АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
25 Июнь 2021, 16:10

Эт йәне

- Бына шулай, ҡорлаш, эт тә эт, тигән булабыҙ, ә ул бәғзе әҙәм балаһына биргеһеҙ, эт йәнлеләр күберәк булһа ине арабыҙҙа.

Яҡташым менән әңгәмә ҡороп ултырабыҙ. Ул күҙәтеүсән, һынсыл кеше булараҡ бер тетрәндергес күренеш хаҡында һөйләне:
- Һуңғы йылдарҙа донъялар кире яҡҡа үҙгәреп китте, хәйерһеҙ. Тәбиғәт тә кире холҡон күрһәтә, әҙәм балаһы ла унан ҡалышмай. Ә бына йәнлектәр ошондай ауыр шарттарҙа үҙҙәренә генә хас йәшәү рәүешен һаҡлап ҡалырға тырыша: ҡоштар йылы яҡтан ҡайта, оя ҡора, йомортҡа һала, баҫа, сығара, ауыҙындағын өҙөп ҡаптырып себештәрен баға, уларҙы осорға өйрәтә, иртәләрҙе һайрап ҡаршы ала, тонйороп байыған ҡояшты йырлап оҙата, шулай итеп күнегелгән тәртипте, тайпылышһыҙ үтәл-ергә тейеш мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлай.
Ауылыбыҙҙа хужаһыҙ кәнтәй бар ине, шул эргәбеҙҙәге элекке магазин келәтенең аҫтына көсөкләне. Көсөкләүен көсөкләне, әммә бер ни тиклем ваҡыттан яңыл-ыштан тәгәрмәстәр аҫтында ҡалып ҡазаланып ҡуйҙы. Беҙҙең дә Аҡтырнаҡ шул мәлдә бер түгел дүрт көсөк килтерҙе. Теге етем ҡалған көсөктәрҙе алып ҡайтып эткә ҡу-шып ҡарарға ниәтләп бер нисә көн келәт нигеҙендәге тишек ауыҙын аңдыным. Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ас ҡалғас үлгәндәрҙер былар, тип ҡул һелтәнем һуңғы сиктә. Бер көн Аҡтырнаҡ теге ике көсөктө эйәртеп ҡайтып инмәһенме! Ике арала йүгереп йөрөгән икән шулай. Хәҙер алты көсөктө лә ҡосаҡлап ятып имеҙә, һәммәһен теүәлләп ялай, береһен дә ситнәтмәй, береһен икенсеһенән артыҡ күрмәй. Бына шулай, ҡорлаш, эт тә эт, тигән булабыҙ, ә ул бәғзе әҙәм балаһына биргеһеҙ, эт йән-леләр күберәк булһа ине арабыҙҙа.
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: