Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
30 Май 2021, 13:50

Еләкле йәй

Сәстәрем салланһа ла һаман да еләк аҡсаһына Йыһан карабы һатып алыу мөмкинлегенә ышанып йәшәйем. Шулай булмай тағы, хыялды бит хыялыйҙар ғына тормошҡа ашыра!

Өфөнән ҡайтып киләбеҙ. Ҡырмыҫҡалы менән Архангел райондары сигендә юлдың ике яғына оҙон сират теҙелгән. Селләнең ҡыуан елендә ҡаҡланып ауыл халҡы еләк һата. Башлыса ҡатын-ҡыҙ, бәләкәй малай-ҡыҙҙар ҙа күренгеләй. Билдәле - улар арыу-талыуҙың ни икәнен белмәгән алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Туҡ-талырға иттек. Бер яҡ ситтәрәк алдына тулы ике биҙрә ҡуйған йәш ҡатын тора, эргәһендә һоро күҙҙәре ҡыҙыҡһыныусан йызылдаған ете-һигеҙ йәштәр тирәһе-ндәге ҡатма малай. Теге мин яҡынлау менән тирле маңлайын усы менән һөртөп ҡоротоп, танауын мырш-мырш тартып телгә килде:
- Ағай, алығыҙ пажалыста, иң эреһе, иң тәмлеһе, иң арзаны беҙҙеке!
Тегенең янына сүгәләнем:
- Шулай уҡмы?
- Мына ҡарағыҙ!
Ысынлап та таҙа итеп тирелгән еләктәр бешкән, эре. Маҡтап ебәрҙем:
- Йыйғаның сифатлы, маладис, тағы һин оҫта һатыусыға оҡшағанһың.
- Әрһеҙләшмәһәң һине кем күрә лә кем белә, алыш-биреш итмәйенсә йәшәп булмай хәҙер!
Ҡатын уңайһыҙланғандай итте:
- Уй ошоно, теле телгә йоҡмай торған!..
Ололарса яуап ишеттем, ишеттем дә яңы танышымды һөйләндереүҙе дауам иттем:
- Еләк йыйыуы ҡыйынмы һуң?
- Еңел, рәхәт эш булмай инде ул. Тын алғыһыҙ эҫе, өҫтәүенә килеп тороп ләпәкәй талай, сыҙап ҡына тор. Болоттай ҡубып ябырылған серәкәйҙәр ашап бөтөрә яҙҙылар, саҡ ҡотолоп ҡалынды.
- Еләк йыйғанда мине лә себен-серәкәйҙәр аяуһыҙ талайҙар ине, бирешмәнем, теп-теүәл ҡалдым!
- Һеҙ, ошо башығыҙ менән еләк йыйып йөрөнөгөҙмө?! - Малай ғәжәпләнә биреберәк өҫ кейемемә күҙ атты.
- Бала саҡта әле таҡҡан галстугым, бынау ялтыр туфлиҙарым юҡ ине әле. Уларҙы һуңғараҡ һатып алдым. Һинең эш көнөң нисегерәк ҡоролған инде?
- Иртә таң менән ике биҙрә, шунан ҡайтып әйләнәбеҙ ҙә төштән һуң ике биҙрә.
- О-о-о, ҡайһылай ҙа егәрле икәнһең! Ә һин ошо еләк аҡсаһына нимәләр алырға йыйынаһың?
- Мәктәп кәрәк-ярағы инде! - Ҡатын да һүҙгә ҡушыла. - Өйҙә тағы ике бала, ирем ике йыл инде эшһеҙ ята.
- Элек эш була тороп та эшләүсеһен таба алмай аптырана инек, хәҙер киреһенсә. - Ҡатындың хәленә инергә теләп әйткәндәрен ҡеүәтләнем.
- Әгәр көн һайын тырышып эшләһәң, еләкле йәй бөтөүгә велик алып бирәм тинең, эйе бит, әсәй?
- Эйе.
- Ә һин Йыһан карабы алғың килмәйме?- тинем.
- Йыһан карабы? Ошо беҙҙең еләк һатҡан аҡсағамы? Алып буламы?
- Булмаған ҡайҙа! Велик ерҙән генә елә, ә карап юғарыла, Йыһанда. Һин гелән күккә ҡарап, хыялланып йәшә, йәме.
Еләктәрҙе пакетҡа бушаттыҡ.
- Бына һин скафандрлыҡ аҡса ла эшләнең. Йә, ярай, һау бул! - Малайға ҡул бирҙем дә китә биргәс ҡайырылдым. - Ул көпә-көндөҙ зәңгәр сатыр төбөндә нимәлер күрергә теләгәндәй юғарыға төбәлгәйне.
... Ыуыҙҙай тонйороп яңы көн яҡтырып килә. Йоҡоға һиҙгер таң әтәстәре әлегә ҡуналҡаларында төнәй, һәр шылт иткән тауышҡа лауылдарға әҙер эттәр ҙә шы-мып ҡалған. Әсәйем һаҡ ҡына башымдан һыйпай:
- Тор, балам, сәй эсәйек тә ҡуҙғалайыҡ. Кисә ҡайтышлай Ҡарткүле болононда еләклек күрҙем, башҡалар төшмәҫ элек шунда барайыҡ. Тиҙ генә, ауырлыҡ-һыҙ ғына биҙрәләрҙе тултырырға мөмкин.
Эйе, анһат һиңә, беләм мин, ауырлыҡһыҙҙың ни тиклем дә ауыр, мәшәҡәтле икәнен, илла ла менән бер биҙрәне тултырғансы эт булаһың, икенсеһен өймә-ләткәнсе һыуһап хәлдән таяһың!
- Эй, килеп тороп йоҡом килә... Әсәй, саҡ ҡына ятып торайым инде, бер күҙемде ҡыҫып ҡына, уяу килеш, күрше әтәсе яр һалыу менән ындый ғына ырғып килеп тә торормон... Ә, әсәй?..
- Күрше әтәсе тиҙ генә тауыш бирмәҫ шул, ҡысҡырыуҙан ҡалған ул, ныҡ ҡартайған, йөндәре ҡойолғас ярым-яланғас, үҙе тупыс.
- Эх, мин дә ҡасан ғына пеләш башҡа ҡалып олоғаям инде! Өләсәйем ише әҙер еләкте йыпырып түрҙә генә ултырыр инем.
- Тор, тел биҫтәһе, һиңә ашарға бирмә, хәбәр һөйләргә бир!
Урман һуҡмағынан китеп барабыҙ. Артта, күҙ күреме ерҙә ҡалған ауыл әүелйей, йоҡлай. Һыйыр көтөүе әлегә ҡуҙғалмаған, әммә оҙаҡлатмаҫтар, уны эйәр-теп һарыҡтыҡы сыға. Шауҡал һыйырыбыҙҙы өләсәйем һауа, шунан сиратлап малдарҙы көтөүгә оҙата ла йәйге мейескә ут тоҡандырып, киске һәм иртәнге һау-ынды ҡушып йылытып ебәреп һөт айыртырға ултыра, шунан тәфсирләп ҡашығаяғын йыуғас тауыҡтарға ем һибә, бер һүҙ менән әйткәндә ул өй тирәһенә күҙ-ҡолаҡ. Бына минең күҙҙәрем дә осҡорораҡ, ҡолаҡтарым да һиҙгерерәк, әммә мине йортҡа күҙ-ҡолаҡ итеп ҡалдырмайҙар, сөнки маңлайыма туңҡаңлап, йөгөнөк-ләп йөрөп еләк сүпләргә ҡушып яҙылған, яҙылған икән, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Хәҙер еләк йыйып силәктәребеҙҙе тултырырбыҙ ҙа Арҡыры Юлға ҡушарлап һал-ынған нефть трассаһына сығырбыҙ. Шунан, тура тартып ялан яғына машиналар иртә таңдан ҡара кискәсә утын ташый. Әсәйем беҙҙе абайлап ҡалып туҡталға-ндарҙың береһенә сауҙалашып еләктәрҙе һата ла аҡсаһын миңә тоттора, үҙе оло юлға сығып көтөп тороп колхоз бесәненә барыусыларға ҡушыла ла ҡара кис-кәсә шунда йөрөй. Аҡсаны теүәтәйем төбөнә һалып, бөрөп тотоп ҡайтырға сығам. Баш кейемемдең төбө тишек түгел түгеллеккә, әммә 15-20 аҙым һайын төш-өп ҡалмағанмы тапҡаныбыҙ, тип аҡсаны яңынан хисаплайым. Теүәл һымаҡ, мәгәр һаҡланғанды һаҡлармын, тигән, Хоҙай олатай, нисек кенә булһа ла йыйыш-тырыулы, тыҡшырыулы йөрөүең хәйерле. Ҡайтып еткәс аҡсаны өләсәйемә тапшырам, ә ул миңә эш хаҡы итеп йоҙроҡ дәүмәле камауай шәкәр тоттора. Шуны кискәсә кимерә-ялай торғас тауыҡ йомортҡаһы рәүешенә килтерәм.
Иртә таң менән кисәге хәл ҡабатлана:
- Балам, тор, ваҡыт, кисә Һарналы Төбәк буйында... - Был әсәйемдең арымаҫ-талмаҫын әйт, ҡасан йоҡларға яталыр, ҡасан тороп китәлер, билдәһеҙ.
Еләкле биҙрәләребеҙҙе ҡуйып юл ситендә машиналар үтеүен көтөп торабыҙ.
- Әсәй?
- Әү, балам?
- Әйҙә, ошо еләк һатҡан аҡсаға кусмыс карабы һатып алабыҙ!
- Космос карабы?!- Әсәйем ғәжәпләнә биреп төбәлә.
- Касманаф Гагарин ауылда тыуып-үҫкән, тиҙәр. Быйыл ул тотош донъяны таң ҡалдырып Йыһанға осто. Моғайын да ул еләк һатып алғандыр әле шул нә-мәһен, ауылда башҡаса аҡсаны нисек эшләмәк, тапмаҡ кәрәк?!
- Ярай, шулайтырбыҙ, улым.
Әсәйем йәй аҙағында Хәйбулла районына китте йәйәүләп, миңә уҡыу әсбаптары, кейем-һалым һатып алып ҡайтты. Йәнә ҡыҙыл йондоҙ төшөрөлгән зәңгәр самолет.
- Бына улым, аҡсабыҙ ошо самолетҡа ғына етте. Ярай, киләһе йыл да еләкле йәй килер, йыяйыҡ әле. Тик ышан, беҙ ул космос карабын мотлаҡ һатып ал-ырбыҙ, шунан һин Гагарин ише Йыһанға осорһоң. Күктең етенсе ҡатында саҡта мине күреп ҡалһаң ҡул болғарһыңмы?
- Болғамаған ҡайҙа! Унда оло тырыз менән еләк алып менеп тотош Ер шарына һибермен, әйҙә, беҙҙең тыуған яҡ емешен ауыҙ итеп ҡыуанһындар!
Сәстәрем салланһа ла һаман да еләк аҡсаһына Йыһан карабы һатып алыу мөмкинлегенә ышанып йәшәйем. Шулай булмай тағы, хыялды бит хыялыйҙар ғына тормошҡа ашыра!
Читайте нас: