Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
3 Май 2021, 08:31

Биртек

Биртек… Уны тап бына ошо, ерҙе күк менән тоташтырған шиһаҡа ҡоторғанда ауыл буйлап йыйып йөрөгәнем бөгөнгөләй иҫтә…

Биртенеп өйҙә ултырам. Поликлиникаға барғайным, табип ыуынырға тип әллә ниндәй ҡырҡыу еҫле дарыуҙар яҙып ташланы, көндө ҡоро итмәй физка-бинетҡа йөрөргә ҡушты. Унан ҡалһа система ҡуйып, уколдар ҡаҙап беләк-янбаштарымды иләктәйгә әүерелдереп тишкеләп бөтөрҙөләр. Өҫтәүенә ҡатын-ым ҡулым ғәләмәт килешә тип, мин бер ҡатлыны ышандырып, теге һыҡмалы майҙар менән сәнсеү алған умыртҡа буйын һылап аҙаплана. Дауаларҙың, ҡа-бул иткән процедураларҙың файҙаһы самалы, әйтерһең билем тапҡырына бихисап утлы энәләрҙе ҡаҙаған-дар ҙа тәнемдәге шул осло, үткер шырауҙар үҙ-әккә үткәреп ауырттыра. Сир-сирпәт тауҙай килеп баҫһа ла сарпыуы мыҫҡаллап сыға, тигәндәре ысындыр. Таш түшәмгә ҡарап ятыуҙан тамам ялҡып, бо-шаланып түшәгемдә әйләндем-тулғандым да кис еткәс йәнемә толҡа тапмай болконға сығып ҡаршылағы күп ҡатлы йорттарға текәлдем. Февраль аҙағы. Һауа торошоноң йүгерек елен елдереп, ябалаҡ ҡарын асманға ашырып ойоҫҡотоп көйһөҙләнгән сағы. Турғай аҙымы менән йәй миҙгеленә ыңғайлаған көн һиҙелеп оҙонайһа ла һаман да әле эңер иртә төшә. Әле лә күҙ бәйләнер мәл. Һаран уттарын һарҡытып, ҡалын, затлы ҡорғандар артына боҫҡан евротәҙ-рәләр ян-тирәгә шикләнеп, яратмай ҡарайҙар төҫлө. Беренсе ҡаттағы барлыҡ уйымдарға ла семәрләп, һырлап эшләнгән, асыҡ төҫкә буялған рәшәткәләр ҡағылған. ҡайһылай ғына ҡыландырһаң да үле тимер үле тимер инде, уның шөҡәте юҡ, көнитмешкә йәм дә йылылыҡ та өҫтәмәй. Тимер ишектәр, рәшәт-кәле тәҙрәләр. Йәшәү тамам кире яҡҡа үҙгәрҙе, яңы быуатта замана кешеһе яңыса, тө-рмәләге һымаҡ ғүмер һөрә, һәр аҙымды күҙәтеп, аңдыған һағауыл ғына етмәй. “Әгәр хәҙер, кисекмәҫтән биртек йыйырға сыҡһам исмаһам берәйһе ишеген асыр инеме икәнҡ Ай-һай, бүрәнә егенән бүре күрер-гә ғәҙәтләнгән шиксел халыҡҡа ышаныс та, өмөт тә самалы… Бармаҡ һыймалы быяла күҙ аша оҙаҡ тикшереп, һынап ҡарағандан һуң ете ятты күреп ауыҙ асып һүҙ өндәшмәҫтәр ине… Аралашыу, бер-береңә күрһәтер мөнәсәбәт тәртибе үҙгәрҙе, ихласлыҡ бөттө, фанилыҡта әҙәм балаһының ҡиммәте кәмене, һиммәте ҡайтышланды, ҡәҙере китте…” Биртек… Уны тап бына ошо, ерҙе күк менән тоташтырған шиһаҡа ҡоторғанда ауыл буйлап йыйып йөрөгәнем бөг-өнгөләй иҫтә…
Миңә 9-10 йәштәр тирәһе булғандыр, әсәйем көтмәгәндә сырхап түшәккә ятты. Биле биртенде. Эше лә үтә яуаплы, мәшәҡәтле. Ул участка дауахана-һында ашнаҡсы. Әле мин уянмаҫ элек үк, таң һарыһынан шәүләләй ҡыймылдап кейенеп шыпырт ҡына сығып китә лә кис ҡараңғы төшкәс кенә арып-талып ҡайтып инә. Шулай булмай тағы, тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылып дауаланып ятҡан 30-40-лап ауырыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашатырға кәрәк. Ә ул еңелдән түгел, сөнки һыуҙы саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы тау аҫтынан сыҡҡан инештән, беҙҙеңсә әйткәндә балнис ҡоҙоғонан көйәнтәләп ташыйһың, тағы сылбырлы трактор ҡойма быҫҡаҡта балсыҡ, ҡойо-ло ҡырсынташҡа болғап һөйрәп килтергән буй ағастарҙы ҡул бысҡыһы менән бысып яраһың. Ҡайыны ҡатыш уҫаҡ түмәрҙәр ботаҡлы, биресле. Һабынан өҙлөкһөҙ һурылырға әҙер үтмәҫ балта менән ҡоласлап һелтәнеп йәнең сыға яҙа, бышлыға-һың, ҡара тиргә батаһың. Һуңғы сиктә ҡоро әрҙәнәгә ҡушып мейескә тыҡҡан хәлдә лә теге сей нәмәләр оҙаҡ ҡына шыш та быш килеп тоҡанырға теләмәй быҫҡып, төтәп хитлай. Яғыр утын да торғаны һүл, ярты аш өйөн биләгән дүрт ҡорос пли-тәле килбәтһеҙ урыҫ мейесе лә иҫке.
Мәктәптән ҡайтып инәм дә кәртә тирәһен ҡараштырып, малды мәкегә ҡыуып һуғарып бесән һалғас әсәйемә ярҙамлашырға ашығам. Дауахананан күҙ күреме ерҙәге таплыҡта ярылған теге утынды ҡанатлы ҡул санаһы менән һөйрәп килтереп, индереп яғыуға ҡулай булһын өсөн аш өйөнөң ауыҙына рәт-тәргә һалып өйөү минең өҫтә. Яңғыҙ үҙем генә мәшәҡәтләнгәс эш ырамай, йәнә баш ергә тейә яҙып, өймәләһенән утын тейәлгән сананы һөйрәп хәлдән тайыла. Мәшәҡәтемде ваҡытынан алда ослаһам ҡоҙоҡ яғына йүгерәм. Һыу ташырға шул тиклем дә оҫтарып, хиресләнеп алдым, яурынымда көйәнтә бик тә килешле ята, ә биҙрәләрҙәге һыуҙың бер тамсыһы ситкә сайпылһасы! Хас та һыу юлынан ҡайтып инмәгән, текә тау үренә бөгөлөп-һығылып үрмәләгән сымры йәш киленмен инде.
Дауахананың аты бар барлыҡҡа, тик уны хужалыҡ мөдире Тыңҡыш Хәлфетдин үҙенең хәләл малылай күреп ҡуллана, ҡара туры бейәне аҙбарында бик-ләп тота. ҡырпаҡ ҡар ятҡас балта оҫтаһы Нурыйҙан арҡа терәр еренә эре сәскә төшкән сағыу буҫтау ҡаҡтырып, ҡанаттарын, тәртәләрен ҡараға буяттыр-ып елле кашауай эшләтеп алғайны, хәҙер эшкә абруйлы, фартауай хужа ише санаһына ҡырын ятып килә, ҡуналҡаға ҡунған көҙгө әтәстәй ҡуҡырайып ул-тырып ҡайтып китә, һинең этләнеүеңде күрмәй ҙә, ишетергә теләмәй ҙә. Хәлфетдин ошо ауылда тыуып-үҫһә лә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып күтән һурпаһын эскәнгә оҡшамаған, кәпәс кейеп йөрөп тә төптө бикәр хәбәр һөйләгән, киренән бөткән, тиҫкәренән һапланған бер һөйкөмһөҙ бәндә инде шун-да. Ә түрәлеге инде хаттин ашҡан: ҡултығы аҫтынан йышылып бөткән күн папкаһын төшөрмәй, ҡулы аҫтында эшләгәндәргә бәләкәй генә йомошон да мөһим, тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш ҡарарҙай күреп тамағының төбө менән екереп бойора.
Һуңғы сиктә ауыр эштән ҡатыуы ҡалҡҡан әсәйем тамам биреште. Ә мин үҙ сиратымда барлыҡ мәшәҡәттәрҙе өҫтөмә алһам да уны ҡурсалай алманым.
Пенза тарафынан беҙгә килен булып төшөп дауаханала мөдир булып эшләп йөрөгән фельдшер Татьяна апай күҙ терәп торған, алыштырғыһыҙ ашна-ҡсыһын башта эш араһында ғына сәләмәтләндерергә маташты, килеп сыҡманы, дауаханаға һалып алыу ҙа еңеллек килтермәне. Әсәйем ике аҙна самаһы балнис түшәгендә аунағандан һуң дарыуҙарҙан йонсоп, исмаһам өй һауаһын һулайым бер аҙ, тип аҡһаҡ-туҡһап ҡайтып инде лә тамаҡланып та тормай ур-ындыҡҡа урын һалып шунда һуйҙайҙы. Өйгә ҡырҡыу дарыу еҫе тулды. Яҡынымды ошо сүрәттә күргәс дәрес әҙерләү ҡайғыһы китте. Эргәһенә ултырып бойоҡ ҡиәфәттә шымтайып ҡалдым.
Кисҡырын, ғәрәсәт тип тормай, шәмгә ут алғас ауылдың урта төшөндә йәшәгән Хәмдениса апай килеп инде. Ул асыҡ, көләс йөҙлө, шаян һүҙле, мәрәкәс-ел кеше. Һәр тотонғанын аҙағынаса еткерергә ғәҙәтләнгән йыйынаҡлыҡты, бөхтәлекте яратҡан Хәмдениса өсөн хәл ителмәй торған мәсьәләләр юҡ, ауыр-лыҡтарҙы еңер сараларҙы, ҡаршылыҡтарҙы имен-аман урап үтер юлдарҙы табып ҡына тора. Шуға уның менән йәнәш булыу рәхәт тә, янында ышыҡ-хәүефһеҙ ҙә. Әле лә ҡотһоҙ, бөләңгерт өйөбөҙгә һуңға ҡалған ҡунаҡҡа эйәреп яҡтылыҡ, нур килеп тулды төҫлө. Улар Зимагор Шәһит менән икәүһе мунса-лай ғына өйҙә көн итәләр. Шәһит беҙҙең яҡтың кешеһе түгел, ҡайҙандыр, алыҫтан килгән. Еҙнәйҙең сығышы хужаһыҙ урам этеләй билдәһеҙ заттан, татар тиһәң татар түгел, башҡортлоғо ла ташҡа үлсәйем. Төҫ-башына ҡарап та милләтен айырыу мөмкин түгел: урта буйлы, ел һуғып киптергән йоҡа кәүҙәле, ҡыҙғылт йөҙлө, һары бөҙрә сәсле, арыш башағының ҡылсығылай өтөрөй ҡашлы, хәйләкәр осҡондар сәскән йәшкелт күҙле. Бар ошонан аҙаҡ тоҡомон тоҫ-маллап ҡара! Аралашҡанда ла өс телде бергә бутап танауы аҫтынан мығырҙай ҙа ҡуя, аңлаһаң аңла, зирәклегең самалы икән, тор инде аңша-йып китеп. Ят бауыр килмешәк ауыл халҡына берегә, ылыға һалып бармай, гел ситтә ялланып йөрөп эшләй. Өйөнә онотҡанда бер ҡунаҡ сифатында ҡайтып әйләнә. Апаруҡ йылдар ирле-ҡатынлы йәшәһәләр ҙә быларҙың балалары юҡ, ә ундайҙар ғаилә наҙын, торлаҡ ҡотон ситтән эҙләүсән. Бәлки шуға береһе елғыуа-рланып ил гиҙәлер, ә икенсеһе бында яңғыҙы ҡаңғыралыр?
– Хәлең нисек, әхирәт? – тине ҡунаҡ хәл-әхүәл белешкәс.
– Ятам әле.
– Күрәм, балниста ла яттың, бында ла ятаһың, алға китеш бармы, тиеүем?
– Һалған уколдары бер аҙ еңеллек бирҙе биреүгә, мәгәр эшкә сығырлыҡ кимәлдә түгелмен.
– Эште берәү ҙә бөтмәгән. Әҙәм балаһы әхирәткә күскәс тә фанилыҡта өс көнлөк мәшәҡәте ҡалыр, ти. Иң тәүлә үҙеңде ҡайғырт, шунан башҡа-һын. Ә һин, Айҙар, ни бөтөрәһең?
Ыратып ни ҡыраһың инде, башым менән таш ярһам да әсәйемә ярҙам итә алмайым бит, шуға һүҙһеҙ генә өҫтәл өҫтөнә йәйеп һалған китап-дәфтәр-ҙәргә ымланым, дәрес әҙерләйем, йәнәһе.
– Буран баҫылһа Фатиманың мунсаһын яғып ебәрәйемме әллә? Мәтрүшкәле ҡайын миндегенең сихәте тейер, бәлки. Ара йыраҡ, тиһәң үҙем апар-ыр яйын табам, ярҙамлашам. Шунан, эләүкәлә сабынғандан һуң ҡурай еләге ҡайнатмаһына ҡушып сәй эсеп баҫырынып ятып тирләһәң, ебәрмәҫме?
– Әлләсе. Мунса ташының йылыһы ғына алмаҫтыр биртенеүҙе, тотош бил-емдән ҡармап, аяҡтарҙан тотоп ебәрмәй, ҡәһәрең.
– Әбдрәхим мулла өшкөрөп-төкөрөп берәй әмәл ҡылмаҫмыҡ Уны эҙләп ер аяғы ер башынан киләләр ҙә.
– Элекке көн Зөләйха абыстай хәлемде белергә тип тегендә барып сыҡҡайны. Мулла олатай үҙе ебәргән. Йәмиләне өшкөрөү генә алмаҫ, биртек йыйҙырып, шуны ҡулланып ҡараһын, тип сәләмен дә әйткән.
– Китсе, биртек! - Хәмдениса апай үтә лә кәрәкле, мөһим нимәне хәтеренә төшөргәндәй сәп, иттереп маңлайына һуғып алды. - Ә мин ул онотола барған ырымды бөтөнләй башымдан сығарып ебәргәнмен, биғәләш. Һинең сиреңә шул биртек кенә дауа инде ул! - ҡәтғи итеп, өҙә әйтеүенә беҙҙе, шул иҫәптән үҙен ышандырырға теләгәндәй һуҡ бармағын түшәмгә сәнсте, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарға килгәндә ул гел ошо хәрәкәтен яһай. - Ызнамы шулай! - Әжәлгә дауа таптымы ни, хәҙер үк, тотҡарлыҡһыҙ шуның артынан сығып сабырға йыйынғандай ҡабаланып кейенә лә башланы. - Ә һин, Айҙар, нимәгә торомбаш киҫәүеләй һерәйеп ҡаттың, әйҙә минең менән!
– Уға килешер микән? Ни тиһәң дә мәктәпкә йөрөй, үткән көҙ үктәбрәткә алдылар. Мәктәп директоры Рауил башкөллө бөгөнгө заман кешеһе бит, үҙе партия ойошмаһы секретары ла. Баланы сихырға, им-томға йәлеп итәһегеҙ, тип әллә нимә уйлап сығарыр, мәктәпкә ата-әсәләрҙең дөйөм йы-йылышына саҡыртып, баҫтырып ҡуйып оялтыр. Юҡ менән булашмайыҡ, бәләһенән баш-аяҡ.
– Рауилдың шарҙауайлығы, ҡауҙырлығы бар барлыҡҡа, дингә ылыҡҡандар-ҙы ла өнәп еткермәй. Улай тиһәң күптән эңер төштө, кем күрә лә кем белә.
– Ауылдың бер башында сөскөрһәң икенсе оста йәрхәмбикалла, тиеүҙәре бар.
– Яҙыҡ эш эшләргә эйәртмәйем дә баһа. Иң мөһиме миңә иптәш булып йөрөһөн, ҡалғанын үҙем урын- еренә еткерермен. Биртекте биле биртен-гәндең баш балаһы менән кинйәһе йыйырға тейеш. Ә Айҙарың бер юлы шуларҙың икеһе лә.
– Тышта аҡман-тоҡман, тағы дәрестәремде… - тип һылтауланым. Тәү ҡарашҡа хилаф күренгән, күңел ятып етмәгән йомош артынан бынау көндә нисек сығып китмәк, йәнә дарыуҙар алмаған сир биртеккә генә сигенә һалмаҫы көн кеүек асыҡ.
– Әсә күңеле балала, бала күңеле далала. Ауыр саҡта һеҙгә көнөң ҡалмаһын инде! - Хәмдениса үпкәләгәндәй теҙҙе. - Ярай, үҙем генә ҡыялыр-мын, бынан булмаҫтайға оҡшай. ҡана, сеүәтәме, туҫтаҡмы бир ҙә!
– Тороп тор, мин дә һинең менән… - ҡабаланып урынымдан ҡалҡтым.
– Күптән шулай тиҙәр уны!
Йәһәт кенә билләп тегелгән сатин бишмәтемде, табанлы быймаларымды кейҙем, муйыныма кәзә дебетенән бәйләнгән шарфты ураным, кәпәсемдең ҡолаҡсынын төшөрөп бәйләнем, кәрәк булыуын һиҙемләп арҡама биштәр аҫтым.
– Оҙаҡлап бызмырҙамағыҙ, тышта бит күҙ асҡыһыҙ. - Әхирәтенең этеп алып барыуына бирешкән әсәйем, ризалашҡандай итте. - Бәйнәтемде һал-дым. Һин дә Хәмдениса эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй ваҡытһыҙ ҡуҙғыйһың. Һәр йортто теүәлләп ыҙаланғансы беҙҙең тирәне генә ҡыҙырығыҙ ҙа…
– Үҙебеҙ беләбеҙ! - Әйтелгәндәр артыбыҙҙан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар.
(Дауамы бар)