Хәйбулла янтая биреберәк кеҫәһенән бөкләнгән ҡағыҙ киҫәге килтереп сығарҙы, икенсе яғынан ярты ус самаһы тәмәке төпсөктәре алды, шуларҙы бик тырышып ҡағыҙ киҫәгенә ҡағып ҙур ғына «кәзә тояғы» яһап ҡапты. Тоҡандырҙы. Тәрән итеп һурҙы. Төргәне бик әсе булып сыҡты, тын юлдарын ҡороштороп үпкәһенә барып тулды. Ҡулындағыһын төтәтә-төтәтә бер аҙ урынында ыуаланып торҙо ла болдор тупһаһына ултырып арҡаһын солан стенаһына терәне. Ҡайҙа ҡабаланырға, бөгәсә эш-кә бараһы түгел, Зөфәр алдағы йома балдыҙымдың туйына барам, әлегә ял итеп тор ҙа урынымда ҡалырһың, тип хәбәр һал-ғайны. Ул да ныҡ ҡына «тейәне» шул. Тағы эшкә сыҡмай ҡуймаһын, бахмурҙан ята ла ҡуя торған. Кәрәкһә, бригадир килеп етер әле. Күргеһе килмәй шул ферманы, көрәк, һәнәк, тиҙәктән биҙрәп бөткән.
Уңманы тормоштан Хәйбулла, шыпа ла уңманы. Ҡырҡ яғына ыңғайланы, йәштән ауыр эштә йөрөгәнгәме, кәүҙәһе быу-ынға ултырып нығынаһы урынға бәлйерәй генә төштө, ә үҙе һаман да булһа йәшәй башламаған төҫлө. Әйтерһең дә, был бысраҡ, мәрхәмәтһеҙ, һоро донъяла ваҡытлы ғына кеше. Бына көсөргәнеп ынтылыр ҙа йәнәшәлә генә ҡайнаған йылыраҡ, яҡтыраҡ тормошҡа юлығыр төҫлө. Юҡ. Шул ике тарафты айырып тотҡан, күҙгә күренмәҫ сикте, шаршауҙы йыртып сыға ал-май ыҙалана. Күрә бит, көнитмеш ни тиклем генә ауыр булһа ла, бәғзеләр һәүетемсә генә йәшәп ята, сөнки баштан уҡ ик-енсе һуҡмаҡтан киткәндәр. Һуңғы осорҙа тотош ил кирегә тәгәрәй башлағас, Хәйбулла әҙәмсә йәшәү хыялынан бөтөнләй төңөлдө.
Йәшләй етем ҡалды. Мәктәпкә уҡырға төшөргә йыйынып ҡына йөрөгәндә, тырышып, дәртләнеп донъя ҡыуалаған, килә-сәккә өмөт менән ҡарап йәшәгән атаһы үлеп китте. Алып һуғып ат өркөтөп йөрөгән ир бер заман һарғайып кибә, һүнә баш-ланы. Медпункттан әллә ниндәй дауалар ҙа алып ҡайтып эсеп йөрөгән булды, шифаһы теймәне, бик димләгәстәр, Өфөгә лә барып әйләнде, ярҙам итә алманылар. Ауырыуҙың сәбәбен күрше Гәүһәр ҡарсыҡ үҙенсә юраны «Өҙлөктөң, һин Ғималетдин, өҙлөктөң. Бүрәнә башын шылдырышырлыҡ та туғаның булмағас ни, яңғыҙың хитланып өҙлөктөң…» Нисек кенә булмаһын, атаһы төҙөгән йорт-ҡаралты шауҙырлап торҙо ла ҡалды.
Иренең тапҡанын аш итеп, ҡатын-ҡыҙ хәстәренә генә күмелеп йәшәргә күнеккән әсәһе юғалып ҡалды башта, шунан ҡай-ғыһынан арынғас, аптырағандың көнөнән бүлексәгә төрлө эшкә сыҡты. Төрлө тигәне бригадир ҡушҡан йомоштар инде: йә-йен ырҙын табағында әүеш-тәүеш итеү, ҡышын бураларға һалынған орлоҡто таҙартыу, ағыулау кеүегерәк мәшәҡәттәр. Унан килгән килем ике кешенең тамағын туйҙырырлыҡ ҡына. Әлдә аҙбар тулы малдар ҡалды атаһынан. Тик улары ла, әсәһенең бесән әҙерләргә әүәҫлеге булмағас, туҡал һыйыр, ярты тиҫтә бәрәс-бәрәндәргә тороп ҡалды, ауыл хисабына һалғанда - күп түгел.
Әсәһе башҡаса кейәүгә сыҡманы, иренең төҫө булған малайының етемгә терәлеп ҡағылып- һуғылыуын теләмәгәндер.
Уҡыуға бик тырыш булды Хәйбулла. Уҡытыусының аңлатҡанын, һыу һеңдергән ҡомдай, йотоп ҡына ултыра. Яратҡан шөғө-лө - һүрәт төшөрөү. Ҡулына төҫлө ҡәләмдәр алдымы, бар донъяһын онота. Эшләгәне лә ыҡсым, күрмәлекле килеп сыға. Һә-ләтен шәйләгән уҡытыусы өйҙәрендә булып уны дәртләндереп, әсәһен ҡыуандырып китте. «Ҡәләмен ташламаһа, Хәйбулла-нан бынамын тигән рәссам сығасаҡ», - тине. Малай тағы ла тырыша төштө. Буш ваҡыты булдымы, акварель буяуҙарын, аль-бомын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра ла урман-ҡырҙарға сығып йүгерә, илһамланып тәбиғәт күренештәрен ҡағыҙға күсерә. Һүрәт-тәре лә мәктәптәге тиҫтерҙәре ижадынан айырылып торҙо, балалар өсөн сығарылған гәзит-журналдарҙа баҫылғыланы. Был шөғөл Хәйбулла өсөн ябай мауығыу түгел, ә хыялына илтеүсе, бейеклектәргә аштырыусы өмөт баҫҡыстары.
Мәктәпте тамамлағас та, уҡырға ҡайҙа барырға, тигән уй борсоманы. Әллә ҡасан хәл итеп ҡуйған - тәүҙә училище, һуңынан күҙ күрер.
Китергә документтарын әҙерләп кенә бөткәйне, әсәһе тыйнаҡ ҡына ҡаршы төштө:
- Улым, әллә саҡ ҡына кәсепләнеп алаһыңмы, аҡса төйнәштереп?
Хәйбулла ирендәрен турһайтты:
- Училищела уҡырлыҡ ҡына табылыр әле.
- Һуң бит, бында мәктәп һине яртылаш кейендереп аҫырашты, тегендә ҡалайтырһың? Ҡайҙан табайым һиңә ул ҡәҙәре мөлкәтте?!
- Ай Аллам, еленләгән бит һыйырыбыҙ, бөгөнме-иртәнме быҙауларға тора, аҡһыҙ ҙа булмай. - Әсәһе ултырғысҡа бөгөлөп төштө, тубыҡтарына терһәкләнеп саллана башлаған сәстәрен ҡуш усланы. Хәйбулла ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Күпме генә үрһәләнһә лә, тиҙ һыуынды Хәйбулла. Ысынлап та яңғыҙ әсәһен та-шлап, күҙ терәп торған һыйырҙарын һат-ып яндырайланып ҡайҙа осорға ынтыла тағы? Малайын сит тарафтарҙа тибәретеү өсөн үҫтерҙеме ни әсәһе? Тормошобоҙ ең-еләймәҫме, баламдан игелек күрмәмме тип үҫтерҙе. Әсәһенең дә кире һаплауы һыйырын ҡыҙғаныуҙан түгел, айырылыуҙан ҡурҡыуылыр. Ярай, һыйырҙарын һаттылар ҙа икән ти, ярҙам итерҙәй туғаның булмаһа, ул ғына нәмәгә уҡырһың уҡымай ҙа! Шулай ҙа үҙенең күптәнге хыялынан кире һүрелмәне. Фермала малсы булып эшләп әҙерәк өҫ-башты бөтәйтеп алырға ла уҡырға китергә кәрәк. Йәнә ул белгән рәссамдарҙың күбеһе уҡыу йорттарын бөтөрмәһәләр ҙә киң танылыу яулағандар, шө-һрәт ҡаҙанғандар.
Мотлаҡ фермаға ынтылыуының йәшерен сәбәбе - унда Гөлзифа эшләй. Һигеҙенсе класты тамамлаған ҡыҙ осҡалаҡланып ситкә ынтылманы ла. Һауынсы булып фермаға килде лә нисәмә йыл шунда тик йөрөй. Хәйбулланан ике-өс йәшкә оло Гөл-зифа хәҙер бөтөнләй еткән ҡыҙ булып күренә. Кисен клубта егеттәр уның тирәһендә урала. Һылыу ҙа шул. Ирҙәүәйерәк бу-лғанғамы, үҙе лә ҡыҙ-ҡырҡын сөсөләшеүен түгел, ир-егеттәр араһын хуп күрә. Ҡыҙ үрелеп буй етмәҫлек бейеклектәге аҡ-ҡошҡа тиң, ә ул Хәйбулла - килбәтһеҙ, әрпеш өйрәк бәпкәһе генә. Барыбер рәхәт, Гөлзифаның эргәһендә булыуы, ташып барған сәләмәт һылыулығын күреүе рәхәт. Юғарынан осраҡлы һирпелеп ҡарауына ла йәне яҙғы боҙҙай иреп китә.