Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
2 Июль 2021, 18:07

Яҙылып бөтмәгән портрет

Аңламаҫһың тәбиғәтте, бола замана ише зерә буталып бөттө. Элек һәр миҙгелдең ис­еме есеменә тап килеп, Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән шарт һис тайпылышһыҙ үтәлер булды. Күр, декабрь уртаһы яҡынлашҡан, исмаһам күңел өсөн ер өҫтө буҙарып бул­һа ла ятһасы. Аҡ ҡарҙан донъя яҡтыраҡ та, сафыраҡ та күренә. Ҡара ҡыш. Ҡар­ғыш һүҙе ошондай мәлгә төбәп әйтел-гәнме икән әллә? Тирә-йүндә ҡап-ҡаҡ туҙанлы туң ер ята. Ер өҫтө урын-урыны менән әсе һалҡындарҙан сатнап ярғыланған...

- Гөлзифа! Гөлзифа тим! Һыу килтер, ауыҙ кипте! - Эскелектән һуң теле аңҡау­ы­на йәбешкән Хәйбулла ҡатҡан ирен-дәрен саҡ ҡыбырлатып башын ҡалҡытмай ғына ишек яҡ мөйөштә торған карауат яғына ҡарап ҡысҡырҙы. - Нимә унда өндәш-мәй­һең, телеңде йоттоңмо әллә?! Йоҡлап ятмайһыңдыр моғайын? - Яуап ишетелмәне. Тотонолоуы етеп, әҙ генә ҡуҙғал­һаң да тауышланырға әҙер иҫке тимер карауат шығырламағас, мыштырҙап тороп ул­т­ырҙы, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен бысраҡ йоҙроҡтары менән тызығас, сипыҡ ҡарашы өй эсен һөҙҙө.
Урын буш. Ундағы оҙаҡ ябыныуҙан төҫөн юғалтып өлбөрәгән, аша-төшә эс мам­ы­ғы күренгән юрған яртылаш иҙәнгә һал-ынған, ҡолаҡсындай ғына яҫтыҡ та шунда ята. Ишек яғындағы мөйөштө ҡамап иҫке-моҫҡо таҡтанан арлы-бирле әтмәләнгән өкәлтәктәге быҙау, өйҙәге хәрәкәтте тойоп ҡойроғон шешкәйтеп тороп баҫты ла сөбөрләтеп иҙәнгә һар­ҡ­ы­та башланы.
- Инәңде орайым!.. Тыума! - Ир ҡаты һүгенеп юрғанды өҫкә ҡайырҙы, яҫтыҡты мө­й­өшкә быраҡтырҙы.
Өй эсендәге ауыр һыҡра еҫе тағы ла ҡуйыра төштө. Күнегелгән еҫ булһа ла, Хәй­булла нишләптер уҡшыны, ауыҙына эрк-елгән ҡара һыуҙы иҙәнгә ласҡылдата төкөрҙө.
Кисә башҡа үткәрер әйбере булмағанға, келәттән сығарып, умраһынан ит сабып алып өйбөрөнсә тиерлек йөрөнө, һуғым осоро булғанға үткәрә алманы. Аптырағас, яңғыҙы ғына көн иткән Баныу ҡарсыҡҡа боролдо. Унан да артығын һыға ал­ма­ны, сей ҡомалаҡ бал сығарҙы һаран. Шуны ферма аҙбарының аулаҡ ерендә әшнәһе Зөфәр менән төпләгәйнеләр ҙә, бөгөн башы сатнап ярыла, түҙеп кенә тор. Уф!..
Шунда ғына Хәйбулла урындыҡ төбөндә йоҡлап ятҡан малайҙы шәйләне.
- Кәрим, тор, нишләп бығаса йоҡо һимертеп ятаһың? Марш мәктәпкә! Һине әл­лә ҡасан киткәнгә һанап ултырам тағы.
Башта түшәктәге ҡорамыш юрған һелкенде, шунан юрған аҫтынан өлтөклө йоморо баш күренде.
Унан-бынан кейемен эҙләп табып кейенә башлаған малайына атай кеше йомошон ҡуша ла башланы:
- Мәктәпкә сумкаңды илтеп ырғытырһың да иң тәүлә миңә тәмәке әп-килерһең, тар­т­ы­р­ға бөттө.
- Бармайым!
- Нисек бармайһың?
- Һатыусы инде лә ҡоро ҡул килһәң, бирмәйем, тине.
- Аҡсаны мин ҡайҙан табырға тейеш? Бында шапылдатып ултырырға станогы бар тип беләме икән ул тәтәйбикә? Йылдан ашты бит эш хаҡы бирмәгәндәренә. Ярай, әйт, бурыстарым өсөн әҙерәк тауыҡ еме апарырмын, шуны көҫәйҙер.
- Әсәй, бөгөнгө көн аҡса булыр, тигәйне лә.
- Ҡасан әйтте, бер ҙә хәтерләмәйемсе, кем тотторор икән уны уға?! - Хәйбулла миң­р­ә­үләнгән зиһенен төйнәп иҫен йыйырға маташты. Хәлбүки килеп сыҡманы. Шулай ҙа һиҙенеүен белдереп һуҡ бармағын юғарыға сәнсте. - Әһә, тимәк ир-енең алиментын ала, шуға темеҫкенеп сығып киткән. Аңлашыла…
Үҙ алдына һөйләнә башлаған атаһын тыңлап тормаған малай сығыу яғына йү­н­әлде.
- Туҡта, ҡайҙа тайырға самалайһың, ишетһен ҡолағың, иң элек минең йом­о­ш­то йомошлайһың, шунан уҡырға! Үткәндә класс етәксең урамда тотоп алып бәйлән­де, дәресте күп ҡалдыра Кәрим, ти, йәнә итек башындай ғына булып тәмәке ҡап­ҡ­ыл­а­йһың икән, малай аҡтығы! Сыбыртҡыны хәтереңә төшөрөрмөн, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөһәң…
Ишек шартлап ябылды. Яман-хәтәр һөйләшһә лә, сыбыртыҡлау түгел, бармағы ме­н­ән дә сирткәне булманы Кәримгә, сиртәсәк тә түгел. Уғата шашынып ки-тмәһен, тип кенә ҡыланыуы. Ни тиһәң дә, яҡшымы-яманмы, бәләкәй генә сағынан уға атай хөкөмөндә йөрөй. Дөрөҫ, ата тәрбиәһе, әсә наҙы күреп үҫмәй малай. Уның тураһында өйҙәгеләр бөтөнләй оноттолар ҙа шикелле. Шуғалыр, ахыры, Кәрим көндәрен түбәнге оста йәшәгән ҡартаталарында үткәрә, бында онотҡанда бер ҡайтып, дө-рөҫөрәге килеп урай. Кисәге көн ниш­лә­птер ҡунырға ҡалған да баһа.
Хәйбулла үҙе лә кейенә башланы: силос еҫе һеңгән һырма салбарын, көпөһөн, ҡыр­ҙары ҡырылып йөнө кейеҙләнә баш-лаған төлкө кәпәсен кейҙе, яланаяҡ йөрөүен иҫенә төшөрөп ойоҡбаштарын эҙләп бимазаланды - соҡалтайға киптерергә ҡуя торғайны ла баһа. Эҙләгәнен таба алмағас, быймаһын ҡуңалтаҡ килеш эләктереп тышҡа атла­ны.
Аңламаҫһың тәбиғәтте, бола замана ише зерә буталып бөттө. Элек һәр миҙгелдең ис­еме есеменә тап килеп, Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән шарт һис тайпылышһыҙ үтәлер булды. Күр, декабрь уртаһы яҡынлашҡан, исмаһам күңел өсөн ер өҫтө буҙар-ып бул­һа ла ятһасы. Аҡ ҡарҙан донъя яҡтыраҡ та, сафыраҡ та күренә. Ҡара ҡыш. Ҡар­ғыш һүҙе ошондай мәлгә төбәп әйтел-гәнме икән әллә? Тирә-йүндә ҡап-ҡаҡ туҙанлы туң ер ята. Ер өҫтө урын-урыны менән әсе һалҡындарҙан сатнап ярғыланған.
Саҡ ҡына ел иҫһә лә ишелеп ятҡан тотанаҡһыҙ өҫкө ҡатлам туҙғып ала томан ала саңға әүерелеп дауыл ҡуба, юлында ос-раған бөтә нәмәне бысраҡҡа болғай. Көҙ көнө ағартылған өйҙәр шул туҙан даръяһында йөҙөп төҫһөҙләнеп, шыҡһыҙланып ҡа-лған. Ана, Гөлзифаның илке-һалҡы ғына аҡбалсыҡланған аласығы бөтә ишек алдын йәмһеҙләп ҡа­расҡы һымаҡ ҡалҡҡан - те-ре көйөк. Шул эшен дә бисәһе оло хәбәргә олғаштырып һөйләп йөрөгән булды: «Үҙебеҙҙең өйҙө аҡларға ҡул теймәһә лә, бе-йемдең ятҡан аласағын эсле-тышлы ағарттым бына, иҙәненә тиклем ҡырып йыуып сығарҙым…»
(Дауамы бар)
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: