Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
29 Июнь 2021, 09:25

Көтөүсе

Әтәстәрҙе уятыусы көтөүсе Ғәҙел ағай юҡ шул яҡты донъяла. Ул булмағас тәртип китте, йәшәү ҙә күнегелгән ағышынан яймылды...

Ғәҙел ағай ғүмере буйы ҡышын фермала мал ҡараны, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ҡырҙан ҡайтып инмәйенсә көтөү көттө. Уның тик кенә ҡул ҡаушырып ултырғанын күргәнем булманы: гелән эштә, гелән ниндәйҙер хәстәр артынан саба. Саба, тип әйтеүем шунан, ылғый ҡабаланып йәшәне, атлағанда ла салт юртаҡтай юрғалап ҡына бара. Йоҡонан да бик иртә уяна ине ул, уяна ла башҡаларҙы ашыҡтырырға тотона. Бер тапҡыр уның иртәселлегенә кинәйәләп мәрәкәләнем: “Ағай, нишләптер бөгөн таң әтәстәре ҡысҡырманысы, нишләп икән?” “Хата миндә, - тине ағайым шаяртыуҙы элә һалып алып, - йоҡлап ҡалғанмын, хәйерһеҙ. Иртә таң менән кетәктәгеләрҙе уята торғайным, уятһам әтәсем башҡаларына һөрәнләй. Ауылды ваҡытында уятмауҙа мин ғәйепле, йәнә йоҡосо әтәсем!” Беҙ бит гелән кемдеңдер ҡушыуын көтөп өйрәнгәнбеҙ. Ул беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Колхоз-совхоздар заманында һәммәһен иртә таңдан эшкә ҡыуалар ине бит. Ҡыуыусы булмаһа кемгәлер ғәйеп япһарып өйҙә ултырабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә йәшәү рәүешебеҙ оло көтөүҙе хәтерләтте. Ә Ғәҙел ағай ана шул көтөүҙе уята ине, уята ла ҡайҙалыр йүнәлтә, әйҙәр, кәрәк саҡта өйөрөп тота.
Яңыраҡ ауылға ҡайттым. Иртә менән торҙом. Ғәжәп хәл - әтәстәр тауышын ишетмәнем, һыйыр көтөүе лә юҡ икән, мал тырым-тырағай таралды. Әтәстәрҙе уятыусы көтөүсе Ғәҙел ағай юҡ шул яҡты донъяла. Ул булмағас тәртип китте, йәшәү ҙә күнегелгән ағышынан яймылды.
Автор:Хайдар Тапаков