Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
6 Май 2021, 09:08

Биртек (дүртенсе киҫәк)

Дөйөм алғанда ҡырағаһыҙ, бер ҡатлы, эсә белмәгән зат ул Сабирйән, упырым кеше.

Сабирйән ағайҙарҙың алты мөйөшлө серек йорто һуңға ҡалып ауа-түнә ҡайтып килгән эскесегә оҡшап ал яҡҡа ҡарай аушайған. Тәҙрәләрҙән тыш яҡҡа һарҡҡан яҡтылыҡ та йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған йонсоу күҙҙәрҙе хәтерләтә. Малсы булып эшләгән Сабирйән ағай ваҡыт-ваҡыты менән ҡырын һалып йөрөй. Эсергә уның шыпа ла әүәҫлеге юҡ, тормош бит ул, ҡайһы саҡ, ирекһеҙҙән ғәйре, яңылыштан, зәхмәтле эсемлекте йотоп ебәрһә тотанағы тотоуҙан тамам баш тартып ике аҙна тирәһенә ысҡына. Шул мәлдә инде кеше күҙенән ҡасып, ҡырҡа тамаҡланыуҙан яҙ-ып өйөнә бикләнеп ятырға мәжбүр. Сиргә һабыш-ҡанында Сабирйәндең һонтор кәүҙәһе елдә елберҙәгәндәй йоҡарып, һорау билдәһеләй бөгөлә, яңаҡтары эскә тартыла, ҙур күҙҙәре һупайҙыныҡына оҡ-шап быялаланып ҡаталар. Күрше ауыл килене Мәмдүҙә еңгә ике балаһын етәкләй ҙә абышҡаһына күңеле ҡалып, үпкәләп атаһы йортона ҡайтып китә. ҡаҡ һөйәккә ҡалып ипкә килә Сабирйән, айыға ла хатаһын төҙәтергә, ҡылған гөнаһын йыуырға тырышып көнө-төнө ферма юлынан ҡайтып инмәй. Ярты йыл тирәһе һөйрәлеп йөрөп эшләүен иҫәпкә алып яңыраҡ уға “Социалистик хеҙмәт ударнигы” билдәһен бирергә йыйынып бөткәйнеләр ҙә, иң һуңғы мәл-дә шул ҡәһәр һуҡҡыры өйәнәге тотоп бөтә эште харап итте. Насырйән шул хаҡта бүлексәлә бригадир булып эшләгән атаһы Фазлетдин ағайҙан төпсөн-гәйне, тегеһе иҫе китмәй генә яуапланы: “Эсә белмәй эсә…” “Ул саҡта ҡайһылайтып белеп эсергә? “ “Ҡул ҡулды йыуа. Эсәһең икән, һис ҡасан яңғыҙ-ярым байрам итергә ярамай, эргәңдәге түрәгә лә ҡойорға, һоғондорорға кәрәк. Шул саҡта йөҙ ҙә яҡты була, эш тә гөрләп китеп бара!” Дөйөм алғанда ҡыраға-һыҙ, бер ҡатлы, эсә белмәгән зат ул Сабирйән, упырым кеше.
Ишеккә ҡағылыр-ҡағылмаҫтан эс яҡтан йыр тауышы ишетелде:
Һин һорама хәлең нисек, тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә…
Сабирйәндең донъяуи мәрткә китеп шаңҡыған сағына юлыҡтыҡ булыр.
– Пастуйте, хәҙер асам! Бисә даунанан Байғужала. Атам-әпсәмдең хәлен белеп киләм, тип киткәйне балаларҙы алып. Барып алып ҡайтыр инем дә ҡул теймәй, эш күп. Бер үҙемә мында күңелһеҙ, эс боша килеп тороп, яңғыҙлыҡтан үҙемә урын таба алмай һандырайым, хет берәҙәк эт булып оло, ишетеүсе, хәлемә инеүсе юҡ! Миндә бер сирек әсегән бал бар, таң атҡансы көңгөр-ҡаңғыр итергә етә. Тамағыма ла әлегә буйтым ғына бар, етерлек…
Хәмдениса апай килеп тыуған хәлде үҙ ҡулына ала һалды:
– Ишегеңде аса күрмә, ҡормағыр…
– Ништәп?
– Биртек йыйып йөрөйбөҙ!
– Биртек? Пагаҙи, нимә була ул тағы?
– Уныһы инде һинең һыу мейе башыңа ҡуныр ғәм түгел. Нимәң бар, әпкил дә солан ярығынан был яҡҡа тыҡ!
– Нимә, тип, әйттем дә, бер сирек бал…
– Артаған балыңды үҙең һемер. Беҙгә ҡабыр ризыҡ кәрәк.
– Баштан уҡ шулай тиҙәр уны. Закуска, әләйгәс… Өҫтәлемдә башлы һуған бар, шунан ҡаты ҡорот, ҡатҡан икмәк һынығы. Бар һыйым шу ғына.
– Ысынлап та табының буйтым икән. Ҡоротоңдо бир!
Бер аҙҙан шау һөйәк, тарамышлы ус тыш яҡҡа һонолдо.
– Теге ни, биртенгәнгә ниндәй теләк теләргә?
– Яҡшыһын.
– Улайһа бер ваҡытта ла бахмурҙан интекмәһен… Эскәндән аҙаҡ әҙәм күтәрмәҫ ғазап бит ул: баш ярылып бара, тамаҡҡа тәғәм үтмәй. Мына мин нисәнсе көн инде ыңғайға китә алмай интегәм, этләнәм. Сабыр йән булғас сыҙайым, ни хәл итмәк…
Белгең килһә минең хәлгенәмде,
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә…
Сабирйән ҡарлыҡҡан, тоноҡ, моңһоҙ мөңрәүе менән башлаған йырын ослап ҡуйҙы ла ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләп шауҙырлатып сылбырлы келәгә йәбеште:
– Ыслушай, дауай йәшенмәк уйнамайыҡ, килешмәй, беҙ бер ауыл кешеләре лә баһа!
– Был тиклем дә эт ыйыҡ булырһың икән! Үҙең генә байрам ит, тим бит. Башҡа өҫтәрең юҡмы?
– Мин зыянһыҙ кеше. Әҙәм балаһына насарлыҡ ҡылмайым, ярҙам итергә тырышам. Һәммәһенә яҡшылыҡ ҡына теләйем.
– Бына был һүҙҙәреңде үҙебеҙ менән алабыҙ…
(Дауамы бар)