Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
4 Май 2021, 08:48

Биртек (икенсе киҫәк)

– Биртекте кемгә тәғәйенләп йыйғанлыҡты әйтмәйҙәр. Юғиһә теләктең ҡеүәте кәмей, бирелгән ризыҡтан бәрәкәт ҡаса! Һин дә үҙеңде танытып эште боҙа яҙҙың. – Ә-ә-ә…

Ҡарлы өйөрмә шундуҡ һалҡын ҡосағына сорнаны - тын алырмын тимә, үткер ҡар бөртөктәре ауырттырып биткә бәреләләр.
Өйҙәр ҡыйыҡтарына ҡәҙәр көрткә сумғандар, тәҙрәләренең өҫкө өлгөһөнән йызылдаған шәм яҡтыһы ғына күренә. Әле сағыштырмаса иртә булыуға ҡарамаҫ-тан күптәре ут та ҡабыҙып тормай тынып ҡалған, үҙҙәре лә хужалары ла йоҡлай. Ян-тирәне япҡан ҡар шаршауында, булмышты томалай барған эңер ҡуйылығында тағы ни ҡылһындар инде, юҡтың көнөндә ай-йондоҙҙар күренеп ҡалһа ла күңеллерәк булыр ине, бәлки. Сыуаҡтауға ике йыл элек эл-ектр үткәрҙеләр. Бүлексә үҙенең көсө менән урам буйына ҡарағай бағаналар ултыртып сым һуҙып сыҡты ла йылы урын әтмәләп шунда тракторҙың диз-ель двигателен урынлаштырҙы. Башланған эш - бөткән эш, башҡа ваҡ хәстәрҙе һәр йорт үҙ өҫтөнә алды. Теге өкәлтәкте әллә ни күреп электр стан-цияһы тип атайбыҙ хәҙер, көн әйләнәһенә булмаһа ла төн уртаһына ҡәҙәр яҡтыла рәхәтләнәбеҙ. Әгәр берәйһе туй уҙғара ҡалһа халыҡ өсөн үҙе бер көтөп алынған хөрриәткә әүерелә, өйҙәрҙә ут таңға ҡәҙәр һүндерел-мәй. Был ярҙам, изгелек өсөн иң тәүҙә, башҡаларға йәүкәләмәҫ борон уҡ ҡәҙерле ҡунаҡ итеп электрик Сәлмәнде хәләл ефете Сәлимә менән парлап саҡыралар, һәм тегеләрҙе төп ҡоҙаның эргәһенә урындыҡ түренә ҡушарлатып ҡундырып ул-тыр-тып ҡуялар. Төп иғтибар уларға күрһәтелә, ҡаҙы-ҡалъя, башҡа аҫыл һый алдарына өйөлә. Шул саҡта инде, әйҙә өс көн барышында килен төшөрөп йә ҡыҙ оҙатҡан-сы ирәүәнләп, кинәнеп байрам ит! Әгәр двигатель ваҡытынан алда тырылдауынан туҡтай икән, уның да юрауға юш килгән ғилләһе бар, тимәк Сәлмәнгә туй оҡшам-аған, уға тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелмәгән һәм ул йыйынды мөрхәтһенмәй табынды ташлап үсегеп ҡайтып киткән. Ни ҡылһындар, төп ҡоҙалар кәпәс һалып Сәлмәндең артынан барырға мәжбүрҙәр, ә теге үпкәһен онотоп яҙыламы, ғәфү итәме әллә юҡмы, уныһы инде икен-се мәсьәлә. Көн торошо саҡ ҡына үҙгәреп елләй башлаһа ял итеп алырға һылтау-сәбәп эҙләгән ялҡау Сәлмән эшенә сыҡмай ҙа ҡуя, ошо хаҡта иҫкәрмә яһаусыларҙы техника хәүефһеҙлеге, тигән фәнде белмәйһегеҙ, сым өҙөлөп ҡыҫҡа замыканиенан янғын сыҡмаһын, йә берәйһен ток һуғып ҡуймаһын тип һеҙҙе ҡайғыртыуым, тип битенән алып ҡыҙҙыра ла сығара. Әлеге мәлдә тау битләүендәге өйҙә беҙҙе ҡайғыртҡан Сәлмән иҙерәп йоҡлай, ауыл да дөм ҡараңғыға сумған.
Картуфлыҡтарға терәлеп тейерлек ҡарайып ҡалҡҡан урман яғынан ишетелгән ел уйнауына асырғанып, үҙәләнеп олоу ҡушылды. Аслыҡтан алйыған бүре өйөр-ҙәре ҡурҡыу-өркөүҙән яҙып иртә яҙҙа ауылдарҙы баҫалар ғәҙәттә, ҡураға төшөп малды тамаҡлайҙар. Юлда ҡалған йәйәүлене лә ҡамайҙар ҡайһы саҡ. Ярай әле оло фажиғәгә тарығандары юҡ, илла- алла менән ҡотола киләләр. Берҙән-бер ҡор-алым, ҡулымдағы таяҡты ҡыҫа биреп ҡуйҙым.
– Ҡайҙа барабыҙ? - Ҡарлы ел һорауҙы ҡолаҡсыныма килтереп һыланы.
– Әсәйем ошо тирәлә, тине лә…
– Биртек теүәл ҡырҡ мөрйәнән йыйыла бик беләһең килһә! Теге баштан башлайбыҙ! - Еңмеште еңеп булмаҫын аңлағанлыҡтан кәүҙә ышығына боҫоп күн-дәм генә эйәрә төштөм. Былай барыу ҡулай, әсе ел биттәрҙе сикәләмәй, түбәне тө-йгөсләмәй һәр хәлдә, ә башымды кипсәлдергән, маңлай тапҡырына, ҡолаҡсында-рына босҡаҡтай ғына яһалма йән ишараты беркетелгән бумазый кәпәс йылы ла тотмай, һалҡындан да һаҡламай. Урам уртаһынан һалынған сана юлын йәйәүле буран кисә үк һепереп тигеҙләп ҡуйғайны, бөгөн тағы өҫтәп бураған. Аҡ даръяла йөҙөп тиерлек барабыҙ. Балтырҙы өшөт-төрөп быймаларға ҡар тулды.
Ҡоймаһы тотошлайы менән көрткә сумған, кәртә бағаналарының остары ғына сысайып күренгән, тәҙрә быялаларын ҡарлы боҙ япҡан йорт яғына ҡайырылдыҡ. Яҡынлауыбыҙҙы һиҙгән сәүек ситән солан эсендә ләңкелдәп ҡуйҙы ла, йөрөйһөгөҙ көн торошо боларғанда маҙаһыҙлап, тигәндәй тынып ҡалды.
– Әхмәтхан ағайҙар үҙҙәре күмәк, борсомайыҡмы әллә? Тағы малайҙары ҡыҙылсанан ята. - Ғабдулла минең класташым. Ауырып ай тирәһе инде, мәктәптә күренгәне юҡ. Ғаиләләре ишле, береһенән береһе бәләкәй ун бала. Әхмәтхан ағай бүлексәлә төрлө эштә йөрөй. Төрлө, тигәне - ҡайҙа ебәрә-ләр шунда бара. Уҫлаптай кәүҙәле достоин ир булһа ла ул һәр ҡушҡанды һүҙһеҙ башҡара баҫымсаҡ, тешекмә. Ә йоҡа кәүҙәле, бәләкәй буйлы, хәрәк-әтсән ҡатыны Райхана апай мәктәптә йыйыштырыусы.
– Күмәк булһалар ҙа килер ҡунаҡҡа күңелдәре киң уларҙың, һый-хөрмәткә балыуандар! - Ямаулы бейәләй эсенән сыҡҡан йоҙроҡ ышаныслы, талапсан итеп соланға инеүгә ҡаршылыҡ рәүешендә ҡатылған ҡалын таҡталарҙы дөбөрҙәтте.
Эстә биниһая ваҡыт өндәшеүсе булманы, шунан бер аҙҙан ихатаға ҡараған тәҙрә уйымдарына яҡтылыҡ осмото ҡунғас имсәк бала тамаҡ ярып тызыл-дап ебәрҙе, уға майһыҙ күгәндең сыйылдап ыңғырашыуы ҡушылды:
– Кем? - тине йоҡоһонан айнып етмәгән хужабикә. - Төпсөгөбөҙ Абдулла яңы имсәгемде сәйнәй барып әүелйеп киткәйне. Өсйән, өҫтәүенә яңы теше сығып килә… - Райхананың үҙ ҡайғыһы, үҙ хәсрәте.
– Ишегеңде ҡыҫа күр,
Һиңә ҡулым һонайым…
– Бынау көндә ниндәй кәмит ул тағы? Теләнселәп йөрөргә аслыҡ йылы түгел! - Ҡаршыбыҙға яҡынлаған ҡаты табанлы шипатай ҡыштырҙап алыҫлашты. Кире инергә йыйыналыр.
– Билем-билем биртенгән
Биртек һорай мин килдем…
– Ай, Аллам, баштан уҡ шулай тиҙәр уны! - Йомошобоҙҙоң айышына төшө-нөп өлгөргән күҙгә күренмәҫ әңгәмәсе теремекләнеп китте.
Таҡта ярығына тығылған туҫтаҡҡа эйәреп ҙур йомарлам һыйыр майы сыҡты. Ысынлап та ғаилә ҙур булһа ла ҡулдары асыҡ, мул икән.
– Ғабдулла нисек? - Урынһыҙ хәбәр ысҡындырыуымды һиҙеп телемде тешләнем, әммә һорауым ауыҙымдан осоп сыҡҡайны инде.
– Кем һорай уны? - Райхана шулай тине лә биртек йыйыусы үҙен танытырға тейеш түгеллекте иҫләп һөйләп алып китте. - Әхмәтхан ағайыңды ҡарағай йығыу, ташҡын осоронда Һаҡмарҙан ағыҙыу өсөн төҙөлгән бригадаға ҡушып ике аҙна эл-ек Күркәтауға ебәргәйнеләр, ҡыуғын үткәнсе ятыр инде шунда. Ни хәл итһен, кәнсәнән әйткәстәре китте. Йөрөйҙөр инде хәҙер аслы - туҡлы, өшөп-туңып. Ужым быҙауылай йыуаш булғас эте лә бете лә йом-ошҡа йүгертәлер. Бында ни бөтәһенә бер үҙем. Ҡул араһына инә башлаған Ғабдулла ла ҡыҙылсаһына ҡыҙып ятты ла ҡуйҙы. Төҙәлә генә күрһен инде, әйтәгүр. Ана, һеҙ ҙә бер нигә ҡарамай дауа эҙләп әйенселәргә сыҡҡанһығыҙ бит… Беҙгә лә именлек, йортобоҙға ҡот-бәрәкәт теләп китегеҙ, балалар ау-ыҙынан өҙөп һалғаным биртенгәндең биленә шифа булып яғылһын…
Ауырыуҙың тиҙерәк сәләмәтләнеүен теләгән әллә күпме изге юрауҙар ишетелде ҡойто солан ауыҙынан, урамға сыҡҡас та әле шул һөйләнеү беҙҙе әллә күпме ер оҙата барҙы.
– Әсәйем хаҡында тумбытманыҡ та. Бәлки сығарылған тәғәм яңылыш икенсе берәүгә инселәнгәндер?
– Биртекте кемгә тәғәйенләп йыйғанлыҡты әйтмәйҙәр. Юғиһә теләктең ҡеүәте кәмей, бирелгән ризыҡтан бәрәкәт ҡаса! Һин дә үҙеңде танытып эште боҙа яҙҙың.
– Ә-ә-ә…
(Дауамы бар)