АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
16 Май 2021, 12:04

Ышаныс

Харис бабай шырпыһын тоҡандырып ебәрә лә былай ти: “Мә ҡабыҙ, йәнә шырпы бөртөгөнән булһа ла биттәреңде йылытып ал, бер юлы йөҙөңдө лә асығыраҡ итеп күрәйем...”

Беҙҙән өс саҡрым йыраҡта, оло юл эсендә ятҡан элекке Шәмсетдиндең уң яҡ урамының иң осонда Харис бабай йәшәне. Бөгөн уны хәтерләүсе берәйһе бар-мы икән? Бик тә икеле. Ә мин хәтерләйем, юл ыңғайы, ауыл аша үткән һайын ирекһеҙҙән зыярат яғына ҡайырылһам уның ҡураныс кәүҙәһен, йоҙроҡтай бу-лып беленгән көмрө елкәһен, уң яҡҡа ҡыйшайған мөсһөҙ яурынын, сөрәкә башын, өкөнөкө ише ташбыҡ түңәрәк күҙҙәрен, мөләйем, таҙа ҡарашын яңынан күргәндәй булам. Күҙгә-башҡа эләгеп, бәрлегеп бармаған күрмәлекһеҙ, аҙ һүҙле, тыйнаҡ, әҙәпле ине ул. Һис ҡасан эсмәне, ауыҙына тәмәке алманы. Ниш-ләп уны тиктомалдан иҫенә төшөрҙө әле, тиһегеҙҙер, бәлки? Сәбәбе үтә лә ябай, ошо кеше һәр саҡ үҙе менән ике әйбер йөрөттө: шырпы һәм түш кеҫәһен-дә һабы бер яҡҡа боролоңҡораған тимер ҡалаҡ. Һалдаттарҙың, бигерәк тә һуғышта булғандарҙың кәрәк-яраҡтарын һәр саҡ үҙҙәре менән йөрөтөүе элек ғәҙ-әти күренеш иҫәпләнде, ә Харис һирәкләп тирә-яҡ ауылдарға, район үҙәгенә барып әйләнеүен иҫәпкә алмағанда һис ҡасан Шәмсетдиненән сыҡманы. Шыр-пының тәғәйенләнеше булды, тәмәкесе тәмәкеһен төрөп кеҫәһен һуҡҡылырға керешһә Харис бабай шырпыһын тоҡандырып ебәрә лә былай ти: “Мә ҡаб-ыҙ, йәнә шырпы бөртөгөнән булһа ла биттәреңде йылытып ал, бер юлы йөҙөңдө лә асығыраҡ итеп күрәйем...” Ә теге хужаһы ише зәғифләү ҡалаҡ гелән ҡулланылмайынса эске түш кеҫәлә ятты, Ғөмүмән уның барлығын күптәр белмәй ҙә ине шикелле, ә мин күрҙем дә, белдем дә.
Бер көн ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып һорай ҡуйҙым. Ул таһрый күҙҙәрен ҡыҫа төшөп былайыраҡ яуапланы: “Кеҫәмдә генә түгел күңелемдә лә йылы йөрөтәм мин, ә ҡалаҡҡа килгәндә ашар ризыҡтарымдың бөтмәүенә ишара...” Бына ошондай аҡыллы, фәлсәфәүи һығымта ишеттем олатайҙан.
Бер заман Харис ҡарт ҡаты сирләп киткәс юллама яҙып уны район дауаханаһына оҙаттым. Иртәгеһен яныма уның ҡарсығы Фәрхеямал ҡарсыҡ инде. Уны тынысландырып йыуаттым: “Олатай сәләмәтләнер, тиҙҙән ҡайтып та төшөр әле!” Инәй бер ҡап шырпыны, теге ҡалаҡты өҫтәлгә һалды: “Бына ол-атайың йылыһын, ашар ризыҡҡа тигән ҡалағын миңә инселәп ҡалдырып китте...”
Бик тә бола, болғансыҡ, иртәгәге көнгә ышаныс кәмегән, киләсәккә өмөт һүнгән осорҙа йәшәйбеҙ. Тәбиғәт тә кире яҡҡа үҙгәрҙе, әҙәм балаһы ла. Тыңлағыҙ мине, ниндәй генә ауыр хәлдә ҡалһағыҙ ҙа күңелегеҙҙә кешеләргә ҡарата һәр саҡ йылылыҡ, яҡтылыҡ һаҡлағыҙ, үҙегеҙ менән ҡалаҡ йөрөтөргә ди-мләмәйем, әммә ризыҡтарығығыҙҙың бөтмәүенә, иртән ҡояштың йылмайып килеп ҡалҡырына ышанып йәшәгеҙ, өмөт ташланмаһын һеҙҙе. Ошо мин әйткән-дәрҙе балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә изге бетеүҙәй итеп, Харис бабай ҡалдырып киткән әйберҙәрҙәй тапшырып ҡалдырығыҙ. Шул саҡта йәшәү сыл-быры өҙөлмәҫ, игелек тигән изге төшөнсә лә беҙҙе ташлап ҡалдырып китмәҫ!
Читайте нас: