Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
28 Июнь 2021, 09:02

Вирус

Быға саҡлы ла тарихта кешелеккә хәүеф, бәлә-ҡаза килтергән пандемиялар була торған, бер килеп тәнгә йоҡҡан сир ҙә үтер ул, иң мөһиме күңелегеҙ, уйығыҙ, ҡылған эштәрегеҙ вирусланмаһын.

1796 йылда инглиз ғалимы Дженнер ҡара сәсәктән (русса – натуральная оспа) тәүге прививканы уйлап таба, уны һыйырҙарға һалып ҡарап тәжрибә үткәрә. Bacca - латин теленән тәржемә иткәндә һыйыр тигәнде аңлата, хәҙерге вакцинация һүҙе ана шунан килеп сыҡҡан да инде. Әммә медицинала ошо өлкәлә француз ғалимы Луи Пастер ҙур асыштар яһай. Ул йәшәгән, эшләгән дәүерҙә ҡотороҡ (русса - бешенство) сире ҡотолғоһоҙ иҫәпләнгән. Пастер үлемесле сиргә ҡаршы прививка эшләп сығарып уңышлы тәжрибә үткәрә, әммә халыҡ уға ышанмай оло ғауға ҡуптара, хөкүмәттән лабораторияны ябыуҙы, донъя кимәлендәге оло асыш алдында торған ғалимды хөкөм итеүҙе талап итә. Был сетерекле, бәхәсле хәлдән осраҡлы күренеш кенә ҡотҡарып ҡала - ни булһа ла булыр, тигән уйҙан уға ҡотороҡ сиренә дусар малайҙы килтерәләр. Прививка ярҙам итә, малай сәләмәтләнә. Ошо ваҡиғанан һуң Пастерҙың абруйы бермә-бер күтәрелеп китә, даны тотош Европа илдәрендә тарала, хатта Рәсәйҙән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә була.
Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Бөгөнгө коронавирусҡа ҡаршы сығарылған Спутник ва-кцинаһы ла ошондай яҙмышҡа дусар; уның хаҡында нимә генә һөйләп сығармайҙар, прививка үтә лә зарарлы, күп ағзаларға кире йоғонто яһай, һуңғы эҙемтәләре хәүефле, уколдан һуң бәғзене фалиж (паралич) һуҡҡан, хатта кемдер, ҡайҙалыр үлеп тә ҡалған, йәнәһе... Ошондай иҫбатланмаған, аҙағынаса асыҡланмаған, күрәләтә нахаҡ хәбәрҙәр хас та яҙғыһын тау башынан тәгәрәткән еүеш ҡар киҫәгенә оҡшаш, аҫҡа төшкән һайын ҙурая, ҡабара, аҡ төҫ ҡарая ғына бара.
Вакцинация үтергәме әллә юҡмы, яһатһам ни торошта ҡалам да, яһатмаған осраҡта ниндәй хәлгә дусар булам? Әлеге мәлдә әкиәттәге ике юл сатына баҫып, ҡайҙа барырға белмәй юғалып албырғаған мосафир ише һынау алдында ҡалған халыҡты көн үҙәгенә ҡуйылған мәсьәлә борсой. Элекке медицина хеҙмәткәре икәнлегемде белгәнгә күрә (ни тиһәң дә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ете йылдан ашыу эшләнем) күптәр ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып һорайҙар, шылтыраталар. Коронавирус яҙғы мәлдә бер аҙ баҫыла төшкәнгә уның миҙгел сиренә әүерелеүенә өмөтләнеп өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә инем, хәҙер, “өсөнсө тулҡын” илде биләй башлағас, 30-40 йәштәгеләр сиргә һабышҡас, Рәсәй хөкүмәте 21 быуат афәтен туҡтатыу маҡсатында 25 миллиард күләмендә аҡса ла бүлгәс күңелдә күптән йөрөткән фекеремде әйтергә йөрьәт иттем. Мине күптән беләһегеҙ, һәр сөскөргәнгә йәрхәмбикалланан һалдырыусыларҙан түгелмен, нимә уйлайым һәм кисерәм - шуны ғына күҙгә баҡтырып әйтәм һәм аҡ ҡағыҙға яҙам.
Вакцина ҡыҫҡа ваҡыт һынауын үтеп тиҙ арала, ашығыс эшләнде, халыҡты шикләндергәне, хафаға һалғаны шул. Эйе, һәр яңы препарат ике-өс йыл арауығында күҙәтелеп, ҡырағай кейектәрҙә тәжрибә сифатында ҡулланылып, ыңғай һәм кире яҡтары иҫәпкә алынып, ҡат-ҡат тикшерелергә, төҙәтмәләр индерелергә, шунан һуң ғына йәмәғәт ҡарамағына сығарылырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Халыҡта тапҡыр әйтелгән мәҡәл дә бар бит әле: “Ете тапҡыр үлсә, бер тапҡыр киҫ!” Тик ваҡыт ағышын аҙға ғына булһа ла туҡтатыу мөмкин түгел, сир ҙә вакцина сығарыуҙы оҙайлы арауыҡҡа һуҙыуҙы көтөп тормай. Шуға ла Рәсәйҙәге бер нисә фәнни медицина үҙәге ал-ял белмәй эшләне, ошо үтә лә яуаплы миссияға илебеҙҙең билдәле ғалимдары йәлеп ителде. Мин дә күңелемдә һәр саҡ тик бер генә ашҡыныулы уй йөрөттөм: “Ҡасан ғына әҙер була инде, исмаһам пандемия бер аҙ кәмей төшөр ине...”
Вакцина әйләнешкә сыҡты сығыуға, әммә уны яһатырға ашығып бармайҙар. Сәбәбен юғарыла әйттем, ҡабатлау урынһыҙ. Имеш-мимештәрҙе, нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәрҙе күп осраҡта медицинанан үтә йыраҡ торғандар тарата, ә әйтелгән һүҙ хәҙерге интернет заманында йәшен тиҙлегенә бәрәбәр.
Ә мин һеҙҙе димләмәй, өгөтләмәй генә уйымдағын әйтәм – вакцина эшләтергә кәрәк! Был тәҡдим генә, ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ һәм хәл итегеҙ. Башҡорт теленең һүҙлегендә зарураттан, тигән төшөнсә бар, ул бик кәрәклектән, сараһыҙлыҡтан, тигәнде аңлата. Әле шул, сараһыҙлыҡтан һеҙгә мөрәжәғәт итәм дә, сөнки йоғошло, тиҙ таралыусан сирҙән башҡа ҡотолоу юлдарын күрмәйем.
Эйе, прививканан һуң тән температураһы күтәрелә, еңелсә йүтәлләтә, бер аҙ хәлһеҙлек килә, еҫ һиҙеү, тәм тойоу рецепторҙарының эшмәкәрлеге тотҡарланыуы ихтимал. Был ғәҙәти күренеш, сөнки организм үҙенә индерелгән көсһөҙләндерелгән вакцина менән шул рәүешле алыша. Икенсе көн инде барыһы ла үтә. Организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын, йәғни иммунитетты фәҡәт привика юлы менән генә күтәрергә мөмкин.
Екатерина Икенсе Европала, Рәсәйҙә ҡара сәсәк ауырыуы ҡыҙған осорҙа халыҡты ышандырыу маҡсатында үҙенә һәм улына прививка эшләтә. Рәсәй Президенты В.В. Путин, урындағы етәкселәр ҙә быны үҙ миҫалдарында күрһәтте. Дөрөҫ, әйтелгән һүҙ һәр саҡ эш менән нығытылырға тейеш. Хәҙер иң әүәл минән былай тип һораясаҡһығыҙ: “Ә үҙегеҙ һуң, прививка эшләттегеҙме?” Юҡ. Ике тапҡыр дауалаусы табибыма үтенес менән барҙым: “Гриппҡа, пневмонияға ҡаршы прививка үттем, бирешмәм, быныһын да эшләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ! ” тинем. Ҡәтғи рәүештә, ярамай икән дә баһа, хәйерһеҙ, справка тоттороп кире бороп сығарҙылар. Өгөт-нәсихәте башҡарған шөғөлөнә тап килмәгәндәргә ышана һалып бармайҙар, ғәҙәттә. Ә мин һөнәри бурысыма тоғро кеше булараҡ был осраҡта ситтән күҙәтеп өндәшмәй, һәр берегеҙгә янаған хәүефте киҫәтмәй ҡала алмайым. Бер йыл эсендә белгән, күреп-аралашып йәшәгән, типһә тимер өҙөрлөк, дәрттәре ташып барған күпме йәш кешеләр китте арабыҙҙан, ололары хаҡына әйтеп тә тормайым. “Бүрәнә ярығынан бүре күргән” бикәр хәбәр һөйләмәйем, исемләп атай алам. Бөгөнгө көндә госпиталдәрҙә урындар ҡалмай бара, тотош илде дауалау учреждениеларына әүерелдереп кенә сирҙе ауыҙлыҡлап ҡалыу ысынбарлыҡҡа тап килмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙағынаса өйрәнеп бөтөлмәгән, яңы, инглиз, һинд штаммдарына бүлгеләнеүсе ҡурҡыныс сирҙе дауалау алымдары ла күп осраҡта файҙа килтермәй. Нимә тәҡдим итәмме? Ҡабатлап тормайым. Коллектив вакцинация (дөйөм халыҡтың 60-70%) ғына был бәлә-ҡазанан ҡурсып алып ҡаласаҡ.
“Атайсал” коллективын йыйып алдым: “Прививкаға барып ҡарайһығыҙмы әллә? Ентекле итеп тикшерелегеҙ, медицина сикләүҙәре булған осраҡта сараһыҙламайым.” Әле хеҙмәткәрҙәр имен-аман эшләп йөрөйҙәр, өҙлөкмәнеләр ҙә, прививканың икенсе дозаһ-ын алырға йыйыналар.
“Уңыш килһен тиһәң – сәбәп ҡыл!” тигән әйтемде хәтерегеҙгә төшөрәм, рус халҡы: “На бога надейся, а сам не плошай!” тип тә ебәрә. Ҡул ҡаушырып, нигеҙһеҙ өмөткә алданып, йортоңа бикләнеп ултырыуҙан ғына сир үҙенән-үҙе, эҙемтәһеҙ үтмәйәсәк, ул эргәлә генә аңдып йөрөй, гигиена талаптарын еренә еткереп үтәгән хәлдә лә вирустың кемгә килеп йоғорон алдан күҙаллау мөмкин түгел, шуға прививка ярҙамында үҙегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлап ҡалыу сараһын күрегеҙ!
Быға саҡлы ла тарихта кешелеккә хәүеф, бәлә-ҡаза килтергән пандемиялар була торған, бер килеп тәнгә йоҡҡан сир ҙә үтер ул, иң мөһиме күңелегеҙ, уйығыҙ, ҡылған эштәрегеҙ вирусланмаһын.
Һеҙгә сәләмәтлек, бары сәләмәтлек кенә теләйем.
Ихтирам һәм хөрмәт менән: һеҙҙең Хәйҙәр Тапаҡов.
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: