Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
21 Май 2021, 10:18

Салыу һөйәге

Беҙ тағы берәр сынаяҡ сәй түңкәреп сығыуға, Ғарифулла эшен ослап, ҡапҡа яғына йүнәлгәйне. Ул башмаҡтың тотош муйынын алғы ҡулына тиклем сабып, биленә ҡәҙәр төшөрөп һөйрәлтеп йөкмәп алған.

Иллә нәфселе әҙәм дә һуң Ғарифулла! Нәфселе булыуын бөтә мир белә, күреп йөрөй. Беҙҙең ауыл урамынан нимәлер йөкмәп, йә ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, бик тә көсө етмәһә һөйрәп китеп барыусыны күрһәгеҙ, шундуҡ шикләнмәй әйтә алаһығыҙ - ул Ғарифулла. Көсөк эт һымаҡ, шулайтып юлында осраған, ҡыйыш ятҡан, тө-шөп ҡалған әйберҙәрҙе ташый бирә. Тапҡан әйберенең хәжәтлеге лә мөһим түгел уға, өйөндә ятыуы зарур. Алып ҡайтҡанын ишек алдындағы дәү өйөмгә ырғыта ла, егәрле баҫып, йәнә темеҫкенеп сығып китә. Уның бәләкәй йомро кәүҙәһе ҡайҙа ғына тәгәрәмәй, ҡайһы тарафҡа барып бәрлекмәй. “Көн һайын өйөмә нәмә лә булһа ҡайтып ятмаһа, йоҡом йоҡо түгел, төнө буйы уфтанып сығам”, - тип әйтә ти үҙе.
Шул Ғарифулла минең күршем Хәйрулла менән аралашып йәшәй. Йомош алып йонсотошмайҙар, ҡунаҡҡа йөрөп бимазалашмайҙар. Иллә онотҡанда бер юҫыҡ-ланышып алалар. Был икәүҙе нимә яҡынайталыр - айырып ҡына әйтә алмайым.
Күрер күҙгә уртаҡлыҡтары ла төҫмөрләнмәгән һымаҡ. Ғарифулла туп һымаҡ тумалаҡ, төпөш, Хәйрулла иһә, энә ашаған эттәй, кәлберләп саҡ йөрөй. Фиғел-ҡылы-ҡтары ла икеһе ике төрлө. Әйттем бит инде Ғарифулланың ғәҙәтен, ә бына Хәйрулла бөтмөр һаран. Күршеңде яманлау килешмәһә лә, кәртә ҡураң иң терәшеп тор-ғас, һиҙеп, тойоп йөрөйөм. Һиңә әйтәйем, Хәйрулла ағайҙың бейек ихатаһына ҡышын өргән буран унда инеп юҡ була ла ҡуя. Яҙын да ҡар һыуы булып кирегә һарҡып сыҡмай. Зым-зыя һеңә. Бөтә йорт-ҡураһына йоҙаҡ һалыуы ла ян-тирәгә мәғлүм. Бына яңыраҡ бәҙрәфенә лә ат башындай йоҙаҡ элеп ҡуйҙы. Унда ла юғалыр әйбере барҙыр, күрәһең.
Бәлки, бәғзе берәү һөйләгәнемде саманы белмәҫ, лөғәткә һыймаҫ шаштырыуға һабыштырыр. Төптө улай түгел. Хәйрулланың һаранлығы тураһында бына беҙҙең урам аша күрше Ырыҫҡол былайыраҡ итеп һөйләгән тиҙәр:
“Үҙем ни, сөннәтһеҙ булғас, тауыҡ салырға ла эшкинмәйем. Бесән осоронда һурпаһыҙ булмайыҡ тип, һарыҡты һыҙырышырға күршегә ҡул боғаным. Килде. Бәрәнде салып, тейәккә аҫып, тиреһен һыҙырып торғанда Хәйрулла ҡулын яңылыш бысаҡ осо менән уйып ебәрмәһенме! Мин өтәләнеп йөрөп өйҙән бинт, йод алып сыға һалып, бармағын бәйләргә йыйындым. Ярай, алып сыҡҡасың кәрәге тейер әле, бындай һәйбәт нәмәләрҙе ерле урынһыҙға әрәм-шәрәм итмә, тип был ҡулымда-ғын тартып тигәндәй алып кеҫәһенә тыҡты ла эшен дауам итте. Ҡуй, улайтмайыҡ, бысраҡ-маҙар эләгеүе ихтимал, һығып булһа ла, бәләкәй ҡанатайыҡ, мәйтәм. Хәй-рулланың яраһын һыға башланым. Исмаһам, тамсы булһа ла ҡаны сыҡһасы! Билләһи, икмәк өҫтө, ағай-эне, шулай булды. “Һыҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран” тигән мәҡәл-де ишеткән бар, ләкин ысынын күргәнем юҡ ине, күрергә тура килде...”
Былай ҡойолдороп алдап, арттырып һөйләргә әүәҫлеге бар Ырыҫҡолдоң. Тик был хәбәр ураҙа осоронда таралған. Билдәле булыуынса Рамаҙан айында ал-дашыу, белгән-күргәнде ғәйбәткә һабыштырыу яҙыҡ һанала. Шуға динсел Ырыҫҡолдоң һөйләгәне раҫтыр.
Хәйрулланы бөтөрөп ташланым әллә. Ыңғай сифаттары бөтөнлөй юҡмы ни, тип һораусылар булһа, яуапларға ашығам. Бар! Уның һүҙҙәре мул. Вәғәҙәләре йомарт. Йүпәләүҙәре күңелгә һары май булып яғыла бына.
Бөгөнгө хикәйәмде кинәйәләп, әллә ҡайҙан уратып башлаһам да, ул Ғарифулланың зерә нәфселегенә, Хәйрулланың һыҡмыр һаранлығына барып ялғана барыбер. Улар менән һуғым һуйғанда булған әкәмәт хәл тураһында һөйләмәксемен. Сөнки был икәүҙең булмыштары ошо ваҡиғаға үрелеп асыласаҡ. Ситләтеп фә-лсәфәләүемдең ғилләһе лә шунда.
Ҡар ерҙең өҫтөн ихласлап буҙартҡас, Хәйрулла һуғым һуйырға йәүкәләне. Ошоғаса был эшен бисәһе Хәйерниса менән генә атҡара торғайнылар, ваҡытһыҙ сығымдарҙан, кисен өмәселәрҙе ашатыуҙан, һыйлауҙан ҡасыптыр инде. Һуйыласаҡ малын сығарып бағанаға бәйләй ҙә һөрәнләй башлай: “Ағай-эне, бынауҙың йәнен Хоҙай ҡулына тапшырышып ҡына бирегеҙ инде, берүк. Ҡалғанын үҙебеҙ генә...” Йыл да бер үк хәл. Быйыл нишләптер күңеленә аҡлыҡ килеп, шул мәшәҡәтенә миңә, тағы Ғарифуллаға өндәшергә иткән. Ошоғаса Хәйернисаның һыйын түгел, йылы һыуын да еймәгән ҡатыным аптырап ҡалды башта. Аҙаҡтан тегеһе инеп бөтөрөнөң-көрәп торғас, дәртләнеп китеп өйҙәге ҡаш-аяҡты, тәм-томдо күршеләргә ташый башланы, икмәген бешереп һалмаһына саҡлы ҡырҡып индерҙе. “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тиҙәр бит.
Иртә менән өй тирәһен ҡараштырғас, эйәртенешеп Хәйруллаларға юлландыҡ. Оҙон һөйләүемдең әтнәкәһе – һуғым һуйырға эләгә-йығыла йүгермәйһең, хатта күршеңә генә боролһаң да. Күбә арҡанын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, беләк буйы бысаҡты быйма ҡуңысына күрһәтә биреңкерәп тығып, урамда ышҡынаһың.
“Фәлән ҡорҙаш һуғымға әйтте әле. Шуға тип китеп барыла”.
“Ярҙам итәйем әле, яңғыҙың тәүәккәлләр эшме...”
Үткән-һүткәндәргә шундайыраҡ хәбәрҙәр ысҡындырып, тәмәке борхотаһың, хәләл ефетең дә дә был мәлдә ҡуштан тауыҡ шикелле һиңә терәлеп, һыйынып торған була. Һуңынан да тештәреңдәге әллә ҡасан һурылып бөткән, ит киҫәктәре һырыр ектәрҙе ҡайта-ҡайта соҡоп, бик оҙаҡ ашаған иттең тәмен, эселгән һурпаның татын маҡтап йөрөйһөң. Шулай тейеш, йолаһы шул.
Урамда ирәүәнләгән арала мискәләй ҡатынын эйәртеп Ғарифулла ла тәгәрәп килеп етте.
Тәҙрәнән күҙәтеп торғандыр, ҡаршыбыҙға ҡоласын йәйеп Хәйрулла сыҡты, бер күҙе мәғрипкә, икенсеһе мәшриҡҡә ҡарап торған ҡылый ҡараш менән дүртәү-беҙгә бер юлы ҡарап ихлас лауылданы:
- Ярҙамсылар ни, егәрле булғас, килә лә яталар. Әйҙүк, тәүлә йылынып сығайыҡ.
Шауҡымлы ризыҡ төшәсәген тойоп ҡорһағым тапҡыры ҡымырйып ҡуйҙы. “Белер-белмәҫ көйгә кешене яманлаған булам тағы, ана ул “йылындырырға” хәстәрләп, өлтөрәп йөрөй. Үлсәберәк тоторға кәрәк, юғиһә был кискә тиклем лаяҡыл итер...”
Индек өйгә. Бисәләр әҙәп һаҡлап ишеккә яҡын урындыҡҡа күсте, беҙ Ғарифулла менән ҡулдарҙы ыуа-ыуа дәртләнешеп өҫтәл артына ҡунаҡланыҡ.
Хәйрулланың йомарт тауышы өйҙө яңғыратты:
- Әсәһе, таңдан егеттәр сарсап йөрөйҙәрҙер, тамаҡ сылатып алырға кәрәк, бар, айран һыулап килтер!
Ҡәбер тынлығы урынлашты. Ғарифулланың май бөргән уймаҡтай ғына ауыҙы, ризыҡты ҡабул итергә теләмәүен белдереп, эс яҡҡа ҡарай бөрөштө.
Уртаға килеп ултырған өс литрлыҡ теште ҡамаштырып торған айран менән Хәйрулла ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйларға тотондо:
- Йә, уҙамандар, тотоп ебәрегеҙ әле, йә тағы берҙе... бөтөрөңкөрәп бирегеҙ...
“Аҡбаш” өмөт итеп, “Сәмиғулла” булһа ла төшмәгән ашҡаҙан йылыныу урынына дерелдәй башланы, унан туптай тыңшайып, һыртына сығып ташып китте. Көйөш ала ал-маған мал һымаҡ ауыҙым үҙенән-үҙе асылды.
Ғарифулланың да ҡыҫҡа муйынға береккән пеләш башы артҡа янтайып, таһраҡ күҙҙәре түшәмгә терәлде, аяҡ-ҡулдары артҡа тағанлашып китте. Ул да кик-ереп ебәрә алмай йонсой ине, шикелле.
Шулай ыҙалана торғас, һыуһынға тейеп торған эсемлектең төбөнә төшөп ҡуйҙыҡ. Ниһайәт, табынға хуш ҡылып тышҡа атланыҡ та ыңғайы бер туптай ташҡан ҡыуыҡтарҙы бүҫкәртергә теләп, сиратлап бәҙрәф ауыҙына баҫтыҡ.
Хәйрулла сымыры хәрәкәтләнеп йөрөп аҙбар төбөнән һуйыласаҡ малды алып сыҡты. Уныһы ҡорсаңғынан бисмиллаға ғына арынған, быҙау ҡоронан үтеп, яңы башмаҡ булған йонсоу нәмә икән.
Йылғыр Ғарифулла беҙҙе йыбалтманы. Тегене сығыр-сыҡмаҫтан йыға төрттө лә, аяҡтарын да бәйләп тормай, ауыҙынан тишек туптан сыҡҡан елгә тартым ”ләхәүлә-ә-ә” өнөн сығарып, салып та ебәрҙе.
Аслы-туҡлы йән аҫыраған, йәне тамағына килеп тығылған мәхлүк тыпырсынмай ҙа йән бирҙе.
- Үгеҙҙе әйтәм, көр генә күренә, - тигән булдым, тик тороуҙы килештермәй.
Хәйрулланың ирендәре ҡәнәғәт йәйелде:
- Шулай булмай ни, бөтә ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән һаламды йыпырып бөттө ошо мәскәй.
Тора-бара Хәйрулланың сумарт йөҙө уңып, унда һаранлыҡ сатҡылары төҫмөрлән-де. Бысаҡтарыбыҙҙың һәр хәрәкәте уның ҡомһоҙ ҡарашынан ситкә яҙлыҡ-маны.. Тирене тунап бөтөүгә, сыҙамай мыжып та ебәрҙе:
- Эй, Таһир, ярты һуғымды тирегә ебәргәнһең!
- Ул ит теш араһына керә, әллә юҡ! - тип яуапланым.
- Улай тимә, һурпаның тоҙлоғо күкрәк шаршаулығында...
Хәйрулла шулай һөйләнә-һөйләнә ҡырҡып алынған һәр өлөштө ҡабаланып келәтенә ташый башланы. Ул ат башындай йоҙаҡ эленгән келәт ишеген ҡыҫып асып эс яҡҡа бер аҙға инеп юғала ла сығып табыш аулаған бурҙайҙай танауын уңға-һулға ташлап еҫкәү хәрәкәтен яһағандан һуң тир-яғына шиксел ҡарашын ташлап, йоҙ-ағын шартлатып бикләй һалып, оҙонлоғо йөҙ иллеле ҡаҙауҙан һис тә ҡайтыш булмаған асҡысын фуфайкаһын-ың ямаулы кеҫәһенә йәшерә һала. Ошо күнегеп бөткән мәшәҡәтен ҡырамалай-ҡырҡ ҡабатланы, йыбанмаҫын, иренмәҫен әйт!
- Ағай, итте ҡарға сумдыра һуғып торайыҡ, шулайтҡанда әҙерәк туңыр, һуңынан ташырбыҙ әле.
- Ҡустым, ир ҡорона керһәң дә, рәт белмәйһең шыпа! Ҡар бит иттең һутын һурҙырғыстай һурып алып әрәм итә. Йәнә ит, май киҫәктәре ҡарға буталып юғалыуы ихтим-ал. Бар һуңынан осто-гүҙе юҡҡа сыҡҡан нәмәләрҙе эҙләп тап!
“Сәсрәп кенә кит, һиңә килгән мин... Ғарифулла ағай маладис. Бер ҙә генә холҡон күрһәтмәне, тыйнаҡ ҡына йөрөп ята, ана...”
Күңелемдән маҡтап та өлгөрмәнем Ғарифулла бысағын ситкә ҡуйып устарын ыуҙы:
- Өшөттөрҙө, хужа! - Ул кинәйәләп тамаҡ сылатып алырға теләген белдерҙе.
- Бармаҡтарың тумбыҡтылармы? Хәҙер ипкә килтерәбеҙ уларҙы! – Хәйрулла шулай тине лә өйөнән оло еҙ ҡомғанын сығара һалды. - Бына йылы һыу! Йылы ғына тү-гел, ҡайнар, ҡулдарығыҙ бешеп ҡуймаһын!
Өмөт-теләге аҡланмаған Ғарифулла үртәлгәндәй ҡулын һелтәне:
- Мәленән алда тәһәрәтләнеп өйрәнмәгәнмен, лутсы мин ҡулдарҙы үҙемсә йылытам! - Шулай тине лә кеҫәләренән йоран бейәләйҙәрен сығарып кейҙе.
Миңә бәйләнеү бының менән генә бөтмәгән икән. Ит ташылып бөткәс, Хәйрулла ҡатындар араһында сүгәләп. эс-ҡарынды әйләндереп-тулғандыра башланы.
Берауыҡтан уның сағыу тауышы йәнә ҡолаҡты ярҙы:
- Күтән тирәһендә кем булашты, күтән ҡайҙа?!
Уның уҫал һорауы миңә тәғәйенләйгәйне, буғай.
- Ниндәй күтән?
- Ҡустым, күтәнде ҡайҙа ҡуйҙың, тим? - Ул арыҡ, таҡталай ҡаҡ осаһына ике ҡуллап шапылдата һуҡты.
Миңә әле генә барып етте:
- Ул буҡлы эсәкте ҡырҡып алып эткә быраҡтырҙым.
- Кругом расхут! Һуң уны бит бер нәмәһен ҡалдырмай осаға тиклем юллап ҡырҡып алалар. Мал тигәнең бөтә булған майын шунда йыя...
Ғарифулла менән ике һыуһын тәмәке тартҡансы арлы-бирле һуғылып көйәләнде ул. Шунан үҙенең төп бурысын хәтерләптер инде, теләр-теләмәҫ кенә беҙгә өндәште:
- Әйҙәгеҙ, еңгәгеҙ сәй хәстәрләгәндәй иткәйне, инеп сығығыҙ.
Үҙемде ғәйепле тойғанға, былар инер яҡҡа ыңғайлағас, арттарынан эйәрмәнем, ҡайтып бер яртыны кеҫәгә тығып алдым. “Әйҙә әҙерәк ҡайғыһын баҫһын...”
Инеүгә өҫтәлгә минең ҡатын әҙерләгән тәм-том ҡуйылғайны. Араҡыны күргәс, Хәйрулланың төйөлгән ҡаштары яҙылды:
- Улай уҡ белекһеҙ түгел икәнһең!
Сәй табының аҙағында инде йөҙө алһыуланған Хәйрулла табының йәмләргә теләпмелер ҡарлыҡҡан тауышына ҡурылдайынан ҡайта-ҡайта килгән еүеш йүтәл өҫтәп, өҫтәлдәге шәкәр шаҡмаҡтарылай ваҡ итеп теленгән алма киҫәктәренә күҙ атып йыр һуҙып ебәрҙе:
Бер алманы бишкә бүләйек.
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек...
- Һыйыңды әйтәм, ҡайһылай ҙа зәһәр, ашҡаҙанды тотошлайы менән ялмап алып күтәндең осона ҡәҙәр төшөп китте! – тине Ғарифулла мин килтергән эсемлекте маҡтап.
- Как же, шулай булырға тейештер ҙә! Таһир ҡусты үткәндә алған араҡымды бөгөн килтерҙе бит! - Хәйрулла күҙ ҙә йоммай алдашты. - Килтермәһә лә иҫем китеп бармаҫ ине, килтергәс зерә лә шәп, “долг платежом красен”, тиҙәрме әле урыҫтар? - Ашҡаҙаны менән күтән буйын ғына түгел, араҡы тас мейеһенә бәргән күршемдең һүҙҙәре ҡайтанан мулыҡты. – Ярай, ағай-эне, кискеһен мал тыуарығыҙҙы ашатып бикләгеҙ ҙә оҙаҡ көттөрмәй беҙгә килегеҙ. Һуғымдың үпкә-бауырынан булһа ла ауыҙ итерһегеҙ. Шулайтып үпкәләгәндәрҙе үпкә менән һыйлайҙар беҙҙә! - Минең яҡҡа ҡаш һикертеп шаян күҙ ҡыҫты. Шешә төпләнгәс оторо ярһып китте. - Ғарифулла. Малды һин салдың, салыу һөйәге лә тәғәйен һиңә тейеш. Мә, - сөйҙәге фуфайка кеҫәһенә ҡулын терһәккәсә тығып ебәреп келәттең асҡысын килтереп сығарҙы, - үҙең сабып ал!
Ғарифулла инәлтмәне, йәһәт ҡуҙғалып тороп кейенә башланы. Ниҙер һиҙенгән Хәйерниса еңгә һуҡмыш ирен төҙәтергә ашыҡты:
- Йола буйынса салған еренән бер иле самаһы иттер инде ул...
Беҙ тағы берәр сынаяҡ сәй түңкәреп сығыуға, Ғарифулла эшен ослап, ҡапҡа яғына йүнәлгәйне. Ул башмаҡтың тотош муйынын алғы ҡулына тиклем сабып, биленә ҡәҙәр төшөрөп һөйрәлтеп йөкмәп алған.
Хәйрулла башта ҡыҙарҙы, унан ҡобараһы осто. Стенаға һөйәлгәс ауыҙынан:
- Ҡорҙаш, шул тиклем итеп алғансы, тере һарыҡты ғына етәкләп ҡайтһаңсы... - тигән дерелдәк тауыш сыҡты.
- Ошоноһо ла еткән, - тип яуапланы тегеһе, - мин бит скрумный кеше!
Һуғымдан ауыҙ итергә тәки насип булманы. Төштән һуң Хәйерниса еңгә инеп бошаланып сыҡты:
- Һап-һау ғына йөрөгән ҡартымдың йөрәге тотто ла ҡуйҙысы. Уға моғайын да ҡарун Ғарифулланың ҡомһоҙлоғо сәбәпсе булғандыр. Йәнә уға ни шыпа ла араҡы эсергә ярамай, шуға ҡунаҡ саҡырһаҡ эркет һыуы ғына йотоп ултыра бит ул. Ҡасып китеп бар-майһығыҙ әле, Алла бойорһа, һуғымын да ашарбыҙ...
Икенсе аҙнала үҙем һуғым һуйырға булдым. Бергә башлағас, бергә ослайбыҙ инде, тип бисә мыжығас, Хәйрулла менән Ғарифуллаға әйттем.
Таң атыуға ҡапҡа ауыҙында бисәһен эйәрткән Хәйрулла пәйҙә булды. Ҡултыҡ аҫ-тына ҙур киндер тоҡто йомарлап ҡыҫтырған.
- Һуғым хәйерле булһын! Үҙем салам.
Алыҫта Ғарифулланың йомро башы күренде. Ул ҡанатлы ағас сана һөйрәгәйне.