Мин Иҫәнғол дауаханаһында эшләп йөрөгән осорҙа унда билдәле композитор Нурия Абдуллина йәшәне. Йәшәгәнлеген бары ишетеп-белдем генә, юлымда һирәк-һаяҡ осраштырғылап та ҡуя ине ул. Шәп баянсы, күп популяр йырҙар авторы Венер Мөхәмәҙиевты ла яҡындан булмаһа ла белдем, теге баянын ҡосаҡлап арабыҙҙа һин дә мин йөрөп ята. Һәләтле, шәп шағир Ғилман Иҙрисов хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Шәплеге йылдар үткәс кенә аңыма барып етте, ә бына ул осорҙа йоҡа кәүҙәле, еңел һөйәкле, ипле һүҙле, ихлас аралашыусы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ғилман артыҡлап күҙгә-башҡа салынып барманы. Бөйөктәрҙең бейекле йылдар үткәс кенә беленә шул. Әсәһе лә иҫән ине шикелле. Уны беҙ бөгөн “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!” йыры аша яҡшы беләбеҙ, беләбеҙ генә түгел, әсәләргә дан йырлаған ошо гимн көйөндә ул барлыҡ әсәләрҙең илаһи, ҡабатланмаҫ һынына әүерелде.
Ергә йылмайып-көлөп тағы яҙ килде, муйылдар, алмағастар күкрәп сәскә атты, хуш еҫтән иҫереп иҫтән яҙ ҙа ҡуй инде! Бар донъяны солғаған ошо аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа баҡһам ҡолағымда Ғилман Иҙрисовтың йыры яңынан яңғырап киткәндәй: