АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
4 Июль 2021, 15:46

Яҙылып бөтмәгән портрет (өсөнсө киҫәк)

Баҫылды Хәйбулла. Элекке һымаҡ эшенән ашығып ҡайтып буяуҙарға йәбешмәй хәҙер...

Ҡалды. Управляющий үҫмерҙең сибек кәүҙәһенә ышанмайыраҡ ҡарап алһа ла ғар­и­заһының мөйөшөнә ризалығын белде-реп сыймаҡланы.
Яңы урынға ауыр күнекте Хәйбулла. Тәүге мәлдә эш уның өсөн ысын мәғәнәһендә көн дә ҡабатланып торған тамуҡҡа әүерелде. Көҙ көндәре ферманан саҡрым самаһы ситтә урынлашҡан сеновалдан атҡа тейәп бесән, һалам ташыуға биреш-мәһә лә, ҡыш күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ауыр ҡырҡҡыс менән силос соҡоуҙары йонсотто, үҙәгенә үтте.
Бер көн уның мөсһөҙ һелтәнеүен ситтән күҙәтеп торған Яңыбай аушаңлата баҫып янына килде лә ҡулдарын уның иңбаш-ына һалды:
- Ыҙалама, әҙерәк хәл эсеп ал, - һыйыр башындай туң силосты аяғы менән типкеләп тартып шунда ултырҙы, янынан ур-ын күрһәтте. Армияла хеҙмәтен тултырып ҡайтып бында хәтһеҙ генә эшләргә лә өлгөргән егет үҙен һауалыраҡ, өҫтөнөрәк тота. Әле ул һөйәлләнеп ҡатҡан бармаҡтарын йәпһеҙ хәрәкәтләндереп фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе лә эсе тәңгәленән гранатаһына йәбеш-кән яһил яугирҙәй ҡағыҙ тығынлы шешә килтереп сығарҙы. Костюмының түш кеҫәһенән ҡаҡашып ҡатҡан ҡырлы стакан алғас бармағын тығып бер килке һауыт эсен таҙартып аҙапланды, шунан тегенең ярты­һ­ы­на тиклем буҙ шыйыҡса ҡойҙо. Шыйылдатҡансы ситкә өргәс ҡулындағыһын тотошлайы менән күккә өңрәйгән ауыҙына түңкәр-ҙе. Йотоп та аҙапланманы хатта, бары ҡурылдайы ғына хәтәр һикереп ҡуйҙы.
Шундай уҡ өлөш Хәйбулланың ҡулына күсте. Уның һауытты ҡулында әйлән­де­ргеләп, еҫкәп ҡарап маташҡанын күргән Яңыбай асыулы ыҫылданы:
- Йә, нимә унда ҡыҙлығы алынмаған кәнтәй һымаҡ ҡыланаһың? Йот! Закуска һо­ра­ма, уныһын ҡайтҡас ҡабырһың.
Резина, көйөк, тағы әллә ниндәй еҫтәр аңҡыған көмөшкә бигерәк зәһәр икән.
- Нисек?
Тегеһе аңламағандай яурынын йыйырҙы.
- Нисауа, өйрәнерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Тура килһә, яҙа ебәрмә, беҙ­ҙә унһыҙ булмай. Был дауа ары-ғанлыҡты шунда уҡ һыпырып төшөрә. - Иркенләп фәлсәфә һатырға керешкән Яңыбай малсыларҙың аттарын келәттәр яғына ыңғай­ла­т­ыуҙарын күреп ҡалды шикелле, һырыған салбарының төбөн ҡаҡҡылап урынынанторҙо. – Ярай, уҙғалайым, булма-һа, минең дә ярма алынмаған әле. Һинең өлөштән бер тоҡ алам, буштың атаһы үлгән… - Хәйләкәр күҙ ҡыҫты. Ул был мәлдә һабаҡ биреүсе уҡытыусыны хәтерләтә ине.
Хәйбулла көн дә эңер төшкәс эштән ҡайтып арлы-бирле ҡапҡылай ҙа үҙенең буяу­ҙарына йәбешә. Тик илһамланып йәйғор буяуҙарҙың мөғжизәле, тылсымлы донъяһы­на сума алмай. Теләкһеҙ башҡарылған ауыр эш уның көндәлек дәртен, дарманын һу­рып алған. Көрәк, һәнәк, ауыр лом тотоп ҡатҡан бармаҡтары уға буйһоноуҙан баш тарта, ҡағыҙға яғылған юлдар дерелд-әй, тарала, күҙҙәр йомола…
Ваҡытлы ғына ҡалырға уйлаған Хәйбулла оҙаҡланы эшендә. Хәрби хеҙмәткә лә алманылар уны. Комиссияла ултырған хирург бик оҙаҡ итеп ентекләп тикшергәндән һуң, ҡустым, военкоматта ултырғандарға әйт, һине ҡабат-ҡабат саҡыртып йөҙәт­мә­һендәр, тип төңөлдөрөп ҡайтарҙы. Оялды, түбәнһенде, үҙен башҡаларҙан кәм итеп, зәғиф итеп тойҙо. Шулай эстән һыҙып, көйәләнеп йөрөгәндә йөрәген тағы бер ваҡиға көйҙөрөп үтте - Гөлзифа ҡапыл ғына күрше ауылдағы тракторист егеткә кейәүгә сығып китте.
Шул хәбәрҙе ишетеп иҫәңгерәгән, һеңгәҙәгән егет малдарға һалам таратты ла күрше аҙбарға ыңғайланы. Ҡайтырға йый-ынып атын туғарып аҙапланған Яңыбайҙы күргәс, вайымһыҙ күренергә тырышып, янына барҙы, тартҡыһы килмәһә лә, тәм-әке һорап алып тоҡандырҙы, эргәһендәге һыйырҙар ышҡынғанға йылтырап ҡатҡан бағанаға һөйәлде:
- Әйҙә, эсәбеҙ.
- Нимә?! - Яңыбай аптырауҙан ауыҙын асып ҡатты ла ҡалды. Иҫен йыйғас һыҙ­ғырып ебәрҙе. - Бына был исмаһам номер!
- Миндә ярма бар, һинекен ҡушайыҡ та…
- Һе! Тормош шулай өйрәтә шул, бер ниндәй ҙә мәктәп дәреслеге кәрәкмәй, - Яңыбай эшлекле ҡуҙғалып яңынан атын егә башланы.
Улар иң тәүҙә еңдәрен еҫкәй-еҫкәй аҙбар мөйөшөндә эстеләр. Етеңкерәмәгәс, Яң­ы­б­ай «ҡара көнгә» ҡалдырған запасын сығарҙы. Шунан клубҡа киттеләр. Унда кү­т­әр­мәлә тороп ауыл егеттәренә ҡушылып тағы бер яртыны бушаттылар. Хәйбулла эскә инеп йыйылған йәштәрҙе аптыратып көйгә тап килтермәй баҫып оҙаҡ итеп бейене, күҙҙәре алдынан таныш һәм таныш булмаған йөҙҙәр өҙлөкһөҙ йүгерәшә ба­ш­ланы, стена зырлап әйләнде, клубтың түшәме ишелеп төшкәндәй булды. Башы ҡаты сат­науҙан, ауыҙы кибеүҙән уянып китте. Өйҙәрендә ята икән. Әсәһе маңлайына һал­ынса устарын баҫҡан да хәсрәтле ҡарап ултыра.
Баҫылды Хәйбулла. Элекке һымаҡ эшенән ашығып ҡайтып буяуҙарға йәбешмәй хәҙер. Кистәрен салҡан төшөп түбә таҡ-таһына текәлеп онотолоп ята, йә булмаһа яңғыҙы урам гиҙергә тотона. Йәштәргә лә ылыҡҡыһы килмәй. Башҡаларға оҡшарға тыр­ы­шып тәмәке төтәтергә өйрәнеп алды. Элек малсылар арт-ыҡ һүҙ ысҡындырғанда бурҙаттай ҡыҙарған егеттең теле туп-аҫланды, уҫалланды. Хатта бәғзе берәүҙәрҙе уҙҙырып та ебәрә. Шу­л­ай бысраҡ, шөкәтһеҙ урынға килеп юлыҡтымы икән ни?! Юҡтыр. Ғәҙәти ауыл фе­рма­һы, төрлө кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп үҙ хәстәрҙәренә күмдереп ҡабаланмай ғына йәшәй бирә. Күптәр бында көлөп-йылмайып килә, дәртләнеп эшләй, кисен ға­и­л­ә­ләренә ашыға. Ана бит, ҡайһы һауынсылар һыйырҙар-ын йырлай-йырлай һауа, һөн­әр­ҙәрен ау­ырһынмайҙар ҙа, мыжымайҙар ҙа. Ә Хәйбулла?! Үҙ хәлен үҙе лә аң­ла­м­ай. Ҡайһыл­а­й­тып ҡына дәртләнһен, яратмай ул был эште, яратмай, күңеле тарт­май. Башҡа бар­ыр урын булмағанға ғына ошонда йөрөргә мәжбүр. Рәссам булыр кеше бит ул! Был ҡәһәр-ле шөғөл бармаҡтарын ҡатырып шырауландырып бөтөрҙө. Аҡса йыйыу уйы ла барып сыҡманы. Эш хаҡы ла бында кеҫә ҡалынайтырлыҡ ҙур түгел. Дөрөҫ, тор­моштары көйләнде бер аҙ. Әсәһе ҡыуана-ҡыуана уның беренсе эш аҡына йоҡа пальто алып кейгән булды, ә өй эсенә район үҙәгендәге мебель цехында әтмәләнгән комод менән шифоньерҙы алып ултырттылар. Барыбер осто осҡа ялғай алмайҙар.
(Дауамы бар)
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: