Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
14 Май 2021, 15:19

Старшина Ҡотоев

Бик күп йылдар үткәс, бесән мәлендә мин шуға иғтибар иттем, ялға туҡтаған саҡта ҡартатайым итектәрен һала ла унда нимәлер һалып аҙаплана торғайны. Баҡтиһәң ул Сталинград янында аяҡ табандарын, үксәләрен ҡалдырып киткән икән!

Хөрмәтле уҡыусым! Ошоға ҡәҙәр “Атайым” тип аталған хәтирә яҙып һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткәйнем. Уны яратып ҡабул иттегеҙ, шылтыратыусылар ҙа, мөхәр-ирриәткә фекерҙәрен яҙыусылар ҙа бихисап булды. Бына күптән түгел уның ейәнсәренән ҡартатаһы, тураһында яҙылған яҙмалар алдым. Яҙмалар шанлы һуғыш йы-лдарының тик ике генә мәленә ҡағыла, тик уларҙы фәҡәт бер яугирҙең башынан үткән михнәттәр, тип ҡабул итергә һис тә ярамай, сөнки 1418 көн дауам иткән һуғ-ыш яландарында миллионлаған кеше ҡан ҡойҙо, тимәк миллионлаған яҙмыш, һәр кемдең шәхсән үҙе күргәне, үҙе кисергәне. Русса яҙылған тексты үҙгәрешһеҙ, нисек бар шулай, дөйөм баш аҫтын-да һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.
Ихтирам менән: Хәйҙәр Тапаҡов.
Июнь аҙағы. Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡыт. Тотош совет халҡына ил етәкселеге: “Бөтәһе лә фронтҡа, бөтә нимә фронт өсөн!” тигән оран һалды. Минең ҡартатайым, колхоз рәйесе булып эшләп йөрөгән Ҡотоев Ниғәмәт Яппар улы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауылдаштарын дөйөм мобилизацияға йәлеп итә, һуңынан үҙ теләге менән хәрби комиссариатҡа ғариза яҙып яуға китә. Киткәнендә ул үҙе менән ике ат та ала.
Яуға әҙерлекте әле ойошторолоп ятҡан 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ал-кино станцияһында үтә. Мәргән атыусы булараҡ уны разведка төр-көмөнә снайпер итеп күсерәләр.
Ҡанлы, үлемесле яу юлдарын үткән яугир 1943 йылдың август айында привалда саҡта урман аҡ-ланында һуғыш аттарының тороуы хаҡында ишетә. Йөрәге ниҙер һиҙенеп, үҙенең командирынан рөхсәт алып, ул шунда йүнәлә, һәм оло шатлығына күрә аттарҙы ҡараусы, бағыусы, һаҡлаусы ауылдашын тап итә. Алыҫ ерҙәге көтө-лмәгән осрашыуҙан әҫәрләнеп оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырғанда, һүҙҙән-һүҙ сығып, яҡташы аттар араһында элек кавалерия дивизияһында булғандары ла бар бы-нда, тигәнерәк хәбәр ҙә ысҡындыра. Ошо хаҡта ишетеү менән ҡартатайым аттарын саҡырып һыҙғырып ебәрә, һәм... бына бит мөғжизә, өс йөҙләгән төркөмдән ике ат айырылып сығып уға ҡарай йән фарман саба башлай. Ҡыуаныстың сиге юҡ, аттар килеп етеп уның биттәренән, маңлайынан яларға тотона. Күҙ йәштәрен тыя алма-ған ҡартатайым, күҙҙәренән йәштәр субырҙаған, баштарын яурындарына һалған аттарҙы һуңғы телеме менән, моҡсаһы төбөндә ятҡан шәкәре менән һыйлай. Әммә ваҡыт аяуһыҙ, часткә кире ҡайтырға кәрәк. Ул башҡаса ауылдашын да, теге аттарҙы ла осратмай. Һуғыштан һуң ошо ғибрәтле тарихты ҡартатайым ҡат-ҡат һөйләргә яратты.
Бөйөк Ватан һуғышындағы Сталинград алышында ҡартатайым Ҡотоев Ниғәмәт Яппар улы, юғар-ыла әйтеп үткәнемсә, снайпер сифатында ҡатнаша. Беҙҙең ғәскәр-ҙәр һөжүмгә күсеп алыш ҡыҙған ғына саҡта уға техниканың хәрәкәтен күҙәтеп дошмандың тере көсөн юҡ итергә бойороҡ бирелә. Ҡартатайым яландың бер яҡ ситен-дәрәк күренгән ҡуйы ботаҡлы ағасты һайлап шунда менеп йәшеренә. Бынан тирә-йүн ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Яңылыштан осоп төшмәҫ өсөн ул кәүҙәһен ҡай-ышы ярҙамында олонға беркетә, мылтығын ҡулайлап урынлаштыра ла берәмләп күренгән бер дошман һалдатын юҡ итергә тотона. Көн барышында беҙҙең алғы час-тар уңышлы һөжүм итеп дошманды ары сигендерә, һәм ошо ығы-зығы, дөйөм күтәренкелек мәлендә уның хаҡында бөтөнләй онотоп ебәрәләр. Нимә эшләргә?! Дев-из шундай: “Бер аҙым да сигенергә, ҡуйылған посыңды ташларға ярамай!”Командиры ҡушҡан ҡәтғи бойороҡто үтәп, ул үҙәккә үтеп барған һалҡынға, аслыҡҡа түҙеп урынында ултырыуын дауам итә. Командир тик өсөнсө тәүлектә генә Ҡотоевты хәтеренә төшөрә һәм уны эҙләп разведчиктарын ебәрә. Аңын юғалта барған снайпер-ҙы табып алған разведчиктар уны ҙур ауырлыҡ менән ағас башынан төшөрә. Ҡартатайым инде туңған аяҡтарын бөтөнләй тоймай. Уны госпиталгә оҙаталар, ике ай дауамында туңған аяҡтарын дауалайҙар. Командование уның батырлығын юғары баһалай, Сталинград өсөн барған алыш өсөн уға “Батырлыҡ өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалдары тапшырыла.
Бик күп йылдар үткәс, бесән мәлендә мин шуға иғтибар иттем, ялға туҡтаған саҡта ҡартатайым итектәрен һала ла унда нимәлер һалып аҙаплана торғайны. Баҡ-тиһәң ул Сталинград янында аяҡ табандарын, үксәләрен ҡалдырып киткән икән!