АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
30 Июнь 2021, 08:35

Бесән өҫтө

Салғы тотмағаныма бик күп ваҡыт үтте инде. Ҡулыма ҡәләм алһам ҡолағымда бойороулы тауыш яңғырай: “Туҡтама, хәҙер үксәңде сабам!” Туҡтамайым, тик күңелемде өҙлөкһөҙ бер уй борсой: “Ерҙе генә боҙоп ҡуймаһам ярай ҙа, тағы сапҡан бакуйымды ауырлыҡһыҙ тәгәрләтеп, күтәрем итеп өйөп күбәләй алһалар ҡай-һылай ҙа һәйбәт булыр ине...”

Миңә туғыҙ-ун йәштәр самаһы ине шикелле, әсәйемә эйәреп бесәнгә йөрөйөм. Иртәнән алып ҡара кискә саҡлы урмандабыҙ, тәбиғәт ҡосағындабыҙ. Сабынлығыбыҙ ауылдан ике-өс саҡрым йыраҡтағы Аҡташ буйының өҫкө һыртындағы ҡайындар сауҡалығында. Алыҫ ара түгел, тәғәмләнер ризығыбыҙҙы төйөнсәккә төйнәп, баҡырсаға инеш һыуын тултырып алабыҙ ҙа китәбеҙ йәйәүләп. Хәҙер, йылдар үтеү менән йәйәүләп йөрөүҙе хуп күрәм, машинаға ултырһаң кәнсиргә тыңҡысланған балыҡ ише тар ергә таяуҙай тығылып бараһың да ҡайтаһың, ә ирәүәнләп йәйәүләһәң бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, аҙ-ым һайын таныш-тонош, дуҫ-иш осрай, шулары ҡыуаныс. Ауыл кешеһе өсөн бесән әҙерләү үҙе бер үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ йәмле һәм йәнле осор бит инде ул, ултырыштан шыуғаны, эте лә бете лә ҡырҙа, йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡҡа бәҫтән ҡалған, эшлектән сыҡҡан ҡарт-ҡоро ғына ҡала. Яңылышыраҡ ысҡындырҙым ошо ерҙә, ауылда эшлектән сыҡҡан, кәрәктән ҡалған кеше булмай ул һис ҡасан - картуф күмергә, тауыҡтарға ем һибергә, ҡаҙ-өйрәктәрҙе байҡап торорға, текә тау аҫтындағы таш аҫтынан сығып аҡҡан ҡоҙоҡтан һыу килтерергә, көтөүҙе ҡаршыларға, бесәндән ҡайтыусыларҙы самауыр ҡайнатып, мунсаны бөтөрөп көтөп торорға ла ҙурҙан бер кеше кәрәк. Яңыраҡ сулала тыуған ауылға шылтыратып алдым: “Ни хәлдә ятаһығыҙ, именлекме, йәйге көн йылды туйҙыра, тиҙәр, бесәнгә төшкәнһегеҙҙер?” “Ул ни, ике ятып бер төшкә ингәне юҡ, күпселек халыҡ бесән сапмай бит бөгөнгө көндә, шуға ла сабынлыҡтарҙы ағастар баҫып ҡарауһыҙға ҡалды...”, тине ҡусты тейеш кешем. Үтә лә ҡыҙғаныс күренеш, күркәм хеҙмәт йолаһы онотола бара, мал-тыуар булмағас бесән дә кәрәкмәй, эш тә юҡ, елендән тамған аҡ та юҡ, алға ҡуйыр аш та, тигәндәре шулдыр, күрәһең.
Шулай итеп эйәртенешеп, сабынлыҡҡа китеп барабыҙ. Өс ыҙан булып ярылып ятҡан арба юлы Тиләк йылғаһы буйлатып һуҙылған, уң яҡта ерек ағастары, муйыл, бөҙрә тал, ҡурай еләге, ҡарағат ҡыуаҡтары теҙелгән, һулаҡай яҡта яңы ғына баш ҡоҫҡан ҡыйһыҙ-ниһеҙ арыш баҫыуы. Унан мейестә яңы бешеп килгән йылы күмәс еҫе килә, бәрәкәтле, ту-ҡлыҡлы һауаны күкрәк тултырып һулаһаң ашамайынса ла туйырға мөмкин. Ҡояш офоҡтан минең үлсәм менән үлсәгәндә бер ҡарыш самаһы күтәрелгән. Башҡа ваҡытта егәрле ҡымғырлаған ҡояш бесәнгә төшһәң ығыштың ығышына, ялҡауҙың иренсәгенә әүерелә лә ҡуя; һәлкәү, теләр-теләмәҫ йыбырлап юғарыға, баш осона күтәрелә лә шунда онотолоп иҙерәп ойой, әүелйей ҙә китә, йөҙ иллеле ҡаҙау менән ҡаҙаҡлағандай баш осонда оҙаҡҡа ҡата, ҡубартып алырмын, урынынан шылдырырмын тимә, хәйерһеҙҙе. Шунан ҡыҙҙырып, бешереп, хәлдән тайҙырып, быуынды алғандан һуң күңелемдән, эсемдән урғылған ялбар-ыуымды ишеткәндәй, теләр-теләмәҫ кенә, ялындырып ҡына байыу яғына ҡарай ауыша, шунда ла әле башта биниһая ваҡыт ҡайындар осонда эленеп тора, ары килеп ул да арығ-андай, талсыҡҡандай алыҫтағы күкһел офоҡҡа тәгәрәй, мәгәр йәйҙең асылы шунда, ул аҙға ғына күҙ бәйләнеп алған сонтор эңерҙән тора, ә ҡалғаны икһеҙ-сикһеҙ көн, мәңгелеккә табан аҡҡан һыуҙай оҙон көн. Шул байырға теләмәгән тиҫкәре ҡояшты башыңдағы дүрт мөйөшө төйнәлгән ҡулъяулыҡ менән бәреп төшөрөрҙәй булаһың ҡайһы саҡ! Бесән сабыу беҙҙең өсөн, бала-саға өсөн йонсотҡос, сей елкәгә тейгес бер осор инде - килеп тороп себен-серәкәй, күгәүен талай, өҫтәүенә сарсатып, ауыҙ кибеп аптырата, хатта ки һыуланған ҡатыҡ та һыуһынды ҡандырмай. Һыу һыйырылай туҡтауһыҙ һыу һемерәһең, файҙаһы ғына самалы, йөрөйһөң инде ҡымыҙ тултырылған турһыҡтай мөлкөп, ҡымғырлаған һайын ҡорһағың шыуҡылдап. Шул ыҙалатҡыс мәлгә арнап яңыраҡ шиғыр ҙа яҙып ташланым әле:
Салғы, салғы,
Салғыны яныуҙары!
Үҙәгемә үтте инде,
Ҡасан ҡыш була инде?!
Әсәйем станға барып еткәс урман эсенә инеп, ҡаҙаяҡтар араһына йәшереп ҡалдырған кәрәк-ярағын сығара ла түште ҡайын тамырына ҡаҙаҡлап нығытҡандан һуң салғыһын тапарға ултыра. Шундай уҡ тимергә бәрелеп зыңҡыған тауыштар Ҡарт Күле, Ситлек, Серек Баһыу, Өкө Буйы, Һары Тай яғынан да ишетелә. Тимәк, һәммә егәрле халыҡ бына ошола-йтып бесән сабыу эштәрен башлай. Болондар буйындағы сүкеү тауыштары ноталарға һы-ймаҫ үҙенсәлекле бер көй һымаҡ яңғырай. Хәҙер, бесән бешһә, өлгөрһә төштәремә шул сүкеү тауыштары инә, шул сыңраулы көй тынғы бирмәй сабынлыҡҡа әйҙәй, саҡыра ла тора. Бер көн шулай иләҫ-миләҫ килеп уяндым да фатирға һыйып ултыра алмай таң менән урамға сыҡтым, һәм күрәм, бына бит күктән төшкән бәхет, бирәм тигән ҡолона, сығар-ып ҡуйыр юлына, йәш кенә бер ҡыҙый уҡыу йорто майҙансығында ҡул салғыһы тотоп, бында ни сәбәптән сығарғандарын аҙағынаса үҙе лә төшөнөп етмәй, ни ҡылырға белмәй, әйләнсек бәрәндәй унда-бында һуғылып, бәрелеп йөрөп ята. Суртандың күҙенә ҡара ла һурпаһынан төңөл, тиҙәр бит, был сибәрҙе лә аптыраған көндән, кеше юҡлыҡтан майҙансыҡтағы үләнде сабырға сығарғандарҙыр, күрәһең. Бөгөнгө көндә эштең рәт-яйын, самаһын белгәнде табыуы үҙе бер ауыр мәсьәләгә әүерелде, шуға ла ябай шөғөлгә лә, етәксе урынына ла урамдан индереп осраҡлы кешене ҡушалар, ултырталар. Тегенең төҫ-башы мосолман балаһыныҡы, башҡортлоғона килгәндә арауыҡ аша һиҙемләнем, һөйләшеү-аралашыу кимәле арлы-бирле панелдән ҡоршалған йорттоң беренсе ҡатынан да юғары түгелдер. Билләһи шулай. Янына барҙым:
- Ҡана бир әле, һеңлем, ҡоралыңды! - Ҡараһам, салғыһының башы былҡылдап төшөргә тора, тотҡаһы бушаҡ, үҙе аңҡау, тапалмаған. Ҡорамалды рәт-яйға һалғас ҡулымды һондом. - Бир әле яныуысыңды!
- Что за яндыус? Брусок что ли?
- Әйҙә, һеҙҙеңсә булһын, брусок, кусок камня в конце концов! - Аяҡтарымды кирә баҫып, һаптың осон ергә терәп, салғының үҙен беләккә һалып янырға тотондом, шул ыңғайы хәбәремде лә һөйләп торам. - Ә янды усҡа килгәндә, хаҡ әйттең, эшләгәндә йөрәгең елкенеп, устарың уттай янып торһон ул! Тағы ла бер аҡыллының кәңәше, бер ваҡытта ла ҡулыңдан килмәгән, белмәгән, аңламаған эшкә тотонма!
- Тот умный человек, о котором вы говорите, когда жил?
- Во второй полвине 20 века, в маленькой глухой деревушке.
- Конфуций?
- Нет не он, но намного умнее, мудрее его.
- Вы так красиво и увлекательно говорите! Вообще-то я понимаю башкирский язык, у меня отец башкир, мать русская, а бабушка армянка...
- Вижу, ваша родословная очень своеобразна!
Болғанған аштың тәме-таты китә, донъялар ғына түгел милләттәр, тел, мәҙәниәт буталды.
Тәтәйбикә уттай ҡыҙыл төҫкә буяған тырнаҡлы бармаҡтары менән хәтфә йәшел сәстәренә, уҡтай тырпайған яһалма керпектәренә ҡағылып алды. Бындай тырнаҡтар һәм бындай бешмәгән, йәшел, сей баш менән бесән сабып буламы икән ул, ай-һай!
Рәхәтләнеп, ҡолас киреп сабырға төштөм, күңелемә теге саҡтағы, әле һаман да булһа яҙылып бөтмәгән шиғыр юлдары килде: “Салғы, салғы, салғыны яныуҙары...”
Биғәйбә, ситләшеп, хәбәргә әүрәп, онотола ла китәм, беҙ сабынлыҡта бит әле. Әсәйем әҙер салғыһын йырлатып янып алғас сабырға төшөп китте. Болон үләне ҡотороп уңған, үҙе ҡуйы, үҙе бил быуарҙан. Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ инде, сапҡанының шыпа ла ғына рәте юҡ; алымһыҙ алдыра, йәнә артынан яртылаш сабылған һәрпенделәр ҙә һәрпәйеп күренгеләй. Бакуй артынан төшөп балтырған һабаҡтарын йыйып бер ситкә өйөп барам - минең көнө буйы башҡарған шөғөлөм шунан ғибәрәт. Бер аҙҙан әсәйем бышлыға төштө, биттәре буйлап тир һырғаланы, күлдәгенең арҡа тапҡыры еүешләнде, мәгәр туҡтарға уйламай ҙа, сабыуын дауам итте. Шулай булмай тағы, ир-атһыҙ йорттоң китек көнитмеше билдәле, беҙгә кем генә ярҙам итһен дә, кем генә сабынлығыбыҙҙы сабып бирһен?! Этләнеүебеҙҙе бер кем күрмәй ҙә, белмәй ҙә, белергә лә теләмәй, хатта анау, баш осондағы ҡояш та беҙгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ, битараф. Бер көн сыҙаманым, әйтә ҡуйҙым:
- Әсәй, әйҙә мин сабам бесәнде!
- Юҡ, балам, быуының шыйыҡ әле, билең нығынһын башта, шунан күҙ күрер...
- Быуыным да ҡуйырған, билем дә кем етте шуға биргеһеҙ, өйрәт мине сабырға?!
Ышанмайыраҡ ҡарай, шулай ҙа теләкһеҙ генә ризалашты:
- Әйҙә һуң самалап ҡара, ҡулыңдан килһә. - Болон башына барып баҫтыҡ, әсәйем миңә салғыны тоттороп арттан ҡосаҡлағандай итеп баҫты. Башланыҡ. Кемдер саба, ә мин тотҡаға йәбешеп кенә барам төҫлө. Бына апаруҡ ер киткәс һиҙемләп ҡалдым, арттан тотҡаға йәбешкән ҡулдар күренмәй ҙә баһа! Ҡайырылһам әсәйем апаруҡ йыраҡта йылмайып баҫып тора:
- Балам, булдыраһың да баһа!
- Булдырғас быйыл бесәнде мин сабам!
- Ә мин?
- Һин балтырған һабаҡтарын йыйырһың, шунан урманға инеп бөрлөгән сүпләрһең дә самолет үтһә сәй ҡайнатырһың!
Самолетҡа килгәндә, теп-теүәл сәғәт берҙә беҙҙең сабынлыҡ өҫтөнән Аҡъярҙан Йылай-ырға “кукурузник” осоп үтә. Шул тауыш ишетелеүе була урман яңғыратып һөрәнләйем гел генә:
- Урра! Әсәй тиҙ генә эшеңде ташла, әбит!
- Туҡта әләйһә, бынау башлағанымдың осона ғына сығайым да...
- Юҡ, кисекмәҫтән ташла, нимесләр һымаҡ теүәл булырға өйрәнәйек беҙ ҙә!
- Нимесләр хаҡында ҡайҙан беләһең?
- Уларҙа әсирлектә йөрөгән Ғималетдин олатайым әйтте!
- Ҡуй инде, нисә йыл дауамында йонсоттолар олатайың бахырҙы, бер ғәйепһеҙ төрмәгә лә ултыртып ҡуйҙылар. Таҙ бөтһә лә табыты ҡала, тиҙәр бит, әлеге көндә лә ситнә-тәләр... - Әсәйем дә һандырағандай әйткәндәремде ҡеүәтләне.
Ни тиклем шәп күренергә тырышһам да бесән сабырға тулыһы менән әҙер түгел инем әле. Тәүге йылы Нуретдин еҙнәм эшләп биргән бәләкәй, ыҡсым салғы менән сауҡа арала-рын, бәләкәй асыҡлыҡтарҙы ғына соҡошторҙом. Уныһы ла әсәйем өсөн оло ярҙам ине. Икенсе йылы алдымды алымлы алып өйрөлтә һелтәй инем инде, артымда ла тап-таҡыр. Шулай итеп апаруҡ оҫта салғысы булып киттем. Шулай итеп бесән сабыу, сабылғанды күбәгә ултыртыу, ат табып күбәләрҙе тарттырыу, ҡойоу, ҡойолған кәбәнде кәртәләү минең өҫкә күсте. Әсәйемдең ҡулынан эш төшөрә алыуға риза инем, ҡыуана инем.
Өсөнсө йылына бүлексә өмәһенә сыҡтым. Беҙҙең яҡта шулай, иң тәүҙә йәмәғәт малдар-ына бесән хәстәрләйҙәр, шунан һуң ғына ауыл халҡына рөхсәт бирелә. Өмәгә минең ише малай-ҡыҙҙар һәнәк тотоп сыҡҡан, ә мин яурыныма эре, һауалы ҡиәфәттә салғы һалып алғанмын. Фартауай эшем эйәһен абайлап өлгөргән Фәтхелислам еҙнә йөҙөн ризаһыҙ йыйырҙы:
- Һин ни ҡыланаһың әле, ҡәйнеш?
- Бесән сабырға сыҡтым!
- Беҙҙең менән йәнәшәләпме?
- Һеҙҙең менән типә-тиң!
- Танауың аҫтын ҡороттоңмо башта?
- Еүеш танауҙар салғы алып йөрөмәй бит инде ул!
- Шулай уҡмы?! Бөгөн көнө буйы минең алдан юл ярырһың, шунан һуң ҡарап ҡарарбыҙ.
Сабыуҙа ир-егеттәр сафҡа баҫҡандай теҙелешеп, бер-бер артлы баралар. Ә бүлексә болондары ҙур һәм киң, бер башынан икенсе башы күҙ күреме ерҙә. Төштөк. Минең арттан еҙнә килә. Бер ни тиклем ара киткәс ҡулдарымдың талыуын тойҙом да туҡтарға иттем, шуны ғына көткәндәй артта бойороулы екереү ишетелде:
- Туҡтама! Үксәңде сабам!
- Саҡ ҡына тын алайыҡ?!.
- Күтеңдән килмәгәс йөрөмә аяҡ аҫтында буталып, сыҡ ыҙандан!
- Юҡ инде! - Көсөргәнеп, тештәремде ҡыҫып сабыуҙы дауам итәм, ирекһеҙҙән тамаҡҡа әсе төйөр, күҙҙәрҙе әсеттереп йәш килеп тығыла, мейемде салғы тапаған ише бер үк һүҙҙәр сүкей: “Сыҡмайым ыҙандан!.. Барыбер сыҡмайым... Башлағанымды осламай ҡуймайым!..”
Саж да сож, саж да сож... Маңлайымдан йылға булып аҡҡан тир күҙҙәремде әсеттерә, аяҡтарым мамыҡҡа әүерелгәндәр, тотҡаға һәм һапҡа йәбешкән ҡулдарымдың ҡаны ҡас-ып тумбыҡҡандар. Бер яҡҡа бакуйға ауған үлән, сауҡалыҡтар, хатта баш осомдағы өрпәк болот, батмустай ҡояш та һелкенеп ҡайҙалыр ауып бара төҫлө. Өҫтөм манма тир, ә бына тамағым сатнап кипкән, их, бер йотом ғына һыу уртларға ине. Юҡ, арттан өҙлөкһөҙ янау ҡабатлана: ”Туҡтап ҡына ҡара, үксәңде сабам хәҙер!” Сыҡтым болондоң осона, ни тиклем ҡыуаныс, барыбер бирешмәнем!
Иркенләп тын алырға ла өлгөрмәнем еҙнәм яңынан ҡабаландырҙы:
- Өйҙә ял итерһең! Давай төштөк!
Көнө буйы шулай алдан йөрөнөм. Хәл ҡалманы, бил ҡатты, быуындар дерелдәй. Ҡасан ғына байыр был ҡояш?! Ә ул эргәләге ағас башына һаҡҡан да ҡатҡан да ҡалған. Бына ни-һайәт, арт яҡтан йомшарған тауыш ишетелде: “Арытты һымаҡ әле, ҡәйнеш, әйҙә бер аҙ ял итеп алайыҡ...” Бакуй өҫтөндә ултырабыҙ. Еҙнә миңә тағы ла бер тапҡыр һынап баҡты:
- Йә, нисек, күтән һурпаһын һемерҙеңме ғарҡ буғансы? Нисауа, бирешмәнең, һиҙәм, һин еңмештән арыу салғысы сығыр! Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә, тиҙәр бит, ҡатма ғына булһаң да йүкә арҡан һымаҡһың. Ә йүкә арҡан еүешләнгән һайын нығый һәм бешеләнә генә. Бер аҡыллының бер эшлекһеҙҙе күҙәткәндән һуң әйтеп ҡалдырғаны бар: “Ошо кеше бесәндең мул үҫкән еренә төшә, әммә белмәҫ ҡулы менән сабынлыҡты боҙа. Унан һуң ул тапҡырҙы сабып та булмай, аҫты ҡырҡылмаған бакуйҙы йыйып алыу ҙа мө-мкин түгел!” Хәтереңә һеңдереп, маңлайыңа киртеп ҡуй, ҡулыңдан килмәгән шөғөлгә әҙәмде ымһындырып, ышандырып һис ҡасан тотонма, әгәр йөрьәт итеп, тәүәккәлләп башлағанһың икән - ерҙе боҙма! Бында мин бесән сабыу хаҡында ғына һүҙ алып бармайым.
Тамамланған, урын-еренә еткерелгән хеҙмәт хаҡында һүҙ сыҡһа гел генә кәбән ҡойоу хәстәрен хәтергә төшөрәм. Ат менән тарттырып өс күбәне бергә терәп төп һуҡтыраһың, ҡалғандарын тигеҙ аралыҡта ҡалдырып түңәрәккә ултыртаһың. Шунан һуң ғына төп шө-ғөлгә тотонаһың, бесәнде әйләндереп алып кәрәк урынға зыңҡылдатҡансы һылай һуғып нигеҙ ҡораһың, ары иркен, киң итеп күкрәкләйһең. Бесән һала белмәгән әрпештәрҙең, булдыҡһыҙ-оһолһоҙҙарҙың кәрәкмәгән ергә яйһыҙ килтереп терәгәндәрен алмайҙар ғәҙ-әттә, шауҙырлатып кире ҡойолдоралар ҙа асыу менән ҡысҡыралар: “Килтер, йүнһеҙ, һән-әгеңде, хәҙер һабын ҡырҡып ырғытам!” Кәбәнде йомро йомортҡалай итеп түбәләй белеү ҙә үҙенә күрә бер сәнғәт, сөнки насар осланған кәбәнгә һыу үтә һалып бара. Әгәр кәбән матур, килешле осланған икән беҙҙең яҡта, башына хатта турғай ҡунырлыҡ урыны ҡалмаған, тигән юғары баһа бирәләр. Кәбән ҡойолғас, башта торған кешегә арҡанға тағып осҡа дүрт яҡҡа артмаҡлап һалырлыҡ баштары ишелгән сәүелдәрҙе мендерәһең дә һуңын-ан үҙен төшөрөп алаһың. Тамам. Инде килеп яланғас, тирләгән тәнеңдәге бесән онтаҡтар-ын һыпырып төшөрөп майҙанда еңгән батырҙай бөйөргә таянып кәбәнде уратып сығырға ла мөмкин. Тирә-йүнгә ҡот-байманлыҡ таратып, бушап ҡалған сабынлыҡҡа йәм өҫтәп ҡалҡҡан дейеүҙәй кәбән! Бына ошо була инде әсе тиргә туҡылған хеҙмәт емеше, ҡабатланмаҫ тантана!
Салғы тотмағаныма бик күп ваҡыт үтте инде. Ҡулыма ҡәләм алһам ҡолағымда бойоро-улы тауыш яңғырай: “Туҡтама, хәҙер үксәңде сабам!” Туҡтамайым, тик күңелемде өҙлөк-һөҙ бер уй борсой: “Ерҙе генә боҙоп ҡуймаһам ярай ҙа, тағы сапҡан бакуйымды ауырлыҡһыҙ тәгәрләтеп, күтәрем итеп өйөп күбәләй алһалар ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр ине...”
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: