙә йәш ҡатын, ләкин ниғмәттәрен ҡабат­тан боҫормалап йәшерергә ынтылмай, киреһенсә йә халат итәктәрен ялпылдатып асып ебәрә, унан ҡалһа килешле генә итеп янбашын мыймылдата, күк-рәксәһеҙ түштәрен бәүелтә…
Егеттең танауына ҡуҙғытҡыс та танһыҡ та ир көҫәгән ҡатын-ҡыҙ еҫе бәрелгәс башы әйләнеп китте, тотош тәненән аң-лайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтте, теҙ-быуындары ҡалтыраны, мейеһен иләҫ-миләҫ хыялый уй йыбырлатты: “Их, бисәң ошоноң ише булһа ине…”
Сәй янында ла ҡунаҡ һүҙҙе ялғап ҡыйыуланып китә алманы. Гөлзифа һаман да үҙе генә һөйләнеүендә булды:
- Иремдән айырылам мин. Йәшәрлек рәт ҡалманы, ҡанһыҙ кеше булып сыҡты. Ауылдағы бөтә ирҙәрҙән көнләй бына. Көнө буйы совхоз йомоштарына йөрөй-йөр­өй ҙә төнө буйы, араҡыға алданып, кем етте шуға тракторы менән кәбән тарттыра. Таңға ҡарай ғына лаяҡыл ҡайтып инә, дау ҡуптарып талашырға, туҡмарға тотона. Ул юҡта уйнаш итеп ятам, йәнәһе.
Оҙаҡ итеп тәфсилләп ирен яманлай. Әйтерһең дә алдында ауылдашы түгел, уның ялыуын тыңлаусы прокурор ултыра.
- Ҡайтайым инде. Баяғы әйткәнде иртәгә ҡараңғы төшөүгә килтереп китермен. -Ҡунаҡ урынынан ҡалҡынды.
Ҡатын соланға оҙата сыҡты. Өҫтөнә кейеп тә торманы. Хәйбулла солан ауыҙында, үҙенең хис-тойғоларын белдерергә теләгәндәй, йомшаҡ йылы ҡулдарҙы ҡатҡан уста­р­ы­на йомарланы:
- Ярай хушығыҙ…
- Уй, ҡалай һалҡынайтҡан, өтөп алып бара! Килгеләп йөрө, һыуыҡтан булһа ла йылытып… - Гөлзифа түштәре менән егеттең иңбашына яңылыш ҡағылғандай итте. Уларҙың ҡуҙғыулы тығыҙлығы фуфайка аша ла тойолдо. Егет башҡаса тый-ылып ҡала алмай ҡатынды һығып ҡосаҡланы, ирендәренә үрелде. Оҙаҡ үбешеүҙән тотош кәүҙәһе йомшарған Гөлзифа тыны бы­у­ы­лып бышылданы:
- Иртәгә кил… Мунса яғабыҙ… Кискеһен һуңғыһына инермен…
Әҫәрләнеп ярһып ҡайтҡан Хәйбулла илһамланып кисәге башлаған эшенә ултырҙы. Аҡ ҡағыҙҙағы ҡатындың йөҙө, яңы буяу-ҙар өҫтәлгәс, тағы асыҡлана, баҙыҡлана тө­ш­тө. Хәҙер портретҡа эске «йән» өрөүсе, үҙенә саҡырып тороусы һыҙат өҫтәйһе генә ҡалды. Ниндәй һыҙат, уны Хәйбулла әлегә белмәй, әммә тойомлай, мотлаҡ уны та­ба­са­ғына ышана.
(Дауамы бар)
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: