Ауылыбыҙ эргәһендәге йылға аръяғында һауын һыйырҙарының фермаһы була торғайны. Бүрәнәнән һалынған тиҫтәгә яҡын оҙон һарайҙар. Йәйләү осоро там-амланһа мал шуларға инеп тула. Лыҡа тула. Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән, белмәйем, көҙ етеп һыйырҙар һарайҙарына ҡайтһа ҡыш һалҡынлығына йылы өҫ-тәлгәндәй итә. Бер рәхәттең, бер биҙаһы, тигәндәй, яҙ етеп Һаҡмарҙан боҙ ҡуҙғалһа – бәлә, һауылған һөттө илткән Ивановка тарафына юл өҙөлә лә ҡуя. Халыҡтан сепараторҙар килтереп һөттө урында эшкәртергә мәжбүрҙәр. Был мәшәҡәтле эш тә һауынсылар иңенә төшә. Улар айыртылған аҡты ҙур һауыттарға бушаталар ҙа ең-дәрен төрөп ебәреп ҡаймаҡты ҡул менән бешәләр. Зиннурҙың әсәһе Фатима апай һауынсы. Беҙ бәләкәйбеҙ әле, яңы беренсе класҡа уҡырға төшкәнбеҙ. Дуҫым дәрес-тәрҙән һуң миңә килә лә тупһанан уҡ яр һала, бөгөн май бешәләр, киттек ҡул яларға, ти.
Ысынлап та барып инеүебеҙгә эш яңы осланып ҡына торған була. Беҙҙе шәйләгән һауынсылар мәрәкәләп ҡаршылай:
- Фатима, ана бесәйҙәрең ҡаймаҡ яларға килде!
Ә ул терһәккә ҡәҙәр майланып, айранланып бөткән ҡулдарын алға һона:
– Бөгөн уң ҡулым Хәйҙәргә, һулаҡайы Зиннурға! Иртәгә киреһенсә булыр!
Әскелтем майлы ҡулдарҙы ентекләп яларға керешеп китәбеҙ, ә Фатима апай ҡытығы килеүҙән, эске кинәнестән рәхәтләнеп көлә…
Ҡайтҡан һайын ирекһеҙҙән йылға аръяғына күҙ атам, ферма һарайҙары урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Балаларға ошо урында ҡасандыр һыйыр аҙбарҙары теҙелеп киткән ине, тиһәң моғайын да ышанмаҫтар. Һыйырҙар юҡҡа сыҡты. Мал булмағас май ҙа юҡ.
Әгәр бөгөн, ағай, аҙашып йөрөгән теге һыйырҙар ҡайтты бит, ферма ла урынында, майлы ҡулдарҙы яларға ҡунаҡҡа кил әле, тип саҡырһалар, ҡайтыр инем, билләһи ҡайтыр инем!