Һиҙҙермәй ваҡыт үтә торҙо, Хәйбулла ла йәшәүенә әкренләп күнекте. Һәр хәлдә, элекке һымаҡ сәбәләнеп бармай. Ферма тәртиптәренә лә өйрәнде, үҙ әшнәләре, үҙ ҡоро бар. Ауыр хеҙмәткә лә үңәсе өҙөлә яҙып ихлас йәбешмәй, үҙе һиҙмәһә лә оһоллана төштөмө, әллә илке-һалҡыраҡ тотонғанғамы, ҡара тир түкмәй һәр хәлдә. Йәй көндәре йәйләүҙән ҡайтып инмәйҙәр тиерлек, сиратлап һауым һыйырҙарын көтәләр. Тән генә түгел йән дә ял итер илаһи мәл. Онотолоп хозур тәбиғәт ҡосағына сумаһың: теләйһең икән сәғәттәр буйы ҡайҙалыр ағылған болоттарға текәлеп хыялланып ятырға мөмкин, йә булмаһа тал-сыҡҡансы китап уҡы, бер кем ҡамасауламай. Эргәлә генә уфылдап һыйырҙар утлап йөрөй. Һауа аңлата алмаҫлыҡ ҡуйы үлән, сәскәләр еҫенә тулған. Үләндән үләнгә һикергеләп сиңерткәләр йырлай, кемуҙарҙан ҡоштар сирҡылдаша. Һырғый аҡ ҡай-ындар һылашып үҫкән бейек тауҙың түбәһе күк сатырына барып ялғанған һымаҡ күренә. Өҫтә, бик бейектә, зәңгәр яулығын болғай-болғай һағым бейей. Рәхәт! Ҡайһы ваҡыт Хәйбулла илһамланып китеп кеҫәһенән ҡәләм киҫәге килтереп сығара ла тәмәке ҡабына күргәнен төшөрөргә тотона. Тик был ҡап тәмәкеһе бөткәс тә ситкә ырғытыла…
Һауым көтөүе ҡураларға индеме, игеҙәктәр һымаҡ бер-береһенә оҡшаған ялҡытҡыс көндәр башлана. Эштән һуң өшөгән тараҡандар ише малсылар өйөнә йыйылалар. Бында буйҙаҡтар урыны. Ғаиләлеләр, ҡатын-ҡыҙ ҡайтырға ашыға, улар бында етәкселәр йыйғанда ғына инеп күренә. Малсыларҙы әүәлгеләй йыш йыймайҙар, урындағы түрәләр ҙә, килгәндәре лә зар-ураттан ғына баш тығалар был мөйөшкә. Билдәлелек, үҙаллылыҡ ғәләмәтелер. Үткәндә китапханасы килеп эскелеккә ҡар-шы көрәш темаһына әңгәмә үткәрергә маташып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы. Яһил берәү, урынһыҙыраҡ булһа ла, араҡы дауайлай башлағайны, нотоҡсо үҙе лә ҡушылып юғарыла ултырған башһыҙ етәкселәрҙе тиргәргә кереш-еп китмәһенме! Араҡыһыҙ арҡыры ятҡан бүрәнәне буйға һалып буламы, ҡунаҡ саҡырып туй үткәреп ҡара, улар юғарыла ултырып ауыл халҡының хәлен ҡайҙан ғына аңлаһын, фәлән дә фәсмәтән. Осрашыу Мәскәүҙәге хөкүмәтте отставкаға еб-әреүҙе талап итеү хәленә барып етте.
Ҡалған көндәрҙә йыйылыу ошонан сығышмағандар ғәҙәте буйынса үтә. Тәүҙә бөтәһе лә йыйылғансы оҙаҡ итеп тоҙһоҙ көләмәстәр һөйләнелә. Көлкөләре кил-мәһә лә һаһылдашалар. Сөнки улар ҡабат-ҡабат һөйләнелгән, теңкәләренә тейеп бөткән. Тел сарлау тейешле йүнәлеш алғансы шулай дауам итә. Фәлсәфә кәрәкле урынға килеп терәлгәс кемеһелер саҡ ҡына «туғарылып» алырға тәҡдим итә. Ризалашалар. Сөнки сиратсы күптән билдәле, һый табыу уның эше. Был бихисап атҡарылған йола бөтә нескәлектәренә еткереп яйға һалынған. Уны бөтөрөү, үҙгәртеү, ҡаҡшатыу мөмкин түгел.
Шулай кисҡырын «туғарылып» алған Хәйбулла, аяғын санаға кирә баҫып, атын йән фарманға саптырып ҡайтып килә ине:
- Ай, тапатаһың! - тигән сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы.
Егет бөтә көсөнә дилбегәне үҙенә тартты. Ат үрәпсеп шып туҡтаны. Алда ауыҙлыҡты шаҡара тотоп торған ҡатын-ҡыҙ төҫмөрләнде.
- Мин. Ҡурҡыттың. Рөхсәт тә һорап тормай өҫкә менеп киләһең… - Ләкин һалҡындан биттәре алһыуланған, сәс шәлкеме маңлайына туҙышып төшкән һылыу ҡатындың йөҙөндә еңелсә ярһыуҙан башҡа ҡурҡыу әҫәре күренмәне.
Хәйбулла сәбәпһеҙгә ҡыҙарынып китте:
- Әйҙә ултыр, өйөңә апарып ҡуям. Ул килбәтһеҙ сүгәләне, аяҡ аҫтындағы һаламды сананың ҡанат яғына ҡайырҙы.
- Утырам инде, утырмай тағы, ҡурҡыуҙан тубыҡтар дерелдәй, атлай алмайым, - тине лә Гөлзифа егеттең ҡабырғаһына һыйынып тиерлек ултырҙы.
Ат керт-керт баҫып әкрен генә атлай. Был илаһи минуттарҙы оҙайтырға теләгән Хәйбулла ла уны ашыҡтырмай. Осрашыу көтөлмәгәнерәк булғанғамы аҙаны ла ҡалды, телгә йүнле хәбәре лә килмәй.
Гөлзифа билдәһеҙ ишаралап яурындарын йыйырып ҡына ҡуйҙы:
- Һинең һымаҡ күңелгә ятҡаны осрамай.
- Дәртле сағыңда өйләнергә кәрәк.
-Әллә?.. - Гөлзифаның ҡаштары юғары сөйөлдө. Ул күсерҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп мәғәнәле йылмайып ҡына ҡуйҙы.
- Ҡарттарыңдың хәлен белергә ҡайттыңмы?
- Ниңә уларҙың хәлен белергә, яталар шунда дәүләт елкәһендә пенсияларын ашап.
- Т-р-р-ррр. Һүҙгә әүрәп өйөгөҙҙө үтеп тә барабыҙ.
- Рәхмәт изгелегеңә. Бында кистәрен эс бошоуҙан үлерһең, биллаһи. Ҡайтҡаныма аҙна тулып үтте, инеп хәлде белеүсе лә юҡ. Ҡунаҡ итеп саҡырмайым, килгеләп йөрө… Гөлзифа торҙо, ултырғанда тығыҙ балтырҙары буйлап өҫкәрәк шыуған күлдәк итәктәрен килешле итеп тубығына тартты ла ярһыулы йылмайыуын атып боролоп та ҡарамай өйөнә инеп китте.
-Э-э-э-эх! - Хәйбулла йөрәгенә ҡайнар ҡан бәреүгә сыҙаша алмай кирелеп сыбыртҡы осон атының һыртына тамыҙҙы. Са-наның артынан ҡар бураны ғына уйнап ҡалды.
- Әсәй! Әсәй! Ҡайҙа минең буяуҙар?! - Дөбөр-шатыр килеп инеп өҫтөн һалыр-һалмаҫтан егеттең әйткән һүҙҙәре шул бул-ды.
-Һалған урыныңда яталыр, мәктәп балаларына Яңы йылға гәзит сығарып булаша инең түгелме? Ашап ал башта, картуф та ҡурғанмын, сәйем дә күптән ҡайнаған. - Улының шарҙауай ҡылығына өйрәнмәгән әсәһе аптырабыраҡ ҡарап ултыра.
- Мин туҡ, шул гәзитте ослай һалырға кәрәк, иртәгә үк һүрәтле гәзит таптырып килеп етерҙәр еүеш танауҙар. - Хәйбулла сәбәпһеҙгә киң итеп йылмайып ебәрҙе.