Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
29 Апрель 2021, 08:29

Бейеүсе

Төрлө бейеүҙәрҙе ошоғаса күп тапҡырҙар күрҙем, әммә уларҙың береһе лә Йәүҙәттең төштәрендә һалған, ҡабатланмаҫ, сихри бейеүҙәренә етмәй, яҡын да юламай!

Бейеү көнө етһә мин иң әүәл Йәүҙәт Бикбирҙинды хәтергә төшөрәм, бейеүсенең ҡаҡса ыҡсым кәүҙәһе, мөләйем, бер ҡатлы ҡарашы күҙ алдыма килеп баҫа. Уның менән яҡындан аралашып йәшәмәһәк тә гелән бер-беребеҙгә тартылдыҡ, беҙҙе ижад тигән илаһи көс берләштергәндер күрәһең.
Һикһәненсе йылдарҙың аҙағында бейеүсенең һалған бейеүҙәрен бик күп билдәле коллективтар репертуарҙарына алып оло сәхнәләрҙе шаулаталар ине. Бейеүҙә-рҙе лә ябай бейеү итеп ҡабул итеп булмай, уларҙың һәр береһе халҡыбыҙҙың йолаларын, тарихын эсенә алған мини спектаклдәр. Артыҡ хәтерҙә ҡалмаған бейеүҙәр һалған ҡайһы берәүҙәр балетмейстер дәрәжәһендә, маҡтаулы исемдәрҙе һорап тигәндәй алып юғарыла, бейектә өйрөләләр, ә Йәүҙәт шауламай, шапырынмай ғына һин дә мин беҙҙең арала йөрөп ята. Әйткәндәй, Йәүҙәт Бикбирҙин билдәһен һис ҡасан түшенә ҡаҙамаһа ла “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем йөр-өттө. Йәшерен-батырын түгел, маҡтауын маҡтанылар, мәгәр уның сәләмәтлеген, йәшәү шарттарын ҡайғырта һалып барманылар.
90-сы йылдар башында булһа кәрәк, Хәйбулла районында бик матур, юғары кимәлдә ойоштор-олған, әллә күпме мәртәбәле ҡунаҡтар килгән Йомабай Иҫәнбаев көндәре үтте. Ишмулла Дилмө-хәмәтов исемендәге конкурс лауреаты булараҡ мине хаҡимиәткә саҡыртып алып әле атап үткән йыйында ҡатнашып сығыш яһарға тәҡ-дим иттеләр. Билдәле бит инде, йомшаҡ ҡына өндәшеп тәҡдим иткән була ла бит хаҡимиәт, ғәмәлдә уның асылында, нигеҙендә еңеп ҡайт, райондың исемен, бәҫен күтәр тигәнерәк бойороҡ ята. Ни хәл итәһең, әҙерләндем дә киттем.
Ҡурайсылар бәйгеһендә йәп-йәш кенә, ҡурайҙы ойоҫҡотоп уйнаған, боронғо башҡорт халыҡ көйөн урын-еренә еткереп, оҫта итеп башҡарған егет еңеп сыҡты. Һуңынан асыҡланыуынса ул - Рәсүл Ҡарабулатов булып сыҡты. Ғәжәпләнеүемә ҡаршы сәсәндәр бәйгеһендә миңә лә Гран-При биреп ташланылар. Артыҡ, ҡыуаныс тойғоһон кисермәнем. Минән ниндәй генә сәсән сыҡһын ин-де, ҡағыҙға яҙған шиғырын сәхнәгә сығып ятлап күрһәткән кешенән!
Дөйөм төркөмдән айырылып концерт ҡарап ултырам. Бына сәхнәгә Йәүҙәт килеп сыҡты ла ойота баҫып бейергә кереште. Әйтер инем, уның аяҡтары түгел, ошо мәлдә йөрәге, күңеле бейей күккә аша ине шикелле. Уға гөрләтеп, “Афарин!” ҡысҡырып ҡул саптылар. Сығыш тамамланып бер ни тиклем ваҡыт үткәс эргәмә бер аҙ бышлыға төшкән Йәүҙәт килеп ултырҙы:
- Ҡотлайым, Хәйҙәр!
- Нимә менән!
- Бәй, бүләктең иң ҙурын биреп ташланылар ҙа баһа һиңә!
- Ҡуй сәле, өлөшөмә яңылыштан төшкән көмөш...
- Барыбер сығышың оҡшаны, иң мөһиме - көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙең, үҙеңә генә хас яңы фекер әйттең!
- Онотайыҡ был хаҡта. Сәсән ул беләһеңме кем? Ул иң әүәл импровизатор, ыңғайы бер, урынында уҡ шиғри фекер әйтә белгән тапҡыр һүҙле шәхес. Ярамһаҡланмай , сөсөләнмәй генә шу-ны әйтәм - һин бейеү өлкәһендәге сәсән!
- Шулай уҡмы?! - Йәүҙәт ташбыҡ күҙҙәрен шуҡ ҡыҫа төштө. - Һин әйткән юғары баһаны тәүге тапҡыр ишетеүем, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тиҙәрме әле?
- Шуны әйт әле, Йәүҙәт, сер итеп кенә, бейеүҙәрҙе нисегерәк һалаһың һин? Белеп-күреүемсә үткән аҙнала донъя шаулатып байрам итеп аҙаплана инең, ике ай инде аралашып, бергә көн итәбеҙ, шул осорҙа ыҙаланып, бейеүселәрҙе ыҙалатып көндәр буйы репетиция ла үткәрмәнең шикелле...
- Бында бер ниндәй ҙә ғәжәпләнерлек нимә юҡ ул. Мин бейеүҙәрҙе төшөмдә һалам, уянып китһәм уны бары урын-еренә еткерәһе генә ҡала!
Төрлө бейеүҙәрҙе ошоғаса күп тапҡырҙар күрҙем, әммә уларҙың береһе лә Йәүҙәттең төштәрендә һалған, ҡабатланмаҫ, сихри бейеүҙәренә етмәй, яҡын да юламай!
Читайте нас: