Сережаға район үҙәгенә барырға кәрәклеген, унда ата-әсәһенең көткәнлеген әйттек. Ул башын һелкте, ризалашты булыр. Кискеһен мунсала йыуынып сыҡтыҡ, малайҙың матурлап сәсен алдым. Мәстүрә уныһын-быныһын төйнәгән була, сығып йәшереп беҙгә һиҙҙермәй илаулап та ала шикелле. Улын һуғышҡа оҙатҡан әсәме ни! Йыйынып бөттөк шикелле. Артыҡлап беленмәһә лә әллә күпме төйөнсәктәр йыйылып китте. Сережа, төпкө яҡҡа сығып, китабына текәлде, беҙ арҡа терәшеп, был яҡта. Ултырабыҙ ят кешеләрҙәй, ауыҙға һыу уртлап. Судҡа Мәстүрәне алып барыу ҡайҙа, йөрәге сыҙамаҫын беләм, шуға, һылтауын табып, өйҙә ҡалдырыу яғын ҡайырам.
Автобус туҡталышына өсәүләп сыҡтыҡ. Мәстүрә Сережаны ҡосаҡлап, маңлайынан яратты ла, ҡырт боролоп, ҡайтыу яғына йүнәлде, һүҙ әйтер хәлдә түгел ине ул.
Билдәләнгән сәғәттә суд залына инеп ултырҙыҡ. Людмила, Григорий, Анатолий килгәндәр, йәнә өлкән йәштәге ике ҡатын, бер ир күренә. Профессор килмәгән. Былар адвокаттың да еллеһен яллағандар, теле телгә йоҡмай, ике һүҙҙең бере-һендә бала ата-әсәһе менән ҡалырға тейеш, тип ебәрә, мин белмәгән, ғүмерҙә лә ишетмәгән закондарҙы ҡат-ҡат баҫым яһап уҡый. Прокурор үҙен бик тарҡау тотто, ғәйепләүсе сифатында сығыш яһаһа ла, минең тарафҡа насар һүҙ ысҡындырманы.
-Бер нимә лә әйтә алмайым, Сережа улым, үҙе хәл итһен, - тим.
- Улым, тип әйтергә хаҡығыҙ юҡ, ул беҙҙең бала! - Людмила сыпраңлап ырғып сыҡты.
- Һеҙгә һүҙ бирелмәгән, гражданка, тыныс ҡына, әҙәпле генә ултырығыҙ! – Прокурор тегенең ауыҙын тиҙ япты.
-Һеҙ, иптәш Яхин, баланы биреүгә ҡаршы түгелһегеҙме? - Судья аптыраулы ҡарап ултыра. - Дәғүәгеҙ ҙә юҡмы?
-Юҡ. Сережа беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кеше, беҙгә һигеҙ йыл ата-әсә булыу бәхетен бүләк итте.Ул ирекле, һуңғы һүҙҙе ул әйтһен.
-Малай әлегә бәлиғ түгел, ҡарар ҡабул итә алмай, ә документта һеҙ атай булып иҫәпләнәһегеҙ.
-Минең башҡа сарам юҡ, хөрмәтле судья. Хәҙер көсләшеп алып ҡалырмын да аҙағын уйлайым. Улым ҡасан да булһа беҙҙе ғәйепләр бит.
Судья заседателдәре яғына боролоп, ниҙер бышылданы ла, ҡарар ҡабул итергә тәнәфес иғлан итте. Тәүҙә Сережаны саҡыртып һөйләштеләр.
Күтәрмәлә торабыҙ. Ҡаланыҡылар беҙгә яҡынларға ҡыймай, ситтәрәк шыш та быш һөйләшәләр, үҙҙәренең ике күҙе балала.
Һиҙәм, Сережа улар менән китәсәк. Шуға, ҡабаланып,һуңғы һүҙҙәремде әйтәм:
-Улым, адресты беләһең, ваҡыт табып, хат яҙып тор. Яттарҙан һорама, бына әҙерәк аҡса, тәүге осорҙа кәрәк булыуы бар. Сумка төбөнә әсәйең йөн ойоҡбаш һалған, иртәле-кисле һалҡын була, кейеп йөрөһөн, тине. Тегендә өй-рәнгәнсе яңғыҙың сығып китмә, аҙашырһың, урамда, юл аша сыҡҡанда ла абай бул, ҡыҙыл ут һүнеп йәше янмайынса урыныңдан ҡуҙғалма. Светофорҙы хәтереңә төшөрөүем...
Эскә саҡырҙылар. Аяғүрә баҫтыҡ.Суд ҡарарын яҙа-йоҙа ғына ишетәм, күҙ алды томаланған, ҡолаҡ шаулай, йөрәк күкрәкте ярырҙай булып, дарҫылдай.
-Сережа улым, бар атай-әсәйеңә…
Улым мине ҡосаҡлап алды, ебәрмәй торҙо, күҙҙәрендә йәш күренде.Үҙе нимәнәндер ҡурҡҡандай, һипһенгәндәй әкрен генә тегеләр яғына йүнәлде.
Ҡара «Волга» ҡуҙғалып китте. Ә мин, ул күҙҙән юғалғансы, артынан эйәреп атланым да атланым…
Сәлимйәндең төрөпкәһе күптән һүнгәйне. Ул уның көлөн ҡый һауытына ҡаҡ-ты, кисетын сығарып, яңынан тәмәке тултыра башланы, фекерен төйнәргә телә-гәндәй, төрөпкәне ныҡ итеп тыңҡыслай. Әсе төтөнгә эйәреп, хикәйәнең дауамы ағылды:
Туҡталыштан ҡайтып киләм, үҙем әллә ҡайҙан өйҙө күҙәтәм. Башҡа өйҙәрҙән айырылыңҡырап, ҡото ҡасҡан харабалай һерәйеп торған кеүек. Ихата эсе лә буп-буш тойолдо, ғәҙәттә, саңға ҡойоноп, кинәнеп ҡый тибеп, мәш килгән ғәмһеҙ тауыҡтарына ҡәҙәр ҡайҙалыр боҫоп бөткәндәр, юҡ-барға лауылдарға әүәҫ Аҡтырнаҡ та ҡаршы йүгереп сыҡманы, мине күргәс, сыйнап, ҡойроғон болғап ҡына ҡуйҙы. Өйҙөң ишеге шар асыҡ. Ҡабаланып индем. Мәстүрә диванға ятып тора, ҡулы йөрәге тапҡырын матҡыған, йөҙө ап-аҡ. Мине күргәс тә, өндәшмәне, тойғо белдермәне. Фельдшерға барып әйтә һалдым да ылау эҙләргә сығып йүгерҙем. Ҡырҡ бәлә менән Мәстүрәне район дауаханаһына алып барып һалдыҡ, йөрәк өйәнәге тотҡан, аҙна самаһы ятыр, тинеләр. Һалҡын өйгә ҡайттым да, һыуытҡыстан шешә сығарып, ярты стакан араҡыны төп күтәрә ебәр-ҙем. Утлы ағым янған йөрәкте баҫҡандай итте. Тағы һалып эстем. Иртәгеһен көтөүгә сыҡманым, унан иртәгеһенә лә. Мәстүрәне алып ҡайтҡас, тормошҡа йәм өҫтәлгәндәй булһа ла, йәшәүебеҙҙең рәте китте. Көтөүҙе ауылға индерер саҡта алан-йолан ҡарана башлайым. Улым бына-бына тыҡрыҡтан йүгереп килеп сығыр төҫлө. Сережа киткәндән алып өйҙө лә йыйыштырмайбыҙ, бөтә нәмә ул бар саҡта нисек булған, шулай ята: өҫтәлдә-асылған китап, иҙәнгә яңылыш төшөрөп ебә-релгән ҡәләм, көҙгөлә ҡалған пластилинлы бармаҡ эҙҙәре. Тәрилкәлә тешләп ҡалдырылған икмәк һынығы… Барыһы ла уны хәтерләтә, барыһы ла уны көтә һымаҡ.
Күшегеп көтөүҙән ҡайтып киләбеҙ. Көнө буйы яуған ямғыр брезент плащтан үтә һуҡҡан. Арыттырған, йонсолған. Эстәре һырттарына сыҡҡансы ашаған һыйырҙар, уфылдашып, ҡабаланмай ғына атлайҙар. Аттар ҙа көтөү ыңғайына килә.
Ҡапыл ярҙамсым Мансур ҡысҡырып ебәрҙе:
-Сәлимйән ағай! Ҡара әле, күлдәксән генә көйө Мәстүрә апай беҙгә ҡаршы йүгерәсе, әллә берәй хәл булдымы тағы?
Икәүләп уға ҡаршы саптыҡ.
Мәстүрәнең күлдәге лысма һыу, еүеш сәстәре биттәренә һылашып бөткән. Яныма килгәс, өҙәңгегә йәбешеп, быуылып торҙо, шунан көскә әйтте:
-Сәлимйән! Бына Сережанан хат! Ҡайтырға сыҡҡан!
Конверты ала һалып күҙ йүгерттем. Аҫҡы өлөшөнә ҙур итеп яҙылған « С. Яхин» тигән һүҙҙәр күренә. Хатҡа ике генә һөйләм яҙылған: «Атай, ҡайтырға сыҡтым. Ҡаршы сығып ал!»
Доньяның аҫты өҫкә килде. Ҡапылдан ҡубып, юлға йыйына башланым. Мәстүрә илай-көлә йүгереп йөрөй, көс етмәҫлек итеп, юллыҡ аҙыҡ төйнәп ташланы.
-Сәлимйән, туҡта әле, юлға йыйынаһың да ул, Сережаны ҡайҙан табырһың икән? Өфө бит беҙҙең ауыл ише түгел. Ҡайтам, тип икенсе йүнәлештәге поезға ултырып сығып китһә!
-Эйе шул, ул турала бөтөнләй уйламағанбыҙ. Ҡаршы сығып ал, тигән булған, ҡана һуң күрше йорттан ғына сығып алһаң. Нишләйбеҙ, әсәһе?
-Нисек кенә булһа ла, бар инде һин, Сәлимйән, тимер юл вокзалын ҡараштыр, урамдарҙы эҙләштер, кешеләргә йәүкәлә, берәүһе күрмәһә, икенсеһе күргәндер, донья бит ул түңәрәк, бәлки табылыр…
Аптырашып ултырғанда, ишек шаҡынылар. Почтальонка икән, телеграмма килтергән: «Ваш сын, Яхин Сергей находится в отделении милиции… района города Уфы. Просим…»
Аңлашылды. Ылау таба һалып, юлға сыҡтым, киске поезға өлгөрөргә кәрәк.
Өфөгә килгәс, телеграммала күрһәтелгән милиция бүлеген эҙләп, ҡала буйлап оҙаҡ йөрөргә тура килде. Бына ул бүлек. Эскә үтәм, дежур милиционерға хәлде аңлатам. Бер аҙҙан малайҙы алып сыҡтылар. Тартылып, йоҡарып киткәндәй, йөҙө бойоҡ. Мине абайлағас, күҙҙәре янып китте, ҡосағыма ташланды
Мин илайым, малай илай. Бер-беребеҙҙе һығып ҡосаҡлап, күпме ултырғанбыҙҙыр, баяғы милиционер яурынға ҡағылды:
-Эш ваҡыты, документтарҙы тултырайыҡ та…
Кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡултамғамды ҡуйып ҡына тора инем, ишек алдына теге ҡара «Волга» килеп туҡтағаны күренде. Сережа миңә ҡабаттан йәбеште, ысҡындырырмын тимә:
-Атай, мин унда бармайым! Улар минең өсөн ят. Һин - минең атайым! Атай, бирмәйем, тигән!
-Сережа, балам, ҡурҡма, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ…
Уңғансы булмай ишектә Людмила күренде. Ҡоҙғондай ярпылдап килеп Сережаға йәбеште, тартҡылай башланы:
-Бала минеке! Бир! Сережаны сихырлағанһығыҙ, барыбер дауалап аласаҡбыҙ… Бир, баланы!..
Сат йәбешкән ҡатындан ҡотолорға итәм. Көрмәкләшә башланыҡ. Ни эшләргә белмәй, хәлдең айышына төшөнмәгән милиционер аптырап ҡалған.
-Людмила! - Ишектә Алексей Владимирович күренде.
Ҡаты тауыш ҡатынға арыу ғына тәьҫир итте шикелле, эргәһендәге ултырғысҡа ултырып, шарылдап иларға тотондо.
-Башта шулай иларға кәрәк ине - һин балалы, мин ейәнле булыр инем. Хәҙер һуң инде! Бала уларҙыҡы, һәйбәт кешеләрҙеке! Кеше итәсәк улар ейәнемде, кеше итәсәк! - Милиционерға мөрәжәғәт итте. - Мин шаһит, бала - уларҙыҡы. Документтарын ҡарай алаһығыҙ.
Бая вокзалға төшкән шул профессор ине бит.
Сәлимйән хикәйәһен тамамланы.
-Ҡара әле, ҡорҙаш, таң һыҙылып та килә. Офоҡ ап-аяҙ.
Поезд Магнитогорскиға ла яҡынлаша. Әле ҡала күренмәһә лә, халыҡ сығыу яғына сиратҡа теҙелде. Мин дә юлдаштарымды оҙатырға баҫтым.
-Айҙар, әллә төшөп ҡалаһыңмы? Берәр көн ҡунаҡ булырһың, Мәстүрәм менән танышырһың, ауылыбыҙҙы күрерһең.
-Осрашырбыҙ әле, Сәлимйән. Юлдар өҙөлмәй, осрашырға теләк кенә булһын.
Юлдашымдың бәхетле йылмайыуы һүҙҙәремде ҡеүәтләй.
Вокзалда ҡайнаған халыҡ араһынан Сәлимйән менән Сережаны юғалтырға теләмәгәндәй, күҙ яҙлыҡтырмай, оҙатып ҡалдым. Бына улар, бәләкәйләнә барып, ҡара һәм һары нөктәгә әүерелделәр. Әүерелделәр, ләкин айырылманылар.